7


  • Учителю
  • Башҡорт теленән дәрес планы Сифат дәрәжәләре (6 класс)

Башҡорт теленән дәрес планы Сифат дәрәжәләре (6 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡортостан республикаһы Белорет районы

муниципаль районы Абҙаҡ ауылының урта

дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет

дөйөм белем биреү учреждениеһы





























Тема: Сифат дәрәжәләре

6 б класында башҡорт теленән дәрес планы























Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Шоҡобаева Илүзә Рамил ҡыҙы





























2016-2017 уҡыу йылы



















Тема: Сифат дәрәжәләре

Маҡсат: «Сифат» темаһы буйынса үтелгәндәрҙе системаға һалыу, яңы тема аңлатыу, уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, фекерләү һәләтен үҫтереү, М.Аҡмулланың тормош юлына һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, мультимедиа проекторы, презентация, карточкалар

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар. Бөгөнгө дәрес ғәҙәти түгел, сөнки беҙҙә бөгөн ҡунаҡтар бар. Уңайһыҙланмай ғына булған белемдәребеҙҙе күрһәтәйек.

  2. Төп өлөш. Шулай итеп дәресте башлайыҡ.

Уҡытыусы: Тәүҙә әйҙәгеҙ үткән дәрес темаларын иҫкә төшөрөп, ҡабатлап китәйек.

  • Нимә ул сифат?

  • Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

- Миҫал килтерегеҙ..

  • Сифаттың аҫтына нисек һыҙабыҙ?

  • Исем урынында килеүенә миҫал килтерегеҙ.

Афарин.

Беҙ һеҙҙең менән бөгөнгө дәрестә лә "Сифат" тураһында белемдәребеҙҙе арттырабыҙ, тәрәнәйтәбеҙ. Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ. (Балалар яҙалар)

Сифат һүҙе барығыҙға ла аңлашыла. Ә "дәрәжә" һүҙен нисек аңлайһығыҙ. (уҡыусыларҙың яуаптары)

Эйе, бик яҡшы. Әйҙәгеҙ һүҙлектән был һүҙҙең мәғәнәһен ҡарап китәйек.



Башҡорт теленән дәрес планы Сифат дәрәжәләре (6 класс)

Тимәк, дәрәжә һүҙе нисә мәғәнәле һүҙ тип йөрөтөлә. Эйе күп мәғәнәле һүҙ. Беҙҙең темаға ҡайһы аңлатма тура килә икәнен дәрес барышында күрербеҙ.

Ә хәҙер китаптарҙа 112-се күнегеүгә ҡарайыҡ. Бирелгән сифаттарҙы өлгө буйынса үҙгәртеп яҙырға кәрәк. Дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйҙыҡ. (Уҡыусылар күнегеүҙе башҡаралар)

Әйҙәгеҙ инде тикшереп сығайыҡ. Афарин. Бөтә сифаттар ҙа дәрәжәләрҙә үҙгәрҙеме? Ни өсөн тип уйлайһығыҙ? Барығыҙ ҙа дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Шулай итеп сифаттың нисә дәрәжәһе бар?

Эйе, дөрөҫ. Ә хәҙер тағы бер ҡат һүҙлеккә күҙ һалайыҡ. Ҡайһы аңлатма беҙҙең темаға тура килде?

Дөрөҫ, нимәнеңдер сағыштырма үлсәм кимәле.

Ял минуты. Әйҙәгеҙ әҙерәк ял итеп алайыҡ. Релаксация.

Ә хәҙер таҡтаға ҡарайыҡ. Таҡтала М.Аҡмулланың "Көҙ" исемле шиғыры бирелгән.

Һәр кем эстән бер тапҡыр уҡып сыға.

Ниндәй аңлашылмаған һүҙҙәрҙе осраттығыҙ?

Әйҙәгеҙ инде шиғырҙы ҡысҡырып уҡып ишеттерәйек. (Бер-ике уҡыусы уҡый)

Шиғыр нимә тураһында?

Автор нимә әйтергә теләгән?

Көҙ миҙгеле һеҙгә оҡшаймы? Ни өсөн?

Ә хәҙер шиғырҙан тиҙ генә сифаттарҙы табып күсереп алығыҙ. Ниндәй сифаттар ҡулланылған?

Ниндәй дәрәжәлә бирелгән?

Яҡшы. Афарин.

Ә кем һуң ул Аҡмулла?

Эйе. Күренекле шағир, ғалим, мәғрифәтсе, мулла. Ниндәй билдәле шиғырын беләһегеҙ?

М.Аҡмулла 1831 й. 27 декаберендә Миәкә районының Туҡһанбай ауылында донъяға килә.

(Экранда интернет селтәре аша карта асыла. Картанан уның тыуған ауылы, музейы хаҡында белешмә бирелә.)

  1. Йомғаҡлау. Шулай итеп бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр эшләнек?

Ниндәй теманы үттек? Сифаттың нисә дәрәжәһе бар?

Үҙегеҙ өсөн яңы нимәләр белдегеҙ?

Дәрес оҡшанымы?

Уҡытыусы баһалар ҡуя.

Өйгә эш. 114-се күнегеү









 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал