- Учителю
- Разработка урока по изучению стихотворения М.Акмуллы Насихаттар в 6 классе
Разработка урока по изучению стихотворения М.Акмуллы Насихаттар в 6 классе
категория
Учитель башкирского языка и литературы
высшая категория
Полное название образовательной организации
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа №2
с.Юмагузино Кугарчинского района
asma-63@mail.ru
Название методической разработки
Изучение стихотворения М. Акмуллы «Насихаттар»
Для какого класса методическая разработка
Для 6 класса ( родной язык) русских школ,
2-ая линия
Применяемые в разработке педагогические технологии
Элементы технологии развития критического мышления
Адрес, контактный телефон
89273201324, 89174630938
Мифтахетдин Аҡмулланың "Нәсихәттәр" шиғырын рус мәктәптәренең
6 -сы класында өйрәнеү дәресе ( башҡорт төркөмө).
Тема : Мифтахетдин Аҡмулла . "Нәсихәттәр" шиғыры.
Маҡсат:1. Шағирҙың тормош юлы менән танышыу, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, уның шәхесенә хөрмәт тәрбиәләү.
2.Ижади фекерләү ,танып- белеү һәләтен үҫтереү, һығымталар яһарға өйрәтеү.
3.Шағирҙың әҫәре нигеҙендә кешелеклелек, әҙәплелек сифаттары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:Аҡмулла ижадына арналған плакат, китаптарынан күргәҙмә, мультимедия проекторы.
1.Психологик инеш.
Һаумыһығыҙ , уҡыусылар.Кәйефтәрегеҙ нисек?( кәйефтәрен сағылдырған смайликтар күрһәтәләр).Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе эшкә көйләйек.Бер- беребеҙгә ҡарап йылмайып алайыҡ та телдәрҙе шымартып алайыҡ.
1.Туған телем- башҡорт теле,
Яратам һине, телем.
Рәхмәт һиңә, һинең аша
Мин алам яҡшы белем.
2.Белем алыу еңел түгел,
Белем еңел бирелмәй.
Яулай уны бары шулар
Кемдәр тырыш, иренмәй.
( шиғри юлдар таҡтаның артҡы яғына алдан яҙылып ҡуйыла).
2.Актуалләштереү.
Уҡытыусы.Был ике шиғыр нимә тураһында булды?(Яуаптар). Ә уҡыу , белем алыу тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
Уҡыу- энә менән ҡойо ҡаҙыу.Көслө берҙе еңер, белемле меңде еңер.
Белеме бар хур булмаҫ. Белемһеҙ кеше- күҙһеҙ кеше. Белеме барҙың ҡәҙере бар.
Беҙ көн һайын мәктәпкә белем алырға киләбеҙ. Уҡыуға,ғилемгә, белем алырға саҡырып , өндәп шағирҙар яҙған шағирҙарыбыҙ бихисап. Уларҙы мәғрифәтсе шиғир тип атайҙар.Бөгөнгө дәрестә шуларҙың береһе менән танышырбыҙ. Уның исемен белер өсөн , ребусты сисергә кәрәк булыр.
,,,, м= ҡ2,4
Ниндәй һүҙ килеп сыҡты инде? Эйе, Аҡмулла. Мифтахетдин Аҡмулла тураһында һөйләшербеҙ. Уның "Нәсихәттәр" тип шиғырын өйрәнербеҙ.
Дәфтәрҙәрҙә датаны һәм теманы яҙыу.
Уҡытыусы " Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" шиғырының беренсе строфаһын яттан һөйләп ишеттерә.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Уралдағы аңғыра айыуҙан ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Һорау. Уҡыусылар ошо шиғри юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? Яуаптар.
Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ?
Яуаптар.Уның ҡайҙа һәм ҡасан тыуыуы, тормошо , ижадын белергә.
Шиғырҙы уҡырға, уның йөкмәткеһен аңларға.Һорауҙарға яуаптар бирергә, һығымталар сығарырға.
3.Презентация ҡарау.
Мин һеҙгә шағир хаҡында презентация ҡарарға тәҡдим итәм. Иғтибарлы булығыҙ, һуңнан һорауҙарға яуаптар бирербеҙ.
( уҡыусылар кәрәкле мәғлүмәттәрҙе дәфтәрҙәренә яҙып баралар).
Перзентация буйынса һорауҙар
-Мифтахетдин Аҡмулла ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? Башланғыс белемде кемдән алған? Ни өсөн атай йортонан сығып китә? Ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем алған? Ул ниндәй тормош алып барған? Ниндәй эштәргә маһир , оҫта булған? Аҡмулла псевдонимына ниндәй мәғәнә һалынған ? Ниңә уны байҙар яратмаған? Ул ниндәй шарттарҙа һәләк булған? Ҡайҙа ерләнгән?
4."Нәсихәттәр" шиғыры өҫтөндә эш.
Һүҙлек эше.Нәсихәт- нравоучение. Иман- честь, совесть, бында аллаға ышыныу. Ахирәтлек- загробная жизнь.Шөкөр- ҡәнәғәт була белеү.
Көфөр- грех. Морат- цель. Ниғмәт - байлыҡ.Ихлас- искренность.
Уҡыусылар шиғырҙың исеменә иғтибар итәйек әле. Атай- әсәйҙәрегеҙ, олатай- өләсәйҙәрегеҙ, ғөмүмән, ололар һеҙгә көн дә нәсихәттәр бирәләр йәғни аҡылға өйрәтәләр.Йә әйтегеҙ әле, нимә тип аҡыл бирәләр улар һеҙгә?
Яуаптар.(Аҡыллы бул. Алдашма.Тәүфиҡлы бул. Кеше әйберенә теймә. Яҡшы уҡы ,тырышырға кәрәк). Ә бына билдәле шағир беҙгә нинәй нәсихәттәр бирә икән.Быны белер өсөн шиғырҙы уҡыйыҡ әле.
Уҡытыусы шиғырҙы уҡып ишеттерә. Артабан уҡыусылар сылбыр юлы менән уҡыйҙар.Һәр бер строфаның төп фекерен билдәләп, таблицала цитаталы план төҙөйҙәр.
Уҡыусылар таблица буйынса аңлатма бирәләр.
Беренсе ҡиммәт нәмә - иман.Иманлы булыуҙы нисек аңлайһығыҙ?
Иманлы булыу- намыҫлы булыу. Ә бында шағир аллаға ышаныуҙы күҙ уңында тота. Кешенең күңеле таҙа булырға тейеш һәм башҡалар).
Һорау. Ни өсөн М. Аҡмулла ете ҡиммәт нәмәне әйтеп биргән икән?Алты ла түгел, һигеҙ ҙә түгел. Эйе. Башҡорт халҡы өсөн ете һаны изге һан булып һанала.Ете ырыу, ете ҡыҙ, ҡурай сәскәһенең ете тажы, Етегән йондоҙ.
Уҡыусылар ике төркөмгә бүленеп шиғырҙа һаналып киткән ҡиммәттәрҙең антонимдарын яҙалар . 1 -се тәркөм тәүге дүрт , 2 - се төркөм һуңғы өс һүҙгә антонимдар яҙа.
1-се төркөм 2- се төркөм
Иман- иманһыҙ, оятһыҙ Әҙәп- әҙәпһеҙ
Күңел- ҡара эсле, яуыз Сабыр-сабырһыҙ
Аҡыл( аҡыллы)- аҡылһыҙ Ихлас- ике йөҙлө
Шөкөр- нәфселе
Артабан уҡыу сылар ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйҙәр.
Үҙҙәренә оҡшаған бер строфаны яттан яҙалар ҙа бер- береһенең эшен алмашлап тикшерәләр, баһалайҙар.
Парҙарҙа эш.Аҡмулла һүҙенә синквейн төҙөү.
Аҡмулла.
Илгиҙәр, тура һүҙле.
Уҡыта.Тәрбиәләй. Көрәшә.
Аҡмулла - яҡтылыҡ таратыусы.
Шағир.
Дәресте йомғаҡлау.Мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулланың "Нәсихәттәр" шиғыры беҙҙе нимәгә өйрәтә? Шиғыр һеҙгә нимә бирҙе?Бөгөн алған белемдәребеҙҙе беҙ ҡайҙа ҡуллана алабыҙ?
Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе. Мифтахетдин Аҡмулланы яҡтылыҡ йырсыһы тип атайҙар. Уның һәр шиғыры, һәр һүҙе фәһемле, үткер.Бар ғүмерен аң- белем таратыуға, халҡын яҡлауға арнаған шағир.Ул беҙҙе дөрөҫ йәшәргә , доньянан артта ҡалмаҫҡа өйрәтә. Уның ниндәй генә шиғырын алһаң да, кешеләрҙең күңеленә, йөрәгенә үтеп инерлек аҡыллы фекерҙәр, кәңәштәр табып була.Ғөмүмән, Аҡмулла ижады беҙҙең өсөн яҡты маяҡ ул.Уның ижадын беҙ туғыҙынсы класта ентекләп өйрәнәсәкбеҙ.
Рефлексия.Үҙ эшегеҙҙе нисек баһаларһығыҙ? Нимәләр дәрестә ҡыҙыҡлы булды? Нимә оҡшаны? Нимә ауыр булды?Тағы нимәләр белергә теләр инегеҙ?
Уҡытыусы үҙ баһаларын әйтә.
Өй эше. Шиғырҙы тасуири уҡыу. Аҡмулла тураһында альбом төҙөү өсөн материал тупларға.