7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому языку (7 класс)

Рабочая программа по башкирскому языку (7 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

02.16



Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение Школа № 116

городского округа город Уфа Республики Башкортостан



«Рассмотрено»

на заседании ШМО

родных языков



Протокол № 1

«__» августа 2016 г

«Согласовано»

Заместитель директора по УВР, курирующего преподавание родных языков

_____________

(Байрамова А.М.)

«____» августа 2016г.



«Утверждено»

Директор школы

___________ Т.В.Еремеева



Приказ № ____

от «___» августа 2016 г.







Рабочая программа

учебного курса

основного общего образования

по башкирскому языку и литературе

Класс - 7Б





Выполнила:

учитель башкирского языка и литературы

высшей квалификационной категории

Усманова А.Г.











2016-2017 учебный год



Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы 116-сы мәктәбе





Ҡаралған" "Килешелгән"

ММБ ултырышында туған телдәр буйынса

протокол № 1 директор урынбаҫары

«__» август 2016 й _________/Байрамова А.М./

"Раҫланған"

116-сы мәктәп директоры

_________/ Т.В.Еремеева/

Приказ №

«__» август 2016 й











7Б класы өсөн



башҡорт теле һәм әҙәбиәттән



төп дөйөм белем биреү буйынса



уҡыу курсының эш программаһы









Төҙөнө:

юғары квалификацион категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Усманова Әлмирә Ғүмәр ҡыҙы











2016-2017 уҡыу йылы

ОГЛАВЛЕНИЕ:





Стр.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Общая характеристика учебного предмета

4

    Уҡыу предметын үҙләштергәндә шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре

    Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения конкретного учебного предмета

    5





      Уҡыу предметының йөкмәткеһе

      Содержание учебного предмета

      5

        Календарь-тематик планлаштырыу.

        Календарно-тематическое планирование.

        7

































































        1. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

        Общая характеристика учебного предмета

        Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

        Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

        Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

        Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

        1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

        2. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

        3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

        Маҡсаттар һәм бурыстар:

        - Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

        - Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

        - Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

        - Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

        - Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

        - 5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

        - Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

        - Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

        7 класс өсөн телмәр күнекмәләре:

        - Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;

        - Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

        - Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

        - Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

        - Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

        - Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

        - Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

        - Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

        - Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

        - Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

        - Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

        - Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

        - Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

        - Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

        - Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

        Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

        Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

        Уларға түбәндәгеләр инә:

        - башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

        - тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

        - дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

        - һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

        - тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

        Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

        Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

        Һорауҙарға яуаптар-1

        Диктант- 5

        Изложение - 2

        Инша - 2



        1. Уҡыу предметын үҙләштергәндә шәхсән, метапредмет, предмет-ара

        Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения конкретного учебного предмета

        I кимәл. Балала шәхси сифаттар үҫтерергә:

        Уҡыусы статусын ҡабул итергә, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә. Тыуған илгә, ергә, туған телгә, яҡын кешеләргә һөйөү тәрбиәләргә. Эшләгән эштәр, ҡылыҡ-фиғел өсөн яуаплылыҡ тойорға. Һау сәләмәт йәшәйеш булдырырға.

        II кимәл. Предмет-ара һөҙөмтәләре булдырырға:

        1) Төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табып ҡуллана белеү оҫталығына ирешергә;

        2)Үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылырға;

        3) Телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып телмәр сараларын һайлап ала белергә;

        4) Һорауҙар биреү оҫталығына эйә булырға.

        III кимәл. Предмет буйынса белем алырға:

        1. Тел берәмектәрен айыра белергә (һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, өн, хәреф);

        2. Һүҙ, һүҙбәйләнеш, предметтың атамаһын, сифатын, эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе айыра белергә;

        3. Кластан тыш тәҡдим ителгән 7-8 әҫәрҙе белергә.



        1. Уҡыу предметының йөкмәткеһе

        Содержание учебного предмета

        I. Яңынан мәктәпкә (6 сәғәт)

        5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

        Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

        Грамматика:

        6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

        II. Ауыл тормошо (7 сәғәт)

        Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

        Грамматика:

        Ҡылым.һүҙбәйләнеш.һөйләм төҙөлөшө.

        III. Башкортостан буйлап сәйәхәт (8 сәғәт)

        Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағытарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

        Грамматика:

        Яңғыҙлыҡ исемдәр.

        IV. Спорт. Спорт кәрәк-ярактары (9 сәғәт)

        Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

        Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

        Грамматика:

        Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.

        V. Мин һәм беҙҙең ғаилә (9 сәғәт)

        Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

        Грамматика:

        Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

        VI. Әсәй, әсәкәйем…. (З сәғәт)

        Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. "Катын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

        Грамматика:

        Теркәүес тураһында төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре.

        VII. Сәнғәт оҫталары. (7 сәғәт)

        Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

        Грамматика:

        Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

        VIII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (З сәғәт)

        Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

        «Исемдәрҙә - ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

        Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

        IX. Борон-борон заманда... (5 сәғәт)

        Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

        Грамматика:

        Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

        Х. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (5 сәғәт)

        Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

        Грамматика:

        Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

        XI. Йәмле йәй (4 сәғәт)

        Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

        Грамматика:

        7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.



        1. Календарь-тематик планлаштырыу.

        Календарно-тематическое планирование.

        Класс- 7Б.



        Дәрестең

        иҫәбе

        Дәрестең темаһы.



        Сәғәттәр

        һаны

        Үткәрелеү

        ваҡыты

        план

        факт

        Яңынан мәктәпкә-6с.

        1

        Уҡытыусыма. Йырҙар.

        1





        2

        Сифат дәрәжәләре. Б.Бикбай. Туған тел.

        1





        3

        Ҡылым. В.Баймырҙина.Дуҫлыҡ.

        1





        4

        Исемдең килеш ялғауҙары. З.Биишева. Башҡорт теле.

        1





        5

        Контроль диктант.Ҡара алтын.

        1





        6

        Хаталар өҫтөндә эш. Көҙҙәр еткәс.

        1





        Ауыл тормошо-7с.

        7

        Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Икмәк үткән юл.

        1





        8

        Һөйләм. Алтын башаҡтар.

        1





        9

        Һөйләм төҙөлөшө. Мәктәп ашханаһында.

        1





        10

        Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Т.Йосопов. Икмәк еҫе.

        1





        11

        Изложение. Хеҙмәт һәм икмәк .

        1





        12

        Хаталар өҫтөндә эш. Тәбиғәтте һаҡлау. Текст төҙөлөшө.

        1





        13

        Бал ҡорто. Хеҙмәт һәм икмәк тураһында мәҡәлдәр.

        1





        Башҡортостан буйлап сәйәхәт - 8с.

        14

        Исем. М.Кәрим. Башҡортостан. Сыңрау торна.

        1





        15

        Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Урал.

        1





        16

        Контроль диктант. Янғантау.

        1





        17

        Хаталар өҫтөндә эш. Урал йөрәге.

        1





        18

        Урал имәне. Кластан тыш уҡыу.

        1





        19

        Исем. Арҡайым. Риүәйәттәр.







        20

        Исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Мин Уралда йәшәйем.

        1





        21

        Тәбиғәт һәйкәлдәре. Тыуған ил, Ватан тураһында мәҡәлдәр.

        1





        Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары- 9с.

        22

        Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. Спорт - ул һаулыҡ.

        1





        23

        Тексты өлөштәргә бүлеү. Беҙҙең ғаилә ярышта.

        1





        24

        Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Һаулығың - байлығың.

        1





        25

        Беҙҙең катокта. Милли спорт.

        1





        26

        Изложение.Башҡорт халыҡ уйындары.

        1





        27

        Хаталар өҫтөндә эш. "Аҡбуҙат" ипподромы. Ипотерапия.

        1





        28

        Һөйләм төрҙәре. Башҡортостан ҡалаларында спорт.

        1





        29

        Ғ.Рамазанов. Яңы йыл менән! Ҡотлау тексын яҙыу.

        1





        30

        Спорт. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

        1





        Мин һәм беҙҙең ғаилә-9с.

        31

        К.Шафиҡова. Әсәй күҙҙәре.

        1





        32

        Контроль диктант. Бил бирмәҫ батырҙар.

        1





        33

        Хаталар өҫтөндә эш. Салауаттың туғандары.

        1





        34

        Ҡылымдарға өҫтәмә мәғәнә биреүсе һүҙҙәр. Әсә һүҙе.

        1





        35

        Ҡылымдарҙың заман формаһы. Ҡошҡа әйләнгән әбей.

        1





        36

        Ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреше. Беҙҙең ғаилә. Ярҙамсы.

        1





        37

        Шәжәрә. Кластан тыш уҡыу.

        1





        38

        Интонация буйынса һөйләм төрҙәре. Дуҫ - дуҫтың көҙгөһө.

        1





        39

        Ғаилә, ата-әсәләр тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Ҡылым. Ҡабатлау.

        1





        Әсәй, әсәкәйем… 3с.

        40

        Теркәүестәр. Ф.Рәхимғолова. Беҙҙең әсәй.

        1





        41

        Й.Солтанов. Ҡәнәфер сәскәһе.

        1





        42

        Инша. Донъяла иң ҡәҙерле кеше.

        1





        Сәнғәт оҫталары-7с.

        43

        Хаталар өҫтөндә эш. Тыуған ауылым.

        1





        44

        Теркәүестәрҙең төрҙәре. Башҡорт милли музыка ҡоралдары.

        1





        45

        Теҙеүсе теркәүестәр. Ҡумыҙсы Р.Заһретдинов.

        1





        46

        Мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина.

        1





        47

        Эйәртеү теркәүестәре. Башҡорт халыҡ бейеүҙәре.

        1





        48

        Һандарҙың яҙылышын ҡабатлау. Ете - ғәжәп һан.

        1





        49

        Теркәүес тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Салауат Юлаев.

        1





        Исемең матур, кемдәр ҡуйған? 3с.

        50

        Бәйләүестәр. Исемдәрҙә - ил тарихы.

        1





        51

        Бәйләүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Боронғо башҡорт исемдәре.

        1





        52

        Контроль диктант. Ағиҙел.

        1





        Борон-борон заманда-5с.

        53

        Бәйләүестәр. Хаталар өҫтөндә эш. Әкиәт.

        1





        54

        Яңғыҙлыҡ исемдәр. Ирәндек.

        1





        55

        Киҫәксәләр. Оморҙаҡтың тапҡырлығы.

        1





        56

        Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?

        1





        57

        Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Йомаҡтар.

        1





        Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ-5с.

        58

        Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.. Тыныслыҡ кәрәк.

        1





        59

        Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Дуҫтарым күп.

        1





        60

        Инша. Урман - ҙур байлыҡ.

        1





        61

        Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Ярҙам.

        1





        62

        Ымлыҡтар. Яҙ сәскәһе.

        1





        Йәмле йәй-4с.

        63

        Һөйләм төрҙәрен ҡабатлау. Йәй. Лагерь иртәһе.

        1





        64

        Контроль диктант. Лагерь.

        1





        65

        Хаталар өҫтөндә эш. Ҡырмыҫҡа.

        1





        66

        Тыуған яҡтар. Күренекле шәхестәр.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

        1







        Иҫкәрмә: дөйөм сәғәттәр һаны календарь график, 2016-2017 йылғы уҡытыусылар календары һәм дәрестәр теҙмәһе буйынса йылына 66 сәғәт.







         
         
        X

        Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

        После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

        Кнопки рекомендации:

        загрузить материал