7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому языку для 5 кл.

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 кл.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ ГИМНАЗИЯ С. МЕСЯГУТОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ДУВАНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Расмотрено на Согласовано: Утверждаю:

заседании ШМО Зам директора по УВР Директор МБОУ

протокол № __ _____/ Баишева А.Г./ гимназия с. Месягутово

от " __" _____2015г. от " __" _____2015г. _____/Сбоев В.В./

Руководитель ШМО от " __" _____2015г.

____ /Сагадатова А.Ш./



Рабочая программа

по предмету "Башкирский язык"



Класс: 5 "А","Б","В"

Количество часов : всего 68 часов, в неделю 2 часа

Срок реализации: 2015-2016 учебный год.

Рабочая программа разработана в соответствии с основными положениями Федерального государственного образовательного стандарта основного общего образования, на основе Базисного учебного плана МБОУ гимназия с. Месягутово на 2015-2016 учебный год, за счет вариативной части, формируемой участиками образовательных отношений и программы, утвержденной Министерством Образования Республики Башкортостан по башкирскому языку для русскоязычных учащихся I-XI классов. (составители программы: Х.А.Тулумбаев, М.С.Давлетшина Ижевск:издательство "КнигоГрад", 2008.)

Составила: Баишева Айгуль

Галимьяновна,

учитель башкирского языка

МБОУ гимназия с.Месягутово

Муниципального района Дуванский район



Месягутово - 2015



Аңлатма яҙыу

Башҡорт теле - республикаға исем биргән төп халыҡ теле. Республикала уны уҡытыу дүрт төркөм балалары менән ойошторола.

Тәҡдим ителгән был программа рус мәктәбендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән рус һәм башҡа милләт балалары өсөн

- яңы быуын дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарына,

-Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән яҡынса уҡыу планына,

-Мәсәғүт гимназияһының 2015-2016 уҡыу йылына төҙөлгән базис уҡыу планының мәктәп компоненты өлөшөнә ярашлы,

-Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған "Башҡорт теленән программа" (Уҡытыу рус телендә алап барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Усманова М.Г. төҙөгән, -Ижевск: "КнигоГрад", 2008й. ) нигеҙендә төҙөлдө.

Эш программаһы буйынса йылына 68 сәғәт (аҙнаға 2 сәғәт), шул иҫәптән 2 инша, 2 изложение, 4 диктант, 1 күсереп яҙыу, 1 һорауҙарға яуаптар ҡаралған.

Дәреслек: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн дәреслек. -Өфө: Китап, 2010.

Программа түбәндәге федераль һәм республика закондары талаптарын тормошҡа ашыра:

  • "Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында" Законы;

  • "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының "Мәғариф тураһында" Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының "Уҡытыу һәм тәрбиә биреү" концепцияһы;

  • Рәсәй Федерацияһының "Мәғариф тураһында" Законы.



Программангың төп маҡсаты булып, балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү, тел аша уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен тәрәнәйтеү, киңәйтеү, балаларға көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн социаль тәжрибә тупларға ярҙам итеү тора, йәғни уларҙы бөгөнгө көн талаптарына ярашлы йәшәй белгән, үҙ илен, бар милләттәргә лә берҙәй хөрмәт итеп ҡараған, тормошта үҙ урынын табып, күңеле яратҡан шөғөлө аша үҙенә, ғаиләһенә, яҡындарына, иленә тоғро хеҙмәт итеп тәрбиәләү тора.

Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтәү фарыз:

  • уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу, (аудирование);

  • өндәрҙе ишетә һәм айыра, үҙ-ара һәм ололар менән аралашҡанда уларҙы дөрөҫ әйтеп, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләй белергә өйрәтеү(говорение);

  • башҡортса дөрөҫ итеп яҙырға һәм аңлап уҡырға өйрәтеү(чтение, письмо);

  • башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процессында файҙаланырға өйрәтеү;

  • башҡорт теле системаһына ( фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) ҡағылышлы ябай ғына төшөнсәләрҙең айышына төшөндөрөү;

  • уҡыу эшмәкәрлегенең төп өлөштәрен - уҡыу мәсьәләһен ҡуйып, уны сисеү эшен планлаштыра, ул эште башҡарыуҙы ойоштора һәм үтәй, аҙаҡ-үҙ эшен баһалай белеү һәләтен формалаштырыу;

  • телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнергә теләк уятыу, тел аша халыҡтың үткәнек, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу.

Программаның йөкмәткеһе

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

-бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеү.

Программаның йөкмәткеһе төҙөлөшө.

Рус мәктәбе булараҡ телде белмәгән баларға башҡорт телен өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре бар:

-иң мөһиме баларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү;

-тел менән әҙәби материал һәм баларҙы һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәтеү бергә ҡушып өйрәнелә(интеграция);

-тел мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә, йәғни лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Йөкмәткеһен үҙләштереүгә талаптар

Башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарына ҡуйылған талаптар буйынса (2009й.) башҡорт телен тел булараҡ уҡып, бишенсе класты тамамлаған балалар түбәндәге һөҙөмтәләргә эйә булырға тейеш.

Шәхси һөҙөмтәләр:

-башҡорт теленең кешеләр менән аралашыу сараһы икәнлегенә төшөнөү;

-башҡорт телен һәм әҙәбиәтен халыҡтың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итеү;

-үҙ туған теленән башҡа башҡорт телен үҙләштереү кешенең мәҙәни яҡтан үҫешен баһалаусы билдә икәнлеген аңлау;

-башҡорт телендә үҙенең һөйләшеү кимәлен баһалай белә башлауы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

-уҡыу мәсьәләләрен сискәндә башҡорт телендә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, ҡуллана белеү;

-маҡсатына, мәғәнәһенә тап килтереп, аралашыуҙың төрлө ситуатив шарттарын һаҡлап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү;

-үҙенең уй-фекерен әңгәмәсеһенә тулыһынса еткерә белергә тырышыу һәләтенең формалаша башлауы.

Предмет һөҙөмтәләре:

-әҙәби башҡорт теленең орфоэпик, лексик, грамматик нормаклары тураһында ябай ғына төшөнсәләрҙе үҙләштереү;

-аралашҡанда башҡорт өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә дөрөҫ әйтә, яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙа белеү;

-үҙ-ара аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү;

-орфографик дөрөҫ яҙыу һәм пуктуация ҡағиҙәләрен үҙләштереү (программаға ярашлы);

-төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү, уҡыу,яҙыу) үҙ эшен баһаларға, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белергә күнектерә башлау.

Прогграмманы өйрәтеүгә бүленгән сәғәттәр һаны

Программала материалдар тематик принципта урынлаштырылды. Был принцип башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе, лексик берәмектәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә ыңғай йоғонто яһай, уҡытыу-тәрбиә эшен системалы, эҙмә-эҙлекле ойошторорға ярҙам итә.

Был программа 5-се класта уҡып та башҡорт телен беренсе йыл уҡыған уҡыусылар өсөнҡаралған. Шуға күрә 1-ҙән алып 5-се класҡа тиклем үтелергә тейеш лексик һәм грамматик темалар уҡытыусы ҡарамағына берләштерелеп бер системаға һалынып төҙөлдө.

Лексик темаларҙы блоклап өйрәнеү йөкмәткеһе:

Танышыу. Белем көнө. (2 сәғәт)

Был темала уҡыусы үҙе менән таныштыра, уҡытыусы, яңы предмет менән таныша.

Һин кем? Был кем?был нимә? Һорауҙарын үҙләштерә, уларға яуап бирергә өйрәнә.

Башҡорт теленең (ә), (ө), (һ),(ҙ),(ң),(ҡ),(ғ) өндәренең әйтелешен, яҙылышын өйрәнә.

Мәктәп. (5 сәғәт) Тартынҡы һәм һуҙынҡылар. Зат алмаштары (5 сәғәт)

Был темала мәктәп, класс, уҡыу, уҡыу кәрәк-яраҡтары, уйынсыҡтар тураһында һүҙ алып барыла. Күберәк диалог, һөйләшеүҙәр, һорауҙар һәм яуаптар, яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыуға ҡоролған эш төрҙәре башҡарыла.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү, дөрөҫ яҙыу күнекмәләре үткәрелә.

Тартынҡы, һуҙынҡы өндәрен айыра белеү, башҡорт телендә сигармонизм законы.

Зат алмаштарын үҙләштереү, практик ҡулланыу, улар менән һөйләм төҙөргә өйрәнеү.

Ғаилә. (3 сәғәт) Исем.(3 сәғәт)

Бала тәүҙә үҙе, шунан ғаилә ағзалары менән таныштыра, һорауҙарға яуап бирә, һөйләй. Ғаилә ағзаларының ниндәй һөнәр эйәһе булыуын әйтеү.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең кем?, нимә? һорауҙарына яуап биреүе, һан менән үҙгәреүе.

Исемдәргә -сы, -се ялғауы ҡушып һөнәр исемен үҙләштереү.

Мәктәп баҡсаһы.(5 сәғәт) Исем.(5 сәғәт)

Мәктәп баҡсаһы, емеш-еләктәр, йәшелсәләр, инструменттар темаһына ҡараған һүҙҙәрҙе үҙләштереү.

Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Эйәлек ялғауҙарын үҙләштереү.

Исемдең күплек, эйәлек ялғауҙарын телмәрҙә практик ҡулланырға өйрәтеү.

Ялғау ҡушылғанда п-б, к-г, ҡ-ғ өн-хәрефтәренең сиратлашыуы.

2-се сирек. 15 сәғәт

Йыл миҙгелдәре. Көҙ. (2 сәғәт) Исем.(8 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, уларҙың үҙенә хас үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнеү. Көҙ миҙгеленә ярашлы үҙенсәлектәрҙе атап әйтеү, картина буйынса һөйләргә өйрәтеү.

Исемдең күплек, эйәлек ялғауҙарын ҡабатлау, телмәрҙә практик ҡулланырға өйрәтеү.

Кеше.Тән ағзалары. Шәхси гигиена.(3 сәғәт). Исемдең килеш менән үҙгәреүе(6 сәғәт).

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын өйрәнеү менән бергә шәхси гигиена, һаулыҡ тураһында һөйләшеү бергә алып барыла. Һаулыҡ өсөн нимә кәрәклеге асыҡлана.

Исемдең килеш ялғауҙарын үҙләштереү. Кем? нимә?, кемдең? нимәнең?кемгә?нимәгә?кемде?нимәне? һорауҙарын үҙләштереү һәм исемдәргә төп, эйәлек, төбәү, төшөм килеш ялғауҙарын ҡушып яуап биреү. Ошо һорауҙарҙы ҡулланып һорау һөйләмдәр төҙөргә һәм яуап бирергә күнектереү.

Кейемдәр (4 сәғәт). Исемдең килеш менән үҙгәреүе.

Баш, өҫ, аяҡ кейем исемдәрен үҙләштереү. Башҡорт милли кейемдәре менән танышыу. Кейемде һаҡлап тотоу, урынына ҡуйыу тураһында һөйләшеү. Кейем магазинында әңгәмә ҡорорға өйрәтеү.

Үтелгән килеш ялғауҙарҙы ҡабатлап, кемдә? нимәлә? ҡайҙа? кемдән? нимәнән? ҡайҙан? һорауҙарын үҙләштереү һәм исемдәргә урын-ваҡыт, сығанаҡ килеш ялғауҙарын ҡушырға өйрәтеү. Ошо һорауҙарҙы ҡулланып һорау һөйләмдәр төҙөргә һәм яуап бирергә күнектереү.

Һанай беләһегеҙме?(3сәғәт) Һандар( 3 сәғәт)

1-ҙән 10-ға тиклем, һуңынан 10-дан 100 гә тиклемге һандарҙы үҙләштереү, практик ҡулланыу. Йәшелсә, еләк-емеш, кейем хаҡы, уларҙы һатып алыу.

Нисә? Күпме? Нисәнсе? Һорауҙарын үҙләштереү.

Һан ҡушылғанда күплек ялғауы төшөп ҡалыуын үҙләштереү.

Һөйләмдә һандарҙың урыны.

Яңы йыл. (1 сәғәт) Сифат.( 2 сәғәт)

Яңы йыл менән яҡындарын ҡотлау.

Ниндәй? Һорауын үҙләштереү, һорау һөйләмдәр төҙөп уларға яуап биреү күнекмәләре булдырыу.

Предметтың тышҡы сифатын белдереүсе һүҙҙәр менән танышыу, улар менән һүҙбәйләнештәр төҙөргә өйрәнеү.

3 сирек 20 сәғәт

Ҡыш миҙгеле.(2 сәғәт) Сифат( 2 сәғәт)

Ҡыш миҙгеленә ярашлы үҙенсәлектәрҙе атап әйтеү, картина буйынса һөйләргә өйрәтеү.

Ҡыш миҙгеленә тура килгән сифатты белдергән һүҙҙәрҙе, кешеләрҙең тышҡы һәм эске сифатын белдереүсе һүҙҙәрҙе үҙләштереү, уларҙы ҡулланып һүрәт буйынса һөйләү.

Ниндәй? Һорауын нығытыу, һорау һөйләмдәр төҙөп уларға яуап биреү күнекмәләре булдырыу.

Төҫтәр.(2 сәғәт) Сифат

Төҫтәр менән таныштырыу, уларҙы ҡулланып һөйләргә өйрәтеү.

Ниндәй? Һорауын практик ҡулланырға өйрәтеү.

Аҙыҡ-түлек. (5)Ҡылым

Аҙыҡ-түлек, эсемлектәр, милли аштар, һауыт-һаба исемдәрен үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә практик ҡулланырға өйрәтеү, төрлө диалогтар булдырыу.

Ҡылым төшөнсәһен биреү, уның һөйләмдәге урынын билдәләүнимә эшләй? Һорауын үҙләштереү, һорау һөйләм төҙөп уға яуап биреү.

Ҡылымдың эйәлек ялғауы ҡабул итеүе, уны диалогтарҙа практик ҡулланыу.

Хайуандар һәм ҡоштар(4 сәғәт). Ҡылым

Йорт хайуандары, ҡырағай хайуандар, йорт ҡоштары, ҡырағай ҡоштар атамаһын үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә практик ҡулланыу, һүрәт буйынса һөйләү.

Нимә эшләйбеҙ? Нимә эшләйһегеҙ? Нимә эшләйҙәр? Һорауын үҙләштереү. Эш-хәрәкәтте белдереүсе яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, уларға күплек ялғауы өҫтәргә өйрәтеү.

8 март- ҡатын-ҡыҙҙар көнө(3 сәғәт).Синоним, антоним(2 сәғәт)

Был тема әсәй тураһында шиғыр менән берлектә алып барыла. Әсәйҙе донъяла иң ҡәҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡәҙерләргә кәрәклекте аңлатып алып барыла. Ул ғаилә темаһы менәнберлектә алып барыла. Ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәтеү, ҡотлау һүҙҙәрен әйтергә өйрәнеү. Инша яҙыу.

Яҙ.(2 сәғәт). Омоним(2 сәғәт)

4 се сирек

Башҡортостанды беләһеңме?(6 сәғәт) Рәүеш.(6 сәғәт)

Башҡортостан тәбиғәте, тауҙары, йылғалары, баш ҡалаһы, 7 мөғжизәһе, күренекле кешеләре тураһында һөйләшеү, белемдәрен нығытыу һәм үҫтереү.

Башҡорт телендә рәүештәр. Уларҙың телмәрҙәге роле.

Нисек? һорауын, ошо һорауға яуап биргән һүҙҙәрҙе үҙләштереү.

Рәүештәрҙе ҡулланып һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү.

Рәүештең һөйләмдә тотҡан урынын билдәләү, диалогтарҙа рәүештәр ҡулланып аралашыу.

Изложение

Башҡорт халыҡ ижады.(4 сәғәт) Грамматик темаларҙы ҡабатлау. Исем(3). Сифат(1)

Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә биреү.Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар.

Исемдең эйәлек, күплек, килеш ялғауҙарын ҡабатлау, белемдәрен нығытыу.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Йәй.(3 сәғәт). Ҡылым темаһын ҡабатлау.(3 сәғәт)

Йәй миҙгеленә бағышланған яңы һүҙҙәр,шиғырҙар, йомаҡтар, текстар үҙләштереү.

Ҡылымдың зат һәм заман менән үҙгәреүен ҡабатлау, практик ҡулланыу. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал