7


  • Учителю
  • Ҡөрьән, тәрбиә һәм эшҡыуарлыҡ

Ҡөрьән, тәрбиә һәм эшҡыуарлыҡ

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Шәмсетдинов Ильяс, 10 класс,

Күмертау ҡалаһы, Республика политехник

лицей-интернаты дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Етәксеһе: Ишкинина Фәүзиә Ғирфан ҡыҙы

Ҡөрьән, тәрбиә һәм эшҡыуарлыҡ

Башҡорт халҡы борон-борондан үҙ асылын һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән. Динен дә, телен дә онотмаған.

Мәғлүм булыуынса, халҡыбыҙҙың бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1923 йылдың февралендә эмиграцияға китер алдынан яҙған "Башҡорт халҡына хушлашыу хаты" исемле мәшһүр яҙмаларында : "…йәштәрҙең уҡыуы, уларҙан ғилем һәм техника белгестәре әҙерләү менән шөғөлләнергә һәм, мөмкинлек булһа, Төркиәгә һәм Европа мәмләкәттәренә уҡырға ебәрергә" тип кәңәш итеү менән бер рәттән динде ташламаҫҡа өндәй.

Нимә ул дин? Беҙгә, йәш быуынға, уның ниндәй файҙалы яҡтары бар?

Ислам һүҙе "сәләмәтлек", "сәләм", "тыныслыҡ" тигән мәғәнәне бирә. Ысынлап та, ул тәнгә сәләмәтлек, йәнгә тыныслыҡ бирә торған торған дин.Ғөмүмән, үҙен мосолман тип һанаған кеше ҡулы менән дә, теле менән дә башҡаларға яуызлыҡ ҡылмай, изгелектәр генә эшләй. Мәҫәлән, "Әссәләмәғәләйкүм" һүҙе "һеҙгә тыныслыҡ" тигәнде аңлата, ә "Үәғәләйкүмәссәләм" "Һиңә лә тыныслыҡ теләйем" тигәнде белдерә.Тимәк, динебеҙ һаулыҡ ҡуша, хәл һораша белергә йәки әҙәп ҡағиҙәләренә өйрәтә.

Яйлап халҡыбыҙ иманына, диненә ҡайта башланы. Күптәр мосолманса йәшәү рәүешенә күсә. Беҙҙең аңлауыбыҙса, ул дөрөҫ, тайпылышһыҙ йәшәү тигәнде аңлата. Ҡөрьәндә ислам дине кешенең йәшәү мәғәнәһе итеп һүрәтләнә. Ә хәҙистәр бына ошо йәшәү өлгөләрен тормошҡа ашырыу юлдарын аңлатып бирә. Ғөмүмән, исламда беҙҙе ҡыҙыҡһындырған ғаилә, ир менән ҡатын, бала үҫтереү һәм тәрбиәләү, ғаилә ҡороу, олоғайған олатай-оләсәйҙәрҙәребеҙҙе матурлап ҡарау тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтелә.

Ислам принциптары бөтә донъя буйлап эшмәкәрлектең төрлө өлкәләренә үтеп инә башланы. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә актуаль булған эшҡыуарлыҡ өлкәһен генә алайыҡ. Изге китапта "Балаларығыҙҙы үҙегеҙ йәшәгән заман рухында түгел, ә улар йәшәйәсәк заман рухында тәрбиәләгеҙ", тиелгән. Беҙ, мосолман республикаһының йәш вәкилдәре булараҡ, өс йүнәлештә камиллашырға тейешбеҙ: беренсенән, интеллектуаль йүнәлеш буйынса, шулай уҡ барлыҡ быуындарға ла үрнәк булып ебәрелгән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошон өйрәнергә һәм белергә; икенсенән, рухи йүнәлеш буйынса, йәки зирәк, һиҙгер кеше булып етешергә; өсөнсөнән, профессиональ йүнәлеш буйынса. Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә бит: "Үҙ һөнәрен белеп, уны матур һәм ышаныслы итеп башҡарғандарҙы Алла үҙе ярата", тип әйткән.

Етеш йәшәйем тигән һәр кеше үҙ эшен асырға хыяллана. Эшҡыуар бүтән кешеләргә өлгө булырға, бер ваҡытта ла хеҙмәт дәртен юғалтмаҫҡа, ныҡлыҡ, ныҡышмалыҡ күрһәтергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта мәрхәмәтлелек, рәхимлелек кеүек сифаттарға эйә булыу, көнләшеү, тар күңеллелек кеүек яман сифаттарҙан тыйыла белеү мөһим. Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә:"Хәләл табыш эҙләү - фарыз, мосолмандың бурысы", тип әйтеп ҡалдырған.

Башҡорт-эшҡыуар образы - үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, хәрәкәтсән,сос һәм һиҙгер, Ислам ҡанундары буйынса йәшәүсе йүнсел кеше, тип әйтергә була. Тап Ислам беҙгә бер бөтөнгә берләшергә, артабан үҫешер өсөн барыбыҙға уртаҡ йүнәлеш табырға һәм шулар һөҙөмтәһендә халыҡтың бөгөнгөһөн һәм киләсәген тәьмин итеүсе нигеҙ булдырырға мөмкинлек бирәсәк, тип уйлайбыҙ.

Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең дә һүҙҙәрен оноторға ярамай: "Ысын байлыҡ - ул күңел байлығы" . Ә Ҡөрьәндә Аллаһы тәғәлә: "Күңелен таҙартҡан кеше уңышҡа иреште, ә күңелен мәкер-ҡомһоҙлоҡ менән бысратҡан кеше уңышһыҙлыҡҡа тарыны" ("Ҡояш" сүрәһе, 9-10 аяттар), тип әйткән.

Шулай итеп, Ислам - әле киләсәктә лә аҡыллы һәм зиһенлеләрҙе уйландырыр, эҙләндерер, яңынан-яңы асыштар яһаттырыр камил һәм саф дин.

Белгестәр билдәләүенсә, Ислам - иң юғары дәрәжәләге ғилем, әхлаҡ, тыныслыҡ, камиллек дине.Бөгөн медицина, философия, тарих, әҙәбиәт, тел, педагогика, математика, антропология, биология һәм башҡа фәндәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға Ҡөрьәндән яуап таба.

Ҡөрьән индерелгән ваҡытта кеше ҡулы менән яҙылған, ул осор фәненән алға киткән һәм Ҡөрьән менән тиңләшерлек башҡа яҙма иҫтәлектәр билдәле түгел. Нимәһе ҡыҙыҡлы: Ҡөрьән барлыҡҡа килгән осорҙа теркәлеп ҡалған яҙмаларҙың бөгөнгө көн фәне әле генә асҡан нәмәләр тураһында хәбәр итеүҙәре башҡа һыймаҫлыҡ хәл.

Исламдың Дин менән Фәнде ике бер туған итеп таныуы ғәжәп нәмә түгел. Бөгөнгө көндә фәндең иҫ киткес юғары ҡаҙаныштарға ирешеүенә ҡарамаҫтан, улар ысынында бергә ҡала бирәләр, ул ғына түгел, ҡайһы бер фәнни асыштар Ҡөрьәнде яҡшыраҡ аңларға, кинәйәле һүҙҙәренә төшөнөргә ярҙам итә.

Ҡөрьән заман фәндәре әле генә асҡан төшөнсәләргә ҡараған күп конкрет факттарға эйә.

Күп быуаттар дауамында Ҡөрьәнде аңлау кеше өсөн мөмкин булмай. Ҡөрьәндең тәбиғәт күренештәренә ҡағылышлы аяттары бөгөнгө көндә беҙҙең өсөн аңлайышлы була башланы. Шулай ҙа Ҡөрьәндең аяттарын бөтә тулылығында аңлар өсөн энциклопедик күләмле белемгә эйә булырға кәрәк. Беҙҙеңсә, был белемгә күп фәндәр менән шөғөлләнгән кеше генә ирешә ала.

XXI быуаттың бөгөнгө йәш быуын вәкилдәре ололар тарафынан әхлаҡһыҙлыҡта, тәртипһеҙлектә ғәйепләнә. Ниндәй генә ата-әсә балаһының һау-сәләмәт, уңышлы һәм итәғәтле, ихтирамлы булып үҫеүен теләмәй? Балаға дөрөҫ тәрбиә биреүҙең сере нимәлә? Пионер, комсомол сафтарында тәрбиәләнгән атай-әсәйҙәребеҙ үҙҙәре шул һорауға яуап эҙләй. "Донъяны дин генә ҡотҡармаһа" , тиҙәр.

Һуңғы ваҡытта Рәсәй мәктәптәрендә дин дәрестәрен индереү идеяһы ныҡлы таратыла. Тәүге аҙымдар яһалып, әлегә дин уҡытыу эксперимент рәүешендә алып барыла. Дингә нигеҙләнеп йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү, бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Беҙҙеңсә, кеше нимәгәлер инанырға тейеш.

Һуңғы йылдарҙа халыҡ йолаларын һәм дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү халҡыбыҙ тормошонда тарихи ваҡиғаға әйләнде. Мәсет манараларын күтәреп, халыҡ рухын сафландыра. Ләкин ҡайһы берәүҙәр өсөн дин түбәтәй кейеп, ярым ай тағып йөрөүгә, мәжлес йыйып, аят уҡытыуға ғына ғына ҡайтып ҡала кеүек. Ислам дине насарлыҡҡа өйрәтмәй.Дуҫтар, туғандар менән татыу, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәү кеүек матур сифаттарҙы үҙебеҙгә алып, тәрбиәле йәш быуын алмашҡа килһен ине. Халҡыбыҙҙың иң ҙур бәхете һәм төп байлығы - Ислам ҡанундарын тотоп, уңышҡа ирешеп эшләүҙәлер, тип уйлайбыҙ.



Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Букейль Б. Ҡөрьән һәм бөгөнгө фән. Ҡазан, "Иман" нәшриәте,

1993.

2. Бураҡаев И.Д.,Бураҡаева М.С.,Юлмөхәмәтов М.Б.Тормош һабаҡтары. 7-се класс өсөн дәреслек, Өфө, "Китап" , 2007.

3."Ҡөрьән" китабы, Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1993.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал