7


  • Учителю
  • Урок на тему Йәшәү - хеҙмәт. З. Биишева

Урок на тему Йәшәү - хеҙмәт. З. Биишева

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала





З.Биишеваның «Йәшәү - хеҙмәт» шиғырын өйрәнеү.

« Башҡорт теле»

Маҡсат: халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады менән таныштырыу, яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу, хеҙмәткә, хеҙмәт кешеһенә ихтирам тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мультимедия проекторы, З. Биишеваға арналған күргәҙмә.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.



1 - се слайд

Тел асҡысы - иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм:

Әссәләмәғәләйкүм!

  1. Фонетик - орфоэпик күнегеүҙәр.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, миҫалдар менән нығытыу.



2 - се слайд

- ә, ө, ү

- ҡ, ғ, ҙ

- ң, ҫ, һ



  1. Уҡыласаҡ өҙөктөң ниндәй әҫәрҙән һәм авторы кем икәнлеген әйтегеҙ.



3 - сө слайд.

«Һөнәрсе тауҙар ҡаҙған, таштар ватҡан, һәйбәт ҡом эҙләгән. Арып - йонсоп бөткән, кейемдәре туҙған. Әммә ул эштән туҡтамаған. Һәр осраған ташты, ҡомдо һынап ҡараған. Ахыр сиктә ирешкән ул теләгенә! Күҙ яуын алырлыҡ нәфис, тере сәскәләй еңел, булат ҡылыстай ныҡ көршәк эшләгән! Уның тотҡаһы туҙбаш йыланға оҡшаған…»

4 - се слайд.

Зәйнәб Биишева. Һөнәрсе менән Өйрәнсек.



5 - се слайд.

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.



По труду и честь.



( Хор менән уҡыу, мәғәнәһен аңлатыу: По труду и честь - кешене эшенә ҡарап баһалайҙар, хөрмәт итәләр).

--- Шулай итеп, бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-- Кем һуң ул З.Биишева?

Был һорауға яуап бирергә ошо схема ярҙам итер.



6 - сы слайд.

Ҡасан ? Ҡайҙа?

|

Нисек? ---- З.Биишева ---- ниндәй?

|

Кем?



  1. Ҡайҙа? Ҡасан? З.Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй, ни бары өс йәшендә етем ҡала. Башланғыс белемде исем ауылында ала. Ырымбур педагогия техникумында уҡый. Баймаҡ районында уҡытыусы булып эшләй. Гәзит, журналдар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан радиоһында эшләй. 1951 йылдан профессиональ яҙыусы.

  2. Ниндәй?

З.Биишева төрлө жанрҙарҙа ижад итә: шиғырҙар, поэмалар, әкиәттәр, повестар, романдар, драмалар яҙа.

3. Кем?

Әҙәбиәттәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге премияһы, өс тапҡыр «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелә.



4.Нисек?

З.Биишеваның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Күгәрсен районында йорт - музей асыла. Район үҙәгендә уның исемен йөрөткән мәктәп бар. Өфөләге «Китап» нәшриәте уның исемен йөрөтә.



7 - се слайд.

1908 йыл

Күгәрсен районы

Туйымбәт ауылы

Ҡасан? Ҡайҙа?

|

Нисек? ----- Зәйнәб Биишева --------- Ниндәй?



Йорт музейы

Мәктәп (1908 - 1996) «Һөнәрсе менән Өйрәнсек»

«Китап нәшриәте» «Кәмһетелгәндәр»

«Йәшәү - хеҙмәт»

«Башҡорт теле»

|

Кем?

Өс тапҡыр

«Почет билдәһе» ордены

С.Юлаев премияһы лауреаты

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.



--- Тимәк, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишева тыуыуына 2 ғинуарҙа 106 йыл булып үтте.



1. Яңы тема буйынса эш.

Бөгөн З.Биишеваның «Йәшәү - хеҙмәт» ( 5- се класс)

«Башҡорт теле» (6 -сы класс)

Исемле шиғыры менән танышырбыҙ

( Инеш әңгәмә )

Мәҡәлдәр.



  1. Уҡытыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы.

  2. Һүҙлек эше. ( 5 - се класс)



Горький - әсе

Пресный - сөсө

раскаяние, сожаление - үкенес

не насытился - танһыҡ ҡалманы

неприветливый - ҡырыҫ

нежный - наҙлы

ничего не делая - ҡул ҡаушырып



6- сы класс һүҙҙәрҙе шиғырҙан табып уҡый.



5 кл шиғырҙан антонимдарҙы һәм синонимдарҙы таба (таҡтала эшләйҙәр )



6 кл шиғырҙан сифаттарҙы табып әйтәләр

синонимдарҙы табып дәфтәргә яҙалар



5 кл шиғырҙы өскә булеп план төҙөйҙәр, дәфтәргә яҙалар.







Шиғырҙы тағы бер ҡат уҡып сығығыҙ үҙ һүҙҙәрегеҙ менән шиғырҙың эстәлеген дәфтәргә яҙығыҙ.



Йомғаҡлау. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишева беҙгә нимә әйтергә теләне икән?

Әлбиттә ул беҙгә ошондай һүҙҙәрҙе еткерерге телегәндер:

Яҡшы уҡығыҙ, хеҙмәт һөйөгөҙ. Туған телде ихтирам итегеҙ. Тыуған илдең киләсәге - һеҙҙең ҡулда.

Бар ғүмере хеҙмәттә үткән яҙыусының тормошо, ижады беҙгә үрнәк ул. Хеҙмәтен оло баһалап, беҙ бөгөн дә яҙыусыны онотмайбыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Юҡҡа ғына халҡыбыҙ: «Хеҙмәтенә күрә хөрмәте», - тимәгән.

«Теле юҡтың - иле юҡ»



Баһалау.



Өйгә эш: Шиғырҙы ятларға.





« Хеҙмәтенә күрә хөрмәте»







«Теле юҡтың - иле юҡ»





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал