7


  • Учителю
  • Конспект по башкирской литературе Салауат Юлаев ижады (5 класс)

Конспект по башкирской литературе Салауат Юлаев ижады (5 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала



Тема: Салауат Юлаев ижады.

Маҡсат: 1) Халҡыбыҙ батыры Салауат Юлаевтың тормош юлы һәм ижад юлын өйрәнергә;

2) батырға ихтирам тәрбиәләү;

3) уҡыусыларҙа ир-егетлек, батырлыҡ төшөнсәһен үҫтереү.

Йыһазландырыу: Салауат Юлаевҡа арналған китаптар, портреты, слайд-шоу.



Дәрес планы:



  1. Ойоштороу моменты (1-2')

  2. Өйгә эш тикшереү (4-5')

  3. Яңы материал өҫтөндә эш (20-25'):

1) Инеш - әңгәмә;

2)физ- минутка;

3) шиғырҙарын тасуири итеп уҡыу;

4) китаптар күргәҙмәһе.

IV. Үтелгәнде нығытыу

V. Йомғаҡлау

VI. Өйгә эш биреү

VII. Баһалау

Дәрес тибы: Яңы материалды үтеү.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу моменты:

- Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн класта кем дежур? Барыһы ла бармы дәрестә? Ярар бик яҡшы.

- Хөрмәтле, уҡыусылар, һеҙгә өйҙә Салауат Юлаевтың тормош юлы тураһында уҡып танышып килергә ҡушылғайны. Хәҙер белемдәрегеҙҙе тикшереү өсөн таҡтаға иғтибар итәйек әле. Унда беҙ төрлө-төрлө сәскәләр күрәбеҙ, шулай бит? Ә бына был сәскәләр артында нимәләр йәшеренгән икән, уҡыусылар? Әйҙәгеҙ әле берәмләп сығып, шуны беләйек әле. ( Уҡыусылар сығып сәскәләрҙе асалар һәм һорауҙарға яуап бирәләр).

- Афарин, уҡыусылар, активлылығыҙҙы иҫәпкә алып, дәрес аҙағында баһалар ҡуйылыр.

II. Яңы материал өҫтөндә эш. Инеш-әңгәмә.

1)Салауат Юлаевтың « Уралым » исемле шиғыры уҡыла. (башҡорт халыҡ көйө « Урал» тыңлана). Слайд

- Уҡыусылар, кем белә, был матур шиғырҙың авторы кем икән? (балалар яуап бирәләр).

- Дөрөҫ, уҡыусылар, был шығыр Салауат Юлаев ижады.

- Ә кем һуң ул С. Юлаев? (балалар яуап бирәләр).

- Эйе, С. Юлаев ул башҡорт халҡының милли батыры, 1773-1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғшында башҡорттарҙы урыҫ колонизаторҙарына ҡаршы яуға әйҙәүсе шағир - импровизатор.

- Балалар, ә нимә һуң ул импровизатор тигән һүҙ? (балалар яуап бирәләр).

- Уҡыусылар, импровизатор тигән һүҙ ул кешенең шиғыр йәки көйҙө бер ыңғай сығара алыуын әйтәләр. Йәғни ул икенсе төрлө әйткәндә, сәсән тигәндә аңлата.

- Уҡыусылар, ә һеҙ С. Юлаев тураһында китаптар беләһегеҙме? (балалар яуап бирәләр).

- С. Юлаев тураһында бик күп ғилми хеҙмәттәр һәм әҙәби әҫәрәҙәр яҙылған. Мәҫәлән, Мирас Иҙелбаевтың «Юлай улы Салауат» повесы, Булат Рафиҡовтың «Эйәрләнгән ат» повесы, Баязит Бикбайҙың «Салауат» драмаһы, Мостай Кәримдең « Салауат» трагедияһы шулай уҡ урыҫ әҙәбиәтендә Степан Злобиндың «Пугачев тарихы» исемле китаптар киң билдәле.(күргәҙмәлелектән атап үтелгән китаптар күрһәтелә).

- Салауат Юлаев тураһында фильмдар беләһегеҙме, уҡыусылар? (балалар яуап бирәләр).

- Эйе, 1941 йылда Салауат Юлаев тураһында нәфис фильм төшөрөлә. Уның режиссеры Яков Протозанов. Төп ролде, йәғни Салауат ролен Башҡортостандың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков уйнай. (слайд)

- С. Юлаев һүрәтләнгән ниндәй картиналарҙы йә булмаһа скульптурааларҙы беләһегеҙ? (балалар яуап бирәләр).

- Эйе, дөрөҫ, уҡыусылар, Салауат батыр образын күп кенә рассәмдәр, скульпторҙар һынландырғандар. Мәҫәлән, А. Кузнецовтың, Р. Нүрмөхәмәтовтың, Ә. Лотфуллиндың картиналары киң билдәле. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында, Ағиҙел йылғаһы яры буйында Салауат Юлаевҡа арналған ҙур монументаль скульптура бар. Уның авторы - Сосланбек Тавасиев тигән кеше.

- Балалар, ә нимә һуң ул монументаль тигән һүҙ?

-Монументаль тигән һүҙ ул ҙурлығы, мөһабатлеге менән тәьҫир итерлек берәй нәмәгә әйтәләр.

- Шулай уҡ, балалар Салауат Юлаев образы ҡайҙа һүрәтләнгән икән? (балалар яуап бирәләр).

- Дөрөҫ, Башҡортостандың дәүләт гербында;

- Салауат Юлаев исемендәге премия булдырылған;

- Салауат Юлаев исемедәге хоккей клубы ла булдырылған(слайдтар күрһәтелә)

- Балалар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән С. Юлаев тураһында тағы ла күберәк мәғлүмәттәр алдыҡ. Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән уның бер нисә шиғыры менән танышып үтәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ әле, дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.

II. Физ - минутка:

Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек(йөҙөү)

Ҡоштар кеүек осайыҡ(осоу)

Ҡуян кеүек һикерәйек(һикереү)

Һәм урынға ултырайыҡ( ултырыу)





  • Балалар, ә хәҙер бөтәбеҙҙә иғтибарҙы таҡтаға йүнәлтәйек әле. Унда бөгөнгө дәрестең эпиграфы яҙылған: Салауаттың тарихи ҡаһарманлығы шиғырҙарын ономаҫҡа, ә шиғырҙары иһә уның исемен мәңге хәтерләргә мәжбүр иткән( Мостай Кәрим).

  • Балалар, был юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

  • Тимәк, уҡыусылар, Салауаттың батырлығы ла, шағирлығы ла бер бөтөн, айырылғыһыҙ булыпхалыҡ күңелендә һаҡлана. Уларҙы тимәк айырым өйрәнергә мөмкин түгел.

Артабан С. Юлаевтың "Ҡайтып киләм"исемле шиғыры менән таныштырыу.

  1. Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу. 2) Үҙ аллы уҡыу. 3) Уҡыусыларҙан уҡытыу.

  • Балалар, ә ниңә был шиғыр ҡайтып киләм тип атала икән? (балалар яуап бирәләр).

  • Уҡыусылар, Салауат Юлаев был шиғырында Әминә, Рамазан тим кемдәргә өндәшә икән? (балалар яуап бирәләр).

  • Эйе, дөрөҫ, тарих билдәләүенсә, Әминә уның ҡатыны, ә Рамазан иһә уның улы булған.

  • Уҡыусылар, хәҙер шиғырҙа лшл юлдарға иғтибар итәйек әле : «Эй, һағындым, йәнем, ер еләгем» - тигән юлдарҙа Салауат батыр кемгә өндәшә икән, был һүҙҙәр уның ниндәй сифатын күрһәтә?

(балалар яуап бирәләр).

  • Был һүҙҙәр менән ул үҙенең һөйгәненә өндәшә һәм был юлдарҙан С. Юлаевтың шундай нескә күңелле, һөйгәненә ҡарата итәғәтле, йомшаҡ күңелле икәнлеген күрһәтә.

  • Уҡыусылар, тыуған яҡтарын һағынып ҡайтыуын шиғырҙың ниндәй юлдарынан күреп була?

  • Дөрөҫ, «Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып, Ҡайтып киләм, тауҙар артылып», «Көнөн-төнөн сабам тынғы белмәй», «Һин тип йәндәр аттым юлымда» ошо юлдарҙан беҙ, уҡыусылар, Салауаттың тыуған иленә ашҡынып, ҡанатланып ҡайтып килгәнен күрәбеҙ.



"Яуҙа яраланғас"шиғыры.



1)Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу. 2) Үҙ ал аллы уҡыу. 3) Уҡыусыларҙан уҡытыу.

- Балалар, һеҙ ошо юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ: «Дошман яуҙарына сапҡан саҡта Ҡайғыларым бары бөтә ине»?

- Салауаттың был шиғырында ни өсөн төшөнкөлөк өҫтөнлөк итә тип уйлайһығыҙ?

- Эйе, сөнки шиғырҙың исеменән үк күренеүенсә, батыр яраланған, шуға күрә яуға дуҫтары менән бергә сыға алмай.

- Уҡыусылар, был шиғырҙа һеҙгә «бүртә» тигән һүҙ осраны. Был һүҙҙе һеҙ нисек аңлайһығыҙ? (балалар яуап бирәләр).

- «бүртә» тигән һүҙ ул аҡ менән туры ҡатнаш төҫтө аңлата. Мәҫәлән, бүртә бейә, бүртә ат.



V. Йомғаҡлау.

- Балалар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Салауат Юлаевтың шиғырҙары менән яҡындан танышып үттек. Уҡыусылар, һеҙ Салауат Юлаев тураһында нимәләр белдегеҙ? (балалар яуап бирәләр).

- Дөрөҫ, Салауат Юлаев ул беҙҙең милли батырыбыҙ, халҡыбыҙ өсөн, иркебеҙ өсөн көрәшкән кеше, шағир-мпровизатор. Беҙ Салауат Юлаев менән мотлаҡ рәүештә ғорурланырға һәм дә белергә тейешбеҙ.



VI. Өйгә эш : « Минең Салауатым» исемле инша яҙып килергә.

VII. Баһалау.

- Дәрес тамам, балалар. Иғтибарығығыҙ өсөн рәхмәт!



5



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал