7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому языку (государственный) 4 класс

Рабочая программа по башкирскому языку (государственный) 4 класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала



I.Аңлатма яҙыу



Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Программа кимәле: базис

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).


Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү.

Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.

Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

  3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

  4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

  5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

  6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.



II. Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша

  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):

  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;

  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.

  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:

  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.

  • Яҙыу телмәрен үҫтереү

  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

  2. матур яҙыу күнекмәләре;

  3. байрам открыткалары яҙыу;

  4. һүҙлек диктанты яҙыу.



III. Уҡыу планында предметтың урыны


Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен уҡытыуға 4-се класта 68 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт)


IV. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.

Шәхси һөҙөмтәләр


Башҡорт телен 4 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.


Метапредмет һөҙөмтәләр:

Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.


Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә).


Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.

2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.

3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.

4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.



V. Уҡытыу предметының йөкмәткеһе.

1-4 кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:

Һөйләшеү, аралашыу өсөн диалог темалары;

Класта, өйҙә уҡыу өсөн әҙәби текстар;

Фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материалдар;

Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

Уҡыусылар үҙләштерергә тейешле һүҙҙәр теҙмәһе.

Уҡыусының башланғыс мәктәпте тамамлағанда һөйләү эшмәкәрлеге төрҙәре буйынса түбәндәге белемдәргә эйә булыуы күҙ уңында тотола.


1.Беренсе сентябрь. Белем көнө 2 сәғәт.

2.Мәктәптә. 8 сәғәт.

3.Ғаилә. Хеҙмәт. 9 сәғәт.

4. Буш ваҡыт. Хобби. 7 сәғәт.

5. Табипта. Поликлиникала. 4 сәғәт.

6.Почтала. 4 сәғәт

7 Башҡортостан тәбиғәте. 9 сәғәт.

8. Башҡортостандың иҫтәлекле урындары 6 сәғәт.

9. Башҡортостандың күренекле шәхестәре 5 сәғәт.

10. Ауыл тормошо. 7 сәғәт.

11.Башҡорт халыҡ ижады. 4 сәғәт

12. Үтелгән темаларҙы йомғаҡлау. 3 сәғәт

VI. Уҡытыу-тематик планлаштырыу, уҡытыу-методик тәьмин итеү исемлеге


Класс: 4

Учитель:

Сәғәттәр һаны:

Бөтәһе - 70 сәғәт; аҙнаһына - 2 сәғәт.

Планлаштырылған конторль эштәр ____7_______

Планлаштырыу түбәндәге программа һәм дәреслеккә нигеҙләнеп төҙөлдө:

  • Программа - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. Ижевск: издательство «КнигоГрад».

  • Дәреслек: Толомабаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле:4 класс уҡыусылары өсөн дәреслек.-Өфө:Китап, 20 . - 224 бит Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге:

Уҡыусылар өсөн

Толомабаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле:4 класс уҡыусылары өсөн дәреслек.-Өфө:Китап, 20 . - 224 бит Уҡытыусы өсөн


Уҡытыусылар өсөн

  1. М.С. Давлетшина, А.Х. Тулумбаев. Электронное пособие для 4 -го класса. У.- 2012

  2. Ф.А.Хуснутдинова Башкирский язык.ru. У.-2006.

  3. Электронный учебник «Башкирский язык. ru».

  4. Электронное пособие. Самоучитель по башкирскому языку.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө.

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Давлетшина М. С. Методика преподавания башкирского языка(1часть) - Уфа, 2010г.

  4. Давлетшина М. С., Габитова З.М. Методика преподавания башкирского языка (2 часть) - Уфа,2011г.

  5. Нафикова З.Г., Валеева В.В. Наглядно-дидактическое пособие по усвоению башкирского языка (на баш.яз.) Эдвис, 2008 г.

  6. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

  7. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  8. «Аҡбуҙат» журналы.

  9. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008. Суфьянова Н.Ф., Сиразитдинов З.Ә., Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2011.

  10. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Күңелле минуттар. 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2010.

  11. Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Ғ. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма. Өфө: Китап, 2010.

Интернет ресурстар :


  1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка -

  2. Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы -

  3. Башкирский языковой портал -

  4. Башкирский форум -

  5. Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

  6. www. Федеральный портал "Российское образование"

  7. www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФОфициальный сайт Правительства Республики Башкортостан

  8. Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

  9. официальный информационный портал ЕГЭ

  10. Образовательная система Л.В.Занкова

  11. Методические материалы и программное обеспечениедля школьников и учителей

  12. информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам"

  13. единая коллекция цифровых образовательных ресурсов


Лексик тема

Грамматик тема

Сәғ-т

Дәрес тибы

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Белемде тикшереү төрө

Көтөлгән һөҙөмтәләр

Медиа ресурстар

Дата

Иҫкәрт-мәләр

Планлаш-тырған

Үткәрел-гән

1 сентябрь.

Белем көнө.

3 синыфта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1 сентябрь - белем көнө, белемле булыу кәрәклеге тураһында әңгәмә; грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен иҫкә төшөрөү.

Телдән һорауҙарға яуап биреү, фронталь.

Белем алыр4а, белемле булыу темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белергә, һөйләү алырға. Башҡорт алфавитын белергә, үҙенсәлекле өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, яҙырға. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен иҫләргә.

+


Тәүге көн.

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

1

Белем һәм күнемәләрҙе ҡабатлау,системалаштырыу

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырыу, күнегеүҙәр эшләү, һүҙлек запасын арттырыу, яңы һүҙҙәр өйрәнеү

Фронталь, индивидуаль

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айыра белеү, яңы һүҙҙәрҙе ятларға

+


Хәйерле сәғәттә

Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар

1

Ҡатнаш

Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсьәләһендә ҡатнашыу, белемде тикшереү, һүҙҙәр өҫтөндә эш, хикәйәне уҡыу, һорауҙарға яуаптар

Фронталь, индивидуаль.

Һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу, һорауҙарға яуаптар бирә белергә, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылырҙы төркөмләй белергә.

+


Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ!

Фонетик анализ өлгөһө.

1

Яңы теманы өйрәнеү

Белемдәрҙе тикшереү, яңы һүҙҙәр өйрәнеү, хикәйәне уҡыу, фонетик анализ анализ өлгөһө менән танышыу.

Телдән, фронталь, индивидуаль.

Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға, һүҙҙәргә фонетик анализ эшләй белергә.

+


Боҙоҡ телефон

Фонетик анализ өлгөһө.

1

Белем һәм оҫталыҡ кимәлен тикшереү.

Тексты уҡыу, яңы һүҙҙәр төҙөү, һорауҙарға яуап биреү, һүҙҙәргә фонетик анализ яһау.

Индивидуаль, телдән һорау.

Текстың йөкмәткеһен хәтерҙә ҡалдырырға, һүҙҙәргә фонетик анализ эшләй белергә, һүҙҙәр төҙөргә өйрәнергә.

+


Күңел тартҡан йорт

-ма,-мә ялғауҙары

1

Яңы теманы өйрәнеү

Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсьәләһендә ҡатнашыу, белемде тикшереү, -ма, -мә ялғауҙары 1менән танышыу, юҡлыҡ мәғәнәһен өйрәнеү

Һүҙлек диктанты, индивидуаль, фронталь.

Һүҙҙәрҙе юҡлыҡ мәғәнәһенә ҡуя белеү, һүҙлек һүҙҙәрен белергә.

+


Ф.Ғөбәйҙуллина "Ҡәләмдәрем"

Эште белдереүсе һүҙҙәр

1

Ҡатнаш.

Яңы һүҙҙәр өйрәнеү, шиғырҙы тасуири уҡыу, эште белдереүсе һүҙҙәр менән танышыу, һорауҙар бирә белеү

Фронталь, индивидуаль.

Тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырырға, яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға, һорауҙар бирергә өйрәнергә.

+


Инеш контроль диктант "Урман"


1

Контроль


Индивидуаль.

Дөрөҫ яҙырға.

Уҡырға кем бара?

Эште белдереүсе һүҙҙәр. Хаталар өҫтөндә эш.

1

Белем һәм күнекмәләрҙе актуалләштереү

Хаталарҙы анализлау, яңы һүҙҙәр өйрәнеү, аңлы уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эш, һорауҙарға яуап биреү.

Бер -береңде тикшереү.

Хаталар өҫтөндә эш үткәрергә, яңы һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырырға, һорауҙарға тексты ҡулланып дөрөҫ яуап бирә белергә.

+


Р.Ғәббәсова "Яңы мәктәп".

Кем? Кемдәр? Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

Ҡатнаш.

Шиғырҙы тасуири уҡыу, һүҙҙәргә дөрөҫ һорау ҡуя белеү, үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Фронталь индивидуаль.

Тасуири уҡыу күнекмәләре булдырырға, һорауҙарға яуаптар бирергә, һүҙҙәрҙе төркөмләргә өйрәнергә.

+


Беҙҙең ғаилә.

Исемдәрҙең зат ялғауҙары

1

Яңы теманы өйрәнеү.

Ғаилә темаһына ҡағылышлы һүҙҙәр менән танышыу, ддиалог төҙөү, исемдәрҙең зат ялғауҙары менән танышыу.

Фронталь.

Ғаилә темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белергә, диалог төҙөү күнекмәләрен булдырырға, зат ялғауҙарын исемдәргә дөрөҫ ҡуша белергә.

+


Шәжәрә ағасы.

Исемдәрҙең зат ялғауҙары

1

Ҡатнаш.

Шәжәрә ағасы төҙөргә өйрәнеү, күнегеүҙәр эшләү.

Фронталь.

Шәжәрә ағасы төҙөргә.

+


Һөнәрҙәр.

-сы,-се, -со, сө ялғауҙары.

1

Яңы теманы өйрәнеү.

Яңы һүҙҙәр менән танышыу, һүҙ яһаусы ялғауҙар менән һүҙҙәр төҙөү, һөйләмдәр төҙөү.

Фронталь, телдән.

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштерергә, һүҙ яһаусы ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡушырға.

+


Ф.Туғыҙбаева "Икмәк көсө"

-сы,-се, -со, сө ялғауҙары.

1

Ҡатнаш.

Тексты уҡыу, һорауҙарға яуап биреү, тексҡа ҡағылышлы яңы һүҙҙәр менән танышыу.

Индивидуаль, фронталь.

Тексты аңлы уҡый белеү, һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырырға, һүҙлек диктантына әҙерләнергә.

+


"Белеме бар меңде йығыр"

Синонимдар.

1

Ҡатнаш.

Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсьәләһендә ҡатнашыу, белемде тикшереү, тексты тасуири уҡыу, яңы һүҙҙәр менән танышыу, һүҙлек диктанты үткәреү, синонимдар менән танышыу.

Бер -береңде тикшереү, индивидуаль, телдән.

Һүҙлек диктанты яҙыу, тасуири уҡыу күнекмәләре булдырырға, яңы һүҙҙәр өйрәнергә, һорауҙарға дөрөҫ яуаптар бирергә. Синонимдарҙы белергә.

+


Ф.Фәтҡуллина"Эшҡыуарҙар"

Антонимдар

1

Ҡатнаш.

Хикәйәне уҡыу, антонимдар менән танышыу.

Фронталь.

Антонимдарҙы айыра белеү, хикәйәне аңлы уҡырға өйрәнергә.

+


Ф.Ғөбәйҙул

лина "Эшҡыуар

ҙар"

Антонимдар

1

Ҡатнаш.

Хикәйәне уҡыу, һорауҙарға яуап биреү, күнегеүҙәр эшләү.

Фронталь, бер-береңде тикшереү.

Һорауҙарға дөрөҫ , тулы яуаптар бирергә өйрәнергә, яҙыу күнекмәләрен нығытырға.

+


Контроль диктант "Ағиҙел буйында"

Контроль.

Ишетеп яҙыу һәләтен нығытыу.

Хәйерле иртә!

Яңғыҙлыҡ исемдәр. хаталар өҫтөндә эш.

1

Ҡатнаш.

Хаталарҙы анализлап, улар өҫтөндә эш башҡарыу.яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ исендәрҙе өйрәнеү.

Фронталь, индивидуаль.

Хаталар өҫтөндә эш. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙе айыра белергә.

+


Башҡортостан ҡалалары.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

1

Ҡатнаш.

Башҡортостан ҡалалары менән танышыу, яңҡыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәнеү.

Фронталь.

Башҡортостан ҡалаларын белеү, яңҡыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙа белергә.

+


Ф.Ғөбәйҙуллина. "Тамырҙар"

1

Ҡатнаш.

Хикәйәне тасуири уҡыу, һорауҙар төҙөп, уға яуап бирергә. Яңы һүҙҙәр өйрәнеү

Фронталь.

Тасуири уҡырға өйрәнеү, һорауҙарға яуап бирә белергә, яңы һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу.

+


Ғ. Хөсәйенов. Кеше ғүмере.

Ҡылым - эш - хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр.

1

Ҡатнаш.

Ғ.Хөсәйенов менән танышыу. Эш хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәргә һорау ҡуйыу.

Индивидуаль, фронталь.

Текстың йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләй белергә, Эш хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәргә һорау ҡуя белергә.

+


Хобби.

Кылымдаҙың заман ялғауҙары.

1

Ҡатнаш.

Ҡылымдарҙы заман менән үҙгәртеү, темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәр.

Индивидуаль, фронталь.

Ҡылымдарҙы заман менән үҙгәртергә, яңы һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу.

+


Ә.Сөләймәнов "Яңы аш".

Ҡылымдың хәҙерге заман ялғауҙары.

1

Ҡатнаш.

Ҡылымға хәҙерге заман ялғауҙарын дөрөҫ ҡушыу, тексты аңлы уҡыу, һорауҙарға яуаптар

Индивидуаль.

Ҡылымға хәҙерге заман ялғауҙарын дөрөҫ ҡушыу. Аңлы уҡыу күнекмәләрен булдырыу.

+


Ә.Сөләймәнов "Яңы аш".

Ҡылымдар

ҙың зат ялғауы

1

Ҡатнаш.

Ҡылымдарҙы заман менән үҙгәртеү, темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәр.

Индивидуаль, фронталь.

Ҡылымдарҙы заман менән үҙгәртергә, яңы һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу

+


Мөхәррәм бабай - умартасы.

Хәҙерге заман ҡылымының зат һәм һан ялғауҙары.

1

Белем һәм оҫталыҡты үҫтереү.

Умартасылыҡҡа ҡағылған һүҙҙәр менән танышыу, тексты уҡыу, текстан ҡылымдарҙы табып затын һәм һанын билдәләү.

Фронталь.

Ҡылымдарҙы зат , һан менән үҙгртә белергә. Һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырырға.

+


Контроль күсереп яҙыу. Ағиҙел - ҙур йылға.


1

Контроль


Индивидуаль.

Дөрөҫ күсереп яҙырға.

Ф.Фәтҡуллина. Аквариум балыҡтары.

Хаталар өҫтөндә эш. Хәҙерге заман ҡылымының зат һәм һан ялғауҙары.

1

Ҡатнаш.

Хаталар өҫтөндә эш эшләү, тексты уҡыу, һорауҙарҡа яуап биреү, яңы һүҙҙәр менән танышыу, текстан ҡылымдарҙы табып затын һәм һанын билдәләү

Фронталь, индивидуаль.

Текстан ҡылымдарҙы табып затын һәм һанын билдәләй белеү, һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә, һүҙҙәрҙе ятларға.

+


Ғабдрахман Ҡадиров - спортсы.

Ҡылымдың үткән заман ялғауҙары.

1

Белем һәм күнекмәләрҙе нығытыу.

Спортсылар менән танышыу, ҡылымдың үткән заманын өйрәнеү.

Фронталь.

Башҡортостандан сыҡҡан спортсылыарҙы белергә, үткән заман ялғауҙарын белергә.

+


Минең буш ваҡытым.

Үткән заман ҡылымының зат һәм һан ялғауҙары.

1

Яңы теманы үҙләштереү

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, һорауҙарға яуаптар, үткән замандың зат һәм һан ялғауҙары

Фронталь.

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен сисеүҙә ҡатнашырға, һорауҙарға яуаптар биреү, үткән замандың зат һәм һан ялғауҙарын белергә.

+


Транспорт. Юл. Сәйәхәт.

Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше.

1

Яңы теманы өйрәнеү

Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән танышыу, бойороҡ һөйкәләше ялғауҙарының дөрҫ ҡушылыуы.

Фронталь.

Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белергә, бойороҡ һөйкәләше ялғауҙарындөрҫ ҡушырға.

+


Минең мәктәпкә юлым.

Ҡылымды тикшереү өлгөһө.

1

Ҡатнаш.

Мәктәп юлының маршрутын төҙөү, ҡылымдарҙы өлгө буйынса тикшереү, күнегеүҙәр эшләү.

Фронталь, индивидуаль.

Маршрут төҙөргә, ҡылымдарҙы тикшереү өлгөһөн белергә.

+


А. Әхмәтова. Троллейбуста

Ҡылымды өлгө буйынса тикшереү.

1

Ҡатнаш.

Тексты уҡыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү, һөйләмдәр төҙөү, ҡылымдарҙы өлгө буйынса тикшереү.

Телдән һорау.

Бәйләнешле телмәр үҫтерергә һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөргә, ҡылымдарҙы тикшереү өлгөһөн белергә.

+


Светофор.

Ҡылымды өлгө буйынса тикшереү.

1

Белем һәм күнекмәләрҙе үҫтереү.

Светофор шиғырын уҡыу, ҡылымдарҙы әҫәрҙән табып тикшереү.

Фронталь.

Тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыу. Ҡылымдарҙы тикшереү өлгөһөн белергә.

+


Өфө ҡалаһында

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

Ҡатнаш.

Өфө ҡалаһы, тарихы тураһында әңгәмә.

Фронталь.

Өфө ҡалаһы тураһында тулы итеп һөйләй белеү. Ҡылым темаһын ҡабатларға.

+


Сәйәхәт.

Һорауҙарға яуаптар.

1

Белем һәм күнекмәләрҙе тикшереү.

Һорауҙарға яуап.

Һорауҙарға яуаптар яҙыу.

Транспорт, юл хәүфһеҙлеге тураһында һорауҙарға яуаптар яҙырға.

+


Контроль диктант.

"Саңғы шыуыу".

1

Контроль

Диктант яҙыу.

Диктант яҙыу.

Тексты аңлап ҡабул итергә.

"Кем көслө?"

Хаталар өҫтөндә эш. Сифат.

1

Ҡатнаш.

Хаталар өҫтөндә эш. Тексты аңлы һәм етеҙ уҡыу күнекмәләре булдырыу.

Индивидуаль.

Хаталарҙы аңлау, ҡағиҙәләрҙе белеү һәм төҙәтеү. Тексты аңлы һәм етеҙ уҡырға

+


Һаулыҡ һаҡлау.

Исем + сифат (берлектә һәм күплектә)

1

Яңы тема өйрәнеү.

Һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы һүҙҙәр менән танышыу, исем менән сифатты сағыштырып өйрәнеү, һанда үҙгәреүен күҙәтеү.

Фронталь.

Һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белергә, текстан исем һәм сифаттарҙы табыу, дөрөҫ һорау биреү, һанын бидәләргә.

+


Ғ. Шәмсетдинов "Конькиҙар"

Күплек һанындағы исемәрҙең зат менән үҙгәреүе.

1

Яңы тема өйрәнеү

Исемдәрҙең зат ялғауҙары, яңы һүҙҙәр, һорауҙарға яуаптар.

Фронталь.

Һорауҙарға дөрөҫ яуаптар табыу, исемдәрҙең зат ялғауҙарын белергә.

+


Почтала.

Һорау мәғәнәһе

1

Ҡатнаш дәрес.

Башҡорт телендә һорау мәғәнәһенең бирелеше, почта темаһына ҡағылышлы һүҙҙәр.

фронталь

Башҡорт телендә һорау мәғәнәһенең бирелешен, почта темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белергә.

+


"С. Агиш "Бүләк"


1

Телмәр үҫтереү

Текст буйынса һорауҙар төҙөү.

Фронталь.

Бәйләнешле телмәр үҫтерергә.

Һөнәрбаш.

Кеше сифаттары

1

Ҡатнаш

Хикәйәне уҡыу, кешенең ыңғай кире сифаттарын һанап сығыу.

Фронталь.

Хикәйәне тасуири уҡырға өйрәнергә.

Дүрт миҙгел

Һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре

1

Ҡатнаш.

Шиғырҙар циклын тасуири, аңлы уҡырға өйрәнеү. Һөйләмдәрҙәтныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатыу.

Индивидуаль.

Шиғырҙы аңлы һәм тасуири уҡыу, һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышын белергә.

+


Е.Кучеров. "Ҡарҙағы эҙҙәр."

"Ҡылым" темаһын ҡабатлау

1

Белем һәм күнекмәләрҙе ҡабатлау.

Тексты уҡыу, һорауҙарға яуап бирергә. Ҡылым темаһы буйынса ҡабатлау.

Фронталь, индивидуаль.

Тексты уҡырға, һорауҙарға яуап бирергә. Ҡылым темаһын ҡабатларға.

Башҡортостан тәбиғәте

Һаналып килеүсе һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре.

1

Ҡатнаш.

Башҡортостан тәбиғәте менән танышыу. Һөйләмдәр төҙөү. Һаналып килеүсе һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре.

Фронталь, индивидуаль.

Дөрөҫ һөйләмдәр төҙөргә өйрәнергә.

+


Яҙ етә.

Һөйләм төрҙәре

1

Ҡатнаш.

Һөйләм төрҙәре менән танышыу, һөйләмдәр төҙөү. Яҙ күренештәре менән танышыу.

Телдән. Телмәр үҫтереү.

Ҙөйләм тҡрҙәрен маҡсаты буйынса айыра белергә. Яҙ күренештәре тураһында һөйләмдәр төҙөргә.

+


Ф. Бәширова. "Үгәй инә япрағы"

Һорау һөйләмдәрҙә интонация

1

Ҡатнаш.

Хикәйәне уҡыу.һорауҙарға яуаптар. Һорау һөйләмдәрҙәге интонация менән танышыу. Күнегеүҙәр эшләү.

Фронталь. Һорауҙарға яуаптар.

Һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә, һөйләмдәрҙә һорау интонацияһын дөрөҫ ҡыйырға.

+


Халыҡ аҡылы нимә һөйләй.

Хәбәр һөйләмдәрҙә интонация.

1

Ҡатнаш.

Мәҡәл һәм әйтемдәр менән танышыу. Башҡа халыҡ мәҡәлдәре менән сағыштырыу.

Фронталь.

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен белергә

+


"Имән сәтләүеге".

Өндәү һөйләмдәр

ҙә интонация

1

Ҡатнаш.

Өндәү һөйләмдәр менән танышыу. Тексты уҡыу, яңы һүҙҙәр менән танышыу, текстан өндәү һөйләмдәрҙе эҙләү.

Фронталь, индивидуаль.

Тексты аңлы уҡыу, текстан өндәү һөйләмдәрҙе табырға. Яңы һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырырға.

+


С.Кәрим "Һабаҡ".

Һөйләм төрҙәрен ҡабатлау.

1

Белем һәм күнекмәләрҙе үҫтереү, системалаштырыу

Яңы һүҙҙәрҙе өйрәнеү, хикәйәне уҡыу, унан һорау, өндәү, хәбәр һөйләм төрҙәренә миҫалдар килтереү.

Индивидуаль, телдән яуап.

Яңы һүҙҙәрҙе өйрәнеү, хикәйәне уҡырға, унан һорау, өндәү, хәбәр һөйләм төрҙәрен табырға.

+


Инша. Балыҡсы.


1

Инша.

"Балыҡсы" темаһына инша яҙыу. Төп фекрҙе асыҡлау. Картина буйынса план төҙөү.

Телмәр үҫтереү

Инша яҙырға.

+


Башҡортостан. С.Юлаев - башҡорт халҡының милли геройы.

Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләмдәрҙә һорау мәғәнәһенең бирелеше.

1

Ҡатнаш.

Иншаларҙы тулыһынса комплекслы анализлау. Салауат Юлаев тураһында мәғлүмәттәр, шиғырҙары менән танышыу.

Фронталь, индивидуаль.

Иншаларҙың тулы йөкмәткеле булыуына иғтибар итергә, Салауат Юлаевтың ижадын белергә.

+


Өфө ҡалаһы буйлап сәйәхәт.

Һаналып килеүесе һүҙҙәр.

1

Ҡатнаш.

Өфө ҡалаһы, уның тарихы, иҫтәлекле урындары тураһында әңгәмә.

Һаналып килеүесе һүҙҙәр.

Индивидуаль, фронталь

Өфө ҡалаһы, уның тарихы, иҫтәлекле урындары тураһында белергә. Һаналып китеүсе һүҙҙәрҙе текстан табырға.

+


Башҡортостандың иҫтәлекле урындары. Шүлгәнташ мәмерйәһе.

Ҡылымдың затта, һанда, заманда үҙгәреше

1

Ҡатнаш

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары. Шүлгәнташ мәмерйәһе тексын уҡыу. Ҡылымдың затта, һанда, заманда үҙгәрешен өйрәнеү, ҡылымдарҙы текстан табыу. Темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәр өйрәнеү.

Индивидуаль, фронталь.

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары менән танышырға. Шүлгәнташ мәмерйәһе тексының йөкмәткеһен белеү. Ҡылымдың затта, һанда, заманда үҙгәртә белергә.Темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәрҙе белергә.

+


Башҡортостан ынйылары.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

Ҡатнаш.

Башҡортостна ынйылары менән танышыу, Янғантау тексын уҡырға, темаға ярашлы һүҙҙәр менән танышыу, текстан яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе табыу

Фронталь, телдән яуаптар.

Башҡортостна ынйыларын белергә, Янғантау тексын уҡырға, темаға ярашлы һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырырға,текстан яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе табырға.

+


Күренекле шәхестәр. Зәки Вәлиди.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

Ҡатнаш.

Күренекле шәхестәр тураһында әңгәмә, Зәки Вәлиди тураһында мәғлүмәттәр менән танышыу, тексты уҡыу. Күнегеүҙәр эшләү.

Фронталь.

Күренекле шәхестәр тураһында Зәки Вәлиди тураһында белергә, текстан яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе табырға.

+


Батырҙарын ил онотмай. (Муса Мортазин).

Һан. Ябай һәм ҡушма һандар.


Ҡатнаш.

Муса Мортазин тураһында тексты уҡыу. Һан темаһы менән танышыу. Һорауҙарға яуаптар.

Фронталь.

Муса мортазиндың кем икәнен белеү, һорауҙарға тулы һәм йөкмәкеле яуаптар биреү. Һан төшөнсәһен, ябай һәм ҡушма һандарҙы белергә.

+


Исмәғил Тасимов.

Рәт һандары.

1

Яңы материалды үҙләштереү.

Рәт һандарын өйрәнеү. Исмәғил Тасимов тигән текст менән танышыу, Кем Ул Исмәғил Тасимов тигән һорауға яуап эҙләү.

Фронталь. Һорауҙар ға яуаптар. Төркөм ләп эш.

Рәт һандарын белергә, һорауға текстан яуап табырға.

+


Ҡасим Дәүләткил

деев, Фәйзи Ғасҡаров

Йыйыу һәм

сама һандары

1

Ҡатнаш.

Ҡ. Дәүләткилдиев ижады, Ф.Ғәсәров тормошо тураһында мәғлүмәттәр. Йыйыу һәм сама һандарын өйрәнеү.

Фронталь.

Ҡ. Дәүләткилдиев, Ф.Ғәсәров тураһында белеү Йыйыу һәм сама һандарын айырыу, дөрөҫ ялғауҙар ҡуша белеү.

+


Ҡаламы,

ауылмы? Ат - кеше-

нең дуҫы

Һан темаһын ҡабатлау.

1

Белем һәм күнекмәләрҙе нығытыу.

Ат кешенең дуҫы тигән темаға әңгәмә. Мәҡәлдәрҙе уҡыу, мәғәнәләрен аңлатыу, текстарҙан һандарҙы табып төркөмдәрен билдәләргә.

Индивидуаль. Фронталь.

Темаға ҡағылылы мәҡәлдәрҙе белеү. Тестан һандарҙы табырға.

+


Тәбиғәт-

те һаҡла-

йыҡ!

"Ҡылым"

темаһын

ҡабатлау

1

Ҡатнаш.

Тәбиғәт тураһында әңгәмәләшеү, тәбиғәтте һаҡлау тураһында плакаттар эшләү.

Индивидуаль.ю порҙар менән эш.

Темаға ҡағылышлы плакаттар күргәҙмәһе ойоштороу. Текстан ҡылымдарҙы табырға.

+


Контроль диктант.

Ололар ни әйтә?

1

Контроль.

Тексты аңлап ҡабул итә алыу

64-65

Әкиәт.

Әтәс менән

бойҙай

бөртөгө.

Хаталар өҫтөндә эш. Алмаштар

2

Ҡатнаш.

Хаталарҙы анализлау, әкиәттәр уҡыу, һорауҙарға яуаптар.

Индивидуаль. Фронталь.

Хаталар өҫтөндә эш үткәреү, әкиәттең йөкмәткеһен аңлау.

+


66-67

Сөмбөлә -

уңыш байрамы

Йыйнаҡ

һәм тарҡау

һөйләмдәр

2

Ҡатнаш.

Халыҡ байрамдары менән танышыуҙы дауам итеү, текстан йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәрҙе табыу.

Фронталь.

Халыҡ байрамдары менән танышырға, йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәрҙең аңлатмаһын белергә.

+


68

Әкиәттәр.

"Ҡурай

тарихы"


1

Ҡатнаш.

Әкиәтте уҡыу, яңы һүҙҙәр өйрәнеү, һорауҙарға яуаптар.

Фронталь.

Әкиәттең йөкмәткеһен белеү. Һорауҙарға дөрөҫ яуаптар табыу.яңы һүҙҙәрҙе белергә.

+


69

Әбйәлил.

Телмәр үҫтереү.

1

Телмәр үҫтереү.

Әкиәтте уҡыу, һорауҙарға яуаптар.

Фронталь.

Бәйләнешле. Тулы яуаптар бирергә.

+


70

Алдаусы

әкиәттәр һәм көлә-

мәстәр. Мәҡәлдәр

4-се синыф-

та үтелгән-

дәрҙе нығытыу

1

Белем һәм оҫталыҡты ҡабатлау, нығытыу

Мәҡәл һәм әйтемдәр, көләмәстәр менән танышыу.

Фронталь.

Мәҡәл һәм әйтемдәр, көләмәстәрҙе белергә.

+

VII. Программаны үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе баһалау

Телдән яуаптарҙы баһалау:

Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.

Тыңлап аңлау күнекмәләрен ба3алау:

1. "тулыһынса аңланы"

2. "өлөшсә аңланы"

3. "аңламаны"

Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:

1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;

- дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;

- тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, "5"ле ҡуйыла.

4 -се класта бәйләнешле һөйләү - 10-12 һөйләмдән тәшкил итә.

2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;

- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,"4" ле ҡуйыла

3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;

- 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә;

- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкткеһен һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, "3"лө ҡуйыла.

4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;

- паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә;

- 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, "2"ле ҡуйыла.

Диалогик һөйләмде баһалау:

1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;

- әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап ҡайтарһа, "5"ле ҡуйыла

2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;

- 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, "4" ле ҡуйыла.

3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;

- һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;

- 4-5 һөйләм хатаһы ебәрһә, "3" лө ҡуйыла.

4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә;

- һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;

- 6- нан артыҡ хата ебәрһә, "2" ле ҡуйыла.

VIII. Материаль-техник ҡулланмалар:

  1. Компьютер

  2. Интерактив таҡта

  3. Мультимедиа проекторы

  4. СD проигрыватель

  5. Телевизор

  6. Баҫма пособиялар: таблицалар, портреттар.

  7. Ишетеп- күреү (экранно - звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.

  8. Уҡыу- практик ҡоролмалар: магнитлы класс таҡтаһы.


24




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал