- Учителю
- Башҡорт (дәүләт) теленән эш планы 6 класс
Башҡорт (дәүләт) теленән эш планы 6 класс
Башҡортостан Республикаһы
Шаран районы муниципаль районы хаҡимиәте
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учрежденияһы
Наратаҫты төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Ҡаралған Килешелгән Раҫлайым
ММБ ултырышында директорҙың УТЭ урынбаҫары Директор
протокол ____ ________/ Сабанаева И.В. ____________/Күчмөхәмәтов И.Н.
_____________ _______й Приказ ___________
____________ ______й.
6-сы класс өсөн
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы
Дөйөм сәғәттәр һаны-35
Аҙнаһына- 1 сәғәт
Төҙөнө: Ишмәева Гөлнара Марат ҡыҙы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн.
Төҙөүселәре: Усманова М.Г.,Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина м.С., Ғәбитова З.М., Вәлишина Л.Ғ.
Аңлатма яҙыу
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М.Ғ. - Ижевск: КнигоГрад, 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «Наратасты төп дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
-
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
-
телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
-
бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Маҡсаттар һәм бурыстар:
-
Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
-
Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
-
Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
-
Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
-
Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
-
5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.
-
Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.
-
Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:
Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:
-
Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
-
Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).
-
Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Программа кимәле : базис.
Һылтанма: эш программаһы ММБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол №_ , __ ____________ 2015 йыл.
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2002.- 166 бит.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6- сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2010.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау:
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
-
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
-
ижади эштәр башҡарыу(төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу, нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙыу);
-
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
-
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
-
бирелгән тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү, план төҙөү, план буйынса йөйләү;
-
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
-
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.
-
Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
-
Контроль эштәрҙе триместрҙың беренсе көнөндә, шәмбелә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Яҙма эш төрҙәре яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һүрәтләү иншаһы;
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
-
"Мәктәп" темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.
-
Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.
-
Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
-
Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.
-
Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
-
Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
-
60 - 65 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 40-50 һүҙ изложение һәм 55-60 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.
-
Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диалог һәм монологтар төҙөү. 6 - сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
-
Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.
Календарь-тематик планлаштырыу
Планлаш
тырылған
Үткәрел гән
1
Т.Ғәниева. Беренсе сентябрь.
Алфавит
Тыныслыҡ, белеем көнө, Тыуған ил, китапхана, мәғәриф
Һүрәттәр, алфавит
02.09
2
Намыҫлы бул.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре
Фән, тәбрик итә, ғорурлыҡ, дан тотоу
Алфавит, портрет
06.09
3
Ф.Фәтҡуллина. Ҡояш.
Исем.
йөкмәтке, хикәйә, түңәрәк, әҙәбиәт
Һүрәттәр, схемалар
13.09
4
Г.Яҡупова. Октябрь
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше
Һүҙлек, йыйылыш, миҫал,һорау
Дидактик материал, таблица
20.09
5
К.Кийәбулатова. Көҙҙәр еткәс.
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше
Ҡат, спорт залы, ашхана, түңәрәк
Ятларға
27.09
6
Күсереп яҙыу "Һүҙ -тел күрке"
Рәссам, сихри төҫтәр
04.10
7
Хаталар өҫтөндә эш. М.Горький. Китап яратығыҙ.
Ятларға
11.10
8
Салауат батыр һәйкәле.
Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе
Халыҡ, милләт, татыу, йәшәй, дуҫ
Башҡортостан (альбом), карта
18.10
9
Г.Юнысова.Башҡортостан- дуҫлыҡ иле.
Эйәлек килеш исемдәрең килеш менән үҙгәреше
Ғорурланыу, шәхес, даһи, лайыҡ, Иген, гөлдәр, сал тауҙар, көтөү, дала
Һүрәттәр,йырҙар (кассета), китаптар күргәҙмәһе
25.10
10
М.Кәрим. Дим буйы.
Исем темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау
01.11
11
"Тыуған илем тәбиғәте" темаһына инша
Һәйкәл, урам, майҙан, ихлас
Карта, һүрәттәр
08.11
12
Хаталар өҫтөндә эш.
Оло яҙыусы һәм ғалим.
Ғәжәп, шифахана, мәмерйә, боронғо
Һүрәттәр, таблица
15.11
13
Дуҫлыҡ өсөн шул етәме.
Дуҫ, дуҫлыҡ, иптәш, тоғро, ысын дуҫ
Һүрәттәр, һүҙлектәр
22.11
14
Д. Фатихова «Кем дуҫ»
Бәхәс, өлкән, маҡтансыҡ, тәнәфес
Һүҙлек
29.11
15
Изложенин «Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар»
Йыйынтык
06.12
16
Ф.Мәҡсүтова. Ҡар бөртөктәре.
Хәбәр һөйкәлеше. Үткән заман.
Һалҡын һулыш, ғинуар, ыжғыр бурандар, әсе ел, сел,ҡалын ҡар
Һүрәттәр, таблица
13.12
17
Г.Яҡупова. Уртаҡ ҡыш.
Үткән замандың юҡлыҡ формаһы
Сатлама һыуыҡтар, ҡар аҫты, йомшаҡ ҡар
Һүрәттәр
20.12
18
Б.Байым.Светофор.
Үткән замандың юҡлыҡ формаһы
Һүрәттәр, аудиокассета
27.12
19
Н.Нәжми.Ҡыш.
Хәбәр һөйкәлеше. Киләсәк заман.
Ҡар тауы, сағы, сана, ҡар йомғағы, ҡар бабай, күңелле
Һүрәттәр
17.01
20
Инша «Ҡыштың һалҡын көндәре»
Мамыҡ ҡарҙар, бәҫ, боҙ, йоҡоға талған
Һүрәттәр, һүҙлектәр
24.01
21
Хаталар өҫтөндә эш.
И. Кинйәбулатов.Хәйерле иртә.
Рәүеш.
Тағараҡ, ем, ҡышлаусы ҡоштар, ярҙамға мохтаж
Күнегеүҙәр йыйынтығы
31.01
22
Р.Янбулатова. Ҡоштар ҡайта.
Исемдәрҙең ялғауы.
Ҡояшлы көн, матур миҙгел, күләүек, һыу таша
Һүрәттәр
07.02
23
К.Кинйәбулатова. Ҡарғалар йыры
Һүрәттәр буйынса эшләү.
Сыйырсыҡ, ҡара ҡарға, кәкүк, һандуғас, һайрау
Ҡоштар һүрәте
14.02
24
Яҙғы эштәр
«Ҡылым» темаһын ҡабатлау
батәре, түтәл, орлоҡ, сәсеү эштәре
Дидактик материал
21.02
25
Еңеү көнө.
Төп, рәт, бүлем,йыйыу һандары.
28.02
26
С.Әлибаев.Беҙ һанайбыҙ һандарҙы.
Сама, кәсер һандары.
Бөтөн, ярым.
07.03
27
Синыфтан тыш уҡыу.
14.03
28
«Яҙ» темаһы буйынса үткәндәре ҡабатлау
«Һан» темаһын ҡабатлау
Яҙғы байрамдар, һабантуй, ярыш, игенсе, йола
Һүрәттәр
21.03
29
Бөтә үтелгән темалар буйынса контроль диктант
"Йүкә - бал биреүсе"
Серле тәбиғәт, һайрай, файҙалы, ярҙам итәм
Диктанттар йыйынтығы, 44 -се бит
04.04
30
Хаталар өҫтөндә эш.
11.04
31
Г.Фәйзи. Йәйҙе яратам.
Ҡылым темаһын ҡабатлау.
Бөжәк, болон, еләк. ҡыҙынабыҙ
18.04
32
Синыфтан тыш уҡыу. Башҡортостан тәбиғәте.
25.04
33
Г.Яҡупова. Июль
02.05
34
С.Әлибай. Сал Урал.
16.05
35
Йомғаҡлау дәресе.
23.05