7


  • Учителю
  • Урок по теме: 'Халыҡ уйына тоғролоҡ'

Урок по теме: 'Халыҡ уйына тоғролоҡ'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Халыҡ уйына тоғролоҡ
(М. Аҡмулла ижады буйынса)

8-9 кластар өсөн


Маҡсат. М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса тулы мәғлүмәт туплау; уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләүен, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү; күренекле шәхестәр яҙмышына, халыҡ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу. Р.Шәкүрҙең «Шиғриәт йондоҙо», «Арҙаҡлы башҡорттар», Р.Насировтың «Уҙамандарҙы эҙләйем», Ә.Әсфәндиәровтың «Олатайҙарҙың бар тарихы», Я.Хамматовтың «Һырдаръя» китаптары, терәк схемалар.

Дәрес барышы

«…Был исем беҙҙең аңыбыҙҙа инде күптән ысын мәғәнәһендә

халыҡ уйына, халыҡтың яҡты идеяларына, хаҡлыҡҡа һәм ғәҙеллеккә,

юғары шиғриәткә тоғролоҡ символына әйләнгән.»

Рәшит Шәкүр

I. Ойоштороу.

Башҡорт халҡының күренекле шағиры, мәғрифәтсеһе, фекер эйәһе, тура һүҙле, сәсән телле улы Мифтахетдин Аҡмулла тураһындағы дәресте ҡобайыр юлдары менән башлауыбыҙ юҡҡа түгел. Ҡобайырҙарҙа данланыр, йырҙарҙа йырланыр арҙаҡлы шәхес ул Аҡмулла. XIX быуаттың II яртыһында ижад итеп, шиғри әҫәрҙәре бөгөнгәсә һаҡланған, халҡы күңелендә юйылмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдырған, ғалимдар, яҙыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәрҙә оло ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятҡан был шәхестең тормошо, яҙмышы нисек булған? Ни өсөн уның шиғриәте бөгөнгө уҡыусы күңеленә лә яҡын? Беҙ ошо һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ.

Уҡыусылар, беҙ быға тиклем М.Аҡмулла ижадын ниндәй йүнәлештәрҙә өйрәндек? (Тормош юлын, айырым әҫәрҙәрен, поэзияһының жанрҙарын, ижадының йүнәлешен, тематикаһын, исеменең нисек мәңгеләштерелеүен, М.Аҡмулла тормошон яҡтыртҡан әҫәрҙәрҙе өйрәндек.)

II. Әҙерлек өлөшө.

Бөгөн М.Аҡмулла яҙмышындағы мөһим ваҡиғаларға ентеклерәк туҡталып, уның мәғрифәткә саҡырып гиҙгән юлын экранда сағылдырырбыҙ.

Уҡытыусы. Эш барышында һеҙҙе тынғыһыҙ шағир, мәғрифәтсе М.Аҡмулла образы оҙатып барыр. (Аҡмулланың портреты күрһәтелә.)

Уның һүрәтенә ҡағылышлы ниҙәр беләһегеҙ? (М. Аҡмулланың һүрәте - хыял һәм фантазия емеше, тиергә була, сөнки ул үҙе иҫән саҡта уның рәсеме төшөрөлмәгән. Ислам дине буйынса кешенең һүрәтен эшләү бөтөнләй тыйылған.)

М.Аҡмулланы уның бер туған ҡустыһы Әхмәҙигә оҡшаған, тиҙәр. Был турала ниҙәр билдәле? (1981 йылда башҡорт ғалимдары һәм тикшеренеүселәре Ә. Вилданов, Р. Шәкүр, антрополог Ринат Йосопов, халыҡ рәссамы Зилфәт Басиров булған материалдарҙы туплап, тикшерәләр. Аҡмулланың тышҡы ҡиәфәте күҙҙаллана һәм уның тәүге портреты тыуа.)

Портретты яҙғанда автор З.Басиров Дим буйы, мең ырыуы башҡорттарына хас булған һыҙаттарға нығыраҡ туҡтала. М.Аҡмулла портретта нисек һүрәтләнгән? (Аҡыллы, уйсан ҡарашлы, ҡаштары һынылып тора, матур тура танаулы, нәҙегерәк иренле, бәләкәй һаҡаллы. Ул өҫтөнә башҡорт кейеме кейгән, башына сәллә ураған.)

Бөгөн ғалимдар алдында билдәле антрополог М.М.Герасимов методы менән М.Аҡмулланың ысын йөҙөн күҙ алдына баҫтырыу бурысы тора.

III. Төп өлөш.

1831 йыл, Туҡһанбай. (Координата һыҙығында сағылдырыла.) Ошо осорға, ата-әсәһенә ҡағылышлы ниҙәр билдәле?

Олатаһы Ишҡужа Ишбулдин ауылдың указлы муллаһы була, атаһы - Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе - Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы. Мифтахетдин күмәк балалы ғаиләлә үҫә.

Ул осор материалдары буйынса, Туҡһанбайҙа йорттар һаны 15 - 20-нән артмаған. Күп йәш ғаиләләр башҡа сыҡмай, ата-әсәһе, туғандары менән йәшәүҙе хуп күргән, сөнки был осорҙа башҡорттарға күп феодаль һалымдар түләргә тура килгән, ә уны йән башына түгел, һәр хужалыҡҡа һалғандар.

1834 йылдың 15 мартында үткәрелгән ревизия материалдары буйынса, 1834 йылда Туҡһанбай ауылы муллаһы Ишҡужа Ишбулдиндың 29 йәшлек улы Камалетдиндың 3 йәшлек улы Мифтахетдин, 1 йәшлек ҡыҙы Гөлниса барлығы теркәлгән. Был турала Ә.Әсфәндиәров, Р.Шәкүр үҙ хеҙмәттәрендә күрһәтә. Материалдар VIII, IX, X, XI ревизия материалдарына таянып яҙылған.

1848 - 1851 йылдар. Белем алыуы. Мифтахетдин тәү белемде үҙ ауылында, унан күрше ауылда, Лоҡман мулла мәҙрәсәһендә ала. Артабан Мәнәүезтамаҡ һәм Әсән мәҙрәсәләрендә уҡый.

Ошо ваҡытта, ҡайһы бер материалдарға ҡарағанда, ул өйләнә. Үкенескә ҡаршы, тәүге ҡатыны йәшләй үлә. (Р.Шәкүр «Арҙаҡлы башҡорттар».)

М.Аҡмулланың йәшлек осорона сағылышлы тағы ла ниҙәр билдәле? IX ревизияла 1850 йылдың февраленән алып июненә тиклем 19 йәшлек Мифтахетдин төрмәлә була, тип яҙыла. Тарихсы Ә.Әсфәндиәров бының сәбәбен хәрби хеҙмәттән баш тартыу булғандыр, тип фараз итә, сөнки кантонлыҡ системаһы осоронда һәр башҡорт 19 йәштән хәрби хеҙмәткә алынырға һәм оҙайлы хеҙмәт итергә тейеш булған. (Ә. Әсфәндиәров, «Олатайҙарҙың бар тарихы».)

- Кантонлыҡ системаһы осоро ҡайһы йылдарҙы үҙ эсенә ала? (1798 - 1865 йылдар.)

Был, моғайын, тарихи дөрөҫлөккә тап киләлер, сөнки 1867 йылда дошмандары тап ошо фактты - уның хәрби хеҙмәттән баш тартыуын сәбәп итеп, төрмәгә ултырта.

М.Аҡмулла ҡаҙаҡтар араһында үҙен Мөхәмәтйәр исемле ҡаҙаҡ улымын, тип таныштыра. Аҡмулла - ҡаҙаҡ, тигән версия ошонан килеп сыға. З.Рәсүлев М.Аҡмулланың ҡәбер ташына «атаһы Мөхәмәтйәр, тәрбиәләүсе атаһы Камалетдин» тигән яҙыу яҙҙыртҡанда ла ошо уҡ фактҡа таяна, буғай. Ҡаҙаҡ ғалимдары Д.Ҡасҡынбаев, С.Сәйфуллиндар ҙа был версияны ҡулланып, Аҡмулланы ҡаҙаҡ тип иҫбатлай. Р. Шәкүр үҙ хеҙмәтендә ошондай йүнәлештәге эштәрҙең әле лә булыуы тураһында борсолоу белдерә. («Звезда поэзии», 2006 й.)

Ваҡыт үтә килә, башҡорт ғалимдары Р.Шәкүр, Ә.Вилданов, Ә.Әсфәндиәров, С.Галиндарҙың эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә, уның ысын атаһы - Камалетдин Ишҡужа улы икәнлеге иҫбатлана.

Дәреслектәрҙә әсәһенең иртә вафат булыуы арҡаһында М.Аҡмулланың үгәй әсәй ҡулында үҫеүе тураһында яҙылған. Р.Шәкүр тикшеренеүенсә, 1850 йылда, IX ревизия материалдарында шағирҙың әсәһе Бибиөммөгөлсөмдөң иҫән, уға 41 йәш икәнлеге яҙыла. Был саҡта Мифтахетдинға 19 йәш булған. Тимәк, уның йәшләй үгәй әсә ҡулында тәрбиәләнеүе тураһындағы фекер дөрөҫ түгел.Кәмһетелеүҙәргә килгәндә, шуны күҙ уңында тоторға кәрәк: Ишҡужа мулланың 5 улы, 2 ҡыҙы була, йәш ғаиләләр айырылып башҡа сыҡмаған осраҡта, күмәк кеше бергә йәшәргә тура килә.

1853 - 1854 йылдар.М.Аҡмулла Стәрлебаш мәҙрәсәһендә суфый шағир Шәмсетдин Зәки менән таныша, уның дәрестәрен тыңлай. Ләкин был мәҙрәсә лә М.Аҡмулланы ҡәнәғәтләндермәй. Аҙаҡ ул «Мәжлесенә ҡарай ғына» шиғырында ошолай яҙа:

Фәҡирлектән артыҡ фән күрә алманыҡ,

Шәһәр сығып, алыҫ яҡҡа йөрөй алманыҡ.

Мәргәндәрҙе танырлыҡ хәлебеҙ бар,

Шул сәбәптән сабыр ҡылып тора алманыҡ.

Ул заман китап ҡайҙа был замандай,

Йөрөйөм тәрән ерҙән һыу ала алмай,

Бер шәриҡ ҡалын китап уҡып торһа,

Ҡыҙығып, мин фәҡирҙең күҙе аландай.

1854 - 1866 йылдар. М.Аҡмулла был осорҙа Ырымбур, Троицк, Күксәтәү ҡалаларында һәм шул тирәләге башҡорт, ҡаҙаҡ ауылдарында йәшәй. (М.Аҡмулла йәшәгән ерҙәр картанан күрһәтелә.)Ул балта оҫтаһы, уҡымышлы мулла булып таныла. Хаҡ, тура һүҙле булғаны өсөн ҡаҙаҡтар уны яратып, Аҡмулла тип исем бирә. (Ғ.Мөхәммәтшиндың «Аҡмулла ҡаҙаҡтар араһында» һүрәте күрһәтелә.)

М.Аҡмулла үҙ заманы өсөн прогрессив ҡарашлы уҡытыусы булараҡ, балаларға дәресте үҙ телендә аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуя, ҡаҙаҡҡа - ҡаҙаҡса, башҡортҡа башҡортса һөйләй. Шиғырҙарында прогресҡа ынтылыш ярылып ята.

Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем.

Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.

Бирҙең, тәңрем, телде беҙгә һөйлә, тип,

Тура юлға телде шуға әйҙәйем!

Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,

Камилдар ҡатарына кергән яҡшы.

Русса уҡып ҡына түгел белмәк,

Хәл килһә, французса белгән яҡшы.

1866 - 1867 йылдар.Ул атаһы йортона ҡайта. Үкенескә ҡаршы, шағирға йылы ҡараш, яҡты сырай күрһәтеүсе булмай. Сәбәбе, моғайын, М.Аҡмулланың муллаларҙан, байҙарҙан көлөп яҙған сатирик шиғырҙарындалыр, сөнки атаһы Камалетдин үҙе лә мулла. Tарих ошондай деталде лә һаҡлай. Ауыл кешеләре оҙаҡ юғалып торғандан һуң ҡайтҡан Аҡмуллаға: «"Ҡадихан" китабын уҡый беләһеңме? Уны беҙҙең ауылда Камалетдин хәҙрәттән шәп уҡыған кеше юҡ», - тиҙәр. Быға Мифтахетдин: «Уҡымай тағы! Атайымдың белеме минең белемдең аяҡ йөҙлөгөнә лә етмәй!» - ти. Ҡыҫҡаһы, ата менән ул үпкәләшә һәм М.Аҡмулла атаһының атын, арбаһы менән тунын рөхсәтһеҙ алып, сығып китә. Был ваҡиға шағирҙың ниндәй әҫәрендә сағыла? «Атайыма хат» шиғырында М.Аҡмулланың хис-тойғолары үпкә һүҙҙәре аша белдерелә. (Әҫәр уҡыла.)

Шиғырҙың тәүге 2 юлы Туҡһанбай ауылы кешеһе, Хәбетдин Бәҙретдиновтан яҙып алына. Тағы 10 йылдан һуң, 1974 йылда Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылы өлкәндәренән шиғырҙың ҡалған өлөштәрен яҙып алалар. Хәҙерге көндә «Атайыма хат» шиғырының 3 варианты бар.

Ошо әҫәр нигеҙендә М.Аҡмулланың биографияһы бер аҙ тулылана төшә. Ысынлап та, тыуған йортона 13 йылдан һуң беренсегә ҡайтҡан шағир атаһына Ырымбурҙан үпкәле хат ебәрә. Ғ.Шафиҡовтың «Аҡмулла» повесында ла был ваҡиға телгә алына.

1867 йыл. Ата йортонан киткәндән һуң Аҡмулла тормошонда ниндәй хәлдәр була? Троицкийҙан йөҙ саҡрымдар алыҫыраҡ ерҙә уҡытып йөрөгән сағында ҡаҙаҡ байы Иҫәнгилде менән низағлаша. Ни өсөн? (Хәрби хеҙмәтте, уның ҡаҙаҡ булмауын нигеҙ итеп алһалар ҙа, төп сәбәп, әлбиттә, М.Аҡмулланың шиғырҙары була. Дәреслектән миҫалдар уҡыла.)

Я. Хамматовтың «Һырдарья» романында ла ошо факттар сағылыш таба. Ҡаҙаҡтарҙан берәү М.Аҡмулланы йыназаға саҡырып килгәс, ул: «Минең төп шөғөлөм - балалар уҡытыу, йыназаға башҡа муллаға әйтегеҙ», - тип баш тарта. Саҡырып килеүсе: «Солтанморат муллаға бирерлек байлығыбыҙ юҡ, ул ике һарыҡ, күп аҡса һорай. Һеҙҙе әҙәпле, тиҙәр», - ти. Аҡмулла риза була.

1867 - 1871 йылдар. (Видеоөҙөктә Троицк ҡалаһының төрмәһе күрһәтелә, М. Аҡмулланың яман ҡулдарға эләгеүе хаҡындағы өҙөк тыңлана.)

Нахаҡ рәнйетелгән М.Аҡмулла «Урыным - зиндан» шиғырын яҙа.

Халыҡтың Аҡмуллаға мөхәббәте шул тиклем көслө була, улар уны ярата, хөрмәт итә. Әхмәтбай Баҡиров исемле кеше уны порукаға алып, төрмәнән ҡотҡара. Ҡотҡарылғандан һуң да әле ул 2 йыл арестант ротаһында ҡалырға тейеш була. Ғатаулла Баязитов менән Ғәбиҙулла Йыһангировҡа барып, император Александр II исеменә прошение яҙалар, 2 мең һум аҡса түләйҙәр һәм М.Аҡмулла арестант ротаһынан да ҡотҡарыла.

1889 йыл М.Аҡмулла ижадында ни менән әһәмиәтле?

М.Аҡмулла татар мәғрифәтсеһе, ғалим-реформаторы Ш.Мәржәнигә арнап мәрҫиә ижад итә. Әҫәр тәүҙә мәдхиәитеп яҙыла, аҙаҡ Ш.Мәржәниҙең вафат булыуы сәбәпле мәрҫиәгә үҙгәртелә. (Ш.Мәржәниҙең рәсеме күрһәтелә.)

1892 йылда Ҡазанда баҫылған бары 15 битлек «Ш.Мәржәни мәрҫиәһе» - шағир үҙе иҫән саҡта сыҡҡан берҙән-бер китабы.

1894 йылда мәғрифәтсе тормошонда ҙур осрашыу була. М.Аҡмулла Өфөгә килеп, Р.Фәхретдинов менән осраша. Мәжлестә М.Өмөтбаев менән икеһе әйтеш ойошторалар. Матур, үҙенсәлекле шиғри бәйге өлгөһө, үкенескә ҡаршы, һаҡланмаған.

Р.Фәхретдинов М.Аҡмуллаға китабын сығарышырға ярҙам итергә теләй, тик М.Аҡмулла эште аҙаҡҡараҡ ҡалдырыуҙы хуп күрә.

М.Аҡмулланың Өфөгә барыуы. 1892 йылда 61 йәшлек сағында М.Аҡмулла Сәғирә Юлдыбаева исемле йәш башҡорт ҡыҙына өйләнә. Ул - М.Аҡмулланың никахлашҡан берҙәм-бер ҡатыны. (Р. Насиров, «Уҙамандарҙы эҙләйем».) Ләкин Сәғирә, ике йыл бергә йәшәгәндән һуң, унан баш тарта. М.Аҡмулла сәбәбен асыҡлауҙы, ҡатынын кире ҡайтарыуҙы һорап, Өфөгә Диниә назаратына, ҡазый Р.Фәхретдиновҡа бара. Һөләймән ҡыҙы Сәғирәгә илгиҙәр шағирҙың тормошо оҡшамай, күрәһең, М.Аҡмулла был ваҡытта еңел арбаһында ауылдан-ауылға йөрөп, ғилемгә өндәп, ҡаҙаҡҡа ла, башҡортҡа ла, берҙәй үк мәғрифәт йырын йырлай. Ауырлыҡтан, тигеҙһеҙлектән сығыу, яҡшы тормошҡа ирешеү юлдарын ул белемдә күрә.

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» шиғыры 1931 йылда табыла. Белем нуры һибеүсе мәғрифәтсе М.Аҡмулла үҙ осоро өсөн яҡтылыҡ һибеүсе шәм була.

1895 йыл, 8 октябрь. М.Аҡмулла ҡаҙаҡтар менән хушлашып, тыуған яҡтарына бөтөнләйгә ҡайтырға юллана. Троицк, Силәбе аша үтеп, Миәскә етә. Унда таныш хәҙрәте Сәләхетдин Бәширов янында туҡталып, ҡунып китә. Сәләхетдин М.Аҡмулла яҙмышы өсөн борсолоп, уның ваҡытлыса үҙендә тороуын үтенә, тик шағир юлға ашыға. Ошо юлды үткәндә үлтерелә.

IV. Йомғаҡлау. М.Аҡмулла йондоҙо, уның шиғриәте йылдан-йыл сағыуыраҡ балҡый. Ул, М.Горькийҙың үҙ йөрәген йолҡоп алып, факел итеп яндырған Данкоһы шикелле, ғүмерен халҡына арнай, ауыр һәм ҡараңғы замандарҙа тынмайынса мәғрифәт йырын йырлай. Шуға ла уның исеме халыҡ хәтерендә, халыҡ уйында.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал