7


  • Учителю
  • Сценарий по башкирской литературе

Сценарий по башкирской литературе

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Һыу буйында киске уйын

Сәхнә ауыл өйөнөң ҡайһы бер өлөшө менән һүрәтләнгән. Матур пәрҙә эленгән. Өй алдында ултырғыс. Яҡында ғына үрелгән ситән. Залдың икенсе өлөшөндә шишмә буйы, кескенә асыҡлыҡ, сәскәләр үҫә.

Ҡыҙҙар шау-шыу килеп, йүгереп инәләр һәм өй эргәһендәге ултырғысҡа ултыралар.

1-се ҡыҙ: Әйҙәгеҙ, Лилиәне киске уйынға саҡырабыҙ.

Ҡыҙҙар: Әйҙәгеҙ, әйҙә.

Тауыштар: Лилиә, Лилиә!

2-се ҡыҙ: (өйҙән өндәшә). Хәҙер сығам! (Сыға.) Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар!

Ҡыҙҙар: Һаумы, Лилиә. (Ситән артына ҡасҡан егеттәр һикереп торалар.)

1-се егет: Егеттәр, ҡыҙҙар бында икән!

2-се егет: Иҫәнмеһеҙ, һаумыһыҙ

Нигә кәзә һаумайһыҙ?

Әтәсегеҙ йомортҡа һалған

Нигә сығып алмайһыҙ?

1-се ҡыҙ: Әй Әпсәләм, Әпсәләм,

Сәләм бирҙем, әссәләм!

Һинән беҙгә тейештер бит

Егеттәр: Вәғәләйкемәссәләм!

1-се ҡыҙ: Шунан?

2-се егет: Туғыҙ кәмерәк ундан.

1-се ҡыҙ: Шунан?

2-се егет: Ултырған да шыуған.

1-се ҡыҙ: Шунан?

2-се егет: Кишер менән һуған.

1-се ҡыҙ: Шунан?

2-се егет: (Юғалып ҡала). Егеттәр, ярҙам итегеҙ әле миңә!

Егеттәр менән ҡыҙҙар ҡапма -ҡаршы баҫалар ҙа таҡмаҡ әйтешеләр.

Егеттәр: Беҙ йырлайбыҙ шаян йырҙар,

Ә һеҙ тыңлап тороғоҙ.

"Ана килә автомобиль"

Булыр беҙҙең йырыбыҙ.

Ҡыҙҙар: Ана килә автомобиль,

Төйәгәндәр ҡалайҙар.

Беҙҙең ауыл малайҙары -

Туҡһан йәшлек бабайҙар.

Егеттәр: Ана килә автомобиль,

Төйәгәндәр ҡапсыҡтар.

Беҙҙең ауыл малайҙары -

Һикһән йәшлек ҡарсыҡтар.

Ҡыҙҙар: Ана килә автомобиль,

Төйәгәндәр бүрәнкә.

Беҙҙең ауыл малайҙары -

Йыйыныһы бер тәңкә.

Егеттәр: Ана килә автомобиль,

Төйәгәндәр гөлемеш.

Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары -

Йылаҡ-сытыҡтар, имеш.





Ҡыҙҙар: Ана килә автомобиль,

Ағып бара майҙары.

Шәп йырлай беҙҙең малайҙар,

Йырлай торған саҡтары.

Егеттәр: Ана килә автомобиль,

Һеҙ нигә ултырмайһыҙ?

Башҡа ҡыҙҙар тиҙ он(о)тола,

Һеҙ нигә онотолмайһыҙ?

Ҡыҙҙар: Ҡыҙҙар, егеттәр, беҙ бында шаулашабыҙ. Әйҙәгеҙ, шишмәгә һыуға барабыҙ.

Ҡыҙҙар: Әйҙәгеҙ, әйҙә!

Егеттәр: Беҙ ҙә барабыҙ, һеҙгә ярҙам итәрбеҙ.

Ҡыҙҙар: Юҡ, беҙ һеҙҙе алмайбыҙ!

Егеттәр: Улай икән!

Ҡыҙҙар көйәнтә-силәктәрен алып китәләр. Ҡыҙҙар "Бормалы һыу" көйөнә, ҡыҙҙарҙың шишмәгә һыуға барыуҙарын тасуирлап, бейеү башҡаралар. Егеттәр ситән буйлап күҙәтеп, улар артынан бара. Бейеү бүленән, шишмәгә килеп етәләр. Туҡтап силәктәрен ҡуялар, матурлыҡҡа һоҡланып торалар, шул арала егеттәр килеп сығалар.

1-се егет. Егеттәр, бында ҡыҙҙар бар икән. Әйҙәгеҙ,уларҙы бейергә саҡырабыҙ. (Бейеүҙең икенсе өлөшө дауам ителә һәм тамамлана.)

2-се егет. Дуҫтар, әйҙәгеҙ, ял имтеп алайыбыҙ. (Ярым түңәрәк яһап, яланда сирәмгә ултыралар. )

3-се егет. Мин һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләйем әле.

Ектем өйрәк,

Киттем үрләп,

Ектем күркә,

Бағанан өркә,

Санам кабыҡ,

Төйәнем сыбыҡ-сабыҡ,

Барам сабып,

Киттем ауып,

Тәртәһе һалам.

Төшәм дә ҡалам,

Төшәм дә ҡалам.

Нисек ҡайтып етергә?

Аптыраным бит тамам.

4-се егет. Эйе шул, Рәил дуҫ!

Эх, бар ине беҙҙең йәш саҡтар,

Кеҫә тулы борсаҡтар,

Һаламдан тәртә ҡайырып,

Ҡырмыҫҡа еккән саҡтар…

2-се ҡыҙ. Ниндәй йәмле шишмә буйы!

3-сө ҡыҙ. Әй, ҡояшҡай, зәп-зәңгәр күк,

Беҙгә ҡарап көләһеҙме?

Һайрай ҡоштар, саф шишмәләр,

Беҙҙең йырҙы ишетәһеҙме?

1-се ҡыҙ. Бигерәк күңелле бында. Әйҙәгеҙ, уйнап, йырлап алабыҙ.

"Зәңгәр силәк" көйөнә йырлы-бейеүле уйыны уйнала.

Урман буйҙарында йөрим

Урман буйы йәшелгә. (Түгәрәк буйлап йөрөйҙәр.)

Бир ҡулыңды, мин дә бирәм -

Дуҫ булырға мәңгегә. (Парлап әйләнәләр.)

Алама баҡсаһына кереп,

Алма өҙәһем килә.

Һин сәсәге, мин алмаһы

Булып йәшәһем килә.

Алма булһа, шундай булһын

Дүрткә - бишкә бүләрлек.

Дуҫтың булһа, шундый булһын

Һинең өсөн үләрлек.

Ҡара-ҡаршы баҫалар, ҡулдарҙы ҡулға ҡуялар ҙа ике тапҡыр яҡ-яҡҡа әйләнәләр.

2-се егет. Әйҙәгеҙ, "Ҡапҡалы" уйынын да уйнап алабыҙ.

"Иделдәре-күлдәре" көйөнә йырлы-бейеүле уйын башҡарыла. Барыһы да түңәрәк буйлап йырлар баралар. Егет һәм ҡыҙ түңәрәк тышында торалар. Йыр туҡтағас, улар балалар араһына инеп пар һайлап бейейҙәр. Йыр дауам итә.

Әйҙә беҙгә килегеҙ,

Өйөбеҙгә үтегеҙ.

Өйөбеҙгә үтегеҙ,

Ҡунаҡ булып китегеҙ.

Әйҙә беҙгә килегеҙ,

Ҡунаҡ булып китегеҙ.

Ҡунаҡ булып китегеҙ,

Байрам итеп алығыҙ.

Күмәк уйын уйнала.

3-сө ҡыҙ. Селтерәп аҡҡан шишмәгә

Һыуға ттип килгән инек.

Тиҙ генә әйләнеп өйгә

Ҡайтырбыҙ тигән инек.

Ҡыҙҙар, егеттәр, йырланыҡ та, уйнаныҡ та, әсәй өйҙә һыу көтә, әйҙәгеҙ, ҡайтайыҡ инде.

Ҡыҙҙар: Эйе шул!

Тиҙ генә көйәнтәләрҙе егеттәргә бирәләр, улар шишмәнән һыу алып ҡайтып китәләр.











 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал