7


  • Учителю
  • Башҡорт теленән 5-се класта асыҡ дәрес. “ҠОштар -беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ” Күрһәтеү алмаштары

Башҡорт теленән 5-се класта асыҡ дәрес. “ҠОштар -беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ” Күрһәтеү алмаштары

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Дәрес планы

Тема: "Ҡоштар -беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ"

Күрһәтеү алмаштары.

Маҡсат : -белем биреү маҡсаты -уҡыусыларҙы күрһәтеү алмаштары менән таныштырыу,уларҙы текстан таба белеү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү;

-үҫтереүсе маҡсат-уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен,һөйләү телмәрен үҫтереү;

-тәрбиәүи маҡсат-. Балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемен тәрәнәйтеү, уларҙың көнкүрешенә, йәшәү үҙенсәлегенә иғтибар итеү; Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.



Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу:

1)Шәхси эшмәкәрлек-һәр уҡыусының үҫеше өҫтөндә эшләү,уҡыусыларҙың ижтимағи ролдәрҙә,шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ йүнәлеш алыуын тьәмин итеү.

2)Регулятив эшмәкәрлек-дәрестең маҡсатын үҙ аллы билдәләү,баһалау.

3)Танып белеү эшмәкәрлеге-яңы тема менән танышыу,проблеманы хәл итеү.

4)Коммуникатив эшмәкәрлек-ҡуйылған проблеманы коллектив менән хәл итеү.

Бурыстар:

-уҡыусыларҙың йыл миҙгелдәре тураһында белемдәрен арттырыу,алмаштар темаһын ҡабатлау;

-башҡорт телендә дөрөҫ ,аңлы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен ,фекерләү һәләттәрен үҫтереү;

-уҡылған тексттар ,әңғәмәләр,өҫтәлмә материалдар ярҙамында ҡоштарҙы һаҡларға,башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү,башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

-күрһәтеү алмаштарын танып белеү;

-бәйләнешле телмәр үҫтереү

-уҡытыусы менән берлектә эшләй һәм эште дөрөҫ баһалай белеү;

Предмет-ара бәйләнеш:Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте тәбиғәтте өйрәнеү,тирә-яғыбыҙағы донъя.

Йыһазландырыу: компьютер,мультимедиа проекторы,интерактив таҡта,карточкалар,белешмә материалдар.



Дәрес барышы:

Психологик инеш

Уҡытыусы

Уҡыусылар (көтөлгән яуаптар)


Слайд:

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн һеҙгә, балалар!




Слайд:

Һаумы,ҡояш!

Һаумы,дуҫым!

Һаумыһығыҙ,уҡытыусым!

Шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге булдырыу:мотивация тыуҙырыу.



Слайд : - Уҡыусылар,слайдҡа ҡарайбыҙ мин һеҙгә йомаҡ уҡыйым. Әгәр яуабын дөрөҫ тапһағыҙ, бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшеүебеҙ тураһында белерһегеҙ.

Яҙын йырлап киләләр,

Беҙҙе моңға күмәләр,

Көҙөн тағы күмәкләшеп

Йылы яҡҡа китәләр.




Ҡоштар


Дөрөҫ.Тимәк беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Ҡоштар тураһында.


Слайд

  • Эйе, бөгөнгө дәрестә Тыуған илебеҙ тәбиғәтенә йәм биреүесе, матурлыҡ үҫтәүсе ҡанатлы дуҫтарыбыҙ - ҡоштар тураһында һөйләшербеҙ.

Элек-электән кешеләр ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынәан. Улар һымаҡ бейектә осорға, моңло итеп йырларға хыялланған. Шуға ла халыҡ араһында оҫта йырсыны - һандуғас, ҡыйыу көрәшсене - бөркөт, һылыу ҡыҙҙарҙы - ҡарлуғас, аҡҡошом тип йөрөтәләр.


Ҡоштар тураһында ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?

Слайд Шулай уҡ ҡоштар образы һынамыштарҙа ла осрай.

Сөнки беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борон-борондан

һауа торошон ҡоштарға ҡарап билдәләгән. Шуларҙың бер нисәһе менән танышып хәтерҙә

ҡалдырайыҡ.

Ҡарлуғас түбән осһа, ямғыр яуа.

Ҡарғалар ағастың аҫҡы ботағына ҡунһа, ел булыр.

Һайыҫҡан шыҡырыҡлаһа, кеше килә.

Сыбар сыйырсыҡтар алдан килһә, иген уңыр.

Һауала ҡоштар күп осһа, ҡарлы көнгә.

Шулай итеп ниндәй һығымта яһайбыҙ?



Уҡысылар таҡтала

Сығарылған слайдтар ярҙамында һынамыштар уҡый,белгәндәрен өҫтәп әйтәләр.




Булған белемдәрҙе актуаллештереү.Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге булдырыу.




Уҡыусылар,ер йөҙөндә ҡоштар күпме?

Уларҙың һаны күпме тип уйлайһығыҙ?

Ә Башҡортостанда күпме тип уйлайһығыҙ?



Слайд : - Элек-электән беҙҙең гүзәл тәбиғәтле Уралыбыҙ ҡоштарға бик бай булған. Ер йөҙөндә, ғалимдар иҫәпләүе буйынса, 100 млрд. ҡош йәшәй, кешеләргә ҡарағанда 20 тапҡыр күберәк тиерлек. Ә Башҡортостанда шуларҙың 300 төрөн осратырға мөмкин.

-Һеҙ ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ? Һүрәткә ҡарап, һүҙлектәр ярҙамында ҡоштарҙың исемдәрен руссанан башҡортсаға тәржемә итегеҙ.

Слайд ҡоштар

Слайд үҙеңде тикшер.

Ярай ,рәхмәт,уҡыусылар.Афарин!


Эйе.

Уҡыусылар тәржемә итә

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу


Әхәҙер төркөмдәргә бүленәбеҙ. (3-4 минут).(Уҡыусылар ике төркөмгә бүленгән.Төркөм башлыҡтары һайлана.Төркөмдәге уҡыусыларҙы төркөм башлыҡтары баһалай).



-Хәҙер мин һеҙгә картокаларҙа эш тәҡдим итәм.

-Ҡайһы эш ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы?

-Ни өсөн?

-Тимәк беҙ бөгөн яңы тема менән танышасаҡбыҙ


Уҡыусылар төркөмдәрҙә эштәрҙе башҡаралар.



Дүртенсе бағаналағы һүҙҙәр таныш түгел.

Сөнки,был тема менән беҙ таныш түгелбеҙ әле


Был төркөм алмаштарҙы нисек атар инегеҙ?


Яуаптар .




Ә нисек белдегеҙ?

Беҙ үткән дәрестә ниндәй алмаштар тураһында һөйләштек?

Һеҙ өйҙә ниндәй алмаштарҙы ҡабатлап килдегеҙ?



Зат алмаштары

Һорау алмаштары.

Эйәлек алмаштары


Дәресебеҙҙең темаһы ниндәй буласаҡ?



Слайд

-Эйе,беҙ бөгөн дәрестә күрһәтеү алмаштары менән танышасаҡбыҙ.

-Дәфтәрҙәрҙе асабыҙ,бөгөнгө числоны яҙып ҡуябыҙ.


Күрһәтеү алмаштары

Яңы тема .Уҡыу мәсьәләһен сисеү .

Шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге булдырыу.Танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:сағыштырыу,анализлау,эҙләнеү,һығымта яһау. Күнегеүҙәр эшләү

Төркөмдәрҙә эш дауам итә

-1.Күрһәтеү алмаштары менән һөйләмдәр,һүҙбәйләнештәр төҙөргә тәҡдим итәм.



-2.Һөйләмдәрҙе уҡығыҙ.ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәрҙе күрһәтеү алмаштары менән алыштырығыҙ.карточка



Тимәк,Ошоларҙан сығып ниндәй һығымта яһайбыҙ

-3. Әгәр ҙә бирелгән йомаҡтарҙың яуаптарын дөрөҫ тапһағыҙ, ниндәй ҡоштарҙың һеҙгә осоп ҡайтыуын белерһегеҙ. Тиҙҙән ҡайтып етербеҙ, осрашҡанға тиклем."

Йомаҡтар сисеү.(слайд)



- Уҡыусылар, бирелгән йомаҡтарҙы уҡып, яуаптарын дәфтәрегеҙгә яҙып барығыҙ.

1."Ҡар" ҙа "ҡар" тип осоп йөрөй,

Ҡысҡыра юҡҡа-барға.

Исеме уның ... .

2. Ҡолға башында йорто,

Эсендә тора йырсы.

3.Үҙе йомортҡа баҫмай,

Балаһында баҡмай.

4. Йылы яҡҡа ирекһеҙҙән

Осоп китә ҡар яуғас.

Яр буйында, ҡыйыҡтарҙа

Оя ҡора ... .

5. Яңғыратып һыу буйҙарын

Һайрай, алһыу таң тыуғас,

Моңло, дәртле ... .

6. Кәкре муйын, аҡ йомғаҡ,

Йөрөй күлдә яр буйлап,

Йәлеп итә үҙенә,

Зарлы көйҙәрен уйнап.

7. Торҡо-тарҡы тора ла,

Күккә менеп юғала.

8. Аҡ уймағым һыуға төштө,

Балдаҡтары уйыла төштө.



Яуаптарығыҙҙы тикшерегеҙ (слайд)

1.Ҡарға

2. Сыйырсыҡ

3. Кәкүк

4. Ҡарлуғас

5. Һандуғас

6. Аҡҡош

7. Торна

8. Аҡсарлаҡ



Уҡыусыларҙың яуаптары

Алмаштар һөйләмдә исемдәрҙе алыштырып килә.Исемдәр урынына алмаштар ҡуллана алабыҙ



Ял итеү минуты

Афарин ,уҡыусылар!

Физминутка эшләп алайыҡ.



Мамыҡ кеүек ап-аҡ ҡарҙар ,

Яуалар ҙа яуалар,

Йылайбыҙ ҙа ,бейебеҙ ҙә

Беҙ бәхетле балалар!

Булған белемдәрҙе актуаллештереү.Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге булдырыу




- Уҡыусылар, һеҙ күрмәгәндә, тәҙрә аша бер ҡош телеграмма ҡалдырып киткән. Ниндәй ҡош ҡалдырып киткән тип уйлайһығыҙ? Мин әйткән йомаҡтың яуабын дөрөҫ тапһағыҙ, ниндәй ҡош икәнен белерһегеҙ.

"Гөр-гөр" йырлай ул,

Ҡыҙыл ситек кейә ул,

Күлдәктәре күгелйем,

Татыулыҡты һөйә ул.

Слайд йомаҡ

Слайд яуап һүрәт



- Элекке замандарҙан уҡ төрлө илдәрҙә почта элемтәһендә күгәрсендәр файҙаланылған. Батшаларҙың ашығыс фармандарын да, ғашиҡтарҙың йөрәк серҙәрен дә тейешле урынға улар еткергән.

Бөйөк Британияла бер күгәрсенгә бронзанан һәйкәл ҡуйылған. Ул 1942 йылдың яҙында һыу аҫты кәмәһенән хәбәр алып килеп ҡотҡарышҡаны өсөн иң юғары хәрби бүләккә лайыҡ булған.

Ел ыңғай иҫкәндә, почта күгәрсене сәғәтенә 300 км тиҙлек менән оса.

Күгәрсен

Танып-белеү эшмәкәрлеге:проблема ҡуйыу.

Телеграмманы уҡып сығайыҡ.Слайд

Уҡыусылар уҡый.

Һаумыһығыҙ,дуҫтарым! Беҙгә ҡышын ауыр һәм һыуыҡ.Беҙгә ем кәрәк!Шулай уҡ оялар эшләүегеҙҙе һорайбыҙ! Һеҙҙең ҡанатлы дуҫтарығыҙ!


-Эйе,ысынлап та ҡоштарға ҡышын ауыр.Уларға ярҙам кәрәк.

-Ҡыш көнө улар нисек туҡлана ,уҡыусылар?

-Уларға нисек ярҙам итәһегеҙ?

- мәктәптә ҡоштар көнө уҙғараһығыҙмы?

Яупатар

(Уҡыусылар һорауҙарға яуап эҙләй,уҡытыусының һөйләгәнен иғтибар менән тыңлай)

Ошо һорауҙарға яуап бирер өсөн дәреслектәге "Ҡоштар-беҙҙең дуҫтарыбыҙ"тексы менән танышасаҡбыҙ.

Тасуири уҡыу.


-Тасуири уҡыйҙар


Һүҙлек эше

Һүҙлек эше: слайд

Файҙалы-полезный

Иген-зерно

Бөжәктәр-насекомые

Төҙәтеү-исправлять ,поправлять

Ҡыйыҡ-крыша

Тәржемә



Ошо телеграмманан һуң,тексты уҡығандан һуң һеҙ ниндәй һығымта яһанығыҙ?

-аңлашылмаған һүҙҙәрҙе тәржемә итәләр,



Слайд

1. Ҡош ояларын туҙҙырмаҫҡа.

  1. Ҡоштарҙы һәм уларҙың балаларын тотмаҫҡа.

  2. Урманда үҫемлектәрҙе, бөжәктәрҙе, ҡош ояларын тапамаҫ өсөн һуҡмаҡтан ғына йөрөргә.

  3. Урманда һәм паркта шауламаҫҡа, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе ҡурҡытмаҫҡа.

  4. Ҡоштарҙы яратырға һүҙ бирәбеҙ!

Рәхмәт,уҡыусылар!Ҡоштарҙың ебәргән телеграммаһына хәҙер һеҙ яуап итеп ошоларҙы яҙа алаһығыҙ.Яуап хатты өйҙә яҙырһығыҙ.

Ә хәҙер тиҙәйткес уҡып үтәбеҙ.кем тиҙерәк. ляляля

Слайд.

Ҡара ҡарға ашамаһа,

Ала ҡарға ашаһын.

Ала ҡарға ашамаһа,

Ҡара ҡарға ашаһын.


Грамматик материалды ҡабатлау.

Текстан алмаштар булған һөйләмдәрҙе табабыҙ.

-текстан алмаштарҙы табып әйтәләр.

Рефлексия

Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:уҡыу маҡсатын нығытыу,үҙбаһа.

-Уҡыусылар бөгөн дәрестә ниндәй яңы һүҙҙәр өйрәндегеҙ?

-үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?

-һеҙгә дәрес оҡшанымы?

-ҡуйылған маҡсатҡа ирештекме?


Өйгә эш.Шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:эшмәкәрлекткң һөҙөмтәләрен нығытыу.

Уҡыусылар ,һеҙгә өйҙә төрлө эш тәҡдим итәм:ҡоштар һүрәте төшөрөргә;ҡоштар тураһында шиғыр табып,тасуири уҡырға.Һәр кем үҙенә оҡшаған эште һайлап башҡара ала һәм барығыҙға ла яуап хат яҙып килергә.


Йомғаҡлау.

Баһалау.Танып-белеү универсаль эшмәкәрлеге:анализ,сағыштырыу,һығымта яһау.

-Шулай итеп ниндәй ҡоштарҙы белдек?

-Уларҙың ҡайһылары йәйен беҙгә ҡайта?

-Үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?

Һеҙгә уңыштар теләп ҡалам .Һау булығыҙ.



Уҡыусылар үҙҙәренә баһа ҡуя ,яуаптарын дәләлләй.




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал