7


  • Учителю
  • Урок Р. Загретдинов - виртуозный кубызист мира

Урок Р. Загретдинов - виртуозный кубызист мира

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф Министрлығы

Өфө районының мәғариф бүлеге





Урок Р. Загретдинов - виртуозный кубызист мира

























Роберт Заһретдинов - ҡумыҙсы.

Эйәртеү теркәүестәре

7-се класс



Өфө районы Николаевка урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы

Мәүлитбаева Мөнирә

Әлтәф ҡыҙының эш

тәжрибәһенән





2016 йыл







Тема: Роберт Заһретдинов - ҡумыҙсы. Эйәртеү теркәүестәре.

Маҡсат:

  1. башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары менән танышыуҙы дауам итеү;

  2. донъя виртуозы Р. Заһретдиновтың тормошо һәм ижады менән танышыу;

  3. эйәртеү теркәүестәрен ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтеү;

  4. ҡумыҙҙың бик боронғо музыка ҡоралы булыуын төшөндөрөү, уның һуңғы йылдарҙа әһәмиәтенең артыуын күрһәтеү, эстетик зауыҡ тәрбиәләү.





Йыһазландырыу: 1. «Ҡумыҙ» тигән китап.

2. Компьютер.

3. Компакт-диск.

4. Музыкаль үҙәк.

5. Мультимедиа проекторы.

6. Тимер ҡумыҙ.

7. Таҡтала эпиграф.

«Ҡумыҙ - тормошомдағы төп уйын ҡоралдарының береһе. Ул миңә һаулыҡ, бәхет бирҙе, оҙон ғүмерле итте, донъя күләмендә дан килтерҙе».

Р.Заһретдинов.

Слайд 1





Дәрес барышы

  1. Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, Һаумы әле,

Ниндәй йылы һүҙ икән!

Күңелдәрҙе иретерлек,

Һәр кемгә лә үҙ икән

Слайд 2





Уҡыусылар:

Һаумы, ҡояш,

Һаумы, зәңгәр һауа,

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым,

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!





Һаумыһығыҙ уҡыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар. Дәресебеҙҙе башлайбыҙ. Мин Мөнирә Әлтәф ҡыҙы булам. Ә хәҙер телдәрҙе шымартып алайыҡ.

Слайд 3.





  1. Артикуляцион күнегеү.

Башҡортостан-ҡурай иле,

Башҡортостан-Урал ере,

Башҡортостан-ҡумыҙ теле,

Башҡортостан-ҡымыҙ сере.

(Ә.Үтәбай)





  1. Үтелгәнде ҡабатлау.

Уҡыусылар, һеҙ үткән дәрестә мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев ижады менән танышҡанһығыҙ. Кем әйтер, ул ҡайҙа һәм ҡасан тыуған ?

Ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

Беҙ бөгөн сәнғәт оҫталарына бағышланған һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.

Ә хәҙер музыка тыңлап алайыҡ. Музыка ниндәй тойғолар уята? (яҙ, ҡоштар ҡайта).

Был ниндәй музыка ҡоралы?

Ниндәй билдәле ҡумыҙсыларҙы беләһегеҙ?

Бөгөн беҙ кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Слайд 4.





  1. Эйе, Роберт Заһретдиновтың тормош юлы, ижады тураһында һөйләшербеҙ. Әйҙәгеҙ дәрестең эпиграфын уҡып китәйек:

«Ҡумыҙ - тормошомдағы төп уйын ҡоралдарының береһе. Ул миңә һаулыҡ, бәхет бирҙе, оҙон ғүмерле итте, донъя күләмендә дан килтерҙе».

Р.Заһретдинов.

Китаптарҙы астыҡ.

  1. Яңы материалды аңлатыу.

Яңы тема: "Ҡумыҙсы - Роберт Заһретдинов".

  1. Мин тексты уҡып ишеттерәм, ә һеҙ иғтибар менән ҡарап барығыҙ.





Слайд 5.





  1. Һүҙлек эше.

Ҡумыҙсы - кубызист.

Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәтҡәре - заслуженный работник культуры.

Алтын ялатылған - позолоченный.

Иң элек - в первую очередь.

Уратып ала - окружает.

Оҡшатып уйнарға - играть подражая.

  1. Үҙаллы уҡыу (ярымтауыш менән).

  2. Сылбырлап уҡыу.

  3. "Кем иғтибарлыраҡ?" (уҡытыусы уҡый, уҡыусылар табып эйәрә).





Слайд 6.

  1. Һорауҙарға яуап биреү.

а) Кем ул Роберт Заһретдинов?

б) Ул ниндәй музыка ҡоралдарында уйнай белә?

в) Уның иң ҙур уңышы нисәнсе йылда һәм ҡайҙа була?

г) Ул ниндәй приз ала?

д) Конгреста ул ниндәй һәм нисә әҫәр уйнай?

е) Уның тураһында ниндәй фильм төшөргәндәр?

Слайд 7. Схема менән









Ә хәҙер тексҡа план төҙөп китәйек (Дәфтәрҙәргә бөгөнгө число һәм теманы яҙабыҙ. Таҡтала эш).





Слайд 8.





  1. Ҡумыҙҙың популярлаша барыуында Р. Заһретдиновтың роле.

  2. Роберт ағай - күп яҡлы талант эйәһе.

  3. Уның иң ҙур уңышы.

  4. "Ҡумыҙ тарихы" фильмы.





Слайд 9.





VI Афарин.

Бөтәбеҙ ҙә баҫтыҡ. (Физкультминуттар).





Слайд 10.

VII. Тест. Дөрөҫ яуапты билдәлә.

  1. Р.Заһретдинов

  1. Ҡурайсы

б) Ҡумыҙсы

в) Баянсы



  1. Р.Заһретдинов "Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы"

исеменә лайыҡ була.

а) 1901;

б) 1991;

в) 2001.



Слайд 11.



  1. Конгреста ниндәй приз алған?

а) Алтын ҡурай;

б) Алтын микрофон;

в) Алтын ҡумыҙ



  1. Үҙе ижад иткән әҫәрҙәр

а) "Кәкүк"

б) "Хәтирә"

в) "Урал иртәһе"



  1. Фильмдың исеме

а) "Ҡумыҙ тарихы"

б) "Ҡымыҙ тарихы"

в) "Ҡурай тарихы"



Слайд 12.

Яуаптарҙы тикшер

  1. Б(а,в) 2. Б 3. В 4. В 5. А



Слайд 13.

Баһала "5" - 0 хата

"4" - 1-2 хата

"3" - 3-4 хата

Слайд 14.

VIII. Ә хәҙер ошо һүҙҙәрҙе уҡып,тәржемә итәйек.

милли-

ҡорал-

ҡумыҙ-

оҫта-

оҡшатып уйнау-

бай тарихлы-

халыҡ күңеле-

лирик биҙәктәр-

(үҙаллы уҡығыҙ,хәтерҙә ҡалдырығыҙ,һүҙлек диктантына әҙерләнегеҙ.)



IX. Һүҙлек диктанты.

(Уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә).



Слайд 15.

Слайд 16. Яуаптар.





Слайд 17.



X. һөйләмдәрҙе уҡып китәбеҙ.



Ҡумыҙ-бик боронғо музыка ҡоралы, шуға ла уны бик күп милләттә осратырға мөмкин.



Ҡумыҙҙа уйнау-тештәр өсөн яҡшы гимнастика, шуға ул тештәрҙе нығыта, йәнә тын юлдарын киңәйтә.



Ә хәҙер бирелгән һөйләмдәрҙә ниндәй һүҙҙәрҙең аҫтына

һыҙылыуын аңлатығыҙ.



  1. Шуға ла, шуға, йәнә - ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

(ярҙамсы һүҙ төркөмө-теркәүестәр)



  1. Ниндәй теркәүестәр була?

Теҙеү (сочинительные)

Эйәртеү (подчинительные)



XI. Әйҙәгеҙ, китаптағы эйәртеү теркәүестәре тураһындағы ҡағиҙә менән танышып китәйек.

XII. Дәресте йомғаҡлау.



  1. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләштек?

(Ҡумыҙсы Р.Заһретдиновтың ижады менән таныштыҡ, эйәртеү теркәүестәрен өйрәндек)

  1. Ә хәҙер теманы йомғаҡлап, әйтеп китегеҙ әле, кем ул Р.Заһретдинов?

(ҡумыҙсы, ҡурайсы, баянсы, өзләүсе, конструктор, композитор, йырсы.)



Слайд 18.



Өйгә эш:

1.Теркәүестәр менән һөйләмдәр табырға.

2.Тексты һөйләргә әҙерләнергә.



















Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. «Башҡорт теле". 7класс.З.М.Ғәбитова; .М.Ғ.Усманова.

  2. "Башҡорт теле". Усманова М.Ғ. Абдуллина Ф.Ф.Өфө" Китап."2000 .



































































































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал