7


  • Учителю
  • Разработка открытого урока по теме Башкортостан буйлап сэяхэт (7 класс)

Разработка открытого урока по теме Башкортостан буйлап сэяхэт (7 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Дәрес темаһы: Башҡортостан буйлап сәйәхәт. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

Дәрес төрө: Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, яңғыҙлыҡ исемдәрҙе таба белеү, Башҡортостан тураһында белемде камиллаштырыу, республика буйынса әңгәмә ойоштороу.

Үҫтереүсе: фекерләү һәләтен, тыңлап аңлау, һөйләү, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү

Тәрбиәүи: Башҡортостанға ҡарата тағы ла ғорурлыҡ һәм һөйөү хисен тәрбиәләү.



Көтөлмәгән һөҙөмтәләр: Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: Башҡортостан хаҡында һорауҙарға яуап ҡайтара белеү, Янғыҙлыҡ исемдәрҙе аңлау, уларҙы таба белеү.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын,маҡсатын билдәләргә, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү; ғәзиз республика буйынса яҡындан танышыу; яңғыҙлыҡ исемдәрҙе айыра белеү.

в) коммуникатив: тексты уҡыу, диалогта ҡатнашыу, үҙ-ара аралашыу. Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: уҡыу процесына ыңғай мөнәсәбәт булыу, ҡыҙыҡһынына белеү, белем алыуға ынтылыш.

Йыһазландырыу: «Башҡорт теле» дәреслеге, слайдтар, карточкалар.



I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. Белемдәрҙе актуалләштереү.











Фонетик минут























Өйгә эште тикшереү.

























































































II. Яңы теманы үҙләштереү.



























































































VI. Ял минуты.





































V. Белемде нығытыу.





























VI. Өйгә эш биреү.



















V. Дәресте йомғаҡлау. Рефлексия.

Һаумыһығыҙ, хәйерле иртә!

Мин Гүзәлиә Мөҙәрисовна!

- Кәйефтәрегеҙ нисек? Әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә йылмаяйыҡ, уңыштар теләп дәресте башлайыҡ.



Аҡ йомортҡа ҡабығынан

Моронланған бәпкә һымаҡ,

Ҡарҙы тишеп үҫеп сыҡҡан

Һары сәскә йәшел ҡыяҡ.

«Ҡ», «Һ», «Ҙ», «Ү», «Ә»





1. Өйгә эште тикшереү. -5 минут

Әйҙәгеҙ исемдәрҙе иҫкә төшөрәйек, улар хаҡында әҙерәк һөйләшеп алайыҡ.- 1)Исем нимә ул?

2) Исем ниндәй һорауға яуап бирә?

3) Исемдәр башҡа һөйләм киҫәктәренән нимәһе менән айырыла? ( чем отличается имя существительное от других членов предложения?)

Әйҙәгеҙ, миҫалдар әйтеп китәйек. (парта, өҫтәл, ҡыҙ, малай, сәскә)

Әйҙәгеҙ, слайдтағы тексты уҡып исемдәрҙе табайыҡ.

Өфө ҡалаһына 436 йыл. Ҡала эргәһенән Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары аға. Элек башҡорттар Өфөнө Имән ҡала тип атаған. Ҡалала алты театр эшләй, ундан ашыу юғары уҡыу йорто бар, мәктәп, техникумдар бик күп. Ағиҙел ярының иң бейек урыны ул-Салауат Юлаев һәйкәле. Был һәйкәлдең скульпторы С.Д. Тавасиев.

Исемдәрҙе таптыҡ, ә бирелгән исемдәр бер-береһенән нимәһе менән айырыла, эйе, афарин. Слайдҡа ҡарайбыҙ. (Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе күрһәтеү)





Афарин, тимәк бөгөнгө беҙҙең тема( уҡыусылар үҙҙәре әйтергә тейеш) Яңғыҙлыҡ исемдәр.

(Һәм бөгөн беҙҙә мажаралы уйын-дәресе. Беҙ Урал батырға Һыуһылыуҙы ҡотҡарырға ярҙам итергә тейешбеҙ. Уның өсөн беҙ һорауҙарға, тестарға дөрөҫ яуап ҡайтарырға тейешбеҙ.



.

Исемдәр ике төргә бүленә: Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә. Яңғыҙлыҡ-ул, рус теленә тәржемә итһәк, имена собственные тигәнде аңлата. Мәҫәлән: Өфө, Урал тауы, Сәлимә, Ағиҙел йылғаһы. Яңғыҙлыҡ исемдәргә кеше исемдәре, йылғалар, тауҙар, ҡалалар исемдәре инә. Өфө бит беҙҙә берәү генә, шуға күрә ул яңғыҙлыҡ исемгә инә. Уртаҡлыҡ исемдәр йәғни имена нарицательные, бында иһә бар предметтар, утаҡ булған һүҙҙәр инә, мәҫәлән: өҫтәл, ҡала, ауыл, китап, урман, газета.

Теманы таҡтаға яҙыу (Егерме дүртенсе ноябрь.

Кесеаҙна.

Башҡортостан. Яңғыҙлыҡ исемдәр.)



Китаптарҙы асабыҙ, 34-се бит. Башҡортостан исемле тексты ҡарайыҡ(Тексты уҡыусылар алмашлап уҡый)-10 минут

Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табыу. -5 минут



Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе яҙып алыу.-5 минут









Слайдта исемдәр күрһәтеү. Башҡортостандың йылғаларының, тауҙарының, ҡалаларының исемдәрен күрһәтеп, яңғыҙлыҡ исем икәнен иҫбатлау.



Бирелгән карточкалағы һорауҙарға яуап яҙыу.





1)35-се бит, «Урал» йырынан яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табып, яҙып алып килергә.

2)35-се бит 33-сө күнегеү

3 ) Тыуған ил тураһында 3 мәҡәл яҙып алып килергә.



-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

- Нимәгә өйрәндегеҙ?

-Дәресте ниндәй кәйеф менән сығаһығыҙ?

-Дәрестә әүҙем, яҡшы эшләнегеҙ. Афарин.

Уҡытыусы баһаһы.



















































Уҡыусылар яуап бирәләр.

1) Исем-ул предметты аңлата. Рус теленә тәржемәһе-имя существительное.

2) Исем кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? Һорауына яуап бирә

3)Башҡа һөйләм киҫәктәренән ҡарағанда баш киҫәк булып килә.































































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал