7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому языку в 4 классе по теме: Хәбәр һөйләменең хәҙерге заман үтәлеүен хәбәр итеүсе ҡылымдар. ҮТелгәнде ҡабатлау.

Конспект урока по башкирскому языку в 4 классе по теме: Хәбәр һөйләменең хәҙерге заман үтәлеүен хәбәр итеүсе ҡылымдар. ҮТелгәнде ҡабатлау.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание: Тема:Хәбәр һөйләменең хәҙерге заман үтәлеүен хәбәр итеүсе ҡылымдар. Үтелгәнде ҡабатлау. Дәрес: Башҡорт телеМаҡсаттар:1)Хәбәр һөйләмдең хәҙерге заман үтәлеүен хәбәр итеүсе ҡылымдар  менән таныштырыу.2) Телмәрҙе байытыу, логик  фекерләүҙе үҫтереү, өн-хәреф ҡушымсалары бу
предварительный просмотр материала

Раҫлайым:

Дата:4.02.14.

Класс: 4б

Тема: Хәбәр һөйләменең хәҙерге заман үтәлеүен хәбәр итеүсе ҡылымдар. Үтелгәнде ҡабатлау.

Дәрес: Башҡорт теле

Маҡсаттар:

1)Хәбәр һөйләмдең хәҙерге заман үтәлеүен хәбәр итеүсе ҡылымдар менән таныштырыу.

2) Телмәрҙе байытыу, логик фекерләүҙе үҫтереү, өн-хәреф ҡушымсалары булған һүҙҙәрҙе уҡыу һәм яҙа белеу.

3)Балаларҙы ҡышҡы тәбиғәт менән таныштырыу һәм тыуған тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: Әсә теле 4 класс(Ә.М.Сөләймәнов,Ф.Ғ.Сөләймәнова, Ф.Ш. Сынбулатова, И.Ә.Шарапов).



Дәрес барышы:

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I.Психик комфорт булдырыу

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.



Уҡытыусы балаларҙан һаулыҡ һораша.

Артикуляцион күнегеүҙәр.Балалар телмәрен уҫтереү эшмәкәрлеге аша үтелгән теманы ҡабатлау:

Да-да-да - Ҡуяна саба урманда,

Ды-ды-ды - иңләп-буйлап урманды,

Дә-дә-дә - барса бөжәк урманда,

Ды-ды-ды - ҡуян күреп ҡыуанды.



Әҙәгеҙ хәҙер тиҙәйткесте уҡып ишеттерегеҙ әле:

Ҡар кеүек аҡ айыуҙар,

Ҡар өҫтөндә аунайҙар.


Балалар ҙа бер-береһе менән һаулыҡ һорашып,бер-береһенә яҡшы теләктәр теләйҙәр.

Артикуляцион күнекмәләрҙе ҡабатлайҙар.

Тиҙәйткесте уҡып үтеү.


II.Өйгә эште тикшереу.

124-се кунегеү,98-се бит.

Бергәләп тикшкреү.

III.Уңыш ситуацияһын ойоштороу

-Балар, һеҙҙең алдығы дәрестә өс төрлө һөйләм тараһында һөйләштек, ниндәй һөйләмдәр?

- Ә ниндәй ҡылымдар менән таныштыҡ?

-Кем белә, ҡылым ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

- Был һөйләмдәр: өндәү һөйләм,һорау һөйләм һәм хәбәр һөйләм.

- Хәбәр һөйләменең хәҙерге заман үтәлеүен хәбәр итеүсе ҡылымдар

- Ни эшләй? ни эшләне? ни эшләйәсәк?

IV. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

-Бөгөнгө дәресебеҙең темаһы : Үтелгәнде ҡабатлау.

V.Ғымәли эштәр

1. - Дөрөҫ, хәҙер дәреслектәрегеҙҙең 59-сы битен асығыҙ,һәм 113- сө күнегеүҙе табығыҙ.

-Мин һеҙгә ошо тексты уҡып ишеттерегеҙ, ә һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ һәм ошо текстан ҡылымдарҙы табығыҙ.

-Был текста кем тураһында һүҙ бара?

-Өҙөктө нисә өлөшкә бүлеп була?

-Был өҙөктәргә ниндәй исемдәр ҡуйырһығыҙ?

- Ниндәй ҡылымдар таптығыҙ ошо шиғырҙа, кем уҡып ишеттерә?

-Афарин,ә хәҙер ошо ҡылымдар ниндәй заманда килгәнен асыҡлайыҡ әле.

2. -Хәҙер 114- се күнегеүҙәге йомаҡ тарҙы сисеп алайыҡ.

3.Викторина.


Уҡыусылар иғтибар менән тыңлай һәм ҡылымдарҙы таба.



Хәҙерге заман ҡылымдарын яҙып алалар һәм затын һанын билдәләйҙәр.

-Экскаватор,самалет.

VI.Рефликсив анализ.

- Балалар бөгөн дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләштек?

- Ниндәй һөйләм төрҙәрен беләһегеҙ?

-Һеҙ ошо дәрестән үҙегеҙгә нимә алдығыҙ?нимәгә өйрәндегеҙ?

-Хәбәр һөйләменең хәҙерге заман үтәлеүен хәбәр итеүсе ҡылымдартураһында һөйләштек.

- Өс төрлө һөйләм төрҙәре була: өндәү һөйләм,һорау һөйләм һәм хәбәр һөйләм.

- Хәбәр һөйләмдең хәҙерге заман үтәлеүен хәбәр итеүсе ҡылымдар менән таныштыҡ, һәм өн-хәреф ҡушымсалары булған һүҙҙәрҙе уҡыға һәм яҙырға өйрәндек.


VII. Өйгә эш биреу. Баһалау.

-- Бөтәгеҙгә лә рәхмәт!Бик һәйбәт уҡыусылар икәнһегеҙ,дәрестә әүҙем ҡатнаштығыҙ!Әммә бер нисә уҡысыларға мин оценка ҡуям :

Һаубулығыҙ!

Өйгә эште яҙып алалр.

Хушлашалар.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал