7


  • Учителю
  • ФГОС буйынса дәрес конспекты 6 (гос) класс

ФГОС буйынса дәрес конспекты 6 (гос) класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

5 А класс 16/12/2015

Әсә теле

Тема: Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше.

Маҡсат:

Башҡортостандың матурлығына һоҡланыу, үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү. Яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың тыуған яҡ тураһында яҙған әҫәрҙәренең өҙөгө менән танышыу. Әҫәрҙәрҙе тормош менән бәйләргә өйрәтеү. Уҡыусыларҙың тәбиғәт тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше тураһындағы белемде, уҡыу техникаһын камиллаштырыу. Уҡыусыларҙың грамматика буйынса белемдәрен, һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен нығытыу. Уҡыусыларҙың һүҙлек, телмәр һәләтен байытыу һәм арттырыу.

Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен, һүҙлек эше аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү.

Дәрес төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.

Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, мәҡәл әйтеү,карточкалар менән эш, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, уҡытыусының тасуири уҡыуы, уҡыусыларҙың сылбырлы уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты, дидактик уйын, ижади эш.

Метапредмет буйынса бәйләнеш : дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, билдәне белдерә торған һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде бәйәләү.

Шәхси бәйләнеш: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.

Предмет ара бәйләнеш: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.

Принциптар: фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмә-эҙлеклелек, коммуникатив.

Йыһазландырыу: компьютер, презентация материалдары, интерактив таҡта, мультимедиа проекторы, төркөмләп эшләү буйынса карточкалар.

Дәрестең ҡыҫҡаса аннотацияһы:

  1. Психологик инеш. Мотивация.

  2. Артикуляцион аппаратты көйләү.

  3. Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен булдырыу. Актуалләштереү.

  4. Ғәмәли эштәр.

  5. Үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү.

  6. Яңы мәғлүмәт биреү.

  7. Һүҙлек эше.

  8. Тексты тасуири уҡыу, тәржемә итеү.

  9. Ял минуты.

  10. Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү.

  11. Биремдәрҙе үтәү.

  12. Ҡағиҙәләрҙе уҡыу.

  13. Күҙ гимнастикаһы.

  14. Нығытыу.

  15. Төркөмдәрҙә эш.

  16. Рефлекция.

  17. Үҙбаһа.

  18. Уҡыусыларҙың тиҫтерҙәренең эшен баһалауы.

  19. Өй эше.

  20. Йомғаҡлау.

Дәрестең план-конспекты

Эш төрҙәре


Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Йыһаздар

Психологик инеш

1.

Психологик кәйеф шарттары булды

рыу

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

У. Һаумыһығыҙ, балалар!


Дәрес Уҡыусыларҙың ҡәйефен күтәреү, рухи күтәренкелек барлыҡҡа килтереү. Эшкә өндәү.

Ҡулдарҙы өҫкә күтәреү

Бер-береңә ҡарау

Слайдтан яҙыу уҡыу.

У. Ултырғыстарыға ултырығыҙ!

Ултырғыстарға ултырыу


Дәрес алдынан шиғыр уҡыу

Р.Ниғмәтиҙең "Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар" шиғырынан өҙөк уҡыу.

Күмәкләп шиғырҙан өҙөк уҡыу.


Мотивация

2

Мәҡәл уҡыу

Теле барҙың иле бар.

Был мәҡәлдең мәғәнәһен аңлатып ҡарағыҙ әле.

Таҡталағы мәҡәлде уҡыу


Таҡтала

Һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу

Таҡтала .(слайд) ике бағанала һүҙбәйләнештәр.ҡайта алманым. Ҡайталманым.

Уҡып сығалар һәм дөрөҫ яҙылған, дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәрҙе табыу.

Слайдта.

Уҡыу мәсьәләһен булдырыу

3

Маҡсат ҡуйыу.

Хәҙер дәрестең маҡсатын билдәләп ҡуяйыҡ. Беҙ бөгөн дәрестә нимәләр өйрәнәсәкбеҙ?

Эйе, балалар. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән тыуған ил тураһында, һуҙынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Балалар дәрескә маҡсат ҡуя.


Ғәмәли эштәр

4

Үтелгәнде иҫкә төшөрөү.Яңы мәғлүмәт биреү

Беҙ һеҙҙең менән үткән дәрестәрҙә һуҙынҡы өндәрҙең дөрөҫ яҙылышы тураһында һөйләшкән инек. Миҫалдар ҙа яҙып киткән инек. Ә хәҙер һуҙынҡы өндәренең үҙгәрешен ҡарап үтәйек.

Беренсе. Баҫымһыҙ ижектәрҙең , йәғни юғалыуы редукция тип атала. Мәҫәлән: төйөн-төйнә, ете-етмеш.

Икенсе: сит телдәрҙән алынған һүҙҙәрҙең әйтелешен еңелләштереү өсөн, ҡайһыларының алдына, йәки уртаһына артыҡ бер һуҙынҡы өн ҡуйыла.Миҫал: торба, эшләпә.

Өсөнсө: тәүге һүҙ һуҙынҡы өнгә бөтөп, уның эргәһендәге һүҙ һуҙынҡыға башланһа, һуҙынҡы өндәренең береһе ҡыҫырыҡлап сығарыла. Был күренеш элизия тип атала. Миҫ: килә алманым, килалманым, китте инде киттинде.

У. Дәфтәргә числоны, теманы яҙайыҡ.


Дәфтәргә числоны, теманы яҙыу

Таҡта, аҡбур, дәфтәр

ҙәр


текстың исеменә иғтибар итеү


У. Балалар, текстың исеменә иғтибар итегеҙ әле. Нисек уйлайһығыҙ: һүҙ нимә тураһында барасаҡ?

Б. Тыуған яҡ тураһында.

Һорауға яуап биреү


Презентация, интерак

тив таҡта, проектор,


һүҙлек эше

У. Эйе. Тексты уҡығансы һүҙлек һүҙҙәре менән танышып үтәйекме?

Б.Эйе.

У. Уларҙы дәфтәргә яҙырға кәрәкме?

Б. Кәрәк.

У. Ни өсөн?

Б.Иҫтә ҡалдырыу өсөн.

Б. Аңларға еңел булһын өсөн.

У. Бөтә һүҙҙәрҙең дә тәржемәһе бармы?

Б.Юҡ.

У. Нимә эшләргә һуң?

Б. Һүҙлектән ҡарарға кәрәк.

У. Һүҙлектәрҙе асығыҙ. Эште

башланыҡ.

Тыуған ил

Ватан

Ил

Ватандаш

Ватансылыҡ

Илсе

Илселек

Һүҙлек һүҙҙәрен дәфтәргә яҙыу

Һорауҙарға яуап биреү


Һүҙлек һүҙҙәре таҡтала яҙылған,

Һүҙлек китабы

Күнегеү эшләү

Moodle-дан күнегеүҙәр эшләү.


Төркөм

дәрҙә эш

У.1-се төркөм. хас билдәләрҙе яҙығыҙ.

2-се төркөм

3-се төркөм.


Уҡыусыларҙың фекерләшеүе, тиҫтерҙәренең эштәрен баһалауы


Дәфтәргә яҙыу


Нығытыу

Ә хәҙер бөгөнгө дәрестә алған белемебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле.

Рефлексия

Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?

Маҡсатыбыҙға ирештекме?

Нимә белдек?

Кемдәр бик һәйбәт эшләне?

Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?

Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн?

Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә әле белемен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ

Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!

Баһаларҙы ҡуйырға ярҙам итегеҙ әле, балалар!

Күмәкләп баһалар ҡуйыу


Дәресте әҙерләне: Миһранова Эльвира Ғәйнулла ҡыҙы.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал