7


  • Учителю
  • Дәрес конспекты Йыһат Солтанов «Ҡурай моңо» 4-се класс

Дәрес конспекты Йыһат Солтанов «Ҡурай моңо» 4-се класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Й.Солтанов «Ҡурай моңо» 4-се класс


Маҡсат: Уҡыусыларҙа милли музыка ҡоралы- ҡурайға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, моңға һөйөү тәрбиәләү; Ишмулла Дилмөхәмәтов менән таныштырыу; яңы һүҙҙәр белеү, телмәр, йүгерек уҡыу өҫтөндә эшләү.

Йыһазландырыу: видеояҙма, һүрәттәр, яҙылған таблицалар, Ә.Дилмөхәмәтованың китабы «Ишмулла Дилмөхәмәтов».

Барышы:

I. Ойоштороу

-Дөрөҫ итеп ултырабыҙ,

Дәрес башлана хәҙер

Уҡытыусыны тыңларға

Уҡыусы һәр саҡ әҙер.

II. Ҡабатлау

Уҙған дәрестә бирелгән өй эшен тикшереү.

III. Төп өлөш

1. (Ҡурай моңо ағыла , девиз уҡыла)

_Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы, өҙҙөрт ,ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын.(Ш.Бабич)

-Уҡыусылар, бөгөнгө дәресебеҙ нимә тураһында буласаҡ? (ҡурай).

2. Легенда һөйләү( яуыз хан, сәс алыусы егет тураһында)

-Егет тере ҡала,төрлө үләндәр, тамырҙар менән туҡлана, ҡорт тишкән үлән һабағынан көй сығарырға өйрәнеп китә. Тора- бара ауылдаштары , ата-әсәһе менән осраша.

3.Ҡурай менән таныштырыу

-Шунан алып был үҫемлекте ҡурай тип йөрөтә башлайҙар. Уның буйы 120-170 см. Ҡурай Урал тауында үҫә. Тәбиғәт ярлылана барғанлыҡтан , башка үҫемлектәр кеүек үк, ҡурай ҙа хәҙер аҙ үҫә. 4 йылға бер генә уңа. Ул шулай уҡ Алтай, Саян тауҙарында һәм Якутияла үҫһә лә, музыкаль инструмент булараҡ тик башҡорттарҙа ғына таралған. Ҡурайҙы көҙ көнө япраҡтары ҡойолғас ҡына ҡырҡып алып , ышыҡ урында киптерәләр.

Һабағын ҡулдар менән сиратлап тотоп 8-10 ус киңлеген ҡалдыралар ҙа киҫеп алалар. Тишектәрҙе, улар 5, аҫтан башлап уялар1-сеһе -4 бармак араһында, киләһе 3 тишек - 2 бармаҡ араһында , һуңғыһы, 5-сеһе-ҡурайҙың артҡы яғында ,4-се тишектән 3 бармаҡ араһында киҫелә.

Тәбиғәттә үҫкән ҡурай моңо йәнгә яҡыныраҡ . Сыҙамлы һәм матур булһын өсөн боронголар ҡурайға йылан тиреһе, һис юғында һарыҡ эсәгесе кейҙергәндәр. Үлән ҡурай сыҙамһыҙ: тиҙ ярыла, һына. 70-се йылдар уртаһында Өфө рәссәме Вәкил Шөгәепов ағастан ҡурай яһай башлай.Ҡайын ,саған ерек шпондары ҡулланыла. (Шпон-йәбештерелмәй эшләнгән бер ҡатлы фанер. Ул йылытыла һәм бөкләнә)

-Бөгөн башҡорт ҡурайы милләттең символына әйләнде. Уның һүрәтен һеҙ ҡайҙа йыш курәһегез? (БР символикаһында)

-Ә сәскәләре ни өсөн ете? (ете ырыу, ете көн, йәйғор төҫтәре ете, етеһен уҡытыу, ете быуынды белергә, ете мөгжизә һ.б.)

- Тимәк, беҙҙең башҡорт халҡы өсөн ете һаны изге һан булып тора.

4.Ҡурайға һәйкәл.

Баймак районы Төрөкмән ауылы эргәһендә , Туғажман тауында,биология уҡытыусыһы Миҙхәт Байрамғолов ҡурайға һәйкәл ҡуйыуҙы ойоштора.Уның таждары етәү түгел ,

ә 29. Баймаҡ районы ҡурайсыларын сағылдыра ул.

5. Фонетик күнегеүҙәр (ҡ өнө буйынса)

6. Дәреслек менән эш.

Й.Солтанов «Ҡурай моңо»

(Й.Солтанов тураһында һөйләнә, һүрәте күрһәтелә).

7. Ишмулла Дилмөхәмәтов тураһында

( Укытыусы һөйләй).

8. Текст менән эш

-һүҙлек эше

-сылбыр менән уҡытыу

-һорауҙарға яуап биреү

9. И.Дилмөхәмәтов тураһында видеояҙма ҡарау.

10.Ҡурай музыка уйын ҡоралы ғына түгел икән…(укыусылар сығышы)

-Ҡурайсылар,ғалимдар, тарихсылар иҫәпләүенсә ,күп быуаттар элек ҡурай эш кораллы ла булған.

1.Ҡырағай бал ҡорттары ҡыуыш ағасҡа оялай.Кеше ҡыу ҡурайҙы кейәгә тығып , балы бармы -юҡмы икәнлеген белә ала. Кәрәҙгә батҡан ҡурайға бал тула, һәм кире алғанда балы ҡуша сыға.

2.Кипкән ҡурай үләнен алып, эсенә кипкән сөрөк тултырып, йыуан башынан сөрөккә ут ҡапҡансы туҙ яндырып тораһың да йыуан яғы менән өҫкә ҡаратып солоҡ эсенә һөйәп ҡуйһаң , ярты сәғәт уйламай ҙа төтәй. Уңайлы , яңғыҙ кешегә төтәткесте алып , ҡуйып торғансы ваҡыт үтә.

3.Ағасын йығып, кемдер балын алып киткән, ә көндәр һыуыта,көҙ, бал корттары астан үлеүе мөмкин. Бал ҡорттары ағас эсенән буйлап юғары киткән, улар ағастың ҡайһы өлөшөндә икәнен билдәләгәндә, ҡурайҙы ағас тишегенә ҡуйып, тыңлап табалар. Бал корттарын алып ҡайтып, һәләк булыуҙан ҡотҡарып ҡалалар.

4.Көҙгө аяҙ көндәрҙә бур ҡорт- ҡунаҡтар менән һаҡсы ҡорттар араһында ысын һуғыш башлана. Бына шул саҡта ҡурайға он һалып, умартасы умартаның кейәһенә ҡуя. Бур ҡорттар килеп , бал урлап, онға мансылып, үҙенең умартаһына ҡайта, һәм эҙе ҡала. Умартасы һауытҡа әҙерәк бензин һалып , умарталыҡ эргәһенә ултыра. Бур ҡорт был еҫкә башҡаса килмәй.

11. Башҡортостандағы башҡа ҡурайсылар менән таныштырыу.

Видеояҙма карау.( Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Роберт Юлдашев һ.б.)

IV. Йомғаҡлау.

-Был дәрестә нимәләр белдегеҙ? Кемдәр менән таныштығыҙ?

-Ҡурай -хистәр ташҡыны , моңдар даръяһы, көйҙәр шөһрәте.

Ш.Бабичтың «Ҡурайға» шиғыры уҡыла.

Өй эше: Дарыу үләне буларак ҡурай(материалдар)




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал