- Учителю
- Конспект урока на тему 'Сыбар тауыҡ. Сифат'
Конспект урока на тему 'Сыбар тауыҡ. Сифат'
Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Муниципаль районы хакимиәте Саҡмағош 1- се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы
Башҡорт теленән дәрес конспекты.
Тема: "Сыбар тауыҡ" әкиәте. Сифат.
Класс: 5-се а
Үткәрҙе: Сәләхова Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы
2015 йыл
Маҡсат:
- Уҡыусыларҙың әкиәт тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү, әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү.
- Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр тураһындағы белемде, уҡыу техникаһын камиллаштырыу.
Уҡыусыларҙың грамматика буйынса белемдәрен, текст менән эшләү күнекмәләрен нығытыу, һүҙлек, тел байлығын арттырыу өҫтөндә эшләү.
- Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен, һүҙлек эше аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү.
Тәржемә эштәре аша туған телгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү, уҡыусыларҙа зирәклек, отҡорлоҡ, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.
Дәрес төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.
Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, мәҡәл әйтеү,карточкалар менән эш, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, уҡытыусының тасуири уҡыуы, уҡыусыларҙың сылбырлы уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты, ижади эш.
Предмет буйынса һөҙөмтәләр: Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр тураһындағы белемде, уҡыу техникаһын камиллаштырыу.
Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, билдәне белдерә торған һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде бәйәләү.
Шәхси һөҙөмтәләр: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.
Предмет ара бәйләнеш: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.
Принциптар: фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмә-эҙлеклелек, коммуникатив.
Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер, интерактив таҡта, карточкалар, таблицалар.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу мәле.
1. Психологик инеш. (Психологик кәйеф шарттары булдырыу. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу).
Уҡыусыларҙың ҡәйефен күтәреү, рухи күтәренкелек барлыҡҡа килтереү. Эшкә өндәү. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән ҡулдарын биреп күрешеү.
Бер-береңә йылмайыу.
Күңелле башҡорт халыҡ көйө яңғырай.
У. Һаумыһығыҙ, балалар!
Б. Һаумы, ҡояш!
Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
У.Балалар, ултырығыҙ.Башҡорт теле дәресе.
Б. Башланып китте дәрес,
Беҙ матур ултырабыҙ.
"4"ле, "5"ле билдәләрен
Көн һайын арттырабыҙ.
( Күмәкләп шиғыр юлдарын ҡабатлау).
2. Мотивация.
Мәҡәл уҡыу. (Таҡтала "Тырышыу бушҡа китмәҫ" мәҡәле яҙылған).
Уҡыусылар! Таҡталағы мәҡәлде уҡыйыҡ әле.
У. Һеҙ был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?
Тырышлыҡ нимәгә килтерә?
Тимәк, һеҙ бөгөн дә тырышып эшләп, яңы белемдәрҙе үҙегеҙ алырһығыҙ.
Уҡыу эшмәкәрлегенең ниндәй алымдарын ҡулланырбыҙ?
Б. 1-се алым - мин нәмәне белмәйем,
2-се алым - ысулды үҙем табам.
II. 1. Уҡыу мәсьәләһен булдырыу. Артикуляцион аппаратты көйләү.( Орфоэпик, артикуляцион күнегеүҙәр менән телде, телмәрҙе көйләү). Өйгә эште тикшереү (Тиҙәйткесте ятларға бирелгән).
У. Хәҙер таҡтаға ҡарайыҡ әле. Бында тиҙәйткес яҙылған. Уның менән ни эшләйек?
Б. Уны уҡыйыҡ, тиҙ һәм дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнеү күнекмәһе үткәрәйек.
"Сей сейәне сәйнәй-сәйнәй сикәләрем сатнаны".
2. Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү.
а) Башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау. Иғтибарҙы таҡтаға йүнәлтеү. Таҡтаға эленгән күргәҙмә материалға, дәреслектең алдан әҙерләп, асып ҡуйылған битенә таянып башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллатыу.(уҡытыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы, үҙ аллы уҡыу,һүҙлек эше, тәржемә итеү, хор менән уҡыу).
Ел ниндәй төҫтә була?
Ел иҫә, ел иҫә,
Иртән дә иҫә, кис тә.
Кемдең, кемдең күргәне бар:
Ел була ниндәй төҫтә?
-Ел йәшел, - ти Нәсимә.
-Юҡ, һары, - ти Рәсимә.
Тимербулат: "Ел, - ти, - аҡ".
-
Юҡ, зәңгәр,-ти Абдулхаҡ.
-
Нәсимә, Рәсимә, Абдулхаҡ ниндәй һорау өҫтөндә баш ваталар? Какой же вопрос задают ребята друг-другу?
-
Йәгеҙ, уҡыусылар, ел ниндәй төҫтә була икән, яуап бирәйек әле. Эйе,елдең төҫө юҡ.
б) Эштә ҡыйынлыҡ урынын табыу.
У. Хәҙер парлап эшләйбеҙ. Тиҙ генә үҙ ара һөйләшеп әҙерләнегеҙ: бер уҡыусы предметты белдереүсе һүҙ, ә иптәше шул предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙе әйтһен. (Уҡыусылар исемдәр, сифаттар, төрлө яуаптар әйтәләр).
У. Балалар, ниндәй яуаптар дөрөҫ икән? Ни өсөн шулай уйлайһығыҙ? Кем иҫбатлап бирер?
У. Беҙ төрлө яуаптар ишеттек, тимәк беҙ ҡыйынлыҡтар менән осраштыҡ, төгәл итеп яуап бирә алманыҡ. Ни өсөн шулай булды?
Б. Беҙ предметтың билдәһен белдерә торған һүҙҙәрҙе өйрәнмәнек әле.
У. Дөрөҫ уйлайһығыҙ. Ни эшләйбеҙ?
Б. Ҡыйынлыҡтан сығыу юлдарын эҙләйбеҙ.
У. Үҙ алдыбыҙға ниндәй маҡсат ҡуйабыҙ?
Б. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе өйрәнергә.
У. Был - икенсе маҡсат. Бөгөн уҡыясаҡ әкиәт беҙгә предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр тураһында белем алырға ла ярҙам итер.
(Төрлө яуаптар әйтәләр.Ҡыйынлыҡ урынын һәм сәбәбен билдәләү).
в) Дәфтәргә числоны, эш төрөн, теманы яҙыу.
III. Уҡыу ситуацияһының исемлеге.
1. Һүҙлек эше (Һүҙлек һүҙҙәрен һүҙлек дәфтәренә яҙыу. Һорауҙарға яуап биреү).
У. Тексты уҡығансы һүҙлек һүҙҙәре менән танышып үтәбеҙ?
Б.Эйе.
У. Уларҙы һүҙлек дәфтәренә яҙырға кәрәкме?
Б. Кәрәк.
У. Ни өсөн?
Б.Иҫтә ҡалдырыу өсөн.
Б. Аңларға еңел булһын өсөн.
У. Бөтә һүҙҙәрҙең дә тәржемәһе бармы?
Б.Юҡ.
У. Нимә эшләргә һуң?
Б. Һүҙлектән ҡарарға кәрәк.
У. Һүҙлектәрҙе асығыҙ. Эште башланыҡ.
Тауыҡ- курица
Сыбар- рябой
Алтын- золотой
Сысҡан- мышь
2. Дәреслектән 36- сы күнегеүҙе эшләү.
"Сыбар тауыҡ» әкиәтен уҡыу.
У: Тәржемәһен белмәй тороп, һоҡланыу хистәрен күрһәтеп буламы?
Уҡыусыларҙың яуаптары. Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы, уҡыусыларҙың тыңлауы, дәреслек буйынса ҡарап барыуҙары, һорауҙарға яуап биреү.
3. Тексты тәржемә итеү.
У. Нимә эшләргә һуң?
Б.Тәржемә итергә кәрәк.
У. Ниндәй тәржемә итеүҙе алабыҙ?
Б. Парлап.
У. Эшкә керештек.
(Һүҙлек һүҙҙәрен ҡулланып, парлап тәржемә итеү)
У. Ҡайһы парҙы тыңлайбыҙ?
Һин ----------- тәржемәһе менән ризамы?
Ни өсөн?
(Слайд.Әкиәтте рус телендә уҡыу һәм һүрәттәр ҡарау).
Үҙ парың менән нисегерәк тәржемә иттең?
Тәржемәселәргә ниндәй билдә ҡуйырға була?
4. Ял минуты. Интерактив таҡтала.
У. Арып та киттегеҙ кеүек. Ял итеп алайыҡмы?
Б.Ял минуты бик тә кәрәк.
У. Ниндәй күңелле
Хәреф белеүе!
Шул хәрефтәрҙән
Һүҙҙәр теҙеүе!
Кем «Башҡортостан» һүҙенән күберәк һүҙ төҙөй?
5. Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү.
Тауыҡ ниндәй төҫтә? Йомортҡаһы ниндәй? (Дәреслектән яуаптарҙы табып уҡыу)
6. Ҡағиҙәне уҡыу.
У.Афарин! Тимәк беҙ предметтың билдәһен белдереүсе һүҙгә Ниндәй? һорауын ҡуйҙыҡ. Ҡағиҙәне уҡыйыҡ.
7. Эштәрҙе үтәү.
У. Ә хәҙер таҡтаға ҡарайыҡ һәм ҡағиҙәне ҡулланып предметтың билдәһен белдерә торған һүҙҙәрҙе генә әйтәйек. Ни өсөн был һүҙҙәр предметтың билдәһен белдерә тип уйлайһығыҙ?
8. Карточкалар менән эшләү.
У. Ял да иттек. Эште дауам итәйек әле. Карточкала һөйләмдәр бирелгән. Нимә эшләргә кәрәк?
Б.Һәр һөйләмдә предметтың исемен, билдәләүсе һүҙен табырға кәрәк.
У. Исемде бер һыҙыҡ менән, билдәне тулҡын һыҙыҡ менән һыҙығыҙ.
Карточкала яҙылған һөйләмдәр:
Мостай Кәрим таланты шағир… Ул балалар өсөн матур хикәйәләр яҙған. Мостай Кәрим юғары наградалары күп.
9. Төркөмдәрҙә эш
У.1-се төркөм. Әсәйегеҙгә хас билдәләрҙе яҙығыҙ.
2-се төркөм. Дәреслектең билдәләрен яҙығыҙ.
3-се төркөм. Бөгөнгө көнгә тура килгән билдәне белдереүсе һүҙҙәр яҙығыҙ.
У. Нисек уйлайһығыҙ, билдәне белдереүсе һүҙҙәр ни өсөн кәрәк икән?
У. Башҡорт теле бик бай, бик матур тел предметтарҙың билдәләрен ябай,аңлайышлы һүҙҙәр менән белдереү өсөн.
(Уҡыусыларҙың фекерләшеүе, тиҫтерҙәренең эштәрен баһалауы. Дәфтәргә яҙыу).
IV. Рефлексия.
Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?
Маҡсатыбыҙға ирештекме?
Нимә белдек?
Кемдәр бик һәйбәт эшләне?
Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?
Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн?
Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ
Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!
V. Өйгә эш биреү. Әкиәтте шыма һәм тасуири итеп уҡырға өйрәнергә.
VI. Баһалау.