7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому языку в 5 классе

Конспект урока по башкирскому языку в 5 классе

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ ҺӘМ ФӘН МИНИСТРЛЫҒЫ

НОРДОВКА АУЫЛЫ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЯҺЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ









5-се класта

башҡорт теле дәресе



Йыл миҙгелдәре



Уҡытыусы: Ә.Р.Мәүлетҡолова
















2012 йыл

Ғәбитова, М.С. Усманова "Башҡорт теле " дәреслеге


Тема: Йыл миҙгелдәре


Маҡсат:1.Уҡыусыларҙы йыл миҙгелдәре тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Һорау алмаштары тураһында төшөнсө биреү.

2.Уҡыусыларҙың телмәрен, матур яҙыу, дөрөҫ итеп һөйләм төҙөү

күнекмәләрен үҫтереү.

3.Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.


Йыһазландырыу: интерактив таҡта ,дәреслек, ялғауҙар , индивидуаль

карточкалар , сигнал карточкалары

Дәрес планы:

  1. Ойоштороу моменты.

  2. Дежур уҡыусы менән әңгәмә;

III. Артикуляцион күнегеү : ижектәр һәм һүҙҙәр уҡыу

IV. Дәрестең темаһы , маҡсаты менән таныштырыу (йомаҡ сисеү)

V. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу

VI. Тема өҫтөндә эш:

  1. һүҙбәйләнештәр менән эш (148-се күнегеү)

  2. һөйләмдәр төҙөп таҡтала яҙыу, телдән рус теленә тәржемә итеү

VII Өй эшен тикшереү

VIII. Ял минуты.

IX. Үтелгән теманы нығытыу

1) һүрәт төшөрөү (диктант)

2) һүрәттәрҙән күргәҙмә яһау

X.Дәреслек менән эш:

1) шиғырҙарҙы тасуири уҡыу һәм миҙгелен билдәләү (151-се күнегеү)

- һүҙлек эше;

- шиғырҙарҙы үҙ аллы уҡыу

- миҙгелен билдәләү

- оҡшаған бер шиғырҙы дәфтәргә яҙыу

XI.1)Ребус сисеү (индивидуаль карточкалар менән эш)

2) тикшереү

XII. Йомғаҡлау. Баһалау.

XIII.Өй эше. 64-се бит 150-се күнегеү



Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу моменты.

Ҡыңғырау шылтыраны

Дәрес башланды хәҙер

Матур итеп яуап бирергә

Беҙ әҙер хәҙер.

- Һаумыһығыҙ, балалар, хөрмәтле ҡунаҡтар. Бөгөнгө дәресебеҙҙә һеҙҙе күреүемә мин бик шатмын.

  1. Дежур уҡыусы менән әңгәмә

  • Уҡыусылар, кем класта дежур? (уҡыусы числоны, аҙна көнөн, кем

юҡлығын әйтә)

III. Артикуляцион күнегеү : ижектәр һәм һүҙҙәр уҡыу

-Балалар, дөрөҫ һәм уңайлы ултырып, таҡтала яҙылған ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе уҡып китәйек.


IV. Дәрестең темаһы , маҡсаты менән таныштырыу (йомаҡ сисеү)

-Балалар, дәресебеҙҙең темаһын белер өсөн беҙ һеҙҙең менән йомаҡтар сисеп алабыҙ, иғтибарлы булығыҙ. Нимә ул йомаҡ? (загадка)

1) Ҡырға аҡ ҡарҙан

Юрған ябылған,

Ер яҙға тиклем

Йоҡоға талған (Ҡыш)

2) Боҙ, ҡар ирене,

Һыуҙар йүгерҙе,

Йырлап йылғалар

Йәштәр түгелде.

Көндәр оҙая,

Төндәр ҡыҫҡара,

Был ҡайһы ваҡыт?

Йә, әйтеп ҡара. (Яҙ)


  1. Ашлыҡтар үҫте,

Башаҡтар беште,

Ҡояш ҡыҙҙыра,

Тиргә төшөрә,

Халыҡ ашыға,

Китә баҫыуға,

Урағын ура,

Был ҡай саҡ була? (Йәй)

4) Ағас баштары

Булды һап-һары,

Көслө елдәрҙә

Япраҡ өҙөлә

Ергә түшәлә. (Көҙ)



- Ҡыш, яҙ, йәй,көҙ. Бер һүҙ менән әйтһәк, нисек әйтербеҙ.

Одним словом как скажем эти слова (Времена года)

- Дөрөҫ, йыл миҙгелдәре. Тимәк, беҙҙең дәресебеҙҙең темаһы "Йыл миҙгелдәре" тип атала. Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, числоны һәм теманы яҙып ҡуйҙыҡ.

V. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу

VI. Тема өҫтөндә эш:

1)һүҙбәйләнештәрҙе төркөмләү (148-се күнегеү)

- Киләһе эшебеҙ "Өйөн тап" тип атала. Таҡтала яҙылған һүҙҙәр ҡайһы һүрәткә тап килә икән?



2)һөйләмдәрҙе дәфтәрҙәргә яҙыу, телдән рус теленә тәржемә итеү


VII Өй эшен тикшереү

Ә хәҙер өй эшен тикшереп үтәйек. Өйҙә һеҙ һүҙҙәр ятларға тейеш инегеҙ. Ятлағанһығыҙҙыр тип уйлайым.



VIII. Ял минуты. Ашлыҡтар үҫте, (поднимаем руки вверх)

Башаҡтар беште,(приседаем)

Ҡояш ҡыҙҙыра,(встаем на носочки)

Тиргә төшөрә,(делаем наклон)

Халыҡ ашыға, (бежим на месте)

Китә баҫыуға,(шагаем)

Урағын ура.(делаем иммитацию сбора урожая)

IX. Үтелгән теманы нығытыу

1) һүрәт төшөрөү (диктант)

- Балалар, хәҙер беҙ һүрәт төшөрөп алабыҙ. Мине иғтибар менән тыңлайбыҙ һәм һүрәт төшөрәбеҙ.


Ҡояш юҡ. Көн болотло. Ямғыр яуа. Һул яҡта -урман. Уң яҡта- йылға ағып ята. Ағастарҙан һары япраҡтар ҡойола. Кешеләр бәшмәк йыя.


2) һүрәттәрҙән күргәҙмә яһау.

Һүрәттәрегеҙҙе күрһәтегеҙ әле. Таҡтаға ҡарағыҙ ҙа әйтегеҙ, ошондай һүрәт килеп сыҡтымы?


X.Дәреслек менән эш:

1) шиғырҙарҙы тасуири уҡыу һәм миҙгелен билдәләү (151-се күнегеү)

- һүҙлек һүҙҙәрен уҡыу

юрған - одеяло,

ҡыр- поле,

йоҡоға талған- заснула,

сыйырсыҡ - скворец,

күбәләк - бабочка,

еләк бешкән- поспела земляника

- шиғырҙарҙы үҙ аллы уҡыу

- миҙгелен билдәләү

Ә хәҙер, 1 уҡыусы уҡый, класс карточка менән күрһәтә "Ниндәй миҙгел икән?"

- оҡшаған бер шиғырҙы дәфтәргә яҙыу

XI.1)Ребус сисеү (индивидуаль карточкалар менән эш)

Артабанғы эшебеҙ - ребус сисеү. Ике таблицаны сағыштырып, 1-се таблицаға икенсеһенән бирелгән һандарға ярашлы хәрефтәрҙе дөрөҫ итеп яҙырға кәрәк. Унда Р.Ғариповтың йыл миҙгелдәрен нисек һүрәтләүе бирелгән.

1 33 21 4 31 12 26

22 37 15 27 19 48 8

29 6 20 11 25 5 32

9 23 34 2 3 16 28

24 38 10 49 30 13 35

40 36 45 39 7 42 17

44 14 47 18 41 46 43

Й Н И - Б Е Ш

Н М Т Я А Ә К

Һ Ә Ҙ К Ы Й А

Ү А Т Ә Й О Ҙ

Ҡ О Р Ә А Т У

Һ Й Ҙ Ң Н У Ш

Ө О Е Х О Г К




1-се карточка


1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12.

(Йәй - йән күрке)


2-се карточка


13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 4 24 25 26.

(Тотош хазина - ҡыш)


2) тикшереү

Ребусты уҡыу.

XII. Йомғаҡлау. Баһалау.

Балалар, беҙ нимә тураһында һөйләштек.

Дәрес оҡшанымы?

Ниндәй эш оҡшаны һеҙгә?

XIII.Өй эше. 64-се бит 150-се күнегеү




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал