- Учителю
- Контрольная работа по башкирскому языку для 3 класса
Контрольная работа по башкирскому языку для 3 класса
3-сө класс уҡыусылары өсөн контроль эштәр
1. Диктанттар
1-се сирек
Күсереп яҙыу.
Поход.
Беҙ бөгөн иртә торҙоҡ. Тиҙ генә йыйылдыҡ та походҡа киттек. Тәүҙә урман эсенән барҙыҡ.Унан йылға янына туҡтаныҡ.Малайҙар костер яғып ебәрҙеләр. Костер янына ултырып, йырҙар йырланыҡ, әкиәттәр һөйләнек.
Бөтәбеҙгә лә бик күңелле булды.(32 һүҙ).
2-се сирек
Контроль диктант.
Ҡыш.
Ҡыш.Ап-аҡ ҡарға төрөнөп,ағастар йоҡоға талған. Ҡупшы шыршылар ғына керпектәрен аҡ ҡар менән буяп, Яңы йылды көтөп ултыра. Алыҫ түгел тауҙа балалар сана шыуа. Тау башында бик һылыу Ҡарһылыу ултыра.Ул тирә-яҡты һоҡланып күҙәтә.(36 һүҙ).
Өҫтәлмә эш.
*1.Һорауҙарға яуап бирегеҙ.
Нимә йоҡоға талған?
Тау башында кем ултыра?
*2. Һүҙбәйләнештәрҙе тәржемә итегеҙ.
Аҡ ҡар, ҡупшы шыршылар, һылыу Ҡарһылыу
3-сө сирек
Контроль диктант.
Яҙ көнө.
Көн матур.Бөтә донъя тәбиғәттең яҙғы байрам шатлығы эсендә йөҙә.
Ана киң яландар, ҙур урмандар йәшәреп ултыра,бөтәһенең йөҙҙәрендә яҙҙың матур шатлығы балҡый.Матур ал, ҡыҙыл,һары,зәңгәр,күк сәскәләр был йәшел яландың йөҙөн матурлай.(35 һүҙ).
Өҫтәлмә эш:
* Һорауҙарға яуап яҙығыҙ.
1.Көн ниндәй?
2.Ниндәй сәскәләр яландың йөҙөн матурлай?
* Текстан дүрт һүҙбәйләнеш табып (сифат+исем) күсереп алығыҙ.
4-се сирек
Контроль диктант.
Бына йәй етте.
Йәй етте.Баҡсаларҙа сирень сәскәһе ҡойолдо. Гөлйемеш ботаҡтары ал, ҡыҙыл сәскәләр менән биҙәлде.
Ҡояш аҙға ғына байып тора ла,зәңгәр күккә күтәрелә.Ул да йәйге матурлыҡҡа һоҡлана.
Барлыҡ тәбиғәт йылы ҡояшҡа һәм яҡтылыҡҡа ҡыуана.(33 һүҙ).
Өҫтәлмә эш:
*1. Ал,ҡыҙыл,зәңгәр,йылы һүҙҙәрен руссаға тәржемә итегеҙ.
*2.Һорауҙарға яуап бирегеҙ.
а.Гөлйемеш ботаҡтары ниндәй?
б.Барлыҡ тәбиғәт нимәгә ҡыуана?
2.Тест һорауҙары
Тәбиғәт темаһы буйынса.
1.Йәйен дә,ҡышын да бер төҫтә.Ниндәй ағас ул?
а)саған б)шыршы в) имән
2.Башҡортостандың иң оҙон йылғаһы.
а)Дим б)Еҙем в)Ағиҙел
3.Аҡ сәскә, андыҙ, юл япрағы -былар нимәләр?
а)ағастар б)дарыу үләндәре в)бөжәктәр
4.Ут түгел яндыра.Был ниндәй үҫемлек?
а)кесерткән б)юл япрағы в)мәтрүшкә
5.Ниндәй ҡош көндөҙ йоҡлай?
а)кәкүк б)өкө в)сәүкә
6.Яҙҙың тәүге сәскәһе.
а)лилиә б)умырзая в)ҡәнәфер
7.Күбәләк, үрмәксе, себен -былар нимәләр?
а)ағастар б)үҫемлектәр в)бөжәктәр
8.Ниндәй ағас сәтләүек бирә?
а)имән б)саған в)ҡайын
9.Үләндәрҙән нимәләр эшләйҙәр?
а) дарыу,крем б)китап,дәфтәр в)алҡа,мәрйендәр
10.Башҡортостандың иң ҙур күле.
а)Ҡандракүл б)Инйәр в)Асылыкүл
3.Үҙ аллы эш өсөн күнегеүҙәр
1.Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйығыҙ.
Д.ресл.к, м.кт.п, .ғас, уҡ.ус., к.ҙ, с.ған, т.ҡта, .ҡбур
2.Һөйләмдәрҙе дөрөҫ тәртиптә яҙығыҙ.
а)Матур,беҙҙең,мәктәп,ҙур,һәм
б)Көнө,ҡыш,була,күп,ҡар
3.Тәржемә итегеҙ.
Это наш сад.Наш сад большой.В саду растет малина,смородина.
Был беҙҙең мәктәп. Мәктәп ҙур һәм матур.Мәктәптә тырышып уҡыйбыҙ.
4.Аҙашҡан хәрефтәрҙе тәртипкә килтерегеҙ.
өөф, ояшҡ, глакуст, ктапи,сбалра,шҡо,бша
5.Аҙна көндәрен дөрөҫ тәртиптә яҙығыҙ.
Йәкшәмбе,шишәмбе,шәмбе,йома,кесаҙна,шаршамбы,дүшәмбе
6.Һандарҙы һүҙ менән яҙығыҙ.
10,14,25,3,42,102,69
7. Матур, таҙа, оҙон, ҙур, тәмле һүҙҙәре менән һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ.
8.Артыҡ һүҙҙе һыҙығыҙ.
Салбар,күлдәк,бүрек,кофта,свитер
Китап,туп,дәреслек,ҡәләм,
Өләсәй,атай,һеңле,мәктәп
9.Дөрөҫ һөйләмдәр аҫтына һыҙығыҙ.
Бер йылда 12 ай.
Февраль айында 30 көн.
Яҙ көнө ҡоштар йылы яҡҡа китә.
Ҡыш - иң һыуыҡ миҙгел.
10. Нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр ҡуйып яҙығыҙ.
Был ... класс. Класс ... һәм матур. Беҙ класты ... тотабыҙ. Көн ... дежур итәбеҙ. ... уҡыйбыҙ.
Ҡулланыу өсөн һүҙҙәр: ҙур, һайын, таҙа, тырышып, беҙҙең