7


  • Учителю
  • Разработка урока по башкирскому языку на тему Башкортостан (5 класс)

Разработка урока по башкирскому языку на тему Башкортостан (5 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Класс: 5Г

Дәрес темаһы. Һин Башҡортостаныңды беләһеңме? Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Дәрес төрө: йомғаҡлау дәресе.

Дәрес маҡсаттары:

1. Белем биреү: БР тураһында уҡыусыларҙың белемдәрен системаллаштырыу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, "Яңғыҙлыҡ исемдәр" темаһын нығытыу.

2. Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.

3. Тәрбиәүи маҡсат: тыуған илгә ихтирам, һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

1) предмет УУЭ һөҙөмтәләре: белемдәрҙе системаллаштырыу, тест һорауҙарына яуап биреү.

2) метапредмет УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: булған белемдәрҙе барлау, баһалау

б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү.

в) коммуникатив: парлап, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү; үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү.

3) Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: әңгәмәлә ҡатнаша белеү, төркөмдәрҙә эшләгәндә хеҙмәттәшлек итә, бер-береһен тыңлай, килешеп эшләй белеү, бирелгән эште еренә еткереп һөҙөмтәле итеп башҡарыу.

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре: "Һин Башҡортостаныңды беләһеңме?" темаһы буйынса һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү. Текстар уҡыу. Тест һорауҙарына яуап биреү. Башҡортостан тураһында өҫтәмә мәғлүмәт туплау. Төркөмдәрҙә эшләү, проект эштәрен яҡлау, әңгәмәлә ҡатнашыу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, "Яңғыҙлыҡ исемдәр" темаһын нығытыу. Үҙ эштәрен баһалау.

Йыһазландырыу: БР Флагы, гербы, картаһы, слайд, карточкалар, тест һорауҙары, һүрәттәр.



Дәрес барышы.

1. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

А) Ойоштороу моменты

Б) Артикуляцион күнегеү:

Башҡортостан - гүзәл тыуған ерем,

Һине һөйәм, һине яратам.

Һинең менән һәр саҡ ғорурланам,

Һине маҡтап йырҙар таратам.

2. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

А) БР тураһында инеш әңгәмә ойоштороу. Карта менән эш.

-Беҙ ҡайҙа йәшәйбеҙ?

Баш ҡала?

Нисә район, нисә ҡала бар?

Ниндәй шиғыр ятланыҡ?

Дәүләт символикаһы ул...

БР тураһында нимәләр беләһең?

3. Өйгә эште тикшереү.

4. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

А) һүҙлек эше: ҡала, йылға, күл, тау, кеше исемдәре, район, атама, һәйкәл, оҙон, ҙур, бейек.

Б) төркөмләп, парлап эшләү. Бирелгән һүҙҙәрҙе айырып яҙыу. Дәфтәргә яҙыу.

1-се төркөм: ҡала атамаларын яҙыу.

2-се төркөм; йылға атамаларын яҙыу.

3-сө төркөм; күл атамаларын яҙыу.

4-се төркөм: тау атамаларын яҙыу.

5-се төркөм: район атамаларын яҙыу.

6-сы төркөм: кеше исемдәрен яҙыу.

Ағиҙел, Өфө, Талҡаҫ, Янғантау, Айһылыу, Күгәрсен, Ишембай, Асылыкүл, Белорет, Мостай, Ҡандракүл, Благовар, Ҡариҙел, Ямантау, Уралтау, Рөстәм, Аҡкүл, Өршәк.

Ни өсөн һүҙҙәр ҙур хәреф менән яҙылған?

5. Ял минуты. Башҡортостан тураһында йыр тыңлау.

6. Белемде нығытыу эштәре.

А) 32-се күнегеүҙә бирелгән Өфө тураһындағы тексты сылбыр буйынса уҡыу, тәржемә итеү.

Б) проект эше. Өфө ҡалаһы 2035 йылда.

В) презентация.

Г) индивидуаль эш. Тест һорауҙарына яуап биреү. Бөтәһе лә дөрөҫ - 5; бер хата - 4; өс хата - 3

Тест һорауҙары

1. Башҡортостандың баш ҡалаһы нисек атала:

а) Стәрлетамаҡ б) Өфө в) Салауат

2. Башҡортостан флагының төҫтәре:

а) ҡыҙыл, зәңгәр, аҡ б) күк, аҡ, йәшел в) йәшел, аҡ, ҡыҙыл

3. Башҡортостанда нисә район бар:

а) 54 б) 40 в) 34

4. Башҡортостандағы иң оҙон йылға:

а) Ҡариҙел б) Ағиҙел в) Дим

5. Башҡортостандағы иң ҙур күл:

а) Ҡандракүл б) Асылыкүл в) Талҡаҫ

6. Салауат Юлаев һәйкәленең скульпторының кем:

а) С.Д.Тавасиев б) И.Г. Гайнутдинов

7. Башҡортостандағы иң бейек тау:

а) Торатау б) Ирәмәл в) Ямантау

8. Башҡортостанда нисә ҡала бар:

А) 15 б) 33 в) 21

7. Өйгә эш.

а)Шиғыр ятларға. "Башҡортостан флагы"

б) Башҡортостан һүҙенән яңы һүҙҙәр төҙөргә

8. Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлекция.

1-се төркөм: ҡала атамаларын айырып яҙыу.

Ағиҙел, Өфө, Талҡаҫ, Янғантау, Айһылыу, Күгәрсен, Ишембай, Асылыкүл, Белорет, Мостай, Ҡандракүл, Благовар, Ҡариҙел, Ямантау, Уралтау, Рөстәм, Аҡкүл, Өршәк.



2-се төркөм; йылға атамаларын айырып яҙыу.

Ағиҙел, Өфө, Талҡаҫ, Янғантау, Айһылыу, Күгәрсен, Ишембай, Асылыкүл, Белорет, Мостай, Ҡандракүл, Благовар, Ҡариҙел, Ямантау, Уралтау, Рөстәм, Аҡкүл, Өршәк.



3-сө төркөм; күл атамаларын айырып яҙыу.

Ағиҙел, Өфө, Талҡаҫ, Янғантау, Айһылыу, Күгәрсен, Ишембай, Асылыкүл, Белорет, Мостай, Ҡандракүл, Благовар, Ҡариҙел, Ямантау, Уралтау, Рөстәм, Аҡкүл, Өршәк.



4-се төркөм: тау атамаларын айырып яҙыу.

Ағиҙел, Өфө, Талҡаҫ, Янғантау, Айһылыу, Күгәрсен, Ишембай, Асылыкүл, Белорет, Мостай, Ҡандракүл, Благовар, Ҡариҙел, Ямантау, Уралтау, Рөстәм, Аҡкүл, Өршәк.



5-се төркөм: район атамаларын айырып яҙыу.

Ағиҙел, Өфө, Талҡаҫ, Янғантау, Айһылыу, Күгәрсен, Ишембай, Асылыкүл, Белорет, Мостай, Ҡандракүл, Благовар, Ҡариҙел, Ямантау, Уралтау, Рөстәм, Аҡкүл, Өршәк.



6-сы төркөм: кеше исемдәрен айырып яҙыу.

Ағиҙел, Өфө, Талҡаҫ, Янғантау, Айһылыу, Күгәрсен, Ишембай, Асылыкүл, Белорет, Мостай, Ҡандракүл, Благовар, Ҡариҙел, Ямантау, Уралтау, Рөстәм, Аҡкүл, Өршәк.



Ф.И.О.

Класс

Тест һорауҙары



1. Башҡортостандың баш ҡалаһы нисек атала:

а) Стәрлетамаҡ б) Өфө в) Салауат

2. Башҡортостан флагының төҫтәре:

а) ҡыҙыл, зәңгәр, аҡ

б) күк, аҡ, йәшел

в) йәшел, аҡ, ҡыҙыл

3. Башҡортостанда нисә район бар:

а) 54 б) 40 в) 34

4. Башҡортостандағы иң оҙон йылға:

а) Ҡариҙел б) Ағиҙел в) Дим

5. Башҡортостандағы иң ҙур күл:

а) Ҡандракүл б) Асылыкүл в) Талҡаҫ

6. Салауат Юлаев һәйкәленең скульпторының кем:

а) С.Д.Тавасиев б) И.Г. Гайнутдинов

7. Башҡортостандағы иң бейек тау:

а) Торатау б) Ирәмәл в) Ямантау

8. Башҡортостанда нисә ҡала бар:

А) 15 б) 33 в) 21





Үҙ- үҙеңде баһалау -

Уҡытыусы баһаһы (оценка учителя) -



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал