7


  • Учителю
  • Башҡорт теленән асык дәрес темаһы: «Ҡыш», «Көрәш» хикәйәһен өйрәнеү

Башҡорт теленән асык дәрес темаһы: «Ҡыш», «Көрәш» хикәйәһен өйрәнеү

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала





Оҙайлы дауалауға мохтаж балалар өсөн, шифахана тибындағы һауыҡтырыу мәғариф ҡаҙна дәүләт учреждениеһы, Шафран шифахана мәктәп-интернаты.





























Башҡорт теленән асык дәрес темаһы:

</ «Ҡыш», «Көрәш» хикәйәһен өйрәнеү (4 класс)





































Үткәреүсе:Арыҫланова Ғ. Ә.





















Декабрь, 2013 йыл.

Тема: «Ҡыш», «Көрәш» хикәйәһе.



Маҡсат:

  1. Ҡыш миҙгеле, ҡышҡы тәбиғәт тураһында һөйләргә өйрәтеү; хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү; дөрөҫ, тулы һөйләмдәр менән яуап бирергә өйрәтеү;

  2. Үтелгән тема буйынса белемдәрҙе камиллаштырыу; уҡыусыларҙың телмәрен, логик фекерләүен, ижади һәләттәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу;

  3. Ҡышҡы тәбиғәттең матурлығын курә белергә тәрбиәләү; сынығыуҙың файҙаһының ҙур булыуын аңлатыу.

Йыһазландырыу: дәреслек, компьютер, слайдтар, карточкалар



Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле

-Һаумыһығыҙ уҡыусылар, ултырығыҙ. Хәҙер һәр-беребеҙ күршеләребеҙгә ҡарап, йылмайып алайыҡ. Дәресте ошолай күңелле, яҡшы итеп уткәреп ебәрәйек



  1. Артикуляцион күнегеү (Ҡушымта №1)

  1. Дәрестә дөрөҫ һөйләшер өсөн иң беренсе башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәрен ҡабатлап үтәйек.

Ә, Ө, Ү, Ҡ, Ғ, Ҙ, Һ, Ң, Ҫ

  1. Телде шымартыу өсөн ҡыш тураһында шиғыр уҡыу:



Аҡ ҡар баҫҡан яланда,

Ҡураларҙы, соланды.

Ябалҡлап ҡар яуа,

Бөгөн буранлы һауа.

(Ғ. Туҡай)

  1. Төп өлөш

-Уҡыусылар, әле беҙ уҡыған шиғырҙа һүҙ нимә тураһында барҙы?

-Шулай булғас, бөгөнгө дәрестә нимәләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ?



  • Һорауға яуап биреп, теманы һәм маҡсатты асыҡлау.

(Ҡушымта № 2)



-Тышҡа күҙ һалайыҡ әле

-Бөгөн тышта ниндәй көн?

-Тәбиғәтте нимә ҡаплап алған?

-Уҡыусылар, кешеләр нисек кейенгәндәр?



  1. Китап менән эш (91 бит)

  1. «Көрәш» хикәйәһенең йөкмәткеһе менән таныу

  • Яңы һуҙҙәр менән танышыу (Ҡушымта № 3);

  • Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы;

  • Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуҙары;

  • Сылбырлы уҡыу һәм тәржемә итеү

  1. Һорауҙаға яуаптар биреү

-Батыр кем менән көрәшергә уйлай?

-Ул урамға нисек сыға?

-Был көрәштә кем еңеүсе?

-Бабай батырға ниндей кәңәш бирә?

-Батыр батырмы?



  1. 1-2 уҡыусынан хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләтеү



Уҡыусылар, беҙ бөтәбеҙ ҙә сирләргә яратмайбыҙ. Сирләмәҫ өсөн иң беренсе сынығырға кәрәк. Иртән торғас битте, ҡулдарҙы һалҡынса һыу менән йыуыныу, физзарядка яһау, саф һауала йөрөу, режим буйынса йәшәү -- сынығыуҙың беренсе аҙымдары. Ҡыш көндәрендә ҡат-ҡат кейем кейгәнсе, ҡалын, әйберҙәрҙе, кейеп, урамда тик тормаҫ уйындарҙы көн дә уйнаһаҡ, беҙ әлбиттә сынығасаҡбыҙ. Шуның өсөнбеҙҙеңинтернатыбыҙҙа ошо ҡағиҙәләрҙе үтәргә тырышығыҙ- сирләргә ваҡытығыҙҙа булмаҫ, сирләмәҫһегеҙ ҙә!



  1. Ял минуты

  • Ижади эш

Тактала ҡыштың символдарын төшөрөү.











  1. Грамматик буйынса эштәр

  • Дәфтәргә датаны һәм числоны яҙып ҡуйыу.



  1. Беренсе рәт менән икенсе рәттәге һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр төҙөү:

Ҡар һалҡын

Юрған ап-аҡ

Ҡыш мамыҡ

Һауа яңы

Урам саф



  1. Артыҡ һүҙҙе табырға:



Ҡыш- һыуыҡ, ҡарлы, эҫе;

Ҡар - тәмле,йомошаҡ, аҡ.







  1. Һүҙҙәргә сифаттар өҫтәп, һөйләмдәр төҙөп яҙыу (парҙар менән эш)

Ҡыш, урман, ҡар.



Был ҡыш

Был__________ҡыш.

Был__________,__________ҡыш.

Был__________,__________,__________ҡыш.



  1. Дәресте йомғаҡлау. Уҡыусыларҙы баһалау.

-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ тағы ла бер тапкыр дәрес башында уҡыған шиғырҙы хәтергә төшөрәйек әле?

-Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләштек?

-Дәрестә нимәләр уҡыныҡ?



  1. Өйгә эш: «Көрәш» хикәйәһенуҡырға, һөйләргә өйрәнергә;

Ҡыштемаһына һүрәт төшөрөргә.



  • Бөгөн беҙ дәресте Ҡ. Даяндың «Тышта ҡар яуа» исемле йыры менән тамамлайбыҙ.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал