7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирской литературе на тему М. Карим (8 класс)

Конспект урока по башкирской литературе на тему М. Карим (8 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: М.Кәрим. "Үлмәҫбай" поэмаһы. Маҡсат: поэманың йөкмәткеһен, идея-художество ҡиммәтен, теленең байлығын, яҙыусының оҫталығын уҡыусыларға еткереү; һөйләү телмәрен үҫтереү; шағирҙың ижады , совет һалдаттарының батырлығы менән ғорурланыу хисе, һоҡланыу тойғоһо, һөйөү уятыу. Йыһазландырыу: дәреслек, презентация

Дәрес барышы.

l.Ойоштороу мәле.

ll.Төп өлөш . 1.Инеш һүҙ.

1941 йылдың 22 июнендә Гитлер Германияһы беҙҙең илгә мәкерле һуғыш башлағас, М.Кәрим дә, ҡулына ҡорал алып, Тыуған ерҙең азатлығы өсөн яуға китә. Фронтҡа китер алдынан "Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!" шиғырын ижад итә. Шағир башҡорт халҡының традицияларына тоғро буласағы, йыр өсөн һәм Тыуған ер өсөн аяуһыҙ ҡаты һуғышасағы тураһында әйтә. Ул был антына тоғро ҡала. 1942 йылда август айында хәтәр һуғыштарҙың береһендә дошман снарядының утлы ярсығы, уның түш кеҫәһендәге комсомол билетын тишеп, йөрәккә саҡ ҡына теймәй үтә. Госпиталдә 3-4 ай ятҡандан һуң ғына ул ҡулына ҡәләм алырлыҡ хәлгә килә һәм үҙенең ижадында күренекле урын тотҡан шиғыр һәм поэмаларын ижад итә. 1942 йылдың көҙөндә, госпиталдә ятҡанда, ул "Үлмәҫбай" поэмаһының тәүге ике бүлеген тамамлай. Поэманың һуңғы өлөшө 1944 йылда Украинала яҙыла.

2.Поэманы кассетанан тыңлау. 3.1-се бүлекте анализлау. - Поэма нимә менән башланып китә? - Үлмәҫбайҙың телмәренә ниндәй сифаттар хас? (бөтә ваҡиғаларҙы ла юмористик тонда һөйләй) - Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙға ниндәй кеше булып килеп баҫа? (шаян) - Дошман менән осрашҡанда Үлмәҫбай үҙен нисек тота? (ҡыйыу, батыр, сабыр) -Үлмәҫбай образында шағир халыҡ характерына хас ниндәй сифаттарҙы аса? 4. "Үлмәҫбай туйға бара" бүлеге (комментарий менән уҡыу) - Был бүлектә нимә хаҡында һүҙ бара? - Кем ул "Үҙе биш ҡарыш, һаҡалы етмеш ҡарыш" ҡарт. - Ниндәй туй йолалары тураһында әйтелә? 5. 3-сө бүлекте комментарий менән уҡыу.

- Поэманың төп геройҙары кем? (Үлмәҫбай, Теребай - һалдаттар, разведчиктар) - Уларға ниндәй сифаттар хас? (Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, сабырлыҡ, көр күңеллелек, таҫыллыҡ, тапҡыр аҡыллылыҡ, мәрәкәсел. Уларҙың исемдәре үк халыҡтың үлемһеҙлеген, халыҡтың мәңгелек булыуын раҫлай).

-Был турала поэмала нисек әйтелгән? Үлмәҫбай үҙен:

Тау башҡорто тоҡомонан, Салауат затлы булам… Һунарсы минең ырыуым…

…Чуд тигән күле лә бар,-

тип танышытыра . Был юлдарҙан Үлмәҫбай образында үҙ халҡына хас иң яҡшы традициялар менән илһөйәрлек сифаттарының бергә ҡушылыуы күренә.

-Поэмала тағы ла ниндәй традициялар күренә? (һунарсылыҡ). Улар:

Һунарсы ҡаны үҙемдә, (слайд) Һунарсы булыр балам… Һунар сыға һалыуыма Шул ғәҙәт булды сәбәп, -

тиҙәр.

-Милли характер һыҙаттары хаҡында поэманың ниндәй урынында әйтелә?

- Башҡорт халҡына хас булған ҡунаҡсыллыҡ сифаты иҫкә алына.

Вәт шулай. Хәҙер үҙеңде (слайд) Ҡунаҡҡа алып китәм. Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң: "Башҡорт ҡунаҡсыл икән…"-

тигән юлдарҙа күренә.

-Поэмала тағы ла ниндәй милли традициялар күренә?(слайд)

Шағир бөтә ижады буйынса ир-егеттең таянысы, ҡанаты булған ат образын һынландыра.(слайд)

Әҙиптең ижадына килеп ингән һыбайлы егет образы халыҡ ижадынан килеп ингән образ ғына түгел, халыҡтың көндәлек тормошо менән бәйле булыуы һөҙөмтәһендә килеп ингән образ. (слайд)

-М.Кәрим Үлмәҫбай, Теребай образдарын һүрәтләгәндә ниндәй алымдар файҙалана? (фантастик элементтар, әкиәттәргә хас алымдар)

-Үлмәҫбай менән Теребай тормошта осрай торған реаль образдар. - Рус әҙәбиәтендә "Үлмәҫбай"ға оҡшаған ниндәй әҫәр уҡығанығыҙ бар? (А.Т.Твардовский "Василий Теркин") - Поэманың тел-стиль үҙенсәлектәре тураһында нимә әйтерһегеҙ? (халыҡсан әйтемдәр, тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәлдәр күп) (слайд) lII. Йомғаҡлау. IV. Өйгә эш биреү: поэманың йөкмәткеһе буйынса һүрәт эшләргә







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал