7


  • Учителю
  • Урок в 6 классе на тему Р. Нигмати. Ответы на моей дочери.

Урок в 6 классе на тему Р. Нигмати. Ответы на моей дочери.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

2 - се кадет мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хисамиева Рәйлә Гәлиәхмәт ҡыҙы.

6 класс. Дәреслек Ә.Х Вилданов, В.И. Хажин.

Тема. Р. Ниғмәти. Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар.

Маҡсат: 1)Р. Ниғмәтиҙең ижады менән таныштырыуҙы дауам итеү, уның ижадына хөрмәт тәрбиәләү.

2) Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡырға өйрәтеү, бәйләнешле телмәр үҫтереү.

3) Тыуған илгә, Рәсәйгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү; тыуған илде ҡәҙерләүсе, уның киләсәген ҡайғыртыусы, аңлы, белемле, илен, ерен, халҡын һаҡларҙай йәш быуынды тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Шағирҙың портреты, китаптарынан күргәҙмә, Башҡортостан тураһында күренекле кешеләрҙең әйткән һүҙҙәре, мәҡәлдәр; компьютор, телевизор, аудиояҙма.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу өлөшө.

1)Сәләмләшеү. Бер-береңә ҡарап йылмайыу, урынға ултырыу.

  1. Дәресте шиғыр юлдары менән башлап ебәрәйек;

Бөгөн беҙҙә "башҡорт теле" 1-се слайд

Яратам һине телем.

Рәхмәт һиңә! Һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

  1. Артикуляцион күнегеүҙәр

Мин һеҙҙең башҡортса матур һөйләшеүегеҙҙе беләм, ә шулай ҙа тағы ла таҙараҡ, матурыраҡ һөйләшеү өсөн, әйҙәгеҙ, башҡорт өндәрен иҫкә төшөрөп, фонетик күнегеүҙәр эшләп китәйек. Өндәрҙе йырлап әйтеү.

а) а о у ы и э 2-се слайд

б) ә ө ү (берәмләп әйтеп сығам)

- был ниндәй өндәр? (һуҙынҡылар)

- әйҙәгеҙ һуҙып, йырлап әйтәйек (беренсе юлды бер тын алышҡа, икенсе юлды өҙөп әйтәбеҙ)

2. Өй эшен тикшереү.

- Эшебеҙҙе дауам итеп, өй эшен тикшерәйек.

1) Өйҙә һеҙ, Салауат ҡалаһының 68 йыллығына арнап, бик ҙур булмаған инша яҙып килергә тейеш инегеҙ. Хәҙер ошо иншаларҙың бер-нисәһен уҡып та ишеттерегеҙ, әле.

2) Салауат ҡалаһының матурлығы, уны һеҙ нисек яратыуығыҙ тураһында бик матур иншалар яҙғанһығыҙ. Афарин! Салауат ҡалаһы һеҙҙең өсөн нимә ул? (Тыуған ер, Ватан, тыуған урыныбыҙ, Тыуған ил, доньялағы иң ҡәҙерле ер, атай-әсәй йәшәгән урын) . Дөрөҫ, бик һәйбәт.

3. Маҡсатҡа сығыу.

Балалар, хәҙер таҡтаға (слайдҡа) иғтибар итегеҙ әле. Унда шиғырҙарҙан өҙөктәр яҙылған. Кем миңә уларҙы, таҙа, тасуири итеп уҡып күрһәтер икән?

  1. Йөрәгем, тим, изге төйәгемде - 3-сө слайд

Хаҡ яҙмышым шунда ташланған,

Шунда минең бәхет таңым атҡан,

Шунда миңә Ватан башланған! (Р.Ғарипов)

  1. Йөрәгем кескәй булһа ла, 4-се слайд

Ҙур һиңә һөйөү һүҙем,

Атай - әсәйемдәй күреп,

Яратам һине, илем. (А. Игебаев)

  1. Һиңә арнап йыр сығарҙым 5-се слайд

Башҡортостан - бишегем.

Мәңге йәшә, мәңге йәш бул,

Ғәзиз ерем - баш илем! (Н. Сәлимов)

  1. Илдең йәме - иле менән, Ватан йәме - ере менән. (мәҡәл) 6-сы слайд

Уҡыусылар, был өҙөктәрҙә нимә тураһында һүҙ бара? ( Башҡортостан, уның тәбиғәте, уға ҡарата һөйөү, тыуған ил тураһында).

Ошонан сығып, дәрестең темаһын билдәләп китәйек. Тимәк, беҙ дәрестә Тыуған ил, тыуған ер, Ватан тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ниғмәтиҙең ошо Ватан тураһында яҙған "Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар" әҫәренән өҙөк уҡырбыҙ.

4. Яңы тема өҫтөндә эш.

Р. Ниғмәти тураһында белешмә. (слайдтар күрһәтеп үҙем һөйләйем.)

( слайдта)

5. Текст өҫтөндә эш.

Мин тексты уҡып ишеттерәм, ә һеҙ , "Нимә ул Ватан?" икәнен уйлап ултырығыҙ. Текста аңлашылмаған һүҙҙәр аҫтына һыҙып барығыҙ, һуңынан аңлатып китербеҙ.

  1. Уҡытыусы уҡыуы. (ҡурай моңо, слайдта һүрәттәр)

  2. Мин шиғырҙы уҡығанда ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?

  3. Ватан нимә ул ?

(Ватан беҙең тәпәй баҫҡан, йөрөп киткән еребеҙҙән башлана. Ватан тигәс тә илебеҙҙе ң гүзәл тәбиғәте, Урман-һыуҙары, тау- йылғалары күҙ алдына килә. Ватан - ул тыуған йорт. Тыуған йорто һәр кешегә ҡәзерле, изге. Тыуған ил өсөн тырышып эшләү, уның тыныслығын һаҡлау - һәр кешенең бурысы.

6. Һүҙлек эше.

Ҡулайлы - удобные, более понятные

Ғүмер кисергән - йәшәгән, жить

Елеккә май тиртеү - набраться сил

Тиртеү - үҫеү, ҙурайыу;

Терегөмөш - ртуть;

Ватан - Родина, отчизна ( Берәмләп, хор менән уҡыу)

7. Ял минуты. "Туған телемдә һөйләшәм" йыры слайдта

8. Яңы теманы нығытыу.

  1. Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө датаны, көн исемен, дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.

  2. Һүҙҙәрҙе күсереп алығыҙ, иҫегеҙҙә ҡалдырырға тырышығыҙ.

  3. Текст өҫтөндә эште дауам итәбеҙ:

а)үҙ аллы уҡыу;

б)сәсәндәр тыуған ил тураһында ни әйткән, текстан табып уҡыу;

- Ниндәй сәсәндәрҙе беләһегеҙ? (Ҡобағош, Ҡарас, Ерәнсә, , Байыҡ, Буранбай, Ишмөхәмәт, Ғәбит, Мөхәмәтша Буранғолов, Мифтахетдин Аҡмулла сәсәндәр)

- Был өҙөк ҡобайыр рәүешендә бирелгән (мин уны әйтеп үтәм)

в) Башҡортостандың байлыҡтары тураһында әйтелгән юлдарҙы текстан табып уҡығыҙ.

- Ошо байлыҡтарҙы һаҡлау беҙҙең ҡулда. Барыһы ла киләсәк өсөн. Рус яҙыусыһы Михаил Пришвиндың һүҙҙәре менән әйткәндә : "Балыҡҡа - һыу, ҡошҡа - һауа, йәнлектәргә - урман, ялан -ҡырҙар, ә кешегә Ватан кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлау, тимәк, Ватанды һаҡлау"

  1. Текстан ҡамыштарҙың, тулған айҙың, елдәрҙең ни эшләүҙәрен табып уҡып күрһәтегеҙ әле.

Әҙәби тел менән әйткәндә, был юлдар йәнләндереү тип атала. Р. Ниғмәти был шиғырҙа йәнләндереүҙәрҙе оҫта ҡулланған. Йәнһеҙ предметты һәм тәбиғәт күренештәрен йәнле әйберҙәр рәүешендә һүрәтләү йәнләндереү була. Йәнләндереү күбеһенсә шиғырҙарҙа, йомаҡтарҙа ҡулланыла.

  1. Грамматик эш.

Түбәндәге һүҙҙәргә текстан сифаттар табып өҫтәп яҙырға:

Ватан (ниндәй?)…. матур

Тауҙары (ниндәй?)…. зәңгәр болоттай

Һыуҙары (ниндәй?) …. терегөмөштәй

Сәскәләр (ниндәй ?)…. ал, ҡыҙыл, зәңгәр

Ҡамыштар (ниндәй?)…. зифа





9. Өй эше биреү.

Өйҙә ҡобайыр формаһында яҙылған өҙөктө ятларға. Р. Ниғмәти тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт әҙерләргә.





10 Билдәләр ҡуйыу.

Дәрестә актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн билдә ҡуям. Афарин!





11. Йомғаҡлау.

Дәрес һеҙгә оҡшанымы? Дәрестә нимә тураһында һөйләштек? Башҡортостандың ниндәй халыҡ шағирының ижады менән таныштыҡ? Тимәк, беҙ дәрестә маҡсатҡа ирештекме?

Интернет селтәрендә уның русса тәржемәһен дә һөйләгән өҙөктәр бар, ваҡыт табып, тыңларға тырышығыҙ. Ватаныбыҙ киләсәге балалар, һеҙҙең ҡулда. Беҙҙең Тыуған ил тағы ла байыраҡ, матурыраҡ булһын тигән теләктә ҡалайыҡ.

Дәрес бөттө, һау булығыҙ.

































































































  1. Йөрәгем, тим, изге төйәгемде -

Хаҡ яҙмышым шунда ташланған,

Шунда минең бәхет таңым атҡан,

Шунда миңә Ватан башланған! (Р.Ғарипов)









  1. Йөрәгем кескәй булһа ла,

Ҙур һиңә һөйөү һүҙем,

Атай - әсәйемдәй күреп,

Яратам һине, илем. (А. Игебаев)









  1. Һиңә арнап йыр сығарҙым

Башҡортостан - бишегем.

Мәңге йәшә, мәңге йәш бул,

Ғәзиз ерем - баш илем!









  1. Илдең йәме - иле менән, Ватан йәме - ере менән.





























Башҡорт АССР ының халыҡ шағирҙары

  • Мәжит Ғафури (1923)

  • Рәшит Ниғмәти (1959)

  • Мостай Кәрим (1963)

  • Сәйфи Ҡудаш (1964)

Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағирҙары

  • Рәми Ғарипов (1992)

  • Назар Нәжми (1992)

  • Рауил Бикбаев(1992)

  • Әнғәм Атнабаев(1997)

  • Марат Кәримов (2003)

  • Тимербай Йосопов (2003)

  • Александр Филлипов (2004)

  • Абдулхаҡ Игебаев (2010)

  • Ҡәҙим Аралбай (2011)

  • Факиһа Туғыҙбаева (2014)





Башҡорт АССРының халыҡ яҙыусылары

  • Зәйнәп Биишева (1990)

«Народный писатель Республики Башкортостан»[править | править вики-текст]

  • Мусин, Нугуман Сулейманович (2001)

  • Хакимов Ахияр Хасанович (2001)

  • Нажиб Асанбаев (2006)

  • Хусаинов, Гайса Батыргареевич (2008)

  • Анатолий Генатуллин (2011) Гиниятуллин Талха Юмабаевич

  • Суфиян Поварисов (2011)

  • Флорид Буляков</<font color="#252525"> (2013)



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал