7


  • Учителю
  • Туған башҡорт әҙәбиәтенән 6 класс өсөн эш программаһы

Туған башҡорт әҙәбиәтенән 6 класс өсөн эш программаһы

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Программаға аңлатма яҙыу

6-сы класс өсөн туған (башҡорт) әҙәбиәтенән эш программаһы 2016-2017 уҡыу йылына түбәндәге норматив -хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

1.Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., ТоломбаевХ.А., Вилданов Ә.Х.,Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И., Ижевск: «КнигоГрад», 2008 й.),

3.Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Туймазы ҡалаһы 7-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планы

6-сы класс уҡыусыларын туған башҡорт әҙәбиәтенә өйрәтеүҙең

маҡсаттары һәм бурыстары

Рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:

1. Уҡыусыларҙың башҡорт әҙәби телен үҙләштереүенә, тексты аңлап, тасуири уҡып, йүгерек уҡыуына, дөрөҫ яҙа белеүенә, әҙәби тел нормаларын һаҡлап, төрлө темаларға өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡортса иркен һөйләшенә ирешеү, йәғни, әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, килеп сығышы, тарихи ямышы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ.б менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә мөхәббәт, ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә, ололарға, кеселәргә, һәм, ғомүмән, кешегә ихтирам, мәрхәмәтлелек, шәфғәтлелек тәәбиәләү, шулай уҡ хеҙмәт тәрбиәһе һәм эстетик тәрбиә биреү.



Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары

тормошҡа ашырыла

    • Рәсәй Федерацияһының "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль Законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

  • "Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында" Законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

  • "Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында" Законы 01.07.2013 №696-3

  • "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында" Законы 15.02.1999йыл №216-3

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730





V-IX класс уҡыусыларының туған (башҡорт) әҙәбиәте буйынса

белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары



Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйцынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү, иҫәпкә алыу, шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә, күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда, түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. Үтелгәнде аңлы үҙләштереү, аңлау кимәле;

  3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа, тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  3. Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа, телендә, телмәр төҙөлөшөндә һирәк - һаяҡ яңылышлыҡтар китһә, уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин

  1. Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  2. әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә, үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. Яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана.



Әҙәбиәт буйынса уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар. Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә, тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә, йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.



Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.



Баһалар

«5»

«4»

«3»

«2»

I

30

25

15

15-тән кәмерәк

II

55

45

30

30-ҙан кәмерәк

III

65

55

40

40-тан кәмерәк

IV

80

75

55

55-тән кәмерәк

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

130

120

120-нән кәмерәк



Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Йырым минең- Башҡортостан. - 1 сәғәт.

З. Биишева." Башҡортостан". Р. Ғарипов. "Дан һиңә, Дан Башҡортостан".

Башҡортостан тураһында дөйөм белешмә биреү, уның тарихы, географияһы, климаты, халҡы, дәүләт ҡоролошо, мәҙәниәте мәсьәләләренә ҡағлышлы әңгәмәләр ойоштороу, уҡыған китаптарҙы, ҡараған фильмдарҙы иҫкә төшөрөү, ижади эштәр башҡарыу. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү мәсьәләләре, авторҙарҙың Башҡортостанға, тыуған төйәгенә мөнәсәбәтен асыҡлау, уға үҙеңдең ҡарашыңды белдереү. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Башҡортостанға арналған альбом төҙөү.

Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер. - 2 сәғәт.

Ә. Усманов " Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте"(өҙөк). "Ҡолой кантон" (Башҡорт халыҡ йыры). М.Ғафури."Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда"

Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте, ил сиген һаҡлаусы, төрлө походтарҙа ҡатнашыуы тураһында белешмә биреү, уға арналған әҙәби әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү, фекер алышыу. Кантондар идаралығы. Халыҡтың кантон башлыҡтарына мөнәсәбәтен сағылдырған йырҙар. Уҙған замандарҙағы халыҡ тормошоноң төрлө әҫәрләрҙә төрлөсә сағылышын сағылышын ҡарау, уға мөнәсәбәт булдырыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү, тәржемә һүҙлек эштәре башҡарыу.

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап. - 3 cәғәт.

Башҡорт ихтилалдары. Башҡорт халыҡ йыры. "Салауат.". М.Иҙелбаев. «Хушлашыу». Р.Бикбаев. "Салауат ҡылысы".

Башҡорт халҡының азатлығы өсн көрәш тарихы менән танышыу, уның халыҡ ижадында, әҙәбиәтендә сағылышын ҡарау, халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарҙың исемдәрен белеү. Әҫәрҙең йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү, тәржемә, һүҙлек эштәре башҡарыу. Салауат образаның бирелешен ҡарау, герой шәхесенә әҙиптәрҙең мөнәсәбәтен асыҡлау. Салауат тураһында белгәндәрҙе, уҡыған китаптарҙы иҫкә төшөрөү. Салауатҡа арналған альбом төҙөү.

Төньяҡ амурҙары- 3 cәғәт.

"Төньяҡ Амурҙары". "Рус- француз һуғышы бәйете". Бәйет тураһында төшөнсә Я.Хамматов. "Төньяҡ Амурҙары", Башҡорт халыҡ йыры Любизар". "Кутузов", "Ҡаһым түрә". Риүәйәт.

Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте тураһында иҫкә төшөрөү. 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында белешмә биреү. Был ваҡиғаның халыҡ ижадында сағылышын күҙәтеү. Йырҙарҙың текстарын тасуири уҡыу, көйҙәрен тыңлау, уларҙа халыҡтың һуғышҡа мөнәсәбәтен, патриотик рухын асыҡлау. Риүәйәттең һәм романдан өҙөктөң йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү, тәржемә, һүҙлек эштәре башҡарыу.

Башҡорт Автономияһы өсөн көрәш. - 2 сәғәт.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған. "Беренсе башҡорт ҡоролтайы". Ш. Бабич. "Башҡорт халҡына көйлө хитап "(өҙөктәр). Р. Солтангәрәев. "Осто бөркөт". Хитап тураһында төшөнсә.

Башҡорт Автономиялы республикаһының төҙөлөү тарихы, Башҡорт ҡоролтайҙары тураһында төшөнсә биреү, был ваҡиғаларға арналған ғилми хеҙмәттәр менән танышыу, әҙәби әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләп өйрәнеү, уларҙың авторҙары тураһында мәғлүмәт туплау. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү, тәржемә, һүҙлек эштәре башҡарыу.

Уралып ятҡан Уралтау. - 2 сәғәт.

Башҡорт халыҡ йыры " Урал". Б. Бикбаев. "Уралыма". Я.Хамматов. «Фәйзулла».

Башҡортостан тауҙары тураһында дөйөм белешмә. Башҡорточтан тауҙары, Урал тураһында халыҡ ижады өлгөләрен, әҙәби әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү. Килтерелгән шиғырҙарҙы, халыҡ йырын тасуири итеп уҡыу, уларҙа шиғырҙың, халыҡтың туған төйәгенә - Уралға мөнәсәбәтен асыҡлау, йырҙың көйөн тыңлау, тексын ятлау, оҙон йырҙар тураһында фекер алышыу.

Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. - 2 сәғәт.

Башҡортостан йылғалары (белешмә). Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Р. Бикбаев. "Һыуһаным һыуҙар бирегеҙ". Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Дим буйы». «Ағиҙел менән Яйыҡ» риүәйәте. Риүәйәт тураһында төшөнсә. Ә.Вахитов. "Ир ҡанаты".

Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә. Башҡортостан йылғалары, Ағиҙел тураһында халыҡ ижады өлгөләрен, әҙәби әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү. Килтерелгән шиғри әҫәпҙе, йырҙарҙың текстарын тасуири итеп уҡыу, уларҙа шағирҙың халыҡтың тыуған төйәгенә, тәбиғәткә һөйөүен, уның яҙмышы, киләсәге өсөн босолоуҙарны асыҡлау, йырҙарҙың көйҙәрен өйрәнеү. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү, тәржемә, һүҙлек эштәре башҡарыу.

Тау башында балҡый бер ҡала. - 1 сәғәт.

Р.Янбулатова "Гүзәл Өфөм - баш ҡалам" (йыр). А. Камалов. "Боронғо башҡорт ҡалалары". Минең тыуған ҡалам.

Башҡортостан ҡалалары, баш ҡалабыҙ Өфө тураһында белешмә. Өфөнөң Башҡортсотан тормошонда тотҡан урыны тураһында фекер алышыу, уға арналған ғилми хеҙмәттәрҙе, әҙәби әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү. "Минең тыуған ҡалам" темаһына әңгәмә ойоштороу, альбом төҙөү.

Башҡорт йолалары. - 1 сәғәт.

А. Ҡобағошов. "Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?"

"Т. Ҡарамышева." Кәкүк сәйе". Башҡорт йолалары тураһында белешмә. С.Ағиш. "Ҡунаҡ һәм намыҫ".

Башҡорт йолалары тураһында белешмә. Халыҡ йолаларына бәйле байрамдар, ауыҙ-тел ижады өлгөләре, әҙәби әҫәрҙәр тураһында әңгәмә. Килтерелгән әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа сағылған йолалар тураһында фекер алышыу.

Башҡорт аштары. - 1 сәғәт.

Ҡ. Даян. "Башҡорт ҡымыҙы". М. Өмөтбаев." Башҡорт ҡорото". Н. Сафин. "Бишбармаҡ".

Башҡорт халҡының традицион милли аштары тураһында белешмә.Уларҙы рус, татар, башҡорт, сыуаш һ.б. халыҡтарҙың милли аштары, хәҙерге заманда өйҙә, ашханаларҙа ҙерләнә торған көндәрек аҙыҡтар менән сағыгыштыу. Милли аштарға бәйле йырҙарҙы иҫкә төшөрөү. Килтерелгән әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа сағылған йолалар тураһында фекер алышыу.

Әсәм теле- сәсән теле - 2 сәғәт.

Башҡорт теле (белешмә). З. Биишева. "Башҡорт теле". Башҡорт халыҡ әкиәте «Яҡшы һүҙ - йән аҙығы». Ә. Вахитов." Һүҙ хаҡында баллада." Р. Назаров. "Япраҡ".

Башҡорт теле, уның тарихы, ҡәрҙәш төрки телдәр араһында урыны, уны өйрәнеүгә арналған ғилми хеҙмәттәр тураһында фекер алышыу. Туған тел, уның ҡәҙере, әһәмиәте тураһында халыҡ ижады өлгөләрен, әҙәби әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү. "Минең туған телем" темаһына әңгәмә ойоштороу. Әҫәрҙең йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү, тәржемә һүҙлек эштәре башҡарыу.

Башҡорттар китте һуғышҡа - 3 сәғәт.

Я. Хамматов. "Башҡорттар китте һуғышҡа…" Ҡ. Даян. "Шайморатов генерал" (йыр). Ж. Кейекбаев. "Зөбәй Үтәғолов". Ә. Бикчәнтәев. "Бөркөт һауала үлә" (өҙөк). Ә.Бикчәнтәев. "Нисә йәш һиңә комиссар?".

Бөйөк Ватан һуғышы, унда Башҡортостанда төҙөлгән хәрби частарҙың, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының ҡатнашыуы, Башҡортостанда тыуып үҫкән Советтар Союзы геройҙары тураһында фекер алышыу. Башҡорт әҙиптәренең һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәрен байҡау, халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыйыу, һуғыш ветерандары менән осрашыу. Килтерелгән әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү.

Башҡорт халыҡ ауыҙ - тел ижады - 2 сәғәт.

Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). «Урал батыр» башҡорт халыҡ әкиәте. «Алдар менән шайтан» башҡорт халыҡ әкиәте. Тормош- көнкүреш әкиәттәре. «Ҡурай» башҡорт халыҡ йыры. «Ҡурай моңо» әкиәте. Йомаҡтар.

Башҡорт халыҡ ауыҙ - тел ижады тураһында төшөнсә биреү, түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Ауыҙ - тел ижадының традицион жанрҙары, уларҙың үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәре, айырмалы һ!м оҡшаш яҡтары тураһында фекер алышыу, уҡыған, ишеткән әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү, уларҙы жанр үҙенсәлектәренә ярашлы итеп (мәҫәлән әкиәтте - әкиәтсә) һөйләү (башҡарыу) күнекмәләре уҙғарыу. "Башҡорт тел-ауыҙ ижады" тигән альбом төҙөү.

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары. - 4 сәғәт.

Халыҡ шағирҙарының тормош юлы менән танышыу, ижадтарына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһау, уларҙың башҡорт әҙәбиәте тарихында урыны тураһында фекер алышыу. Биография һәм автобиография тураһында төшөнсә биреү. Авторҙар әҫәрҙәренең йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү, тәржемә һүҙлек эштәре башҡарыу.

Программаға индерелгән үҙгәрештәр

VI класс уҡыусылары өсөн алда күрһәтелгән программа (Хажин В.И., Вильданов А.Х. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 6- сы класында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте. - Яңыртылған 6- сы баҫма. - Өфө: Китап, 2012) дәрестәр һанын аҙнаға 3 сәғәт, йылына 102 сәғәт булыуҙы күҙ уңында тота.

Туймазы ҡалаһының 7-се МБДББ мәктәбенең 2016-2017 уҡыу йылының уҡытыу планында аҙнаға 1 сәғәт, йылына 34 сәғәт итеп бүленгән (17 сәғәт туған (башҡорт) телен, 17 сәғәт туған (башҡорт) әҙәбиәте).

Уҡытыу планы буйынса туған башҡорт әҙәбиәтенән сәғәттәр һаны



Өсөнсө триместр

Йыл

Беренсе

модуль

Икенсе модуль

Өсөнсө

модуль

Дүртенсе

модуль

Бишенсе

модуль

Алтынсы

модуль

Сәғәттәр

һаны

3

3

2

3

3

3

17

Туған (башҡорт) әҙәбиәте буйынса уҡыу материалының күләме

түбәндәгесә билдәләнде

Эш программаһында

Бүлектәр исеме

Сәғәт һаны

Сәғәт һаны

Темалар



Йырым минең- Башҡортостан

3

1

  1. З. Биишева Башҡортостан

Уҙған ғүмер - ҡалған хәтер

5

1

  1. М. Ғафури. Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда

Ил һаҡлап, азатлыҡ яулап

7

1

  1. Р.Бикбаев. Салауат ҡылысы Башҡорт халыҡ йыры. Салауат.

Төньяҡ амурҙары

6

1

  1. Любизар. Башҡорт халыҡ йыры. Ҡаһым түрә. Риүәйәт

Башҡорт автоно мияһы өсөн көрәш

6

1

  1. Ә.Вәлиди Туған. Беренсе башҡорт ҡоролтайы

Уралып ятҡан Уралтау

7

1

  1. Урал. Башҡорт халыҡ йыры. Р.Бикбаев. Уралыма.

Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын

7

1

  1. Башҡортостан йылғалары. Йәмле Ағиҙел буйҙары

Тау башында балҡый бер ҡала

3

2



  1. Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары

  1. А. Камалов Боронғо башҡорт ҡалалары

Башҡорт йолалары

4

1

  1. А.Ҡобағошов. Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? Т.Ҡарамышева. Кәкүк сәйе

Башҡорт аштары

2

2

  1. Милли аштар. Ҡ.Даян. Башҡорт ҡымыҙы

  1. Башҡорт ҡорото. Башҡорт балы

Әсәм теле - сәсән теле

6

1

  1. З.Биишева. Башҡорт теле. Яҡшы һүҙ - йән аҙығы. Башҡорт халыҡ әкиәте

Башҡорттар китте һуғышҡа

6

1

  1. Ж.Кейекбаев. Зөбәй Үтәғолов

Башҡорт ауыҙ- тел ижады.

9

1

  1. Башҡорт халыҡ әкиәте. Алдар менән шайтан

Башҡорт халыҡ шағирҙары һәм халыҡ яҙыусылары

10

1

  1. М.Ғафури, М.Кәрим ижады

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

8

1

  1. М.Кәрим. Беҙҙең өйҙөң йәме



Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар

Йыл аҙағында VI класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнекмәләренә эйә булырға тейештәр:

  1. Художестволы, фәнни- популяр һәм публицистик әҫәрҙәр менән танышыу:

  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен, мәғәнәһен белеү, төп темаһын аңлау;

  • тексты талғын, шыма, аңлы, тотош уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү;

  • әҫәрҙең идея-тематикаһын асыҡлыу;

  • ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү;

  • хикәйәләрҙе, әкиәттәрҙе инсценировкалау.

  1. Әҙәбиәт теорияһынан һүрәтләү саралары, бәйет, хитап, ҡисса, геройҙарға характеристика, автобиография, биография төшөнсәләрен өйрәнеү.

  2. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уй менән күҙ алдына баҫтырыу; текстың планын төҙөү; текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, билдәле ситуацияла йөкмәткене ижади дауам итеү;

  • уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә хикәйә төҙөү һәм һөйләү:

  1. Грамматика буйынса материалды үҙләштереү:

  • башҡорт әҙәби теле, уның нормалары,

  • үҙ аллы һүҙ төркөмдәре (исем, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ исемдәр, исемдең һан, эйәлек, килеш, күплек, хәбәрлек категорияһы; сифат, сифаттың дәрәжәләре, исем урынында килә алыуы, сифаттарҙың исемләшеү осраҡтары; алмаш, уларҙың мәғәнә үҙенсәлектәре, төркөмсәләре, һан, ҡушма һандар);- морфологик анализ күнекмәләрен үҫтереү;- варваризм, неологизм, архаизм;

  1. Контроль диктанттар, изложение, иншалар яҙыу, хаталар өҫтөндә эшләү;

  2. Художестволы картиналар буйынса ижади эштәр эшләү, эш ҡағыҙҙарын яҙыу күнекмәләрен үҫтереү;

  3. Программа тарафынан ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙән шиғыр текстарын яттан белеү.

Уҡытыу процесының төп формалары

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә: башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр; тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә); дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар; тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Яҙма эш төрҙәре (изложение, инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин: карточкалар менән эш; тест; һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү; текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе; терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү: һүҙлек диктанты; һөйләмдәр төҙөү; һүҙлек менән эш; һүрәтләү иншаһы.



Уҡыу - уҡытыу буйынса методик ҡулланма исемлеге:

1.Хажин В.И., Вильданов А.Х. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 6- сы класында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте. - Яңыртылған 6- сы баҫма. - Өфө: Китап, 2012

2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009

3. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.



Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

  1. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

  2. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  3. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  4. Автор коллективы.Балалар әҙәбиәт антологияһы. Икенсе китап.Төҙөүсе Сафуан Әлибай. -Өфө: Китап, 1987.-320 бит

  5. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996

  6. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  7. М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса - синонимдар һүҙлеге. Өфө :Китап, 2010.

  8. Автор коллективы.Балалар әҙәбиәт антологияһы. Икенсе китап. Төҙөүсе Сафуан Әлибай.-Өфө: Китап, 1987.-320 бит.

6 класс өсөн туған (башҡорт) әҙәбиәтенән

2016-2017 уҡыу йылына тематик планлаштырыу



Планлаштырылған үткәреү ваҡыты

Фактик үткәреү ваҡыты

Дәрес темаһы

Иҫкәрмәләр

I триместр, 1- се модуль- 2 сәғәт

I. Йырым минең- Башҡортостан  1 сәғәт





З.Биишева Башҡортостан.

Өй эше:

  1. 3-4 - се биттәр, уҡырға.

  2. 3-4 - се биттәр, һөйләргә өйрәнергә.

  3. "Башҡортостан тауҙары" темаһына белешмә төҙөргә.

II. Уҙған ғүмер - ҡалған хәтер  1 сәғәт





М. Ғафури. Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда.

Өй эше:

  1. 19-23-сө биттәр, йөкмәткеһен белергә.

  2. 23-сө бит, һорауҙарға яуаптар әҙерләргә.

  3. 19-23-сө биттәр, әҫәр буйынса инша яҙырға

III. Ил һаҡлап, азатлыҡ яулап  1 сәғәт

I триместр, 2- се модуль- 3 сәғәт





Р.Бикбаев. Салауат ҡылысы. Башҡорт халыҡ йыры. Салауат.

Өй эше:

  1. 41-42-се биттәр, тасуири уҡырға өйрәнергә.

  2. 42-се бит, һүҙлек һүҙҙәрен ятларға.

  3. 41-42-се биттәр, йөкмәткеһе буйынса план төҙөргә.

IV. Төньяҡ амурҙары - 1 сәғәт





Любизар. Башҡорт халыҡ йыры. Ҡаһым түрә. Риүәйәт.

Өй эше:

  1. 64-67-се биттәр уҡырға.

  2. 63-сө бит, шиғырҙы ятларға.

  3. 68-се бит, 3-сө бирем, инша яҙырға.

V. Башҡорт автономияһы өсөн көрәш - 1 сәғәт





Ә.Вәлиди Туған. Беренсе башҡорт ҡоролтайы.

Өй эше:

  1. 76-77-се бит, йөкмәткеһен белергә.

  2. 77-78-се биттәр, һүҙлек һүҙҙәрен ятларға.

  3. Башҡорт һыбайлылыры тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт өҙерләргә.

II триместр, 3- сө модуль- 3 сәғәт

VI. Уралып ятҡан Уралтау - 1 сәғәт





Урал. Башҡорт халыҡ йыры. Р.Бикбаев. Уралыма.

Өй эше:

  1. 95-се бит, уҡырға.

  1. 96-сы бит, шиғырҙы ятларға.

  2. 96-сы бит, кроссвордты сисергә.

VII. Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын - 2 сәғәт





Башҡортостан йылғалары. Йәмле Ағиҙел буйҙары.

Өй эше:

  1. 122-123-сө бит, йөкмәткеһен белергә.

  2. 123-сө бит, һорауҙарға яуап әҙерләргә.

  3. 123-сө бит, 3-сө бирем, белешмә төҙөргә.

VIII. Тау башында балҡый бер ҡала - 2 сәғәт





Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары.

Өй эше:

  1. 157-се бит, шиғырҙы ятларға.

  2. 155-156-сы биттәр, һөйләргә өйрәнергә.

  3. "Минең тыуған ҡалам" темаһына хикәйә төҙөргә.

II триместр, 4- се модуль - 3 сәғәт





А. Камалов Боронғо башҡорт ҡалалары.

Өй эше:

  1. 158-160-сы биттәр, уҡырға.

  2. 160-сы бит, һорауҙарға яуап әҙерләргә.

  3. Башҡа ҡалалар тураһында альбом эшләргә.

IX. Башҡорт йолалары - 1 сәғәт





А.Ҡобағошов. Ҡарға бутҡаһы тәмлеме ? Т.Ҡарамышева. Кәкүк сәйе

Өй эше:

  1. 165-168-се биттәр, уҡырға.

  2. 168-се бит, 3-сө бирем, яҙырға.

  3. Милли байрамдар, йолалар. Реферат әҙерләргә.

X. Башҡорт аштары - 1 сәғәт





Милли аштар. Башҡорт ҡорото. Ҡ.Даян. Башҡорт ҡымыҙы.

Өй эше:

  1. 178-се бит, йөкмәткеһен белергә.

  2. 178-179-сы биттәр, һөйләргә әҙерләнергә.

  3. "Милли аштар" темаһына проект әҙерләргә.







Башҡорт ҡорото. Башҡорт балы.

Өй эше:

  1. 181-184-се биттәр, һөйләргә өйрәнергә.

  2. 183-сө бит, һорауҙарға яуаптар әҙерләргә.

  3. "Милли аштар" темаһына альбом әҙерләргә.

III триместр, 5- се модуль- 3 сәғәт

XI. Әсәм теле - сәсән теле - 2 сәғәт





З.Биишева. Башҡорт теле. Яҡшы һүҙ - йән аҙығы. Башҡорт халыҡ әкиәте.

Өй эше:

  1. 186-188-се биттәр, уҡырға.

  2. 189-192-се биттәр, һөйләргә әҙерләнергә.

  3. "Минең туған телем" темаһына белешмә төҙөгөҙ.

XII. Башҡорттар китте һуғышҡа -1 сәғәт







Ж.Кейекбаев. Зөбәй Үтәғолов.

Өй эше:

  1. 211-се бит, һүҙлек һүҙҙәрен өйәренергә.

  2. 211-212- се бит, шиғырҙы ятларға.

  3. "Башҡорттар китте һуғышҡа" темаһы буйынса материалдар әҙерләргә.

XIII. Башҡорт ауыҙ- тел ижады - 2 сәғәт





Башҡорт халыҡ әкиәте. Алдар менән шайтан.

Өй эше:

  1. 244-251-се биттәр, уҡырға.

  2. 244-251-се биттәр, һөйләргә өйрәнергә.

  3. 252-се бит, 7-се бирем, әкиәт уйлап табырға.

III триместр, 6- сы модуль- 2 сәғәт

XX. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары - 4 сәғәт





М.Ғафури, М.Кәрим ижады.

Өй эше:

  1. 310-сы бит, тасуири уҡырға өйрәнергә.

  2. 310- сы бит, шиғырҙы ятларға.

  3. М.Кәрим тураһында өҫтәлмә материалдар әҙерләргә.

XXI. Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ - 2 сәғәт





М.Кәрим. Беҙҙең өйҙөң йәме.



</



11







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал