7


  • Учителю
  • Урок Нугуман Мусин-певец природы 7 класс

Урок Нугуман Мусин-певец природы 7 класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема:Н.Мусин.Ҡоралайҙар.

Маҡсат:

  1. Ноғман Мусиндың ижады менән танышыуҙы дауам итеү; уның әҫәрҙәре аша тәбиғәттең серҙәре менән таныштырыу;

  2. Балаларҙың фекерләү кеүәһен үҫтереү, йүгерек, тасуири, аңлы, дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен нығытыу;

  3. Ҡоралайҙар тураһында белем биреү, балаларҙа хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:Н.Мусиндың портреты, ҡоралай һүрәте, дәрес буйынса презентация, яҙыусының китап күргәҙмәһе,проектор,компьютер,таратма материал.

Үҙләштереү өсөн һүҙҙәр:

Ҡоралай - косуля

Һуйыр- глухарь

Һеләүһен - рысь

Һуҫар- куниица

Өйөр- стадо

Еҙ- латунь





Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле: Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә! Ултырығыҙ!

  2. Сәләмләү:

Беренсе слайд

Һаумы, ҡояш!

Һаумы,дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Мин сәләмәт,мин матур,

Салауат кеүек батыр,

Яйлап ултырам хәҙер,

Дәрес тыңларға әҙер.





  1. Фонетик күнегеү. ( Хайуандар һүрәте ярҙамында башҡорт теленең ҡайһы бер хәрефтәрен ҡабатлап китеү) Икенсе слайд

Урок Нугуман Мусин-певец природы 7 классУрок Нугуман Мусин-певец природы 7 класс

Урок Нугуман Мусин-певец природы 7 классУрок Нугуман Мусин-певец природы 7 класс

Урок Нугуман Мусин-певец природы 7 класс

Ҡуян, һеләүһен, төлкө, бүре, һуҫар

Уҡыусылар, былар ниндәй хайуандар?Ҡырығай хайуандар. Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙ уҡыған әҫәрҙәрҙә лә бар.Был һүҙҙәрҙә ниндәй башҡорт хәрефтәре яҙылған?Ҡ, һ,ә,ү, ө, ҫ





Дүртенсе слайдты тасуири уҡыу.

Урман - ул матурлыҡ,

Урман - ул саф һауа,

Арыған саҡтарҙа

Күңелгә шәп дауа.

(Г.Юнысова)

Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? (тәбиғәт тураһында)

Тәбиғәт ниндәй була? (матур,йәшел,ҡоштарға,үҫемлектәргә бай)-Бишенсе слайд













  1. Психологик инеш. Ҡәҙерле уҡыусылар! Бөгөн беҙ дәрестә һеҙҙең менән Ноғман Мусиндың дәреслектәге һуңғы әҫәре менән танышасаҡбыҙ һәм яҙыусының уҡылған әҫәрҙәре буйынса йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Алтынсы слайд-Н.Мусиндың портреты

  2. Яҙыусы тураһында уҡытыусының һөйләүе

Етенсе,һигеҙенсе, туғыҙынсы, слайдтар

Әҫәрҙең төп геройы Әбделнәғим бабай. Ул һунарсы. Ул ғүмеренең күп өлөшөн урманда үткәргән. Бабай үҙ ғүмерендә ниндәй генә хәлдәргә тарымаған да ниндәй генә тәбиғәт серҙәрен асмаған! Бөгөн беҙ дәрестә Әбделнәғим бабай менән булған тағы ла бер ваҡиғаға туҡталып үтәбеҙ. Ул- Н.Мусиндың "Ҡоралайҙар" әҫәре.

  1. Әҫәрҙең исемен уҡыйбыҙ "Ноғман Мусин.Ҡоралайҙар".

Һүҙлек эше:

Ун беренсе слайд

Һуйыр- глухар

Һеләүһен-рысь

Һуҫар- куниица

Өйөр- стадо

Еҙ- латунь

Ҡоралай һүҙе "косуля" тип тәржемә ителә.Ҡоралай тураһында белешмә бирелә. Ун икенсе слайд

Урок Нугуман Мусин-певец природы 7 класс





Был хайуанҡай - ысын мәғәнәһендә урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Һылыу ҡыҙҙарҙы ла хатта ҡайһы яҡта: "Ҡоралай һымаҡ һылыу, етеҙ", - тиҙәр. Ә урман фонында нәфис йән эйәләре шул тиклем матур күренә - ҡарап туймаҫлыҡ. Уларҙы "бәләкәй болан" тип тә йөрөтәләр. Оҙонлоғо - 100 - 150, бейеклеге 65-100 сантиметр булһа, ауырлығы 60 килограмдан артмай. Ҡоралайҙар ҙур аҡланлы, таулы һирәк урманда йәшәй. Ҡоралай аҙығының 70 процентын үлән тәшкил итә. Шулай уҡ уҫаҡ, тал, йүкә, ҡайын, имән ағастарының япраҡтарын, йәш ботаҡтарын үҙ итәләр, имән сәтләүеге, еләк-емеш менән дә туҡланалар.Был хайуандарҙың төп дошманы - бүре һәм һеләүһен. Йәштәренә төлкө лә һөжүм итә.Ғүмерҙәренә килгәндә, тәбиғи шарттарҙа 11-13 йәшкәсә йәшәйҙәр.

  1. Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны һәм теманың исемен яҙып ҡуйығыҙ.

  2. Әҫәр өҫтөндә эш: Уҡыусылар был әҫәрҙе һеҙ өйҙә уҡып килергә тейеш инегеҙ. Уҡынығыҙмы? Әйҙәгеҙ, тексты бер өлөшөн уҡыйыҡ та, һорауҙарға яуап бирербеҙ.

  • Уҡытыусының уҡыуы. Уҡыусыларҙың сылбырлы, сиратлап, бинар уҡыуы.

  • Бер нисә уҡыусының әҫәрҙе һөйләүе.

  • Әбделнәғим бабай ҡоралайҙарҙы яратып һөйләгән ерҙе табып уҡыу.( Һайланма уҡыу).

  • Ҡышын ҡоралайҙарға ниндәй мәшәҡәттәр тыуа? Уларға ярҙам итер өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

  • Әҫәрҙең һуңғы һөйләмен уҡыйыҡ әле. Был һөйләмде дәфтәргә яҙып ҡуйыу.

  1. Ысынлап та, Ноғман Мусиндың һәр әҫәрендә тәбиғәттең, йәнлектәрҙең матурлығы һүрәтләнә. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып ҡына ҡалмай, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман Мусин - тәбиғәтте яратыусы, уны һаҡларға өндәүсе изгелекле кеше.

  2. Үҙ үҙемде тикшерәм рубрикаһы.

Слайдта бирелгән таблица менән эш.13-14 слайдтар

  1. Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре оҡшанымы? Унда нимәләр тураһында һүҙ бара? Әйҙәгеҙ, "Әҫәрҙәренең исемен әйт" тигән уйын уйнап алайыҡ. Мин һеҙгә һөйләмдәр уҡыйым, һеҙ уларҙың ҡайһы әҫәрҙән икәнен әйтегеҙ.

  • "Йыртҡыстан ҡотҡарғайныҡ, кешенән ҡотҡара алманыҡ. Әҙәмдәрҙең дә йыртҡыстан да яманыраҡтары була"

  • "Ни хәтле генә аҡыллы тимә, йыртҡыстан изегелек көтөп буламы ни?"

  • "Күп йәшәгән был ҡорт, - ти Әбделнәғим бабай, - кәрәҙҙәр шуға ҡатып бөткән"

  • "Кешенең дә, кейектең дә - һәр нәмәнең уғата матуры була."

  1. Был әҫәрҙәрҙең бөтәһендә лә ниндәй бер тема бар? "Тәбиғәт" темаһы.

  2. Ижади эш. Уҡыусылар түңәрәктәр эсенә тәбиғәткә бәйле Ниндәй? Кем? Нимә?Ни эшләй? һорауҙарына яуап бирерлек һүҙҙәр яҙалар. Һуңынан ошо һүҙҙәрҙе бәйләп һөйләмдәр төҙөп ҡарайҙар.

Урок Нугуман Мусин-певец природы 7 класс

  1. Эйе,беҙгә аҙыҡты ла, кейемде лә дарыуҙы ла, ғөмүмән йәшәү өсөн бөтә нәмәне тәбиғәт бирә. Шулай булғас, урманды һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, бер генә ағасты ла, йәнлекте лә зәғифләмәгеҙ. Тәбиғәтте, йылға - күлдәрҙе, урмандарҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлағыҙ. Ошоға ҡағылышлы бер мәҡәлде ошо ребустан сисеп уҡыйыҡ әле.

  2. Ун бишенсе слайд

Урок Нугуман Мусин-певец природы 7 класс"Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт".





  1. Дәресте йомғаҡлап нимә әйтергә була? Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау. Тимәк, Н.Мусин кем инде ул?

Ноғман Мусин - тәбиғәт йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

Дәресте мин Михаил Пришвиндың матур һүҙҙәре менән тамлайым:

</ " Балыҡҡа - һыу, ҡошҡа - һауа, йәнлектәргә - урман, ялан, ҡырҙар, ә кешегә Ватан кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлау, тимәк, Ватанды һаҡлау".

Дәрестә актив ҡатнашҡан уҡыусыларға билдә ҡуйыу.

  1. Өй эше: 1.Үҙеңә оҡшаған йәнлекте һүрәтләргә.

2.Урман күрке - нимә ул? тигән һорауға яуап яҙыу.

  1. Ошоноң менән дәресебеҙ тамам.

Һау булығыҙ!





























Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы

Ләүәле ауылының урта дөйөм белем биреү муниципаль ҡаҙна

мәғариф учреждениеһы













ТЕМА:

Урок Нугуман Мусин-певец природы 7 класс

Башҡарҙы:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хизбуллина Миңлегөл Мөхәмәтйән ҡыҙы





2016 йыл



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал