7


  • Учителю
  • Рабочая программа для 6 класса по башкирскому (государственному) языку.

Рабочая программа для 6 класса по башкирскому (государственному) языку.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание: Рабочая программа составлена для 6 класса по предмету "Башкирский (государственный) язык, согласно федеральному государственному общеобразовательному стандарту. Программа рассчитана на 68 часов, из расчета 2 часа в неделю. Авторы программы по башкирскому языку - Тулумбаев
предварительный просмотр материала


  1. Аңлатма яҙыу

Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү өс төрлө программа нигеҙендә алып барыла:

1) Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.

2) Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). БР Мәғариф министрлығы.Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә. Өфө - 2008.

3) Башҡорт теленән программа.(V-XI кластар өсөн) БР Мәғариф министрлығы. Ижевск:КнигоГрад,2008.

Беҙҙең мәктәптә уҡытыу тәүге ике программаға нигеҙләнеп ойошторолдо. Икенсе программа менән башҡорт төркөмдәре шөғөлләнә.

Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.

Был программа нигеҙендә уҡытыу 5-11 кластарҙа алып барыла.

Программа телде өс йүнәлештә

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу

- телдең системаһын өйрәнеү

- бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота, милли тәрбиә лә ҡарала.

  1. Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.

5-11 кластарҙа башҡорт телен өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре

Рус мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың төп бурысы балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.

Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Дәрестәрҙә уҡыусыларҙан диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

  • Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

  • Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

  • Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

  • Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

  • Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

  • Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

  • Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

  • Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә, түбәндәге принциптарға нигеҙләнәнергә кәрәк:

1. Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.

2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.

Шул нигеҙҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды,радио-теле тапшырыуҙарын аңларға өйрәтеү (аудирование);

2. Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар,ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү(говорение).

3. Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге,уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған "Йәншишмә","Аҡбуҙат","Аманат","Шоңҡар","Йәшлек" гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү(чтение)

4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу(элементарное письмо.)

5. Башҡорт телен өйҙә,йәмәғәт тормошонда,хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

6.Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп,балаларҙы башҡорт халҡының тарихы,мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,милли йолалары,башҡорт халҡының күренекле шәхестәр, уларҙың эшмәкәрлеге,ижады һ.б. менән таныштырыу,балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,башҡорт халҡына,үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.


  1. Уҡыу планында предметтың урыны.

Уҡыу планында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 6 класта 68 сәғәт (аҙнаһына 2 сәғәт) бүленгән.

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу. Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;

2) һүҙлек диктанты;

3) ғәҙәти диктанттар;

4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;

5) изложениелар;

6) иншалар.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:


Эш төрҙәре

Класс

6

Күсереп яҙыу

-

Һорауҙарға яуаптар яҙыу

1

Диктант

6

Изложение

2

Инша

3

Бөтәһе

12

Яҙма эштәрҙең күләме

Эш төрҙәре

Класс

6

Һүҙлек диктанты

15-18

Диктант

60-65

Изложение

45-50

Инша

55-60


Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:

Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

6

75-85

250-280

120-150


Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

- тест һөҙөмтәләре.

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

- портфолио.

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу;

- яуаптың дөрөҫлөгө;

- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.


  1. Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).

Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.



Метапредмет һөҙөмтәләр:

уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү; танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре:

башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә).

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;

- уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу; тыңлап аңлауҙа:

уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм шәхси хат яҙыу.

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү; өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү; ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; үҙ-үҙеңде баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү; балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү; балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында: уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

  1. Уҡыу предметының йөкмәткеһе.

Төп йөкмәтке линиялары.

Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;

  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;

  • социомәҙәни компетенция;

  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.


Уҡыу курсының йөкмәткеһе

6 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:

"Беҙҙе мәктәп ҡаршылай", "Башҡортостан ере буйлап", "Юл ҡағиҙәләре һәм билдәләре", "Почта. Телеграф. Телефон.", "Ҡыш дауам итә", "Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел", "Башҡортостан йылғалары, күлдәре.Экология мәсьәләле", "Бына тағы яҙ килде".

Грамматика буйынса блок-темалар:

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Сифат. Исем. Алмаш (алмаштарҙың төрҙәре). Эйәлек төшөнсәһе. Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше. Синоним. Омоним.Антоним.






Уҡыу - уҡытыу процессын материаль-техник яҡтан тәьмин итеү.


Уҡытыу-методик ҡулланмалар.


  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.

  2. Башҡорт теле. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ.,Ғәбитова З.М., Абдулхаева Г.Н. -Өфө:Китап, 2010.

  3. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2010.

  4. Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2009.

  5. Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2010.

  6. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт. Өфө: Китап, 2009.

  7. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  8. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.8. 8. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2009.

  9. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2011.

  10. «Аманат», "Ватандаш, "Башҡортостан уҡытыусыһы"" журналдары.

  11. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2009.


Баҫма әсбаптар.

  1. 5-11 кластар өсөн башҡорт теленән таблицала һәм плакаттар.

  2. Таратма материал

  3. Иллюстратив материал.

  4. Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары портреттары.


Компьютер һәм мәғлүмәти-коммуникатив саралар.

1.2-4, 5-11 кластар өсөн башҡорт теленән электрон дәреслектәр.

2.5-9 кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән аудиопособиелар.

3. Башҡорт әҙәбиәтенән "Юлай улы Батыр Салауат", "Башҡорт ҡумыҙы" аудиопособиелары.

4. Башҡорт әҙәбиәтенән видеопособиелар: "Шомбай", "Аҡмулла тауышы", "Шәжәрә- нәҫел ағасы", "Алтын мираҫ", "Зәйнйб Биишева", "Башҡорт ҡоро-Ҡоролтай", "Берҙәм татыу ғаилә", "Рәми Ғарипов", "Аксаков С.Т.", "Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы", "Янсыҡ", "Сәскә атҡан шағир күңеле", "Тыуған йортҡа алыҫ юл", 17,18,19,23 һанлы кассеталар.

Техник саралар.

  1. Аудитория таҡтаһы.

  2. Телевизор AKAI.

  3. Видеомагнитофон LG.

  4. Аудиомагнитофон LG.

  5. Персональ компьютер HP.

  6. Мультимедия проекторы ACER.


Класс йыһазы.

  1. Ултырғыстар комплекты менән уҡыусылар парталары.

  2. Тумба менән уҡытыусы өҫтәле

  3. Дидактик, таратма материалдар тупланған шкаф.

  4. Иллюстратив стендтар.






Календарь-тематик планлаштырыу, 6 класс (аҙнаһына 2 сәғәт)

Дәрестең темаһы

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Сәғәт һаны

Дата

Иҫкәрмә

План-н

Үтк-н

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай (8 сәғәт)

1

Белем байрамы.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

Белем алыу, уҡыуға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйтә белеү, һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу.

1


2

Я.Ҡолмой. "Мәктәп" шиғыры.

Алфавит.

Мәктәп, класс тормошона ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Теманы тулы аса белеү, кәрәкле һүҙҙәрҙе табыу, улар менән эш итеү һәм һөйләй алыу.

1


3

Н.Виноградова ."Иң мөһим һүҙ" хикәйәһе.

Тартынҡыларҙың сиратлашыуы.

Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү. Тылсымлы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡуллана белеү. Тартынҡыларҙың сиратлашыуына ялғауҙарҙы дөрөҫ яҙа алыу.


1


4

Тел -аралашыу сараһы.

Һүҙ составы.

Текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү,тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу.Һүҙ составын дөрөҫ билдәләй белеү.


1


5

С.Муллабаев. "Бөгөн тәүге көҙ айы" шиғыры.

Исем.

Көҙгө тәбиғәт, көҙгө эштәргә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеү, исемдәргә һорауҙарҙы дөрөҫ ҡуя алыу һәм ялғауҙарҙы дөрөҫ ялғау.


1


6

Р.Сабитов. "Белем иле" шиғыры.

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

Белем алыу, уҡыуға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау. Исемдәрҙең килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡуша белеү, ҡылымдан сығып һорауҙарҙы дөрөҫ бирергә өйрәнеү.


1


7

Инша "Көҙгө тәбиғәт".

"Көҙгө тәбиғәт"темаһын тулыһынса асырға тырышыу, йөкмәткеле инша яҙыу.

1


8

Т.Ғәниева. "Бишек йыры" шиғыры.

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Хаталар өҫтөндә эш.

Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү, бишек йырҙары тураһында сығыш яһау, тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу. Исемдәрҙең килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡуша белеү.

1


Башҡортостан ере буйлап (10 сәғәт)

9

С.Юлаев. "Тыуған илем" шиғыры. Эйәлек төшөнсәһе.

Башҡортостан тәбиғәте, уның матурлығы тураһында һөйләй белеү. С.Юлаев тураһында мәғлүмәттәр туплау, бөйөк шәхес хаҡында һөйләй белеү. Нимәгәлер эйә булыу, булмауҙы белдерә алыу сараларын өйрәнеү.


1


10

Салауатҡа ғашиҡмын. Һөйләм. Эйәлек төшөнсәһе.

С.Юлаев тураһында мәғлүмәттәр туплау, бөйөк шәхес хаҡында һөйләй белеү. Нимәгәлер эйә булыу, булмауҙы белдерә алыу сараларын өйрәнеү.


1


11

Башҡортостанда көҙ.

Эйәлек ялғаулы исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Хаталар өҫтөндә эш

Көҙгө тәбиғәт, көҙгө эштәргә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау, Башҡортостанда көҙ миҙгеленең матурлығы, байлығы тураһында һөйләү. Нимәгәлер эйә булыу, булмауҙы белдергән һүҙҙәргә килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡушырға өйрәнеү. Хатаны аңлата белеү, төҙәтеү.


1


12

Өфө-Башҡортостандың баш ҡалаһы.

Сифат тураһында төшөнсә.

Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында сығыштар яһау, һорауҙарға яуап биреү, баш ҡала хаҡында һөйләй белеү. Ҡаланы характерлаған сифаттарҙы өйрәнеү, уларҙы дөрөҫ ҡуллана белеү.

1


13

Башҡортостандың флагы һәм гербы.

Сифаттарҙың дәрәжәләре. Артыҡлыҡ дәрәжәһе.

Башҡортостан республикаһының символдары тураһында һөйләй белеү. Сифаттың дәрәжә ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.


1


14

Башҡортостан тәбиғәте.

Сифаттарҙың дәрәжәләре. Төп һәм сағыштырыу дәрәжәһе.

Тыуған илгә, Башҡортостанға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау, Башҡортостан тәбиғәте, уның матурлығы тураһында һөйләй белеү.

Сифаттың дәрәжә ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.

1


15

Сифат темаһы буйынса контроль диктант "Илем-Башҡортостан ".

Һөйләмдәрҙе аңлап, иғтибар менән яҙыу.

1


16

Һөйләй тарих биттәре...

Хаталар өҫтөндә эш. Аҙһытыу дәрәжәһе.

Темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәр өйрәнеү, тарихи мәғлүмәттәрҙе ҡулланып һорауҙарға яуап биреү, һөйләмдәр төҙөү. Сифаттың дәрәжә ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.

Хатаны аңлата белеү, төҙәтеү.

1


17

Балалар матбуғат баҫмалары. "Аманат" журналы, "Йәшлек" гәзите.

Антонимдар. Синонимдар.

Газета, журналдарҙың исемен белеү, уларға яҙылыу, алдырыу, ундағы мәғлүмәттәр тураһында һөйләшә алыу. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен синонимдар, антонимдар ярҙамында асыу, һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү, синоним рәткә антоним таба алыу.

1




18

Башҡортостандың "Ҡыҙыл китабы ".

Омонимдар.

"Кыҙыл китапҡа" индерелгән, һирәк осрай торған үҫемлектәр, ҡоштар, йәнлектәр тураһында сығыштар яһау, улар хаҡында һөйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү. Омонимдар менән эш итә алыу, уларҙың мәғәнәһен, тәржемәһен белеү.

1





Юл ҡағиҙәләре һәм билдәләре (5 сәғәт)

19

Б.Байым. "Светофор" шиғыры.

Фразеологизмдар.

Темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәр өйрәнеү.Светофор һәм уның функцияһы, кәрәклеге тураһында һөйләй белеү. Фразеологизмдарҙы ирекле һүҙбәйләнештәрҙән айыра белеү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.


1





20

Мин, юл һәм машина.

Рәүеш.

Юл ҡағиҙәләре һәм транспортҡа ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү. Билет ни хаҡ? һ.б. һорауҙарға яуап биреү, диалог төҙөү. Һөйләмдә рәүештәрҙе урынлы ҡулланып, тулы һөйләм төҙөй алыу.


1





21

Юл тамғалары.

Рәүеш дәрәжәләре

Юл ҡағиҙәһе һәм юл билдәләренә ҡағылышлы лексиканы белеү, улар тураһында һөйләй алыу. Рәүештәрҙе дөрөҫ итеп дәрәжә менән үҙгәртә алыу.


1





22

А. Игебаев "Самолетта остом мин дә". Рәүеш дәрәжәләре.

Юл ҡағиҙәһе һәм юл билдәләренә ҡағылышлы лексиканы белеү, улар тураһында һөйләй алыу. Рәүештәрҙе дөрөҫ итеп дәрәжә менән үҙгәртә алыу.

1




23

"Ишәк, эт, бесәй, әтәс" әкиәте

Рәүеш дәрәжәләре. Ҡабатлау.

Әкиәттең йөкмәткеһенә бәйле һүҙҙәр өйрәнеү, һүҙҙәрҙе ҡулланып эстәлеген һөйләү, һорауҙарға яуап биреү. Рәүештәрҙе дөрөҫ итеп дәрәжә менән үҙгәртә алыу


1





Почта. Телеграф. Телефон. (8 сәғәт)

24

Почтала.

Ҡылым.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү. Ҡылымдарҙы билдәләй алыу, уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөү, һорауҙарға яуап биреү.

1





25

Телеграфта.

Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү. Телеграмма йөкмәткеһен яҙа алыу. Ҡылымды бойороҡ һөйкәлешкә ҡуя алыу, бойороҡ һөйкәлеш формаһын дөрөҫ ҡулланып, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү.

1





26

Рәүеш темаһы буйынса изложение "Телефон - "алыҫ тауыш".

Төп фекерҙе асыҡлау һәм изложениены эҙмә-эҙ рәүештә яҙыу.

1





27

Журнал-гәзиттәр тарихынан.

Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.


Газета, журналдарҙың исемен белеү, уларға яҙылыу, алдырыу, ундағы мәғлүмәттәр тураһында һөйләшә алыу.Гәзит- журналдарҙың тарихы хаҡында сығыштар яһау, әңгәмәлә ҡатнашыу. Хәбәр һөйкәлешенең заман формаларын ҡабатлау һәм дөрөҫ итеп һөйләм төҙөй алыу.

1





28

Алло? Кем шылтырата?

Хәҙерге заман. Һорау һөйләмдәр.

Телефон һәм телефон аша һөйләшеү, хәбәр итеүгә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һорау аффекстары -мы,-ме,-мо,-мө менән һорау һөйләмдәр төҙөй белеү.

1




29

Ҡылым темаһы буйынса контроль диктант "Светофор "

Һөйләмдәрҙе аңлап, иғтибар менән яҙыу.

1





30

Дуҫыма хат.

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылым.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Өлгө буйынса хат яҙыу. Ҡылымдарҙы билдәләй алыу, уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөү.

Хатаны аңлата белеү, төҙәтеү.

1





31

В.Брюсов." Хеҙмәт" әҫәре.

Хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман юҡлыҡ формаһы.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеү, мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөү. Хеҙмәттең кәрәклеге хаҡында әңгәмәлә ҡатнашыу. Юҡлыҡ аффиксы менән ҡылым формаһын төҙөргә өйрәнеү. Ризалашыу, кире ҡағыу лексикаһын белеү һәм дөрөҫ ҡуллана алыу.

1





Ҡыш дауам итә (11 сәғәт)

32

Ҡыш. Ҡышҡы тәбиғәт.

Хәбәр һөйкәлеше. Үткән заман.

Ҡыш,ҡышҡы тәбиғәткә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе

өйрәнеү,ҡыш тураһында һөйләй белеү. Хәбәр һөйкәлешенең заман формаларын ҡабатлау һәм дөрөҫ итеп һөйләм төҙөй алыу.


1




33

Б.Бикбай. "Йомшаҡ ҡар яуа" шиғыры.

Хәбәр һөйкәлеше. Үткән заман. Нығытыу.

Ҡыш,ҡышҡы тәбиғәткә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе

ҡабатлау,ҡыш тураһында һөйләй белеү. Шиғыр йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү. Ҡылымдарҙы билдәләй алыу, уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөү.

1





34

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.

Хәбәр һөйкәлеше. Үткән замандың юҡлыҡ формаһы.

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар исемдәрен белеү, темаға ҡағылышлы һүҙҙәр өйрәнеү,һорауҙарға тулы, дөрөҫ яуап биреү, һөйләмдәр төҙөү. Ҡылымды үткән заман юҡлыҡ формаһын төҙөргә өйрәнеү.

1




35

Ни өсөн шыршыны биҙәйҙәр?

Үткән замандың юҡлыҡ формаһы.

Байрам, шыршы ҡуйыу һәм биҙәүгә ҡағылышлы лексиканы өйрәнеү. Текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү. Ҡылымды үткән заман юҡлыҡ формаһын төҙөргә өйрәнеү.

1





36

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары темаһы буйынса контроль диктант "Ҡыш башы".

Һөйләмдәрҙе аңлап, иғтибар менән яҙыу.

1





37

Ә.Биташев. "Хыял" шиғыры.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары. Киләсәк заман.

Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү. Хәбәр һөйкәлешенең киләсәк заман формаларын ҡабатлау һәм дөрөҫ итеп һөйләм төҙөй алыу.

1




38

Сәләм Өфөнән. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары. Киләсәк заман.


Текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү. Хәбәр һөйкәлешенең киләсәк заман формаларын ҡабатлау һәм дөрөҫ итеп һөйләм төҙөй алыу.


1





39

Ҡышҡы кейемдәр. Ҡылым һөйкәлештәре.

Ҡабатлау.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеү, ҡышҡы кейем исемдәрен белеү. Ҡылымдарҙы билдәләй алыу, уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөү.


1





40

Ҡышҡы уйындар.

Ҡылым һөйкәлештәре. Нығытыу.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеү, ҡышҡы уйын исемдәрен белеү. Ҡылымдың хәбәр, бойороҡ һөйкәлештәрен нығытыу,уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөү.


1





41

Инша "Ҡыштың һалҡын көндәрендә"

"Ҡыш"темаһын тулыһынса асырға тырышыу, йөкмәткеле инша яҙыу.






Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел (8 сәғәт)

42

Ысын дуҫ ниндәй була? Ҡылым. Хаталар өҫтөндә эш.

Әкиәттең йөкмәткеһенә бәйле һүҙҙәр өйрәнеү, һүҙҙәрҙе ҡулланып эстәлеген һөйләү, һорауҙарға яуап биреү. Ҡылымдарҙы билдәләй алыу, уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөү. Хатаны аңлата белеү, төҙәтеү.

1





43

Дуҫлыҡ.

Ҡылымдың һөйләмдәге роле.

Дуҫ булыуға, дуҫлыҡҡа ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Кешене төрлө яҡлап характерлаған һүҙҙәрҙе белеү. Яҡын дуҫ тураһында һөйләү.Ҡылымдарҙы билдәләй алыу, уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөү.

1





44

Д.Фәтихова."Кем дуҫ?" хикәйәһе. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.


Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү. Ҡылымды киләсәк заман формаһында ҡуйырға өйрәнеү һәм уны дөрәҫ тәржемә итә алыу.

1





45

Инша "Минең яҡын дуҫым".

"Дуҫлыҡ"темаһын тулыһынса асырға тырышыу, йөкмәткеле инша яҙыу.

1





46

Мәңге бергә.Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

Темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәр өйрәнеү. Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү. Шарт һөйкәлеше аффиксы менән һөйләм төҙөү, уларҙы дөрөҫ тәржемә итеү.

1





47

Р.Бикбаев "Дуҫлыҡ ауыр саҡта һанала" хикәйәһе. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.Нығытыу.

Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү. Дуҫ булыуға, дуҫлыҡҡа ҡараған һүҙҙәрҙе ҡабатлау. Темаға ҡағылышлы мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөү. Шарт һөйкәлеше аффиксы менән һөйләм төҙөү, уларҙы дөрөҫ тәржемә итеү.

1




48

Минең дуҫым.

Ҡылым. Ҡабатлау

Дуҫ булыуға, дуҫлыҡҡа ҡараған һүҙҙәрҙе ҡабатлау. Яҡын дуҫ тураһында һөйләү.

Ҡылымдарҙы билдәләй алыу, уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөү.

1





49


Ҡылымдың шарт һөйкәлеше темаһы буйынса изложение "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар".

Төп фекерҙе асыҡлау һәм изложениены эҙмә-эҙ рәүештә яҙыу.

1





50

А.Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

Хаталар өҫтөндә эш.

Дуҫ булыуға, дуҫлыҡҡа ҡараған һүҙҙәрҙе ҡабатлау. Хатаны аңлата белеү, төҙәтеү. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһенең бирелеү юлдарын ҡабатлау, дөрөҫ тәржемә итә алыу.

1





Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Экология мәсьәләһе. (12 сәғәт)

51

Башҡортостан йылғалары, күлдәре.

Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

Башҡортостандағы йылғаларҙың, күлдәрҙең башҡортса һәм русса исемен белеү. Атамаларҙың адресы (ҡайҙа урынлашҡан) , этимологияһы. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһенең бирелеү юлдарын ҡабатлау, дөрөҫ тәржемә итә алыу.


1





52

Ағиҙел буйында. Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

.

Ағиҙел, Ҡариҙел исемдәренең составы, мәғәнәһен белеү. Исемдәрҙең килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡуша белеү, ҡылымдан сығып һорауҙарҙы дөрөҫ бирергә өйрәнеү.


1




53

Ҡылым һөйкәлештәре темаһы буйынса контроль диктант "Минең хыялым."

Һөйләмдәрҙе аңлап, иғтибар менән яҙыу.

1





54

Б.Мәһәҙиев. "Башҡортостан таштары" хикәйәһе. Хаталар өҫтөндә эш. Һан. Ябай һәм ҡушма һандар.

Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү. Хатаны аңлата белеү, төҙәтеү. Башҡортостандың ҡаҙылма байлыҡтары тураһында һөйләү, унда булған таш исемдәрен белеү. Ҡушма һандарҙы дөрөҫ төҙөргә өйрәнеү һәм тәржемә итеү.

1





55

Ваҡыт төшөнсәһе. Һан төркөмсәләре. Төп һандар.

Һандарҙы ҡулланып, ваҡытты дөрөҫ билдәләй һәм әйтә белеү, һорауҙарға тулы яуап биреү. Һандарҙың ҡушма формаһын яһау һәм тәржемә итеү.


1




56

Тәбиғәтте һаҡлау. Һан төркөмсәләре.

Рәт һандары.

Экологик лексиканы өйрәнеү. Тирә- яҡ мөхитте таҙа тотоу тураһында һөйләй алыу. Рәт һанын дөрөҫ яһай алыу һәм тәржемә итеү.


1





57

Һан темаһы буйынса диктант "Һыу- байлыҡ".

Һөйләмдәрҙе аңлап, иғтибар менән яҙыу.

1





58

Борсоулы мәғлүмәттәр. Һан төркөмсәләре.

Йыйыу һандары. Бүлем һандары.



Текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү. Тыуған яҡ тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш булдырыу, тәбиғәтте нисек һаҡлау тураһындағы уйҙарҙы һөйләй белеү. Йыйыу һанын дөрөҫ төҙөй алыу һәм тәржемә итеү.

1






59

"Аҡбуҙат" ипподромы. Һан төркөмсәләре.

Сама һандары



Йылҡысылыҡҡа, ҡымыҙ бешеүгә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Йылҡысылыҡ тармағы, ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында һөйләй алыу. Сама һанын төҙөй белеү һәм уны урынлы ҡуллана алыу.


1






60

"Башҡортостан тәбиғәте" темаһы буйынса һорауҙарға яуаптар.

Һөйләмдәрҙе аңлап, тулы итеп, иғтибар менән яҙыу.

1





61

Башҡортостан күлдәре. Хаталар өҫтөндә эш. Һан төркөмсәләре. Кәсер һандары.

Башҡортостандағы күлдәрҙең башҡортса һәм русса исемен белеү. Атамаларҙың адресы (ҡайҙа урынлашҡан) , этимологияһын белеү. Һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү. Хатаны аңлата белеү, төҙәтеү.

1





62

"Башҡортостан йылғалары, күлдәре" темаһын ҡабатлау. Һан. Ҡабатлау

Башҡортостандағы күлдәрҙең башҡортса һәм русса исемен белеү. Атамаларҙың адресы (ҡайҙа урынлашҡан) , этимологияһын белеү. Һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү.

1





Бына тағы яҙ килде (6 сәғәт)

63

Яҙ килде. Һан. Нығытыу.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеү, һорауҙарға тулы яуап биреү, һөйләмдәр төҙөү. Һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү.

1





64

Яҙғы тәбиғәт.

Алмаш. Ҡабатлау

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеү, һорауҙарға тулы яуап биреү, һөйләмдәр төҙөү. Яҙғы тәбиғәт, ҡоштар тураһында һөйләй белеү.

Алмаштарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү.

1


65


Ҡыр һәм баҡса эштәре.

Алмаш. Нығытыу.

Яҙ, ҡыр һәм баҡса эштәренә ҡағылышлы яңы һүҙҙәр өйрәнеү, баҡса эштәре тураһында тулы һәм дөрөҫ һөйләй белеү. Алмаштарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

1




66

Һан темаһы буйынса контроль диктант "Файҙалы үтһен йәйең".

Һөйләмдәрҙе аңлап, иғтибар менән яҙыу.

1





67

Кеше һәм үҫемлектәр.

Хаталар. өҫтөндә эш. Ҡылымдың барлыҡ, юҡлыҡ формаларын ҡабатлау.

Ағас һәм үлән исемдәрен һәм шулай уҡ Башҡортостанда үҫкән дарыу үләндәре исемен белеү. Ҡылымдарҙың барлыҡ, юҡлыҡ формаларын дөрөҫ төҙөй алыу һәм тәржемә итеү. Хатаны аңлата белеү, төҙәтеү.

1





68

М.Сиражи. " Йәй" шиғыры.

Һүҙ төркөмдәре. Ҡабатлау.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеү, һорауҙарға тулы яуап биреү, һөйләмдәр төҙөү. Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү.Һүҙ төркөмдәрен телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

1








 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал