7


  • Учителю
  • Открытый урок башкирского языка 'Рами Гарипов'

Открытый урок башкирского языка 'Рами Гарипов'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Асыҡ дәрестең темаһы: Рәми иленә сәйәхәт.

Маҡсаты:1.Рәми Ғариповтың биографияһы һәм ижады менән танышыу;

2.Уның шиғырҙарын тасуири һөйләү, дөрөҫ һөйләмдәр һөйләү;

3.Тыуған илгә,туған телгә ,милләткә ихтирам уятыу.

Йыһазландырыу:китаптары,"Йәшлек " газетаһы,плакаты,компьютер.

Таҡтала:число,Рәми иленә сәйәхәт.



Дәрес барышы:1. Ойоштороу.(слайд 1)

-Һаумыһығыҙ! -Ултырығыҙ.

2.Бөгөн дәрестең темаһы: "Рәми иленә сәйәхәт".Дәрес Башҡортостандың халыҡ шағиры

Рәми ағай Ғариповтың 80 йыл тулыуына арналған . Һеҙ Рәми Ғарипов һәм уның ижады менән танышырһығыҙ.Уның поэзияһында төп темаларҙы белеп үтерһегеҙ.

Бөгөнгө дәрестең эпиграфы итеп Рәми Ғариповтың "Аманат"шиғыр юлдарын уҡып ишет-

терер инем.(слайд 2)

Илең барҙа телең бар,

Телең барҙа иркең бар.

Ерең, күгең- икең бар,

Утың,һыуың- дүртең бар. (тәржемә итәләр)

Тимәк ,кешегә нимә кәрәк ? (Земля,небо,огонь,вода.Нужно их беречь.)

3.Дәфтәргә число,темаһын яҙығыҙ.Ошо юлдарҙы яҙып алығыҙ.

11.Рәми ағай Ғарипов телем,илем,халҡым тип бөтә ғүмерен һәм ижадын бағышлаған.Хәҙер Анастасия Сәлимйәнова "Туған тел" шиғырын һөйләп ишеттерер.Һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ,аҙаҡ был шиғыры менән шағир нимә әйтергә теләгәнен яҙып ҡуйырбыҙ.(слайд 3 " ТУҒАН ТЕЛЕМ КӨСЛӨ ЛӘ, БАЙ ҘА ,ЯҒЫМЛЫ ЛА.")

2.Рәми Ғариповтың биографияһы (слайд 4.),плакатын эләм,фотоларын күрһәтәм.

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған.Атаһы Йәғәфәр Мөхәмәтрәхим улы райондың беренсе доброволеце булып һуғышҡа китә, 1943 йылда Сталинград янында һәләк була.Әсәһе Гөлмәрйәм Хисбулла ҡыҙы алдынғы иген йыйыусы була.Улар дүрт бала әсәһе менән тороп ҡала.Рәми ғаиләлә ҙур бала булғанға бөтә ауырлыҡ уға төшә.Ул ат көтә,бесән саба,урман йыға.Уның тәүге шиғырҙары 1950 йылда күренә башлай.Беренсе китабы "Йүрүҙән" 1954 йылда баҫылып сыға.

Ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас Өфөләге 9-сы һанлы интернат-мәктәпкә уҡырға килә.1950-1955 йылдарҙа Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтында белем ала.Тыуған иленә ҡайтҡас "Совет Башҡортостаны" газетаһы, "Ағиҙел", "башҡортостан ҡыҙы " журналдарында редактортбулып эшләй.

Ҡыҫҡа ғүмер эсендә бик бай мираҫ ҡалдыра.Шунан бер-бер артлы китаптар донъя күрә.

"Таш сәскә", "Һабантурғай йырҙары", "Аманат" һ.б.Шулай ҙа уның бик күп әҫәрҙәре үҙе үлгәс баҫыла."Табыныу","Умырзая йырҙары" һ.б. 1 томы-1996й.,11 томы-1998йылда сыға.(китабын күрһәтәм)

Р.Ғарипов тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй.Омар Хаям,Шекспир,Пушкин,Лермонтов,

Есенин,Твардовский әҫәрҙәрен тәржемә итә.1990 йылда "Минең антологиям" исемле китабы баҫылып сыға.1987 йылда "Табыныу","Умырзая йыры" китаптары өсөн Р.Ғариповты БР Салаут Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.1992 йылда

Уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелә.Бөгөн ул уҡыған мәктәп-интернат Беренсе республика гимназия исемен йөрөтә.(слайд)Уға арнап "Рәми Ғарипов уҡыуҙары" кисәләре үткәрелә.Быйыл Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артистары яҙыусы Зөһрә Бураҡаеваның сценарийы буйынса "Февраль.Буран..." исемле

әҙәби проекты күрһәтелә.

3. "Һүҙем бар" шиғырын Сәлимгәрәев Артур һөйләй.

Уның шиғырҙарын иҫән саҡта уҡымаһаҡта,ул һәр ваҡыт үҙ һүҙен әйтергә,нисек халыҡҡа еткерергә белгән.(слайд 6) ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ- ЕЛДӘРҘӘ,ГӨЛДӘРҘӘ,ҺЫУҘАРҘА,ТАУҘАРҘА.

4.Шағирҙың иң яратҡан миҙгеле- яҙ,иң яратҡан сәскәһе- умырзая,иң яратҡан күренеш-ағын һыу,иң яратҡан ҡошо-һабантурғай булған.Былар барыһы ла яңырыу,уяныу билдәләре.

"Һабантурғай" шиғырын Агапов Дмитрий һөйләй.Был йөрәгем ,ахыры, шулай йырлай.

5. "Йырҙарыма ҡайтам" шиғырында ул үҙенең тыуған төйәге Салауат районына ҡайтыуы тураһында һөйләй, өс йыл уға ауылда эшләргә тура килә. Кеше ерҙә ни өсөн йәшәй һорауына яуап эҙләй.Туриянова Зарина һөйләп ишеттерә.

" КЕШЕ БӘХЕТЛЕ ИЛЕ МЕНӘН."-ти , автор.

6. Ваҡытында уға яҙырға,матбуғатта шиғырҙарын баҫтырырға бирмәйҙәр.Уны милләтсе,

ғәҙел,дөрөҫлөктө яҡлаусыны яратмайҙар.Ә ул һаман хыяллана, ҡасандыр уның китаптарын уҡырҙар,баҫтырырҙар тип.

"Кеше" шиғырында беҙ ишетәбеҙ.Мирхәйҙәрова Кәмилә һөйләй.

БӘХЕТЛЕ ИТЕП КҮРӘ, КИЛӘСӘКТЕҢ МАТУР КЕШЕҺЕН.(яҙалар)Ысынлап та бөгөн ошо һүҙҙәрҙең ысынлығын,дөрөҫлөгөн күрәбеҙ.

7.Бик күп шиғырҙарын кешеләргә бағышлап яҙған,уҡытыусыһы Мәрйәм апайға,скульптор

С.Тавасиевҡа,ҡатыны Надяға,балалары: Салауат,Азамат,Гөлнараға,әсәһенә,Ғ.Туҡайға,

С.Юлаевҡа һ.б. Уның шиғыр юлдарына коспозиторҙар көй ижад иткән."Кәкүк","Үтте лә китте йәшлегем.","Сыңрау торна" һ.б. "Салауат батыр " йырын тыңлатам.

8.Бына ,Рәми Ғариповтың ҡәләмдәштәре нимә тигәндәр.(слайд7)Уҡыйҙар,тәржемә итәләр.Күсереп яҙалар.

ЙОМҒАҠЛАУ .БАҺАЛАУ.

"Мин үткән дә,киләсәк тә булдым, бөгөнгө лә булдым бөтәһе."Ул уҙғандар менән ғорурланып,бөгөнгөһөн ҡарап һыҙланып, киләсәккә ҡарап өмөтләнеп йәшәгән.

Тормоштоң яңырыуы,ерҙең йәшәреүе уның өсөн иң ҙур шатлыҡ булған.Беҙ кешеләр шундай шәхестәр булғанда ғорурланып,дәртләнеп йәшәргә тейешбеҙ.

ӨЙГӘ ЭШ.Кем ул Рәми Ғарипов?Шул һорауға 5-6 һөйләм яҙып килергә.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал