- Учителю
- 5-Се класс Аҙык -түлек
5-Се класс Аҙык -түлек
Тема:Аҙыҡ-түлек.
Маҡсат:аҙыҡ-түлек,кейем-һалым темаһына ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү, актив һүҙлек составына индереү, фекерләү, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү ,аҙыҡ-түлек ,кейем -һалымға һаҡсыл караш тәрб.
Йыһазландырыу: карточкалар, һүрәттәр
Барышы: I. Ҡабатлау
1. «Ғинуар» -уҡыусыларҙың тасуири уҡыуҙары.
2.Нимә тураһында?
II. Төп өлөш
Девиз: Тырышып уҡы һин,
Матур итеп яҙ,
Бөтә фәндән дә
Биш билдәһе ал.
1.Артикуляцион күнегеү.
-ғы-ғы-ғы-икмәк ил байлығы
ма-ма-ма-икмәктән оло булма.
-мәк-мәк-мәк - табындың йәме икмәк.
-Һеҙ-һеҙ-һеҙ-икмәкһеҙ табын ямһеҙ.
2.Һүрәттәргә ҡарап
аҙыҡ-түлек,кейем -һалымдарҙы ике төркөмгә яҙа барабыҙ.
(Яуаптарын яҙылған плакаттан табабыҙ.)
3.Тәржемә итеү.145-се бит буйынса эш.
4.Һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙыу.
5.Дәреслек менән эш.
-347- се күнегеү.
-уҡытыусы таныштыра,уҡыусылар тәржемә итә.
-һәр уҡыусы сылбыр менән уҡый.
-бирелгән һорауҙарҙы уҡыусы уҡый,икенсеһе яуап бирә.
6. 143-сө биттә Һүрәткә ҡарап,мағазинда нимә һатылыуын әйт.(Уҡыусылар әйтә)
7.349-сы күнегеү.-Һүрәттәр буйынса эш -бергәләп эшләү.(Башта тәржемә итеү,унан яҙыу).
III.Ял минуты.
Таянабыҙ билдәргә
Тотонабыҙ бейергә
Тыпыр-тыпыр тыпырлашып
Әйләнәбеҙ беҙ бергә.
IV.Нығытыу
1. ТҮ «Бал»
-тасуири уҡыу,тәржемә итеү
-ятлау күнегеүҙәре үткәреү.
2 .351-се күнегеү ,бергәләп һөйләмдәр төҙөү.
V.Йомғаҡлау.
Ф.Туғыҙбаева «Икмәк».
Икмәк бешерҙе әсәйем,
Таралды тәмле еҫе.
Сәй эсәбеҙ бергә-бергә,
Шау-гөр килә өй эсе.
Һынаҡ ҡалдырмагыҙ-тиеп
Атайым әпәй телә.
Атайым минең -игенсе,
Таңдан баҫыуға елә.- шиғырҙы бергә уҡыу, тәржемә итеү
(Әгәр ҙә бер кеше көнөнә 100гр икмәк ташлаһа ла, Башҡортостанда ғына көн һайын 380 тонна киммәтле риҙык әрәм була.)
-Тәрбиәле,тәртипле,иманлы булығыҙ,балалар.
Өй эше:145-се бит (һүҙҙәрҙе ятларға).