- Учителю
- Урок литературы по теме 'Святые родники'
Урок литературы по теме 'Святые родники'
Тема : Шишмәләр изге ул
Максат : шишмәләр тураһында белемдәрзе байытыу , уларзы һакларга,
әсәрзе тыуган як тәбигәте менән бәйле рәүештә аңларга өйрәтеү,
һөйләм телен үстереү.
Йыһазлау : 1.Плакат "Бер шишмә бар ..."
2.Шишмә һүрәте
3.Китаптар күргәзмәһе
4.Аудиокассета , "Тау шишмәһе " йыры
Дәрес барышы : тел шымартыу күнегеүзәре менән башлана
(Укыусылар хор менән әйтәләр ) :
Ша-ша-ша , һыуһындан тел камаша ,
Шы-шы-шы , кайза микән һыу башы ?
Шә-шә-шә , ана , күренә шишмә -
Ше-ше-ше , һыуһын басты һәр кеше.
Укытыусы : Без һеззең менән А. Йәгәфәрованың "Кескәй шишмә" хикәйәһен укынык .Бөгөн шул әсәр буйынса йомгаклау дәресе үткәрәбез. Дәфтәргә тема һәм число язабыз.
Ниңә шишмәләр изге,әйтә алаһыгызмы? (улар һыу бирәләр,һыуһынды басалар) Дөрөс , элек - электән бабайзарзан калган һүз бар : донъяда иң изге эш - һыуһаган кешегә һыу эсереү .Шишмә бындай эште бер туктамай мәңге башкара .
Хикәйәнең йөкмәткеһен искә төшөрөү.(бер укыусы һөйләй )
Укытыусы : Укыусылар , Марат тураһында низәр әйтә алаһыгыз ? Уның ниндәй сифаттары һезгә окшаны ? (ул уңган ,эшһөйәр ,ярзамсыл ) Тәбигәткә мөнәсәбәте аша малай безгә ошо сифаттары менән асылды . Шишмә тәрбиәсе икән .Ул безгә якшы кеше булып үсергә ярзам итә , тирә-йүнгә игтибарлы , һаксыл булырга сакыра .Был һыгымтаны тактага һәм дәфтәргә язып куяйык :
Шишмә беззе тәрбиәләй
Һәр кешегә үз урманы , үз шишмәһе кәзерле .Ә беззең ауылда ниндәй шишмәләр бар ?(Плакат менән эшләү ) Яуаптар :Усман , Каззаркип ,Тау , Сәгди ,Һалкын ...) Ошо шишмәләр тураһында кескәй инша язып килергә кушкайным , әйзәгез укыйбыз . (Иншалар укып фекер алышыу ) Һез был шишмәләргә касан бараһыгыз ? Һыу алырга гынамы ?Унда һез ни тураһында уйлайһыгыз ? (Бысратмаска кәрәк ,сөнки шишмә буйы матур ) Был фекерзе лә язайык :
Матур уйзар уйлата
Һораузар :Элегерәк кешеләр һыу буйында , шишмә эргәһендә йышырак булгандар .Ни өсөн ?(Һыу буйында осрашыу өсөн , каз өмәләре үткәргәндәр ,йәш киленгә һыу юлы күрһәткәндәр ) Ниңә егеттәр шишмә юлында кыз һайлагандар ?(Һыуы түгелмәйме ,матур атлаймы тип карагандар ) Әйзәгез ,язабыз :
Көйәнтәле йәш кыззарзы
Матур итеп атлата.
Беззән йырактарак ауылдарза ниндәй шишмәләр бар ?(Плакат эргәһендә эшләү ) Яуаптар :Һалкын шишмә-Яңауылда , Хәзрәт шишмә-Күрземдә , Баллы шишмә - Күрземдә ,Акбай (Изге ) шишмә -Козашта.
Акшишмәне ишеткәнегез бармы ?Ул ысын шишмә түгел ,райондагы шигыр һөйөүселәр ойошторган ижад шишмәһе ул .
Сәсән - шагирә Р .Ганиеваның шигырын укыу :
Акшишмә
Акшишмә ,акшишмә ,
Ак әле сылтыр-сылтыр.
Һинең күззәреңде астык,
Йыйылып бергә былтыр.
Был шигыр тураһында ишеткәнегез юкмы? Ысын шишмә түгел, райондагы шигыр һөйөүселәр ойошторган ижад шишмәһе ул. Тимәк шишмә күсерелмә мәгәнәлә лә кулланыла икән ( нимәнеңдер башы,
сыганагы мәгәнәһендә ) ?
Һөйләмдәр тикшереү : Тыуган як - рухи шишмә .
Китап - белем шишмәһе .
Тагы ниндәй шишмәләр бар ? Республикала билдәле Коргазак тураһында беләһегезме ? (Диктанттар йыйынтыгынан "Коргазак шишмәһе" тексы укыла ,уның төп фекере языла )
Тәнгә көс -кеүәт бирә
Ауыртыузарзы еңә
Шишмәләр һәр төбәктә лә бар .Уларзы тергезеүсе , йәшәтеүселәр бар . Улар тураһында әсәрзәр зә күп (китап күргәзмәһен тәкдим итеү). Һез ниндәй әсәрзәр, йомактар, мәкәлдәр, йырзар беләһегез ? ( "Ай былбылым", "Тау шишмәһе" йырзары; "Өй күрке-усак,ауыл күрке - шишмә (мәкәл) ; "Һыуһылыу", "Якшылык" , "Кырмыскагөлдөң шатлыгы" әкиәттәре )
Алдан әзерләнеп килгән укыусы һуңгы әкиәттән шишмә монологын һөйләй :
Ауыз итегез һыуымды,
Йыуыгыз бит - кулыгыззы.
Арып - талыу онотолһон,
Һыуым һезгә дауа булһын.
Сылтыр - сылтыр , сылтыр - сылтыр ,
Азашкандар юл тапһындар.
Арыгандар , йонсогандар
Ял итергә тукталһындар.
Ниндәй матур һүззәр ! Онотмайык уларзы . Ошо әкиәт буйынса бер укыусы һүрәт төшөргәйне .(8 - се синыфтан А.Послед.) Матурмы , бында нимәләр күрәһегез ?(Йәйгор , кырмыска ,шишмә ,күбәләк ) Шишмә ниндәй, кемгә окшаган ?Кайһы ягы менән ?(Шишмә катын - кыз һүрәтендә, кайгыртыусан ,юмарт булыуы менән окшаган ) .
Укытыусы : Әсәйзәр изге була ,уларзың бөтә уйы балаһы хакында .Без әсәйзәр өсөн иң кәзерле ,иң һөйкөмлө кешеләр .Шишмәләр зә шулай :бөтә йән эйәһенең һыуһынын баса .Такталагы темага карагыз : шишмәләр ысынлап та изгеме ? Һыгымтаны язайык :
Әсә кеүек миһырбанлы
Изге икән ул шишмә
Укыусылар ,әсәйзәр беззе шулай яраткас ,без зә уларзы кайгыртырга тейеш .Нисек итеп ?(Яуаптар тыңлана ) Тәбигәткә лә шундай караш булырга тейеш , уны һаклау - беззең бурыс. Был хакта А.Игебаевтың бик матур шигыры бар :
Төйәгемә күз ташлаһам ,
Хәсрәттәрем кузгала.
Зифа камышын һаргайтып ,
Һыузар кәмей йылгала.
Эсер һыузар за короһа ,
Донъябыззан ни кала ?
Шигырзың төп фекерен табыу (шишмәләрзе һаклагыз ).
Ауылдашыбыз Р.Фаршатовтың " Ауылым уңгандары" китабында "Шишмәләрзән үрелеп һыузар эсһәм " тигән бүлек бар. Ул беззең шишмәләребез тураһында кайгыртып язган, уларзы кәзерләп һакларга кушкан. ( Өзөк укыла )
Йомгаклау. Укытыусы, тактага карап : Укыусылар ,миңә генә шулай тойоламы ,шигыр килеп сыкканмы ? (Хор менән такталагы юлдарзы укыу , тыныш билдәләрен куйыу ) Эйе ,күңелдәге изге ниәттәр ,теләк - максаттар ,шишмә күзе булып тишелеп сыккан . Үзебеззең шишмәбез тыуган .Әйзәгез ,уга исем кушабыз. Уның өсөн "Беззең як шишмәләре " тигән кроссворд сисәбез .
1.Тәтешле районы шагирзарының ижад ойошмаһы
2.Күрзем ауылындагы "тәмле " шишмә
3Яңауылда ла , беззә лә булган шишмә
4.Ауыл уртаһындагы шишмә
5.Кеше исемен мәңгеләштергән шишмә
-
1
А
К
Ш
И
Ш
М
Ә
2
Б
А
Л
Л
Ы
3
Һ
А
Л
К
Ы
Н
4
Т
А
У
5
М
А
Л
И
К
Ниндәй исем килеп сыкты ? Тәкдим : ошо исемдә гәзит сыгарып , унда шигыр, әкиәт , һүрәттәрзе бастырырга .
Өй эше : шигырзың өсөнсө строфаһын язырга .
Дәрес аудиокассетанан "Тау шишмәһе" (К.Даян һүз.,М.Вәлиев муз.) йырын тыңлау менән тамамлана.