7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому языку в 7 классе

Рабочая программа по башкирскому языку в 7 классе

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Был эш программаһы 7-се класс уҡыусыларына тәғәйәнленелгән



Рабочая программа для 7 класса по башкирскому языку и литературе по учебнику «Башкирский язык и литература»,

авторы: Ф. А. Хуснутдинова, Д. С. Тикеев, Б. Б. Гафаров, Г. Г. Кагарманов, Уфа-2010



7-се класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы. Был эш программаһы 6-сы класс уҡыусыларына тәғәйәнләнгән һәм федераль һәм республика закондары аша тормошҡа ашырыла:



  • Дөйөм уҡытыуҙың дәүләт стандарттары (Рәсәй Мәғариф министрлығының бойороғо №1089 5 март 2004 й.)

  • Белем биреү учреждениеһында уҡытыу шарттарының санитар -эпидеомологик талаптарға тап килеүе ( РФ баш дәүләт санитар табибының күрһәтмәһе буйынса раҫланған 29.12.2010г. № 189)

  • 1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең уҡыу планы;

  • Уҡыу йылының календарь графигы 2014-2015 й;

  • 1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең дөйөм мәғариф программаһы;

  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәпҙең I-XI кластары өсөн. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х.

  • V-XI синыфтар өсөн «Башҡорт әҙәбиәтенән программа» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: М.Ғималова, Ғ. Хөсәйенов, А.Байғарин Өфө: «Информреклама», 2003;

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (02.07.2013 N 185-ФЗ)

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында»ғы Законы (21.12.2012. №273-ФЗ)

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (15.02.1999. №216-з)

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы (27.06.2013.№696-з)

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы (31.12.09.№ УП-730)

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары:

  • әҙәбиәт уҡытыу алдында торған белем һәм тәрбиә биреү;

  • уҡыусыларҙы рухи байлығыбыҙҙың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе - нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу;

  • уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу;

  • әҙәбиәт, сәнғәткә нығыраҡ йәлеп итеү, шуның менән дөйөм художество үҫешен, дөйөм мәҙәнилек кимәлен күтәреү бурыстары;

  • әҙәбиәтте уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонто яһау;

  • әҙәбиәт тарихы, теорияһы буйынса белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт, әхлаҡи тәрбиә биреү;

  • донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу;

  • логик һәм образлы фекерләү һәләтен, телмәр оҫталығын үҫтереү;

  • донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи

үҫешкән шәхес формалаштырыу;

  • шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ-үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади

һәләтлеген үҫтереү;

  • уҡыусыларҙың башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ

сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен, художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи

булыуын аңлауы;

  • художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализлау күнекмәләрен этап менән эҙмә-эҙлекле формалаштырыу;

  • художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндәй телмәрҙә һалынған мәғәнәләрҙе аңлау алгоритмдарына эйә булыу,

үҙеңдең тексыңды төҙөү, уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;

  • дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү,

уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү, Интернет менән файҙаланыу һ. б.).



Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең бурыстары:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләү һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы бышҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр интернациональ тәрбиә биреү.

Предметка дөйөм характеристика

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтйғы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Ғаиләләрҙә лә, балалар баҡсаларында ла башҡорт теленә өйрәтеү тейешле кимәлдә түгел ине. Күп мәктәптәр Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлыҡтары тарафынан рус мәктәптәре өсөн сығарылған уҡытыу планы буйынса эшләй. Бындай шарттарҙа башҡорт милләтенән булған уҡыусылар үҙҙәренең булмышынан, тамырҙарынан айырып алына, үҙенең әсә телен, туған әҙәбиәтен системалы өйрәнә алмай, республикабыҙҙың сәнғәтен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, халҡыбыҙҙың һәйбәт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүҙән мәхрүм ҡала. Шуның һөҙөмтәһендә улар үҙҙәренең ниндәй милләт вәкиле икәнен дә белмәүсе рухи зәғифлеккә, ярлылыҡҡа дусар ителеүсе кеше булып үҫәләр. Ундай кешеләрҙә, ғәҙәттә, Тыуған ил, туған тел төшөнсәһе булмай, уларҙа интернациональ тойғолар тәрбиәләнмәй. шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтенән, туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған кешеләр барлыҡҡа килә. Былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра. Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәт программаһы дөйөм педагогик талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материады анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлау белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡ һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡыусыларҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.





Федераль базис уҡыу планындағы предметтың урыны

Федераль базис планының 2014 йылындағы Рәсәй Федерацияһының уҡытыу учреждениялары өсөн тәғәйәнләнгән. 2 сәғәт региональ компонентынан алынған.



Класс

7

Кимәле

базис

Сәғәт һаны

2



Дәреслек һәм программаның һайланыуы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа"(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Дәүләт программаһы 6-сы кластар өсөн 102 сәғәткә төҙөлгән, ләкин мәктәптең уҡытыу планы буйынса 70 сәғәт ҡаралған булғанға күрә ,эш планы шул норманы иҫтә тотоп төҙөлдө. Программа буйынса өйрәнелергә тейешле темалар һаҡланған осраҡта,уларға бирелгән ваҡытты ҡысҡартып төҙөргә ҡысҡартылды.тура килде. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, кластан тыш уҡыу,ҡабатлау ҡысҡартылды,әсәрҙәрҙең тексын өйрәнеү ҡысҡартылды

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:



Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн туған башҡорт тел һәм әҙәбиәттән эш программаһы.

Дәреслек: Хөснөтдинова Ф. Ә., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. - Өфө: Китап, 2010. - 288 бит.

Программа кимәле: базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

  1. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

  2. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008. - 96 бит.



Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплексы:

Хөснөтдинова Ф. Ә., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. - Өфө: Китап, 2010. - 288 бит.



Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:



Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре :Тикеев Д. С., Толомбаев Х. А., Вилданов Ә. Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф. Ә, Хажин В. И.- Ижевск: «Книгоград», 2008

.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:



«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.



Программа йөкмәткеһе:

Теле барҙың -иле бар.

Халыҡ ижады тураһында.Әкиәттәр (Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү.Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. "Етем төлкө". Тылсымлы әкиәттәр "Алтын алма", "Әбйәлил".Тормош-көнкүреш әкиәттәре "Алтын тамсы", "Һаранбай менән Зиннәт ағай".

Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү.



Риүәйәттәр һәм легендалар Риүәйәттәр һәм легендаларға төшөнсә биреү.Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яҡтары.Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: "Етегән йондоҙ", "Ай менән Зөһрә".Ырым-ышаныу: "Сыңрау торна".Тарихи риүәйәттәр: "Бошман ҡыпсаҡ батыр".Тормош-көнкүреш риүәйәттәре: "Ғилмияза".



Йырҙар( Йырҙар тураһында төшөнсә.Боронғо һәм хәҙерге йырҙар.Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тарихи йырҙар("Эскадрон", "Урал"). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында ("Йәйләүек"). Ҡасҡындар тураһында ("Буранбай", "Бейеш").Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһында ("Зөлхизә", "Ғилмияза").



ТаҡмаҡтарТаҡмаҡтар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары.Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.



Алтын көҙ

М. Тажи "Алтын көҙ", Ф.Рәхимғолова "Көҙ" шиғырҙарындаикөҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше.

Метафора тураһында төшөнсә.

М.Ғафури "Ҡыр ҡаҙы" хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға,хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы.



Уҡыу - белем шишмәһе

Раил Байбулатов "Күңел күҙҙәре".Н.Мусин "Тайғаҡ баҫма".

Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы.Хәмзә уҡытыусы, һуғыш ветераны Уғатар ағай образдары.Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы.Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау.



Дуҫлыҡта - берҙәмлек

Б.Бикбай "Рус теле". Р.Сафин "Һабаҡташтар".

Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү.

Р.Байбулатов "Һарыбай". Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар.

Ә.Бикчәнтәев "Бакенщиктар илаҡ булмай". Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Ата һәм ул образдары.



Хеҙмәте юҡтың -хөрмәте юҡ М.Ғафури "Гөлдәр баҡсаһында" шиғырында эшсәнлек,дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе.

М.Ямалетдинов "Ураҡ өҫтө" шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. Уйылдан образы.

Ж.Кейекбаев "Омоҙаҡ бабай" хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар.

Ж.Кейекбаев "Туғандар һәм таныштар" романынан өҙөк. Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү, Төп образдарға характеристика биреү.



Башҡортостан - ғәзиз ерем Ә.Үтәбай "Башҡортостан" шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы.

А.Игебаев "Онотманым һине, ауылым" шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү.

М.Кәрим ""Ҡайын япрағы тураһында" шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.



Ап -аҡ ҡарҙар яуа К.Кинйәбулатова "Һаумы, аҡ ҡыш!", Ш.Бикҡолов "Урман", Ә,Әхмәт-Хужа "Эй, Ҡыш бабай!", Г,Ғәлиева "Ҡарһылыу" шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең, тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

Ә.Әһлиуллин "Биҙәкле сана" әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Боронғо сана яһау һөнәренең сағылышы. Имаметдин ҡарттың һөнәре, халыҡ араһындағы абруйы. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулыҡ мотивы.



Ил намыҫы - ир күңелендә Р,Шәкүр "Һаҡта тора илдең улдары" шиғырында Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдары.

Ф.Аҡбулатова "Атай икмәге" хикәйәһенең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше.

В.Исхаҡов "Кеше күңеле - тәрән даръя" әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге.

А.Баһуманова "Ҡайҙа һин генерал?" әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Проблемаларына,образдарына характеристика биреү. План төҙөп, план буйынса һөйләргә өйрәнеү.







Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр Г.Юнысова "Әсәйҙәр байрамы", "Йырлайым әсәйҙәр тураһында".

Ф.Мөхәмәтдинов "Әсәйем ҡулы" шиғырҙарын һәм йырҙы тасуири уҡыу. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы.

Ф.Иҫәнғолов"Бер ҡаҙаҡ май" әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау.

Ә.Бикчәнтәев "Яраланған бүре күҙҙәре" әҫәрҙә әсәнең ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү.

Г.Яҡупова "Әсәйҙәр ниңә ҡартая?", "Мейес әбей". Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәре тураһында әңгәмә ойоштороу.



Эх, күңелле яҙ килә!

яҙ килеү менән тәбиғәттең уяныыуының, яҙғы эштәр башланыуының һүрәтләнеше.

Һ.Дәүләтшина "Айбикә" повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы.



Тел - тере шишмә

Ҡ.Аралбай "Башҡорт теле", Ғ,Байбурин"Тыуған илемә" шиғырҙарында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы.

М.Кәрим "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы (өҙөк).Идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.



Йәмле йәй М.Ғафури "Болон" шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы.

Х.Назар "Йәйге йәшен" әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

С.Әлибай"Ямғыр теләү" шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше

Н.Игеҙйәнова "Өйөрөлмәк" әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.



Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Үтелгәндәр буйынса тест һорауҙарына яуап.Йомғаҡлау)



Уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә ҡарата төп талаптар

Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:

- өйрәнелгән әҫәрҙең авторын, исемен, исемдәрҙең мәғәнәһен;

- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы;

- композицияһын

- юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен







Һүҙ. Һүҙ төҙөлөшө. Һүҙъяһалыш. Морфология: һүҙ төркөмдәре, уларҙың грамматик һәм семантик категориялары.



Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. Уның маҡсаты - башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.





Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  • текстың планын төҙөү;

  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

  • текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү - тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

  • 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

  • тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.



V. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:



Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Һорауҙарға яуап - 1

Диктант - 4

Изложение-2

Инша -2

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре башланғыс кластарҙа, майлылары юғары кластарҙа күберәк һәм өйрәтеү маҡсатында үткәрелә. Шулай ук яҙма эштәр (бигерәк тә юғары кластарҙа) уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү өсөн дә файҙаланыла. Яҙма эштәрҙең рус телле мәктәптәрҙә киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә мөмкин:

- һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

- һүҙлек диктанттары;

- аңлатмалы, иҫкәртмәле, һайланма диктанттар;

- һорауҙарға яуаптар;

- тестарға яуаптар яҙыу;

- изложениелар;

- иншалар.



Календарь - тематик планлаштырыу 7кл















календарь буйынса

фактик













1

Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр. Әкиәттәр тураһында. Хайуандар тураһында әкиәттәр. Етем төлкө.

1

01.09



Башҡорт халыҡ ижады китаптары

Йөкмәткеһен үҙләштереү



2

Тылсымлы әкиәттәр. Алтын алма. Әбйәлил. Тылсымлы әкиәттәр тураһында.

1

04.09



Әкиәт китаптары, магнитофон

Әкиәттәр уҡыу. тыңлау.йөкмәтке һөйләү



3

Тормош -көнкүреш әкиәттәре. Алтын тамсы.

1

08.09



, Башҡорт халыҡ ижады китаптары

Яҙыу күнекмәләре, әкиәттәр ижад итеү, тасуири уҡыу



4

Фонетика, һүҙьяһалыш һәм морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

11.09





Әкиәттәргә план төҙөү



5

Инша .Әгәр мин тылсымсы булһам.

1

15.09





Инша яҙыу



6

"Кылым. Үз аллы һәм ярҙамсы

ҡылымдар.

1

18.09





Йөкмәткеһен үҙләштереү







7





Ғилмияза риүәйәте

Риүәйәттәр легендалар

тураһында.





22.09



Риүәйәт һәм легендалар

һорауҙарга яуап биреү







8







. Кылым

һөйкәлеше.

1

25.09





Иыр тыңлау









9





Хәбәр һөйкәлеше

ҡылымдарының заман

менән үҙгәреше.

1

29.09



Дидактик материалдар

Күнегеүҙәр эшләү











10





Кантон башлыҡтары

тураһындағы йырҙар.

Тәфтиләү.Ҡолой кантон. "Катын - ҡыҙ яҙмышы

тураһындағы йырҙар.

Зөлхизә. Ғилмияза.





1

02.10



магнитофон

аудирова-ние.күнегеүҙәр өҫтөндә эш











11









Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының

киләсәк заманы.



Хәбәр

һөйкәлеше

.ылымдарының үткән заманы"

1

06.10





Яҙыу күнекмәләре, һүҙлек эше, йыр тыңлау











12



Уйын таҡмаҡтары. Бейеү

таҡмаҡтары. Таҡмаҡтар

тураһында.



1

09.10



Таҡмаҡтар, магнитофон

Таҡмаҡтар йырлау.ятлау





13

Алтын көҙ. М.Тажи. Алтын көҙ

Ф.Рәхимғолова. Көҙ. M. Ғафури. Ҡыр ҡаҙы.



1

13.10



һүрәттәр, аудиояҙма

Яттан һөйләү, йыр өйрәнеү





14

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары

1

16.10



Таблица, карточкалар

Күнегеүҙәр өҫтөндә

эш, йөкмәткеһен үҙләштереү



15

Контроль диктант. Урманда.

1

20.10



Диктанттар йыйынтығы 54-се б

Диктант языу



16

Хаталар өҫтөндә эш.



1

23.10



китаптар

Тасуири уҡыу,

күнегеүҙәр өҫтөндә

эш



17

Р.Байбулатов.Күңел күҙҙәре. Кластан тыш уҡыу

1

27.10



Яҙыусының портреты.таблица

Йөкмәткеһен үҙләштереү, план

төҙөү



18

. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

1

30.10





Сығыш

яһау.һорауҙарға яуап биреү, һүҙлек эше



19

Б.Бикбай. Рус теле. Р.Сафин. һабаҡташтарыма. Ш.Бикҡол.Дуҫлыҡ. М.Кәрим. Миләш. ".

1

06.11



Шағирҙың

портреты.

китаптар

күргәҙмәһе

Тасуири уҡыу, күнегеүҙәр эшләү



20

. Исем ҡылым. Кылым төркөмсәләре

1

10.11



һүрәттәр, мәҡәлдәр,

Текст өҫтөндә эш, йөкмәткеһен һөйләү



21 22 23

Р.Байбулатов, һарыбай

Р.Байбулатов, һарыбай

Исем ҡылымдарҙың яһалышы



3

13.11

17.11

20.11



Яҙыусының портреты

Текст өҫтөндә эш, йөкмәткеһен һөйләү, күнегеүҙәр эшләү



24

Ә.Бикчәнтәев. Бакенщиктар илаҡ булмай.

..

1

24.11



Ә.Бикчәнтәев портреты,китаптары

Уҡыусыларҙың сығышы, һүҙлек эше



25

Телмәр үҫтереү.

Изложение. Илгизәрҙең эше.

1

27.11



М.Ғ. Ғималова. Изложениелар йыйынтығы.2009й. Өфө. 69 бит

Изложение яҙыу





26

М.Ғафури. Гөлдәр баҡсаһында. М.Ямалетдинов. Ураҡ өҫтө..

1

01.12



Портреттары, китапта ры

һүрәттәр, мәҡәлдәр

Хикәйә төҙөү, һүҙлек эше, күнегеүҙәр эшләү





27 28

Ж.Кейекбаев. Оморҙаҡ бабай.

Сифат ҡылым.Хәҙерге заман сифат ҡылым. Киләсәк заман сифат ҡылым.

1

1

04.12

08.12



Портрет

Әңгәмә ҡороу күнегеүҙәр эшләү





29

Ж.Кейекбаев. Туғандар һәм таныштар.

1

11.12



Видеояҙма

Тасуири уҡыу,һүҙлек эше





30

Контроль диктант. Ылаусылар.

1

15.12



Х.А.Толомбаев.С.В.Атнағолова.Диктанттар йыйынтығы. Өфө,2009.78- се бит.

Диктант яҙыу





31

Хаталар өҫтөндә эш. Уртаҡ ҡылым.

1

18.12





Тасуири уҡыу





32

М.Кәрим. Ҡайын япрағы тураһында.. Ә.Үтәбай. Башҡортостан. А.Игебаев. Онотманым һине, ауылым

1

22.12



М.Кәрим портреты,

китаптары.



Бер -береңде баһалау, тасуири уҡыу





33

К.Кинйәбулатова. һаумы, аҡ ҡыш! Ш.Бикҡолов. Урман. .Әхмәт Хужа. Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!.

Г.Ғәлиева. Ҡарһылыу.

1

25.12



К.Кинйәбулатова портреты,китаптары

Яттан һөйләү, күнегеүҙәр эшәү





34

.

Хәл ҡылым.

1

29.12





Тасуири уҡыу, һүҙлек эше



35

Р.Шәкүр, һаҡта тора илдең улдары.

1

15.01



Шағирҙың портреты, китаптары

Күнегеүҙәр эшләү,тасуири уҡыу



36 37

Ф.Аҡбулатова. Атай икмәге. Рәүештәрҙең белдергән мәғәнәләре. Рәүеш төркөмсәләре.

1

1

19.01

22.01



Мәҡәлдәр, китаптары

Фекер алышыу, яҙыу күнекмәләре



38

В.Исхаҡов. Кеше күңеле - төрән даръя.. "Ҡайҙа һин.генерал

1

26.01



Шағирҙың портреты

Әңгәмә ҡороу күнегеүҙәр эшләү



39

? Рәүеш дәрәжәләре Рәүештәрҙең яһалышы.

1

29.01



Таблица

Йөкмәткеһен үҙләштереү,



40

Кластан тыш уҡыу.

Ил намыҫы - ир күңелендә.

1

02.02



Күнегеүҙәр эшләү, әңгәмә ҡороу



41

Ә.Лотфуллиндын «Оҙатыу» картинаһы буйынса яҙма эш.

1

05.02



Картина

Картина буйынса инша яҙыу



42

Г. Юнысова. Өсөйҙәр байрамы. Г.Зәйнәшева.Йырлайым әсәйем тураһында.

З.Алтынбаева. Әсә һүҙе. Ф.Иҫәнғолов. Бер йомғаҡ май

1

09.02



һүрәттәр, мәҡәлдәр, шиғырҙар, йырҙар

Шиғырҙар уҡыу, йырлау, һүҙлек эше



43

Теркәүестәр.Эйәртеүле теркәүестәр.

1

12.02



мәҡәлдәр

һорауҙарға яуап биреү.фекер алышыу



44

Ә.Бикчәнтәев. Яраланған бүре күҙҙәре.

1

16.02



Яҙыусының портреты, китаптары

һорауҙарға яуап биреү



45

Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

19.02





Йөкмәткеһен һөйләү









47

Контроль диктант.һандуғас тауышы.

1

26.02



Х.А.Толомбаев.С.В.А тнағолова .Диктанттар йыйынтығы. Өфө,2009.72- се бит.

Диктант яҙыу





48

Хаталар өҫтөндә эш.. Бәйләүестәр.

1

01.03





Тасуири уҡыу.һүҙлек эше





49

. Р.Ниғмәти.Яҙ килде.яҙ! Р.Ғарипов, һабантурғай

1

04.03



Яҙыусының китаптары

Сығыш яһау, һорауҙарға яуап биреү





50

51

Һ.Дәүләтшина. Айбикә Һ.Дәүләтшина. Айбикә

1

1

08.03

11.03



Яҙыусының китаптары

Йөкмәткеһен һөйләү





52

Киҫәксәләр.

1

15.03



мәҡәлдәр

Тасуири уҡыу, күнегеүҙәр эшләү





53

Изложение. Туған телем - иркә гөлөм.

1

18.03











54 55 56

М.Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

1

1

22.03

05.04

08.04



Яҙыусыларҙың

портреттары,

китаптары

Йөкмәткеһен үҙләштереү





57

Кластан тыш уҡыу.М.Кәрим ижады.

1

12.04



Видеояҙма

Видеояҙма карау





58

Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.

1

15.04





Сығыш яһау





59

М.Ғафури. Болон.. Х.Назар. Йәйге йәшен

1

19.04



Яҙыусының китаптары

Тасуири

уҡыу.күнегеүҙәр эшләү





60

. Ымлыҡтар. Мөнәсәбәт һүҙҙәр

1

22.04





Тасуири уҡыу,һүҙлек эше



61

С.Әлибай. Ямғыр теләү. Н.Игеҙйәнова .Өйөрөлмәк.

1

26.04





Фекер алышыу, диалог төҙөү



62

. Ымлыҡтарҙың дөрөҫ яҙылышы Ымлыҡтарҙы ҡабатлау.

1

29.04





теманы аңлатыу



63

Контроль диктант. Аҡташ ҡайындары

1

03.05



Диктанттар йыйынтығы 68-се бит

Диктант яҙыу



64

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәнде ҡабатлау.

1

06.05



Дидактк материалдар

һорауҙарға яуап биреү



65

66

Ҡабатлау күнегеүҙәре.

Кластан тыш уҡыу.

1

10.05

13.05



Тестар





67-68

69

70

Кластан тыш уҡыу

Әҙәбиәттән ҡабатлау

Күнегеүҙәр

Йомғаҡлау дәресе .Һаумы, йәй .

1

1

1

1

17.05

20.05

24.05



Синыфтан тыш уҡыу китабы































































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал