7


  • Учителю
  • Урок по теме 'М. Карим' (11 класс)

Урок по теме 'М. Карим' (11 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала



Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районының 155 - се лицейы муниципаль


Өфө-2013

Мостай Кәрим һәм уның ғаиләһе

(11класс уҡыусылары өсөн)

Башҡарҙы: Мирхәйҙәрова Гөлнара Рифҡәт ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Мостай Кәрим, ысын исеме Мостафа Сафа улы Кәримов

( йылдың - йылдың ) - күренекле яҙыусыhы, шағиры hәм драматургы. халыҡ шағиры.





Тема: Мостай Кәрим һәм уның ғаиләһе..

Маҡсат:

  • Бөйөк әҙәбиәт вәкиле Мостай Кәримдең ғаилә ағзалары менән таныштырыу;

  • Әхләки һәм эстетик тәрбиә биреү;

  • Коммуникатив һәләттәрен үҫтереү;

  • Ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

  • Ата-әсәләргә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

  • Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең портреты;

  • М.Кәримдең ғаилә ағзаларының фотолары;

  • Һорауҙар яҙылған карточкалар;

  • интерактив таҡта, магнитафон, видеояҙма.



Фонетик - артикуляцион күнегеү.

Ҡайын япрағы тураһында.

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына, -

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары.

Ә ҡайыны - бөйөк Рәсәй -

Шундай йәшел, юғары.


( Шул уҡ ваҡытта әкрен генә ҡурай моңо яңғырай. Башҡортостан картаһы эленгән. " Башҡортостан төшөрөлгән һүрәттәр күрһәтелә.)

Дәрес барышы:

Ойоштороу моменты. Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Бөгөн беҙ дәрестә Мостай Кәримдең тормош юлы һәм уның ғаиләһе менән танышыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ әле өйгә эште тикшереп үтәйек.

-Өйгә эшкә нимә бирелгән ине?

-Өйҙә Мостай Кәримдең биографияһын уҡып килергә ине.

Хәҙер мин һеҙгә һорауҙар яҙылған карточкалар таратып бирәм. Шул һорауҙарға яуап бирә алһағыҙ, тимәк һеҙ өй эшен үтәгәнһегеҙ.

  1. М.Кәрим ниндәй районда тыуған? (Шишмә районы Келәш ауылы)

  2. М.Кәрим нисәнсе йылда тыуған? (1919)

  3. Шағирҙың тәүге шиғыры нисәнсе йылда баҫыла?(1935)

  4. Шағирҙың тәүге китабы?(1938 йылда "Отряд ҡуҙғалды"тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы.)

  5. Икенсе китабы нисек атала?(1941йылда -"Яҙғы тауыштар" шиғырҙар йыйынтығы.)

  6. М.Кәрим ниндәй уҡыу йорттарын тамамлай? (1935-1937 - Өфө педагогия рабфагында һәм 1937-1941; БДПИ-ла уҡый)

  7. М.Кәрим ҡайҙарҙа эшләй?

(1951-Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе һәм шул уҡ йылда РСФСР Яҙыусылар берлеге идараһында;1962 йылға тиклем Яҙыусылар союзы һәм шул уҡ йылда РСФСР Яҙыусылар союзының секретары; 1955-1980 йылдарҙа РСФСР Верховный Советы депутаты; БАССР Верховный Советы депутаты һ.б.)

  1. Уға нисәнсе йылда халыҡ шағиры тигән исем бирелде?(1963йылда)

  2. Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең ниндәй наградалары бар?

  • 1967 й. - С.Юлаев исемендәге премия,

  • 1967,1979 йылдарҙа 2 Ленин ордены,

  • К.С. Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы "Ай тотолған төндә әҫәре өсөн,

  • 1972 й.- СССР Дәүләт премияһы "Йылдар эҙенән"тигән китабы өсөн,

  • 1978 й. Г.Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы дипломы,

  • 1979 й. Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исем,

  • 1984 й. Ленин премияһы "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Ташлама утты, прометей" әҫәрҙәре өсөн,

  • 1992 й -Башҡортостандың Фәндәр Академияһының почетлы академигы тигән исем,

  • II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены ( йылдың 9 ноябре),

  • III дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены ( йылдың 28 апреле),

  • һәм өлкәһендәге .

Слайдттан күрһәтеү.

  1. М. Кәрим нисәнсе йылда вафат булды һәм ҡайҙа ерләнгән?

  1. дың 21 сентябрендә Өфөләге Мосолмандар зыяратында ерләнгән.)

  1. М.Кәримгә яңыраҡ ҡына ҡайҙа һәйкәл асылды?

(2013 й. Өфө ҡалаһы Мостай Кәрим урамы)

Яңы тема:

Слайдтан фотолар күрһәтелә, яңы теманың исеме асыҡлана. Дәфтәрҙәргә числоны һәм теманы яҙабыҙ.

  • Бөгөн беҙ ни өсөн фото рәсемдәр ҡарайбыҙ әле? Һеҙ был фотоларҙа берәй таныш кешеләрҙе күрәһегеҙме?

  • Яуаптар тыңланыла.

(Уҡытыусы һүҙе) Ысынлап та, был фотоларҙағы кешеләр - Мостай Кәримдең ғаиләһе. Ҡарағыҙ әле уҡыусылар, ниндәй бәхетле ғаиләне күрәбеҙ. Был фотоларҙа 4 быуын кешеләре: М.Кәримдең әсәһе, туғандары, ҡатыны, балалары, ейәндәре. (Уҡытыусы татыу ғаиләләр хаҡында әңгәмә алып бара).

Мостай Кәрим ҡатыны Рауза менән 1941 йылда өйләнешәләр, тик улаҙың ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай һуғыш башлана. Мостафа ағай һуғышҡа китә. Рауза апай ауылға ҡайтып китә, һуғыш йылдарында мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, клуб сәхнәләрендә лә йыш ҡына сығыш яһай. 1942 йылдың 10 ғинуарында Илгиз улдары донъяға килә. Хәҙерге көндә Илгиз яҙыусы, тәржемәсе булып эшләй. Ул М. Кәримдең бик күп китаптарын рус теленә тәржемә итте. Ошо көндәрҙә Илгиз Кәримов атаһының әҫәрҙәр йыйынтығын бер нисә томға йыйнап сығарырға әҙерләнеп йөрөй. Был йыйынтыҡтың беренсе томына атаһының 1934-1969 йылдарҙа яҙған әҫәрҙәре тупланасаҡ. Илгиздең улы Тимербулат(яҙыусылар берлеге ағзаһы)(слайдтан күрһәтеү). Икенсе балалары - Әлфиә 1951 йылда донъяға килә. Ул Өфө дәүләт авиация институты доценты, инглиз теле уҡытып йөрөй. Уның улы Булат (слайдтан күрһәтеү.)

  • Уҡытыусы:

  • Әлфиә Мостафа ҡыҙы әсәһе хаҡында ниндәйерәк йылы, һөйөү һүҙҙәре әйтә икән, әйҙәгеҙ әле, хәтерләүҙәренән өҙөк уҡып китәйек : (интерактив таҡтанан күҙәтеп барыу)

"Әсәйем сибәрлеге, яуаплылығы, ҡыҙыҡһыныусанлығы, отҡорлоғо, талапсанлығы менән көслө булды. Эште һәр ваҡыт еренә еткереп эшләне. Берәү алдында ла ебеп төшмәне, Президентмы ул, ябай кешеме - һәммәһе менән тигеҙ аралашты. Һүҙсән булманы, кешене тыңларға яратты. Әйткән һүҙенә, башлаған эшенә, һөйгән йәренә, Ватанына тоғро була белде. Әсәйем ниндәй генә һөнәргә тотонмаһын, бөтәһен дә бер ҡыйынһыҙлыҡ менән башҡарҙы. Хатта, беҙ музыка мәктәбендә уҡып йөрөгәндә, беҙҙе тикшереп барыр өсөн, пианинола ла уйнарға өйрәнде, заманса ритмдарҙы һәм хәрәкәттәрҙе лә өйрәнде. Атайым Ҡытайҙан халат өсөн материал алып ҡайтҡас, тегергә лә өйрәнде. Өй һалһаҡ та, фатирҙа ремонт эшләһәк тә ул төп етәксе булды. Ҡулынан бөтә эш килде. Атайымды депутат итеп һайлағас, уның өлгөрмәгән эштәрен үҙенең өҫтөнә алды. Ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыт йылы ҡарашы менән ҡаршы алды".

  • Сибәр

  • Ябай холоҡло

  • Яуаплы

  • Талапсан

  • Көслө

  • Тырыш

  • Эшсән

  • Ҡунаҡсыл

  • Ярҙамсыл

  • Тоғро һ.б.



Ә хәҙер, ғаиләнең күп ауырлыҡтарын етәкләп барған әсә кешегә ҡыҙы күҙлегенән характеристика бирәйек (уҡыусылар таҡтала һәм дәфтәрҙәрендә яҙа баралар). Мәҫәлән:






 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал