- Учителю
- Урок для 8 класса
Урок для 8 класса
ТЕМА. Башҡорт халыҡ йыры «Любизар»
МАҠСАТ. Бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереү,халыҡ йыры Любизар менән танышыу,өйрәнеү,төп фекерен,идеяһын билдәләү,халҡыбыҙҙың тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу,ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.
Дәрес барышы.
Ойоштороу мәле.
-Һаулыҡ һорашыу.
- Бөгөнгө көн тураһында һөйләшеү.
-Артикуляцион күнегеү.
2.Үткән дәресте иҫкә төшөрөү,өйгә бирелгән эште тикшереү.
-нимә ул бәйет.
-ниндәй ике төргә бүленә.
-бәйеттәр нисек башҡарыла.
- Рус-француз һугышы бәйете ниндәй төргә ҡарай.
-Был бәйеттә ниндәй ваҡиға һүрәтләнгән.
-Рус полководецы кем булған.
-Ватан һуғышы тураһында тағы ла Я.Хамматов яҙған ниндәй әҫәр өйрәндек.
-Ошо һуғышта башҡорт һуғышсылары үҙҙәрен ниндәй көрәшсе итеп күрһәтәләр.
-Улар нисек көрәшә.
-Ошо батырлыҡтары өсөн башҡорт һалдаттарын нимә менән сағыштыралар.
-Башҡорт һалдаттарының батырлығына урыҫтар һоҡланып бөтә алмай,уларға Кутузов " Любезные мой башкиры,Молодцы"-тип мөрәжәғәт итә,шунан "Любизар" шиғыры барлыҡҡа килә.
3.Яңы тема өҫтөндә эш.
-Бөгөн ошо йыр менән танышып үтәбеҙ.
-Дәрестең маҡсатын билдәләйбеҙ. (тимәк ,дәрестә йырҙың һүҙҙәрен дөрөҫ уҡырға,йөкмәткеһен аңларға тырышабыҙ,яңы һүҙҙәр менән танышасаҡбыҙ.
-Ә хәҙер .дәфтәрҙәрҙе асып теманы яҙып ҡуйҙыҡ.
Яңы һүҙҙәрменән танышы, һүҙлек дәфтәрҙәрендә эш.
-Бәхилләшеү-
-ҡыҫмаҡлау-