7


  • Учителю
  • Урок по башкирской литературе в 5 классе Хамит купере

Урок по башкирской литературе в 5 классе Хамит купере

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала





















Яҡшы эш ҡайҙа булһа-яҡшы исем шунда.



Фәрит Иҫәнғоловтың "Хәмит күпере" хикәйәһен өйрәнеү.

5-се класс.

















Мораҙым мәктәбенең башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Килдина

Гөлсара Ғәйфулла ҡыҙы.



































Маҡсат.Әҙәбиәт теорияһынан белешмә биреү,әҫәргә тулы анализ эшләү;фекрләү ҡеүәһен үҫтереү;уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.Яҙыусының портреты,аудиояҙма,плакаттар,схема.

Дәрес барышы.Ойоштороу мәле.

Мәҡәлдәрҙе уҡыу.Эш һөйгәнде -ил һөйгән.Яҡшы исем малдан артыҡ.Эшлеклене иген баҫыр,эшлекһеҙҙе йоҡо баҫыр.Һөнәр-ирҙең ҡанаты.Оҫта үлһә -ҡулы ҡалыр.Һөнәрле үлмәҫ,һөнәрһеҙ көн күрмәҫ.Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр.Ни сәсһәң,шуны урырһың.Изгелектең иртәһе- кисе юҡ.

Уҡыусылар,мәҡәлдәрҙән сығып,дәрестә нимә тураһында һүҙ барасағын әйтә.Теманы һәм маҡсатты билдәләп дәфтәрҙәренә яҙып ҡуя.

УҠЫТЫУСЫ.Дәрестә кеше, уның томоштағы урыны,хеҙмәткә,тыуған еренә мөнәсәбәте тураһында һөйләшербеҙ,әҫәргә тулы анализ яһарбыҙ.

ӨЙ ЭШЕН ТИКШЕРЕҮ.Таҡтала яҙылған тест һорауҙарына яуап биреү.

1.Ф.Иҫәнғолов ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?(а.1913-19896;б.1911-1989;в.1928-1983.)

2.Үҙегеҙ үлгәс тә,донъяла исемегеҙ ҡалырлыҡ итеп йәшәгеҙ.Хикәйәлә был нисәнсе васыят? (а.Беренсе. б.Икенсе.)

3.Кем һәр урында үҙенең исемен яҙып ҡалдыра?(а.Хәмит. б.Вәлит.)

4.Кемдең исеме халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡлана? (а.Хәмит.б. Вәлит.)

5.Аталарының васыятын кем дөрөҫ аңлай һәм үтәй?(а.Хәмит.б.Вәлит.)

Һүҙлек эше.Васыят,мираҫ һүҙҙәренең мәғәнәләрен асыҡлау.







Әҫәргә анализ яһау.

1.Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай? (Хикәйә жанрына.) Нимә ул хикәйә?(Хикәйә-эпик әҫәрҙәрҙең иң күп ҡулланылған жанрҙарҙың береһе.Хикәйәлә бер йәки бер нисә кеше менән булған хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә.)

2.Әҫәрҙең темаһы һәм идеяһы.Тема.Хикәйәлә Хәмит менән Вәлиттең аталары ҡалдырған васыятты үтәүе.

Идеяһы.Тыуған илгә,халыҡҡа хеҙмәт итеү,яҡшы исем ҡалдырыу.Хәмит кеүек изгелекле булыу.

3.Үҙәк һәм ярҙамсы сюжеттар.Сюжет-әҙәби әҫәрҙәге ваҡиғалар сылбыры.Сюжет үҙәгендә-Хәмит менән Вәлиттең аталары ҡалдырған васыятты үтәүе булһа,ярҙамсы сюжет итеп күпер һалырға булышлыҡ итеүсе халыҡ,уларҙың Хәмит менән Вәлит хаҡындағы фекерҙәрен килтерергә мөмкин.

4.Конфликттың үҫеше,кульминацияһы,сиселеше.Ундағы персонаждарҙың характер асылы. Экспозиция-васыят,ваҡиғалар үҫеше-баш ватыу,төйөнләнеш-васыятты нисек үтәргә тигән проблема тыуыу, кульминация-Хәмит менән Вәлиттең васыятты үтәү өсөн нимәләр эшләүе,сиселеш- эшләгән эштәренең һөҙөмтәһе,уларҙың халыҡ хәтерендә ҡалыуы.(Уҡыусылар яуаптарҙы дәреслектән табып уҡыйҙар.)

5.Образдар системаһына ҡылыҡһырлама.Ыңғай һәм кире образдарға ҡылыҡһырлама биреү.Ике уҡыусы таҡтаға сыға.

Хәмит Вәлит

Эшһөйәр Эште ашыҡ-бошоҡ башҡара

Йорт-ҡаралты тирәһен нығыта Һәр ерҙә исемен яҙып йөрөй

Иген игә Ҡырҡ һүҙгә етә

Балта эшен эшләй Ҡустыһына екерә

Уңған Ялҡау



Уҡытыусы.Һеҙ кемгә оҡшарға теләр инегеҙ?Беҙҙең арала Вәлит кеүек кешеләр бармы? Хәмиткә оҡшарға тырышайыҡ.Яҡшы кешеләр күберәк булған һайын тормошобоҙ матурыраҡ,донъя именерәк булыр.

6.Әҫәрҙең композицион төҙөлөшө.Авторға әкиәтте кем һөйләгән? (Олатаһы.)Берәүҙең-икенсегә,икенсенең өсөнсөгә һөйләүен икенсе төрлө күсәгилешлек тип атарға була.Хәмит менән Вәлит тураһындағы хикәйәләү әҫәрҙә нисек алып барыла?

Ике ҡапма- ҡаршы образ тураһында хикәйәләүҙе йәнәшә алып барыу әҙәбиәттә йәнәшәлек термины менән йөрөтөлә. "Хәмит күпере" хикәйәһенең композицияһы йәнәшәлеккә ҡоролған.(Дәфтәрҙәргә яҙып алыу.)

7.Әҫәрҙең теле.Авторҙың теле.Хикәйәләү үҙенсәлеге.Персонаждар теле.Әҫәрҙән күсмә мәғәнәле һүҙҙәр ттереү.ҙе,фразеологик берәмектәрҙе,синонимдарҙы,антонимдарҙы таптырып әй

8.Һығымта.Уҡытыусы.(Ғ.Хәмзин башҡарыуында "Хәйрүләкәй" йырын тыңлағандан һуң әңгәмә ҡорола.)Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә,кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә тырышығыҙ.Һеҙҙең турала: "Кем балаһы-шуның балаһы,ҡайҙан килгән-шул яҡтан,шул ауылдан,"-тип ғорурланып әйтерлек булһын.

Хәмит халыҡҡа изгелек эшләй.Халыҡ уны хөрмәт итә.Үҙе үлһә лә,яҡшы исеме ҡала.Был хикәйә әкиәт кеүек һөйләнелһә лә,тормошта үҙҙәре үлгәс тә исемдәре онотолмаған кешеләр һәм шәхестәр хаҡындағы фәһемле бер тарих ул.

Өйгә эш. "Яҡшы исем мәңге ҡала" тигән темаға берәй яҡташының йәки данлыҡлы шәхес тураһында инша яҙып килергә.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал