7


  • Учителю
  • Разработка урока на тему М.Садиҡова. Ҡар тотҡанда (3класс)

Разработка урока на тему М.Садиҡова. Ҡар тотҡанда (3класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

45-се дәрес

Тема: М. Садиҡова. "Ҡар тотҡанда". Маҡсат: хикәйәнең йөкмәткеһе менән танышыу; һөйләү телмәрен үҫтереү; башҡаларға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү. Йыһазландырыу: дәреслек, презентация.

Дәрес барышы.

l.Ойоштороу мәле. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

- Һаумыһығыҙ. Ултырығыҙ. Дәрестең девизын уҡыйыҡ: Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам һине ,телем.

Рәхмәт һиңә,һинең аша

Алам яҡшы белем!

II.Өйгә эште тикшереү. Һүрәттәрҙе тикшереп, баһалау. III .Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу (Белемде актуалләштереү).

1.Артикуляцион күнегеү

- Укыусылар, иғтибар менән мине тыңлағыҙ әле. Мин һеҙҙең һәр берегеҙгә ҡырҡылған һүрәттәр таратып бирмәксемен, һеҙ тиҙ генә уларҙы тоташтырып сығығыҙ ҙа,артына яҙылған шиғырҙы уҡый һалығыҙ ниндәй һүрәт килеп сыҡты (ҡар бөртөгө).

Аҡ күбәләк кеүек ҡарҙар. Яуалар ҙа яуалар. Уйнайбыҙ ҙа, көләбеҙ ҙә, Беҙ - бәхетле балалар.

Был һүрәткә ҡарап һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ? (Шиғырҙы бер нисә баланан ҡысҡырып уҡытыу.)

-Тимәк, шиғырҙа нимә хаҡында һүҙ бара? Шиғыр юлдарын нисек аңланығыҙ? Дәрестә нимә хаҡында һөйләшәсәкбеҙ?

IV.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу (проблема ҡуйыу)

Дәрестең темаһын белер өсөн бирелгән хәрефтәрҙән һүҙ төҙөгөҙ. Бирелгән хәрефтәрҙән һүҙ төҙөгөҙ. Шулай итеп, теманың исеме нисек инде? V.Уҡыу мәсьәләһен сисеү. (яңы теманы өйрәнеү)

- Бөгөн беҙ М.Садиҡованың "Ҡар тотҡанда" исемле хикәйәһен уҡырбыҙ. Дәфтәрҙәргә число, теманы яҙып ҡуйығыҙ

1. Хикәйә өҫтөндә эш: а) Яҙыусы тураһында белешмә биреү (Слайд) (маршрут биттәре таратыла)

Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы 1931 йылдың 25 майында Бәләбәй районы Йәрмәкәй</</u> ауылында тыуған. Яҙыусы, драматург. б)һүҙлек эше: уҙыша-уҙыша - вдогонку эҙ - след ботаҡ - ветвь тубыҡ - колено ғәрлек - стыд ҡар тотҡос - щит в)хикәйәне үҙем уҡыйым (уҡыусыларҙан тәржемә иттереп барам) физ-ка

VI.Белемде нығытыу(яңы белемде практикала ҡулланыу)

1. уҡыусыларҙан уҡытыу 2.хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса эш

- Балалар ҡайҙа барғандар? - Улар нимә эшләргә булғандар? Ни өсөн? - Зөһрә ниңә ауылға ҡайтып китә? - Ул дөрөҫ эшләгәнме? 3. Таблицаны тултырыуVII.Йомғаҡлау. Рефлексив анализ.

Хикәйәнең авторы кем?



- Дәрестә үҙегеҙгә ниндәй кәрәкле мәғлүмәттәр алдығыҙ, нимәләр белмәй инегеҙ? Дәрес оҡшанымы, юҡмы, һеҙҙең алдығыҙҙы ятҡан йылмайликтарға билдәләгеҙ.

1.Өйгә эш : шиғырҙы тасуири уҡырға 115-се бит.







































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал