7


  • Учителю
  • 4 класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы

4 класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала







































































































1. Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 36 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4 синыф өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. - Өфө: Китап, 2006.

Программа кимәле: базислы

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Ғәбитова З. М, Толомбаев Х. А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. - Өфө: Башҡортостан, 2006.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы Өфө ҡалаһы ҡала округы Совет районының 94-се лицейы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының "Мәғариф тураһында" Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының "Уҡытыу һәм тәрбиә биреү" концепцияһы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Башҡорт теле - башҡорт халҡының тыуған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Башҡорт теленең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа "Башҡорт теле" предметтың универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡысыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәтергә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Башҡорт теле баланың төрлө тормош ситуациларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; үҙ ҡылыҡарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.

Диктанттарҙы баһалау.

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсыл һүҙҙәр инә. Грамматик эштәр өҫтәп бирелгән осраҡта диктант тексы, класына ҡарап, 5-15 һүҙгә ҡыҫҡартыла.

Башҡорт орфографияһының фонетик принципҡа нигеҙләнгән булыуына таянып, текстарҙа әйтелеше һәм яһалышы тап килгән һүҙҙәрҙең булыуы мотлаҡ. Теге йәки был тема буйынса уҡыусыларҙың белемен тикшереү өсөн диктанттар тексында шул темаға ҡараған иң мөһим орфограммалар һәм пунктограммалар була. Тикшерелә торған орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны кластар буйынса түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: I класта - 3 орфограмма, II класта - 4 орфограмма һәм 1 пунктограмма, III класта - 5 һәм 2, IV класта - 6 һәм 2, V класта - 8 һәм 3, VI класта - 10 һәм 3, VII класта - 12 һәм 6, IX класта - 16 орфограмма һәм 6 пунктограмма.

Диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай: 1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар; 2) әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар; 3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацион хаталар; 4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.

Диктантты баһалағанда, тупаҫ һәм тупаҫ булмаған хаталарға иғтибар ителә. Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә: 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар; 2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар; 3) бер тыныш билдәһе өсөн икенсеһен ҡуйыу; 4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе хатаһыҙ йәиһә аҙ булмаған орфографик йәки пунктуацион хата ебәрелгән эшкә ҡуйыла.

«4» билдәһе 2 орфографик һәм 2 пунктуацион, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион (2/2 йәки 1/3) хатаһы булған диктанҡа ҡуйыла.

«3» билдәһе 4/4, йәки 3/5 хаталы эшкә ҡуйыла. I-IV синыфтарҙа 5/4 хаталары булған эштәргә лә ыңғай баһа ҡуйырға мөмкин. ( әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә «3» билдәһен ҡуйып була. һаналғандарҙан күберәк хаталар ебәрелгән эштәр ыңғай баһалана алмай.

Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә изложение һәм иншалар алдан ныҡлы әҙерлек менән үткәрелә. Изложение һәм иншалар ярҙамында уҡыусыларҙың йөкмәткене аса, кәрәкле тел сараларын темаға ярашлы һайлай һәм, шулай уҡ, уларҙың грамматик нормаларҙы һаҡлап, орфографик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү һәләтлеге тикшерелә. Шуға күрә изложение һәм инша ике билдә менән баһалана. (Башланғыс кластарҙа изложение һәм иншаларға бер генә билдә ҡуйыла). Билдәләрҙең тәүгеһе - эштең йөкмәткеһе һәм теле өсөн ҡуйылһа, икенсеһе грамоталылыҡ кимәлен билдәләй.

Эштәрҙе баһалауҙың төп критерийҙары2 орфографик һәм 2 пунктуацион йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион йәки 4 пунктуацион, шулай уҡ 2 грамматик хата булыуы мөмкин.



«3»

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин фактик хаталар бар. 3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай. Телмәр байлығы түбән, синтаксик конструкциялар бер төрлө, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. 5. Эштең стиле бик үк төҙөк, телмәре тасуири түгел. Эш йөкмәткеһе яғынан 4 һәм телмәре буйынса 5 хата булыуы мөмкин.

4 орфографик һәм 4 пунктуацион, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион, йәки 7 пунктуацион, шулай 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

«2»

1. Эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик хаталар ебәрелгән. 3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, бәйләнеш юҡ, эш планға тура килмәй. 4. Эштең һүҙлеге бик ярлы. Ул бер типтағы ҡыҫҡа һөйләмдәр менән яҙылған, һөйләмдәр араһында бәйләнеш бик йомшаҡ, һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар бик күп. 5. Текстың стиль берҙәмлеге боҙолған. Дөйөм алғанда эштең йөкмәткеһендә - 8, телмәрендә 7 хата ебәрелгән.

7/7, 6/8, 5/9, 8/8 нисбәтендәге орфографик һәм пунктуацион, шулай уҡ 7 грамматик хата булыуы мөмкин.



Уҡыусының үҙаллығы, инша фекеренең оригиналлеге, композицион һәм телмәр төҙөлөшө эште баһалағанда иҫәпкә алына. Оригиналь фекерҙең булыуы инша өсөн баһаны бер балға күтәрергә мөмкинлек бирә.

Башҡа күрһәткестәре буйынса ярайһы уҡ юғары булған инша, әгәр темаһы асылмаған булһа, ыңғай баһалана алмай. Инша һәм изложениеларҙа осраған бер типтағы хаталар, шулай уҡ төҙәтеүҙәр диктанттарға булған күрһәтмәләргә таянып баһалана.

2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡулланаалыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лигвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция башҡорт теленең мәҙәнәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы - предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу прцесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай табыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе торошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б.); регуляти универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормшҡа ашырыу.) функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларын яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланыңдөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереүгә, артабан уҡыуын төрлө беле биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.



Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

1. башҡорт теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү, туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сферһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡи-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, туған телдең эстетик ҡиммәттрен үҙләштереү.

2. көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегенә туған телдең аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.)

3. тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; белемде, күнекмәне аралашыу процесында уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

3. Башҡорт (туған) теленең уҡыу планындағы урыны.

Башҡортостан Республикаһының урыҫ телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 36 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота:

4."Башҡорт теле" предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең роле, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; башҡорт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3) аралашыу прцесында кәрәкле һүҙлек запасын эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтең һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

5. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.

Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

Аудирование һәм уҡыу:

-Телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлңмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

-төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

-төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

-төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

-һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

-стилистик үҙенселектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

-алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеген, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

-тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;

-төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

-телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

-төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

-ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

-телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

-уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәренеңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; башҡорт теленән башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу;

3) аралашыу процесында тир-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуациялаҙа телмәр этикетының мили-мҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3) башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәметәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;

9) башҡорт теленең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде.

6. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡорт теле - башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Тыуған телдең метапредмет белем биреү функциһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа "Башҡорт теле" предметтың универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәмкүнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәәттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡысыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәтергә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө беледе үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтр менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шу һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Туған тел баланың төрлө тормош ситуациларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; үҙ ҡылыҡарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

1. Мәктәп - 4 сәғәт.

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы, таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу.

Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

2. Ғаилә. Хеҙмәт.- 6 сәғәт.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөғөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә бойорҡ һәм шарт һөйкәлеше. Формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен камиллаштырыу.

3.Буш ваҡыт. Хобби. - 4 сәғәт.

Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Буш ваҡыттан тыш кеше ниндәйҙер эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше.

4.Транспорт. Юл. Сәйәхәт. - 5 сәғәт.

Юлһыҙ тормош. Бөтә кеше юлда: йәйәүлеләр, машиналар, автобустар, троллейбустар. Юлдар ҙа төрлө. Юл ҡағиҙәләре бар. Уны күҙәтеү бик мөһим. Юл буйлап сәйәхәткә лә сығалар. Сәйәхәттә кәрәкле әйберҙәр тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре.

5.Врачта. Поликлиникала. - 2 сәғәт.

Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе хәстәрләй. Врачҡа күренә, төрлө дарыуҙар ала. Уҡыусының һаулығы ла бик мөһим. Шуға ла был тема буйынса күберәк балаларҙың һаулығы, сынығыу, көн тәртибен күҙәтеү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу кәрәк. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе.

6.Почтала - 2 сәғәт.

Почта, телефон, телеграф, интернет беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп инде. У ларҙы нисек файҙаланырға, почтала, телеграфта үҙеңде нисек тоторға, телефондан нисек һөйләшергә - был мәсьәләләр бик мөһим. Был темала бына шулар тураһында белем, һәйбәт күнекмәләр биреү күҙ уңында тотола. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).

7. Башҡортостан тәбиғәте - 6 сәғәт.

Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

8.Башҡортостандың иҫтәлекле урындары - 3 сәғәт.

Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларса ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыйған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре.

9. Башҡортостандың күренекле шәхестәре - 2 сәғәт.

Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. Күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.

10. Ауыл тормошо. Башҡорт аты. - 4 сәғәт.

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, эш-шөғөлдәре. Игенсе, малсы механизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.



































7. Календарь-тематик планСәғәттәр

һаны

План буйынса

Фактик

4а,б



I сирек

Телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

 төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

 төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

 төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

 һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү.



Мәктәп

Ғаилә. Хеҙмәт.





II сирек

Стилистик үҙенселектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

 алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеген, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

 тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;

 төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу.



Буш ваҡыт. Хобби.



Транспорт. Юл. Сәйәхәт.



III сирек

 Телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

 төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

 ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу.





Врачта. Поликлиникала.



Почтала





Башҡортостан тәбиғәте

IV сирек

Уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәренеңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған теде башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; аралашыу процесында тир-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуациялаҙа телмәр этикетының мили-мҙәни нормаларын үҙләштереү.



Башҡортостанда иҫтәлекле урындар



Башҡортостандың күренекле шәхестәре



Ауыл тормошо. Башҡорт аты.











































8.Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

1.«Аҡбуҙат» журналы.

2.Аудиокассеталар.

3.Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во.

4.Башкирский язык. ru.

5.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

6.Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2006.

7.Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1

8.Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауитдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н.

9.Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге.

10.Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте.Өфө, 2008.

11.Сал Уралда - илдә бер ине. Өфө, БМКИ, 2006.

12.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Материал - техник ҡулланмалар

1. телевизор;

2.видеомагнитофон;

3.компьютер;

4.интерактивная доска;

5.магнитофон.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1.1-4 -се кластар өсөн электрон дәреслек. Башҡортостан иле.

2.Туған тел. I - IV класс. 1 - 4 кассета.

3.Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006.

4.Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.

5.Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә.

6.Учебник башкирского языка, 1-4 классы.

7.Фәиз Шәрипов. Сыңрай ҡурай, Өфө, Моң.

8.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008











</ 9. Контроль күсереүҙәрҙең текстары.

Беренсе сирек.

Исемдәр.

Һәр кешенең исеме була. Исем ниндәй ҙә булһа бер мәғәнәгә эйә.Мәҫәлән, Виктор тигән исем урыҫ телендә победитель мәғәнәһен бирә.

Атай-әсәйҙәр балаларына исемде уның тыуған ваҡытына, оҡшашлығына, һәйбәт теләккә ярашлы һайлайҙар. Мәҫәлән, Таңһылыу исеме баланың таң ваҡытында тыуғанын белдерә. Таң кеүек матур булһын тигән теләк тә бар. Батырйән, Батырғәле, Батырша исемдәре баланың батыр буласағына өмөтләнеп ҡушыла. Малайҙарға күберәк сабырлыҡ, көс ғилемгә бәйләнешле исемдәрҙе һайлайҙар Сабырйән, Арыҫлан, Ғилемхан һ.б.

Ҡыҙҙарға күберәк сәскә исемдәре ҡушыла: Гөлдәр, Лилиә, Рауза, Нәр-

кәс, Миләүшә, Гөлсәсәк һ.б.

Икенсе сирек.

Сәйәхәт.

Кешеләр сәйәхәт өсөн ишәк, ат, дөйә, фил, машина, карап, самолетты файҙалана. Сәйәхәткә йәйәү ҙә сығалар.

Кеше йәйәү сәғәтенә 5-6 км юл үтә. Ишәк менеп барғанда, уның тиҙлеге сәғәтенә 10 км була. Эҫе яҡтарҙағы ҡомло насар юлда дөйә менән сәғәтенә 20 км юл үтә ала. Аттар шәберәк йөрөй. Англиялағы бер ат, мәҫәлән, 1 минутта бер км юл үтә алған. Был сабып барыу була. Сәйәхәттә сабып түгел, ә әкрен, көстө һаҡлап йөрөйҙәр.

Хәҙер төрлө ҡалаларға, илдәргә сәйәхәткә күп сығалар. Был саҡта кешеләр машина, автобус, карап 32м самолеттарға ултыра. Улар күп кешенеһыйҙыра 32м тиҙерәк алып бара. Киләсәктә кешеләр сәйәхәт иткәндә ракеталарҙы, космос караптарын файҙаланыр, тип иҫәпләй ғалимдар.

Өсөнсө сирек.

Шүлгәнташ мәмерйәһе.

Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһы буйында Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан. Башҡорттар был ерҙә бындай ҙур мәмерйә барлығын күптән белгәндәр. Әммә уның эсендә ниндәй серҙәр һаҡланыуы бер кемгә лә билдәле булмаған.

Ғалимдар 1959 йылда мәмерйәнең таш стеналарында яҙыуҙар,һүрәттәр тапҡандар. Таш стеналарға мамонттар, аттар, носорогтар,үгеҙҙәр һыны төшөрөлгән. Унда төрлө ҡорал һүрәттәре лә бар.Һүрәттәр бынан яҡынса 14 мең йыл элек эшләгән икән.

Был һүрәттәрҙе кейектәргә һунар итеүсе башҡорттар яһаған буяуҙарҙы ла үҙҙәре әҙерләгән. Һүрәттәр мәмерйәнең бер нисә бүлмәһендә бар. Халыҡ ижадында был мәмерйәне Урал батырҙың ағаһы Шүлгән эшләп ҡалдырған, тип әйтелә. Бөгөн был мәмерйәне бөтә донъя ғалимдары өйрәнә. Килеүселәргә экскурсиялар ойошторола.

19





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал