7


Инша Тыуған ерем ( 3 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала





Инша Тыуған ерем ( 3 класс)





Дүртөлөнөң һәр дүрт тарафы-

Йөрәк менән йөрәк араһы.

Аралар алыҫ түгел-

Күңелгә йәнәш күңел.

Н.Наджми

Үҙ ғүмерендә кеше меңнән артыҡ юллар, йөҙҙән артыҡ шәһәрләр күрә, әммә ләкин бер ердә генә уның йөрәге йыш тибә, күҙҙәре ялтырай, тын алған һауа татлыраҡ булып тойола - тыуған яғында. Минең өсөн шундай урын - Дүртөйлө районы.

Һәр йыл миҙгелендә беҙҙең район үҙҙенсә матур: кышын - ап-ак күбәләктәй кар яуа, бөтә донъя аҡ юрғанға төрөнә; яҙын - ер уяна, коштар тыуған яғымдың матурлығын данлап һайрайлар; ә инде йәй нидәй матур йәй! Урамда баласаға шау-гөр килә, йәм-йәшел йомшаҡ үләндә ятып аунай, йәнлектәр йөрөй - бөтәһе лә шатлана.

Шундай рәхәт ердә илгә кәрәкле кешеләр тууы көтөлмәгән хәл түгел. Данлыҡлы яҙыусылар: Назар Нәджми, Шайехзада Бабич, Фаррах Давлетшин, Бәдрүш Моҡамай, Зыя Мансур; һандуғас тауышлы йырсы: Фидан Ғафаров, һуғыш ветерандары, Советтар Союзы Геройы.

Бөйөк Ватан Һуғышы ваҡытында беҙҙең райондан ун меңнән артыҡ кеше ҡыҙыл әрмия сафратырына алына. Улар араҺында Василий Горшков та фронтҡа китә. Ул да, ҡыҫыҡ окопта улытырып тыуған ерен һағынғандыр. Уға ла ашлыҡ үҫеп ултырған киң далалар төштәренә кергәндер. Күктән төшкән снарядтарҙы күреп туыған ауылы ҡырындағы урманда өҙөлөп һайраған һандуғгасты иҫенә килтергәндер. Фашистарҙың бомбалары тыуып үҫкән иленең ерен яфалап, тирән яралар һалғанын күреп йөрәге әрнегәндер, йәне түҙмәгәндер. Йылғалар солдаттар ҡаныннан ҡыҙыл төҫкә кергәнен күреп, күҙ йәштәрен ҡойғандыр. Шуға ла үҙен әйлләмәй, Днепр йылғаһының ҡурҡыныс тулҡындарыннан ҡурҡмай, еңеү көнөн яҡынайтырға бөтә көсөн һала.





Бик һөйәм мин Ағиҙелкәй буйын,

Бик һөйәм мин Урал - илемде.





Был һөйөүем минең йөрәгемде

Күрә алмаусылыҡҡа өйрәтте.

Был һөйөүем минең

Дошмандарға

Нәфрәтемдең утын дөрләтте.





(Б. Моҡамай «Данлы еңеү менән ҡайтырмын»)





1943 йыл Ватаныбыҙҙың ваҡыт таҫмаһында иң канлы йылдарҙың береһе. Беҙҙең ғаилә өсөн ул бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки ҡарт олатай иң әсе Курск дугаһы һуғышында хәләк була. Өләсәйем - 9 йәшлек бала -атаһынан ҡала. Иң яратҡан бер хәтирәләренең береһе - атаһының кайындар төбөнә ултырып тирә-яҡтың гүзәлелегенә һоҡланып йырлауы. Яу урынында ла, ҡайын ағастарын осратып, гәзиз илен һағынып, йөрәктәрҙе һыҡратып йырын йырлығандыр.

… Тыуған яҡтан ел иҫһә,

Ул миңә хәбәр килтерә;

Тыуған-үҫкән еремдән,

Өҙөлөп һөйгән илемдән, -

Минең тыуған ҡырҙарҙан,

Балдай татлы һыуҙарҙан,

Яландарҙан, урмандан,

Күккә ашҡан Уралдан

Миңә хәбәр килтерә.

(Салават Юлаев «Тыуған илем»)

Шундай бөйөк кешеләргә рәхмәтебеҙҙе белдерер өсөн Ағыҙел буйнда мемориал комплекс төҙөлгән. Таштан һалыған яугир алға карай, үҙ өҫтөнә ятҡан яуаплылыҡты аңлай, үҙ ғүмерен үҫкән ере өсөн, өйҙә көтөп ҡалған әсәй, һөйгән яры, бәләкәсе өсөн, халҡы өсөн бирергә әҙер.

Инша Тыуған ерем ( 3 класс)

Яу урынында ятып ҡалған солдаттарға рәхмәтебеҙҙе таштан һалған һәйкәл менән, йыл һайын 9 май көннө шау-гөр үткән байрам менән генә белдереү дөрөҫ түгел минеңсә. Һәр иртә, баш өҫтөндәге тыныс күккә ҡарап, һәр беребеҙ рәхмәт әйтергә тейеш. Һәр бер фронтта булған солдат арҡаһында беҙҙең районда бөгөн бейек өйләр төҙөлә, беҙгә белем алыу өсөн мәктәптәр эшли.

Дүртөйлө районның матурлығын һүҙ менән генә әйтеп бирерлек түгел. Минең тыуған ерем турында кебек, яҡташым Ш.Бабич Башкортостан шиғырында яҙа:

Уралкайҙың аҫты алтын,

Өҫтө шигыр, үҙе нур;

Киләсәктә был ергә

Хоҙай үҙе кыҙыгыр!..

































































































Инша Тыуған ерем ( 3 класс)



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал