- Учителю
- Башҡорт теленән дәрес конспект Ф.Иҫәнғолов Дуҫтар (2 класс)
Башҡорт теленән дәрес конспект Ф.Иҫәнғолов Дуҫтар (2 класс)
Уҡытыусы |
</<font face="Times New Roman, serif">Хәсәнова Илүсә Зиф ҡыҙы | ||
Класс |
2 | ||
Предмет |
Башҡорт(туған)теле | ||
Дәрестең темаһы |
Фәрит Иҫәнғолов «Дуҫтар» хикәйәһе | ||
Маҡсат ҡуйыу блогы | |||
Маҡсат |
Ғәмәлләштереү: Шәхси: үҙ аллы эш итергә, белем алыу процессына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү; эште яҡшы кәйеф менән башҡарырға күнегеү; үҙ-ара аралашыу мәҙәниәтенә өйрәнеү; аралашҡанда башҡаларҙы тыңлай белеү, тартынмайынса үҙ фекерҙәрен әйтеү, әңгәмәсенең хис-тойғоларын аңлап, фекер уртаҡлығына килеү; Регулятив: дәрестә уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйырға өйрәнеү, дәрестә эш тәртибен билдәләү, күмәкләп төҙөгән план буйынса эшләү, эш алымының дөрөҫлөгөн баһалау; үҙеңдең эш алымдарын үҙгәртеү; яңы талаптар ҡуйыу, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмәэҙлекле итеп әйтергә өйрәтеү; Коммуникатив: үҙ фекереңде асыҡ, дөрөҫ итеп һөйләй белеү күнекмәләрен булдырыу; башҡаларҙы тыңлай һәм аңлай белеү; һөйләү һәм аралашыу оҫталығын үҫтереү; Белем арттырыу: үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте эҙләргә өйрәнеү; дәреслектән үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте ала белеү һәм уны тейешле йүнәлештә ҡуллана белеү. | ||
Планлаштырыл ған һөҙөмтәләр |
Предметтар менән бәйле: системалы уҡыу күнекмәһен булдырыу; Шәхси: уңышлы уҡыу эшмәкәрлеге критерияһы нигеҙендә үҙ-үҙеңә баһа биреү; Метапредметтар менән бәйле: уҡытыусы ярҙамында дәрескә маҡсат ҡуйырға өйрәнеү; дәрестә эш тәртибен билдәләп, коллектив төҙөгән план буйынса эшләү; Регулятив УУЭ: дәрестә уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйырға өйрәнеү, дәрестә эш тәртибен билдәләү, күмәкләп төҙөгән план буйынса эшләү, эш алымының дөрөҫлөгөн баһалау; үҙеңдең эш алымдарын маҡсатҡа яраҡлы итеп планлаштырыу, ебәрелгән хаталар һөҙөмтәһендә эш алымдарын үҙгәртеү; яңы талаптар ҡуйыу, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле итеп әйтергә өйрәтеү; Коммуникатив: фекерләү, аралашыу, бәхәсләшеү, үҙ-ара мөнәсәбәт ҡороу, үҙ фекереңде асыҡ, дөрөҫ итеп һөйләй белеү күнекмәләрен булдырыу; башҡаларҙы тыңлай һәм аңлай белеү; һөйләү һәм аралашыу оҫталығын үҫтереү; Белем алыу: үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте эҙләргә өйрәнеү; дәреслектән үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте ала белеү һәм уны тейешле йүнәлештә ҡуллана белеү. | ||
Инструменталь блок
| |||
Дәрестең маҡсаты |
-Ф. Иҫәнғоловтың «Дуҫтар» хикәйәһе менән танышыу; -һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү; -дуҫтарға, ҡоштарға һөйөү тәрбиәләү. | ||
Дәрес төрө |
Яңы белем алыу дәресе | ||
Уҡыу методик комплекс |
-дәреслек; -проектор, экран; -уҡыу эшмәкәрлегенең алымдары; | ||
Ойоштороу-эш итеү блогы | |||
Арауыҡ менән эш итеү |
Шәхси, парлы, фронталь эш, төркөмләп эш; | ||
Предмет-ара бәйләнештәр |
Башҡорт теле, рус теле, биология, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү
| ||
| |||
Дәрес этаптары |
Уҡытыусы эшмәкәрлеге |
Уҡыусы эшмәкәрлеге |
УУЭ
|
Ойоштороу мәле |
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!Хә йерле көн! Бөгөн дәресте яҡшы кәйеф менән башлап ебәрәйек. Бер-беребеҙгә йылмайҙыҡ. а) «Дуҫым, хәйерле көн!» тигән һөйләмде төрлө кәйеф менән әйтеү (шатлыҡлы, насар кәйеф менән); -ниндәй кәйеф менән өндәшһәк күңелгә яҡын була?
|
Уҡыусылар сәләмләй. Ҡыңғырау шылтыраны, Беҙ ултырҙыҡ дәрескә, Китап, дәфтәр әҙер Тотонайыҡ беҙ эшкә «Дуҫым хәйеле көн!» |
Психологик комфорт тыуҙырыу, уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. Шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге - уҡыусыларҙың хис-тойғоларҙы, уй-хыялдарҙы күрһәтеүе, белем алыуға ынтылышы, яҡшы кәйеф менән башларға күнегеү, дәрескә эмоциональ әҙерлекте күрһәтеүе. Өндәшеү маҡсатына ярашлы тауышты тейешенсә көйләргә өйрәтеү; Яғымлы итеп аралашырға күнектереү. |
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, яңы тема үҙләштерергә нигеҙ әҙерләү. |
Өйгә эште тикшереү. -Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән ниндәй яңы һүҙҙәр менән танышып үткәйнек? |
Өйгә эште тикшереү. Һүҙлек һүҙҙәрен ҡабатлайҙар. |
Коммуникатив эшмәкәрлек: башҡаларҙы тыңлай һәм аңлай, баһалай белеү. |
Белемде актуалләштереү |
-Уҡыусылар, ниндәй кешене беҙ «дуҫ» тип әйтә алабыҙ? -Кем ул һеҙҙең дуҫтарығыҙ ? |
-Ауыр саҡтарҙа ярҙам иткән, бергә уйнаған, серләшкән кешене. Классташым, әсәйем, апайым, урамда бергә уйнаған кешем һ.б. |
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу |
Дәрес темаһын һәм маҡсатын билдәләү |
«Дуҫлыҡ» тураһында һеҙ ниндәй әйтемдәр һәм мәҡәлдәр беләһегеҙ? |
100 һум аҡсаң булғансы, 100 дуҫың булһын. Әүәл әйт дуҫыңды, әйтермен кемлегеңде. Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ - бөтә байлыҡтан артыҡ. Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма. |
Регулятив УУЭ: дәрестә уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйырға өйрәнеү. |
Проблеманан, ауырлыҡтан сығыу юлының проектын төҙөү. |
Йүнәлеш бирә. |
Тәҡдимдәр индерәләр, бәхәсләшәләр, уртаҡ фекерҙә килеп эш планын төҙөйҙәр. |
Регулятив УУЭ: Дәрес тәртибен билдәләү, күмәкләп эш планын төҙөү. |
Төҙөгән проекты ғәмәлгә ашырыу. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу. |
-Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән Фәрит Иҫәнғоловтың "Дуҫтар" тип аталған хикәйәһе менән танышып үтәсәкбеҙ. Ә ни өсөн был әҫәр "Дуҫтар" тип аталғанын хикәйәне уҡығас белербеҙ. Слайдтта һүҙлек һүҙҙәре сыға. |
Уҡыусылар дәреслек менән эшләйҙәр, ҡуйылған һорауҙарға яуап эҙләйҙәр. Һүҙлек дәфтәрҙәрендә: Торна-журавль, сыйырсыҡ-скворец,тауыҡ-курица, әтәс-петух, турғай-воробей, ҡаҙ-гусь, күркә-индюк, бүҙәнә-перепел, ем-корм, ҡыр,ялан- степь,поле, йомортҡа-яйцо, сыуаҡ-солнечный |
Дәрестә эште билдәләнгән тәртип менән, күмәкләп төҙөгән план буйынса эшләү. Регулятив УУЭ: үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле итеп әйтергә; Белем алыу: үҙеңә кәрәкле мәғлүмәт эҙләргә өйрәнеү, дәреслектән үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте ала белеү, тейешле йүнәлештә ҡуллана белеү. |
Ял итеү минуты |
Ҡаҙҙар остолар,остолар Остолар ҙа ергә төштөләр. Ял иттеләр, тағы остолар, Күл өҫтөнә килеп төштөләр. |
Ҡаҙҙар остолар,остолар Остолар ҙа ергә төштөләр. Ял иттеләр, тағы остолар, Күл өҫтөнә килеп төштөләр. |
|
Үтелгән теманы нығытыу. Практик эштәр башҡарыу. |
Матур яҙыу минуттары. Дәфтәрҙә эш. 1.Хәрефтәрҙе дөрөҫ итеп ҡуй һәм килеп сыҡҡан һүҙҙәрҙе күсереп ал. 1) а, т, ы, у, ҡ - 2) с, ә, т, ә - 3) а, р, т, н, о - 4) ҙ, ҡ, а - 5) й, т, р, а, у, ғ - 6) ү, к, ә, р, к - 2. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып һөйләмдәрҙе күсереп яҙ һәм эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе тап. Сабир ҡоштар.ы ярата. Улар.а таш менән б.рмәй, йоморт.аларын алмай. Шу.а ҡо.тар ҙа уны танып торалар. 3.Түбәндәге һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙө: 1) Әтәс, ҡаҙ, кәкүк, һандуғас, турғай. 2) Саҡыра, сырҡылдай, һайрай, ҡысҡыра, ҡаңғылдай. |
Карточкаларҙа бирелгән эштәрҙе эшләйҙәр. |
Тәү тапҡыр нығытыу, фекреңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле итеп әйтергә өйрәнеү; Үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте ала белеү һәм уны тейешле йүнәлештә ҡуллана белеү. |
Рефлексив анализ | |||
Анализ яһау |
Дәрестә нимәләр эшләнек? Ниндәй яңы һүҙҙәр менән таныштыҡ? |
Уҡыусыларҙың яуаптары |
Шәхси УУЭ: эшеңде анализларға өйрәнеү; Танып белеү эшмәкәрлеге:белемдәрен системаға һалыу. Уҡыу - эшмәкәрлек мотивын уятыу. |
Баһалау | |||
Бөгөн дәрестә һин нисек эшләнең? Үҙеңдең эшеңде нисек баһалайһың?
Уҡыусыларҙың бәләкәй генә эшен дә баһалап үтеү. |
Эштәрен баһаларға өйрәтеү. |
Уҡыусыларҙың яуаптары. |
Регулятив УУЭ. Уҡыусы үҙ эшмәкәрлеген күҙәтеп, үҙенең эшен үҙе баһалауы, яуаплылыҡ тойғоһоноң үҫеше; Шәхси УУЭ. Үҙ-ара ыңғай мөнәсәбәттәр нығыныуы, кәңәшләшеп эшләй белеүе, үҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә ҡарата яуаплылыҡ, талапсанлыҡ артыуын билдәләү.
|
Йомғаҡлау | |||
Дәрестә алған белемдәрҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле, аҡыллы ҡыҙҙар һәм малайҙар булып Тыуған илебеҙгә файҙалы, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Рәхмәт. Дәрес бөттө. Һау булығыҙ! |
Фәрит Иҫәнғолов «Дуҫтар»
Дәрестең технологик картаһы