7


  • Учителю
  • Вне классное мероприятие по башкирскому языку

Вне классное мероприятие по башкирскому языку

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡортостан -дуҫлыҡ иле,

Һәр милләт - уның гөлө.


Башҡорт бейеүе башҡарыла.


Алып барыусы.

Тыуған илем тим дә һүҙ башлайым,

Тыуған илем - Башҡортостаным.

Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә

Әйләнәмсе һайрар ҡошҡа мин.


Алып барыусы

Башҡортостан - тыуған ерем минең,

Тирмә- тирмә һинең тауҙарың

Шул тауҙарҙы алтын -көмөш итер

Тыуған халҡын еңеп аһ-зарын.


Алып барыусы. Хөрмәтле ҡунаҡтар,уҡытыусылар,балалар. БӨГӨН БЕҘ ҺЕҘҘЕҢ МЕНӘН КҮРКӘМ БАЙРАМҒА ЙЫЙЫЛДЫҠ. УЛ Башҡортостандағы милләт -ара дуҫлыҡ, татыулыҡҡа арнала.


Алып барыусы. Башҡортостаныбыҙ -сәскәләр гөлләмәһе кеүек төрлө милләткә бай төбәк. Унда башҡорттарҙа, татарҙар ҙа, рустар ҙа, мариҙар ҙа, удмурттар ҙа, мордвалар һәм башҡа халыҡтар дуҫ - татау ғүмер итә.Улар бер ғайлә булып, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеп, ауыр саҡтарҙа бер - береһенә ярҙам итеп, уңыштарын, шатлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡлашып йәшәргә күнеккән. Дуҫтар бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа республикабыҙҙың төрлө райондарынан дуҫтарыбыҙ килде. Бергә уларҙы ҡаршы алайыҡ, бергә-бергә күңел асайыҡ, йырлайыҡ, бейейек.


Алып барыусы. Башҡорт дуҫтарыбыҙ рәхим итегеҙ.

Йыр (Трам там там)


1. Башҡортостан-беҙҙең азатлыҡтың,

Берҙәмлектең ныҡлы ҡалҡаны,

Уралдағы барлыҡ милләттәргә

Һин атайсал, дуҫлыҡ Ватаны.

2. Башҡортостан тиңдәргә тиң илем,

Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын.

Таңдай балҡып һинең килер көнөң,

Үргә күтәр хеҙмәт байрағын.


3. Башҡортостан

Һине маҡтап һайрай

Урмандарҙа һары һандуғас.

Һине һағынып ҡайта кейек ҡоштар

Һәр йыл һайын, йылы яҙ еткәс.


4. Башҡортостан -шатлыҡ иле,

Башҡортостан -сафлыҡ иле
Башҡортостан милләт- ара
Мәңге һүрмәҫ дуҫлыҡ иле.


Бейеү.


Алып барыусы. Рәхмәт беҙҙең башҡорт дуҫтарыбыҙға. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән республикабыҙҙа 2011 йылдың Милләт -ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителеүенә сикһеҙ шатбыҙ.


Алып барыусы. Республика халыҡтары араһындағы дуҫлыҡтың киләсәктә лә нығый барына ышанабыҙ. Сәхнәгә рус дуҫтарыбыҙҙы саҡырабыҙ рәхим итегеҙ.


Песня.

1. Башкирия - привольная земля,

Нет лучше края для меня.

И в ясный день, и в непогоду

Мне дорога твоя природа.


2. Твои леса, поля и горы,

Равнины, реки и озера.

Небес волшебных бирюза-

Летящий ласковый простор.

Все радует, ласкает взор.


3. А нефтяные вышки вряд

На страже мира все стоят.

Богатая и щедрая земля-

Бескрайняя Башкирия моя.


3. Как не любить этот край благодатный,

Если живет там народ добрый, славный.

Дружить со всеми мы желаем

И всех на танец приглашаем.


Русский перепляс.


Алып барыусы. Спасибо нашим гостям.

Милләт -ара мөнәсәбәт - Башҡортостан етәкселегенең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булған мәсьәлә. Халыҡтың йәшәү шарттарын үҫтереү,туған телде, милли мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеүгә булышлыҡ итеү - дәүләтебеҙҙең милли сәйәсәте.

Алып барыусы. Бындай сәйәсәт милләт -ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙе, ышаныслы мөхит тыуҙырыуҙы һәм халыҡтың бер -береһенә хөрмәт тойғоһон уятыуҙы тәэмин итә. Хәҙер татар туғандарыбыҙҙы алҡышлайыҡ.

Йыр."Дусларым"

1. Без- татарлар.
Шушы исем белән

Жирдә йәшәү үзе бер бәхет.

Без -татарлар.

Яшибез бер жирдә

Бар халыҡлар белән гөрләшеп.


2. Үстергән дә безне чын дуслык

Көч биргән дә безгә чын дуслык

Дуслык булса - йәшәр гөмергә

Бөтен жри шарында тынычлык.

3. Татарлар һәм башҡортлар-

Охшаш безнең телләр, гадәтләр.

Тынычлык һәм дуслык чәчәк атсын

Уртак безнең жирдә теләкләр.


4. Яратам мин туған төягемне,

Яратам мин әти - әниемне.

Яратам мин Башкортостанымның

Төрле милләттән дус -ишләремне

Татар бейеүе.


Алып барыусы.


Башҡортостан

Ғорурланам һинең менән,

Тыуғанғамы һинең ереңдә.

Ғорур баҫып үтәм урамдарҙан,

Ҡанат үҫкән кеүек иңемә.


Алып барыусы.


Башҡортостан, һинең ҡуйыныңда

Көн күрәләр күпме халыҡтар.

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар,

Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар.


Сәхнәгә суаш дуҫтарыбыҙҙы саҡырабыҙ.

Сыуашса йыр.


Шиғырҙар.


Сыуашса йыр.


Алып барыусы.

Башҡортостан - беҙ ғорурбыҙ

Ҙур киләсәгең булғанлыҡтан


Алып барыусы


Киләсәгең үҙ ҡулыңда

Дуҫлыҡта һәм татыулыҡта.


1. Башҡортостан - Тыуған илем,

Һиндә тыуып күкрәп йәшәйем.

Һинең һулыш, тимәк, минең һулыш,

Һинең менән бергә йәшәем.


2. Һиндә үтә йәмле ҡоролтайҙар.

Йыр бәйгеһе уҙа төньяҡта.

Оҙон көйҙәр, дәртлә ҡурай моңо

Сихри моңға сорнай бар яҡты.


3. Ҡолас йәйә дуҫлыҡ фестивале.

Яҙ һулышы һиҙелә еремдә,

Түҙмәй тибә ярһып йәш йөрәгем

Ҡанат елпей илһам күңелдә.


4. Башҡортостан -минең йәнтөйәгем

Башҡортостан -минең ырыҫым

Башҡортостан- йәмен ҡотон һаҡлау

Һинең минең изге бурысым.

Сәхнәгә барыһы ла сыға гимн яңғырай


Алып барыусы.

Хөрмәтле дуҫтар, бөгөнгө беҙҙең дуҫлыҡҡа,татыулаҡҡа , берҙәмлеккә бағышланған байрамыбыҙ ахырына ла яҡышлашты.


Алып барыусы.

Шулай бергә-бергә йәшәргә яҙһын, тыуған илебеҙ Башҡортостаныбыҙҙа бер- беребеҙҙе хөрмәтләп, дуҫ йәшәйек.


Киләһе осрашҡанға тиклем.

Һаубулығыҙ!








Башҡортостан-дуҫлыҡ иле,

һәр милләт - уның гөлө.

(аулак өй)




үткәрҙеләр: Хузина Н.И.

Газимова Г.Р.

Ишмөхәммәтова Г.Д.

Ермолаева Л.А.

7



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал