7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому языку 6 класс (фгос)

Рабочая программа по башкирскому языку 6 класс (фгос)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала













































































































































Аңлатма яҙыу.



Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Төҙөүсеһе : Шәмсуллина Гөлназ Нәжип ҡыҙы

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 - сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова

З.М., Усманова М.Ғ. - Өфө: Китап, 2010

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты.

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

  3. «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса берҙәм талаптар».



Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты.

Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 - сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. - Өфө: Китап, 2010



Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы муниципаль районының Йәрмәкәй ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.



Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының "Мәғариф тураһында" Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының "Уҡытыу һәм тәрбиә биреү" концепцияһы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.



Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора.

  1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  3. бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.



Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.



Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).





Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай - 8 сәғәт

1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.



Башҡортостан ере буйлап - 10 сәғәт

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним.



Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре - 5 сәғәт

Хәүефһеҙлек, юл йөрөү ҡағиҙәләре,транспорт төрҙәре тураһында һөйләргә,өйрәтеү,уҡыу материалын тасуири,аңлы уҡыу. Рәүеш.Рәүеш дәрәжәләре.



Почта.Телефон.Телеграф - 8сәғәт

Почтала үҙеңде тота,телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү,хат яҙыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү.Ҡылым.Ҡылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөй-кәлеше.Хәҙерге заман.



Ҡыш дауам итә - 11 сәғәт Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.



Дуҫ ҡәҙерен бел - 8 сәғәт

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.



Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Экология мәсьәләһе - 12 сәғәт.

Башҡортостандың тәбиғәте,уның байлыҡтары тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырыу.Республикалағы йылға, күлдәр тураһында текстар уҡыу.Уларҙың атамаларының мәғәнәһе,килеп сығышы тураһында һөйләшеү. Экология мәсьәләһе. Ҡылымдың теләк һөйкәлеше. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу. Һан. Һан төркөмсәләре. Ябай һәм ҡушма һандар.



Бына тағы яҙ килде - 8 сәғәт. Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9май байрамдары.Грамматика буйынса 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.





Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

  3. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  4. Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.

  5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  7. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу

  8. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.





Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. 6 класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:







V- IX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен баһалау нормалары

Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу, уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү, иҫәпкә алыу, шуның менән бергә, алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә, күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә. Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;

  3. яуаптың телмәр тө6өлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш. әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  3. материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкин һирәк яҙыла торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана. әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә, ләкин

  1. материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  2. әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә, үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана. Диктанттарҙы баһалау

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар; 2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар; 3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша). Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе хатаһыҙ йә иһә аҙ булмаған орфографик йәки пунктуацион хата ебәрелгән эшкә ҡуйыла.

«4» билдәһе 2 орфографик һәм 2 пунктуацион, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион (2/2 йәки 1/3) хатаһы булған диктанҡа ҡуйыла.

«3» билдәһе 4/4, йәки 3/5 хаталы эшкә ҡуйыла, әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә «3» билдәһен ҡуйып була.

һаналғандарҙан күберәк хаталар ебәрелгән эшкә ыңғай баһалана алмай.

Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

«5» билдәһе эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә. 2. Фактик хаталар юҡ. 3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле яҙылған. 4. Эштең һүҙлеге бай, һүҙҙәр урынлы ҡулланыла, морфологик категориялар һәм синтаксик конструкциялар күп төрлө. 5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштең йөкмәткеһе һәм телмәре буйынса берәр хата булыуы мөмкин. Грамоталылыҡ: 1 орфографик йәки 1 грамматик хата булыуы мөмкин.

«4» билдәһе эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тап килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар булыуы мөмкин). 2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик хаталар бар. 3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлеклелек боҙолған. 4. Телмәрҙең лексик һәм грамматик төҙөлөшө, дөйөм алғанда, шаҡтай төрлө. 5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Эш йөкмәткеһендә 2 һәм телмәрендә 3 кәмселек булыуы мөмкин. Грамоталылыҡ: 2 орфографик һәм 2 пунктуацион йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион йәки 4 пунктуацион, шулай уҡ 2 грамматик хата булыуы мөмкин.

«3» билдәһе эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин фактик хаталар бар. 3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай. Телмәр байлығы түбән, синтаксик конструкциялар бер төрлө, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. 5. Эштең стиле бик үк төҙөк, телмәре тасуири түгел. Эш йөкмәткеһе яғынан 4 һәм телмәре буйынса 5 хата булыуы мөмкин. Грамоталылыҡ: 4 орфографик һәм 4 пунктуацион, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион, йәки 7 пунктуацион, шулай 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

«2» билдәһе эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик хаталар ебәрелгән. 3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, бәйләнеш юҡ, эш планға тура килмәй. 4. Эштең һүҙлеге бик ярлы. Ул бер типтағы ҡыҫҡа һөйләмдәр менән яҙылған, һөйләмдәр араһында бәйләнеш бик йомшаҡ, һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар бик күп. 5. Текстың стиль берҙәмлеге боҙолған. Дөйөм алғанда эштең йөкмәткеһендә - 8, телмәрендә 7 хата ебәрелгән. Грамоталылыҡ: 7/7, 6/8, 5/9, 8/8 нисбәтендәге орфографик һәм пунктуацион, шулай уҡ 7 грамматик хата булыуы мөмкин.



Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла.

Баһалар



Баһалар

кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

130

120

120-нән кәмерәк

























Календарь - тематик планлаштырыу.

VI Б класс. Йылына - 70 сәғәт

һаны

Тема

Дата

Сәғәт һаны

Йыһаҙлау

Иҫкәрмә



пр

фак

1

Белем байрамы. Баш6орт теленең үҙенсәлекле өндәре.

2.09



1

дәреслек, китаптар, алфавит



2

Республика көнө. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

8.09



1

дәреслек, һүрәттәр



3

Тыныслыҡ.Һөйләм.

9.09



1

таблица, карточкалар



4

Һүҙ - тел күрке. Һүҙ составы.

15.09



1

мәҡәлдәр йыйнтығы



5

Р.Ғарипов. Ямғыр яуа. Исемдең килеш менән үҙгәреше.

16.09



1

таблица



6

Контроль күсереп яҙыу "Мин алтынсы класта уҡыйым".

22.09



1

Диктанттар йыйнтығы



7

Хаталар өҫтөндә эш. Беҙ мәктәптә.

23.09



1

карточкалар



8

Р. Сабитов. Белем иле. Һөйләм төрҙәре.

29.09



1

Р. Сабитов портреты.



9

Тыуған илем- Башҡортостан.

30.09



1

карточкалар



10

С.Юлаев. Тыуған илем. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

6.10



1

һүрәттәр, Салауат Юлаев портреты



11

Ә.Ихсан. Башҡортостан. Эйәлек зат ялғаулы исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

7.10



1

карточкалар



12

С.Бәҙретдинов. Файҙалы ҡаҙылмалар. Сифат тураһында төшөнсә.

13.10



1

Һүрәттәр, таблица



13

Өфө- Башҡортостандың баш 6алаһы. Сифаттарҙың яһалышы.

14.10



1

Һүрәттәр, мәҡәлдәр йыйнтығы



14

Башҡортостандың тәбиғәте. Сифат дәрәжәләре.

20.10



1

карточкалар



15

Башҡортостан флагы. Синонимдар.

21.10



1

таблица



16

Изложение. "Тейен менән бүре"

27.10



1

изложениелар йыйнтығы



17

Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләй тарих биттәре.

28.10



1

карточкалар



18

Бына ниндәй егеттәр бар! Антонимдар. Омонимдар.

3.11



1

таблица, мәҡәлдәр йыйнтығы



19

Б.Байым. Светофор. Фразеологизмдар.

10.11



1

һүрәттәр , карточкалар



20

Хәйерле юл. Рәүеш тураһында төшөнсә.

11.11



1

таблица, карточкалар



21

Контроль диктант "Светофор".

17.11



1

диктанттар йыйнтығы



22

Хаталар өҫтөндә эш. Юл йөрөү ҡағиҙәләре. Рәүеш.

18.11



1

карточкалар



23

Т.Ғәниева "Троллейбуста". Рәүеш дәрәжәләре. Ҡабатлау.

25.11



1

һүрәттәр, портреты



24

Телефондан нисек һөйләшергә?. Ҡылым.

1.12



1

таблица



25

"Ишәк, эт, бесәй, әтәс" әкиәте. Ҡылым.

2.12



1

таблица, мәҡәлдәр йыйнтығы



26

Почта. Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше.

8.12



1

карточкалар



27

Хат яҙыу, телеграмма ебәреү. Гәзит - журнналға мәҡәлә яҙыу. Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше. Хәҙерге заман.

9.12



1

карточкалар



28

Башҡортостанда ҡыш. Хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман юҡлыҡ формаһы.

15.12



1

Һүрәттәр, таблица



29

Ҡыш. "Ҡылым" темаһын ҡабатлау.

16.12



1

карточкалар



30

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар. Хәбәр һөйкәлеше. Үткән заман.

22.12



1

таблица



31

Башҡортостанда ҡыш. Үткән замандың юҡлыҡ формаһы.

23.12



1

карточкалар



32

Контроль диктант "Телефон - алыҫ тауыш".

29.12



1

диктанттар йыйнтығы



33

Хаталар өҫтөндә эш. Яңы йыл. Ҡылым.

30.12



1





34

Ҡышҡы уйындар. Хәбәр һөйкәлеше. Киләсәк заман.

12.01



1

таблица, мәҡәлдәр йыйнтығы



35

Яңы йыл. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

13.01



1

һүрәттәр



36

Инша "Ҡыш- яратҡан миҙгелем".

19.01



1

һүрәттәр, картиналар

инша

37

Хаталар өҫтөндә эш. Нимә ул дуҫлыҡ?

20.01



1

карточкалар



38

Дуҫлыҡ ҡәзерен бел. "Ҡылым" темаһын ҡабатлау.

26.01



1

карточкалар, иллюстрациялар



39

Дуҫлыҡ. Ҡылым.

27.01



1

таблица, карточкалар



40

А. Ғабдрахманов. Әсәйемдең тыуған көнө ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

2.02



1

таблица, мәҡәлдәр йыйнтығы, портреты



41

Һүҙлек диктанты. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

3.02



1

диктаннтар йыйынтығы



42

Дуҫлыҡ. Шарт һөйкәлеше.

9.02



1

таблица



43

Тыуған көнөң менән! Шарт һөйкәлеше.

10.02



1

таблица



44

Диктант "Ололар ни әйтә?".

16.02



1

диктанттар йыйнтығы



45

Хаталар өҫтөндә эш. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

17.02



1

һүрәттәр, крточкалар



46

Башҡортостан тәбиғәте. "Ҡылым" темаһын ҡабатлау.

1.03



1

һүрәттәр, карточкалар



47

Башҡортостан тәбиғәте. "Ҡылым" темаһын ҡабатлау.

2.03



1

карточкалар



48

Башҡортостан йылғалары, күлдәре.

9.03



1

карточкалар



49

Экология мәсьәләһе. Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

15.03



1

таблица



50

Башҡортостан таштары. Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

16.03



1

карточкалар



51

Изложение "Яҙ күренештәре".

22.03



1

изложениелар йыйнтығы



52

Хаталар өҫтөндә эш. Һан. Ябай һәм ҡушма һандар.

23.03



1

карточкалар, таблица



53

Ағиҙел йылғаһы. Һан төркөмсәләре. Төп һандар.

29.03



1

һүрәттәр мәҡәлдәр йыйнтығы,



54

Тәбиғәтте һаҡлау. Рәт һандары.

30.03



1

таблица



55

Контроль диктант "Һыу - байлыҡ".

5.04



1

диктанттар йыйнтығы



56

Хаталар өҫтөндә эш. Өфө урамдырында. Рәт һандары.

6.04



1

слайд, карточкалар



57

Ҡ. Даян "Балыҡ тотҡанда".Бүлем һандары.

13.04



1

таблица, портреты



58

Һорауҙарға яуаптар. Йыйыу һандары.

19.04



1

таблица



59

Тәбиғәтте һаҡлау. Сама һандары.

20.04



1

таблица



60

Экология мәсьәләһе. Кәсер һандары.

26.04



1

таблица, мәҡәлдәр йыйнтығы



61

Картина буйынса инша "Тәбиғәт уяна".

27.04



1

һүрәттәр, мәҡәлдәр, һәйләмдәр

инша

62

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

3.05



1

карточкалар



63

Бына тағы яҙ килде. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

4.05



1

һүрәттәр, карточкалар



64

Үҫемлектәр. Йәшел аптека. Ҡабатлау.

10.05



1

һүрәттәр, слайд



65

Яҙ айҙары. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

11.05



1

слайд



66

Йәй яҡынлаша. "Ҡылым" темаһын ҡабатлау.

17.05



1

таблица, карточкалар



67

Яҙҙың өс айы. Тиң киҫәкле һөйләмдәр (ҡабатлау).

18.05



1

һүрәттәр



68

Контроль диктант "Файҙалы үтһен ялың!".

24.05



1

Диктанттар йыйнтығы



69

Хаталар өҫтөндә эш. Синыфтан тыш уҡыу.

25.05



1

карточкалар



70

6-сы синыфта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

31.05



1

мәҡәлдәр йыйнтығы







Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.



  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. - Өфө: Китап, 2009. - 128 бит.

  2. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.

  6. Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап,2006.

  7. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразиологик һүҙлеге. - Өфө"Китап",Усманова М.Г., Саяхова Л.Г.,

  8. Хисаметдинова Ф.Г. , Сиразетдинов З.А. Русско - башкирский словарь - справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан.- Уфа: Китап, 2001.

  9. Усманова М.Г., Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И. Башкирско-русский, русско-башкирский учебный словарь. Уфа-2006.

  10. Хисаметдинова Ф.Г., Р.З. Шакуров, З.А. Сиразетдинов, Ю.Х.Юлдашбаев. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. - Уфа: Китап,2005.

  11. Ф.Ф. Асадуллина,З.Г.Сахипова. Русско - башкирский учебный словарь. -Уфа: Китап.2003.





Материал - техник ҡулланмалар.

  • телевизор;

  • видеомагнитофон,

  • мультимедия проекторы,

  • компьютер,

  • электрон дәреслектәр,

  • магнитофон,

  • музыкаль уҙәк.

Әҙәбиәт исемлеге.



  1. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10 - 11 синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. һ.б. - Өфө: Китап, 2005

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтғолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтғолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.































Приложени№1.

Контроль күсереп яҙыу.

Мин алтынсы класта уҡыйым.

Мин алтынсы класта уҡыйым. Беҙҙең класс малайҙары хеҙмәт дәресен ярата. Унда көнкүреш кәрәк-яраҡтары яһарға өйрөтәләр. Шуға күрә малайҙар оҫтаханала тырышып эшләй.

Бөгөн хеҙмәт дәресе. Мин тартманан кәрәкле ҡоралдарҙы алам. Башҡа малайҙар ҙа үҙ урындарына баҫа. Эш башлана. Ҡушылған эште тиҙ бөтөрөргә кәрәк, сөнки тиҙҙән мәктәп буйынса күргәҙмә була.

Бына беҙ күргәҙмәлә. Һәр нәмәнең янына уны эшләгән уҡыусының фамилияһы, исеме, класы яҙылған. Бында ата-әсәләр, укытыусылар килгән. (65 һуҙ.)

1) 2-се абзацтағы исемдәрҙең һанын билдәләгеҙ.

2) 3-сө абзацтан исемдәрҙе табып, уларҙың килешен яҙығыҙ.





ИЗЛОЖЕНИЕ



1. ТЕЙЕН МЕНӘН БҮРЕ.

Бер тейен, ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөй торғас, йоҡлап ятҡан бүренең тап өҫтөнә йығылып төшкән. Бүре һикереп тороп уны тотоп алған да ашамаҡсы булған. Тейен:

  • Ебәр мине, - тип ялбарған.

Бүре:

  • Ярай, мин һине ебәрермен, тик әйт әле миңә, ниңә һеҙ, тейендәр, шулай шат күңелле? Миңә һәр ваҡыт күңелһеҙ, ә һеҙгә ҡараһаң, һеҙ юғарыла һикереп уйнап ҡына йөрөйһөгөҙ, - тигән.

Тейен уға:

  • Һин иң элек мине ағас башына ебәр, унда менгәс, әйтермен, юҡһа мин һинән ҡурҡам, - тигән.

Бүре уны ебәргән, ә тейен ағас башына менгән дә былай тигән:

Уҫал булғаның өсөн күңелһеҙ һиңә. Уҫаллыҡ һинең йөрәгеңде өйкәп тора. Ә беҙ яҡшы күңеллебеҙ, бер кемгә лә насар­лыҡ эшләмәйбеҙ, шуға күрә шатбыҙ. (Л. Толстой буйынса).

2. Яҙ күренештәре.

Яҙ ҡояшы ерҙе нығыраҡ йылытты. Тау түбәләре, аҡландар ҡарҙан әрселде. Йырғанаҡтар сылтырап аҡты, күләүектәр йыйылды.

Көтмәгәндә аҡландағы сыбыҡтар өйөмө аҫтында нимәлер ҡыштырланы. Был - терпе ине. Ул ҡышҡы йоҡоһонан уянғайны. Терпе яй ғына аяҡтарына баҫты, еҫкәнде һәм тирә - яғына ҡаранды. Уның энәләренә ҡоро япраҡтар һәм үләндәр йәбешкәйне.

Терпе осло энәләрен сүптән таҙартырға тотондо. Уның аяҡтары ҡыҫҡа. шуға арҡаһын таҙартыу ҡыйын булды. Унан һуң терпе уңайлабыраҡ ултырып ҡорһағын ялай башланы.Ул шулай йыуынды, таҙарынды һәм аҙыҡ эҙләргә йүгерҙе. (Г. Скребицкий буйынса.)

</ Контроль диктант

1. Светофор.

Өфө урамдары киң, матур. Урамдарҙа автобустар, троллейбустар, трамвайҙар күп. Улар төрлө йүнәлештә йөрөй.

Өфөлә йәйәүлеләр өсөн троутарҙар бар.

Кешеләрҙең һәм машиналарҙың хәрәкәте урамдарҙа ҡуйылған светофорға буйһона. Светофорҙа ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәр бар. Улар бер - береһен алмаштырып тора. Һары төҫ иғтибарлы булырға саҡыра. Йәшел төҫ янғанда, йәйәүлегә урамды аша үтергә мөмкин. Ә ҡыҙыл төҫ үтергә ярамай тигәнде аңлата. Был бөтә ерҙә лә шулай. (63 һүҙ.) (Мәктәп календарынан.)

1) Яҙылыштары русса ла, башҡортса ла бер төрлө булған һүҙҙәрҙе табып, берлек һанда яҙығыҙ.

2) Ҡыҙыл, һары, йәшел сифаттарын дәрәжә менән үҙгәртегеҙ.



2. ТЕЛЕФОН - «АЛЫҪ ТАУЫШ».

XIX быуаттың икенсе яртыһында уйлап табыусылар тауышты алыҫҡа еткереү аппаратын эшләү менән ныҡлап шөғөлләнә баш­лаған. Ниһайәт, 1876 йылда Америка уҡытыусыһы А. Г. Белл икенсе кеше һөйләгәнде ярты километрҙан ишетергә мөмкинлек биреүсе аппарат уйлап тапҡан. «Теле» - алыҫ, «фон» - тауыш һүҙҙәренән уны «телефон» тип атағандар.

Рәсәйҙә 1881 йылда - Нижний Новгородта, 1882 йылда Мәскәүҙә коммутаторлы тәүге телефон станциялары төҙөлгән. Өфөлә 1894 йылда телефон киң ҡулланыла башлаған. (64 һуҙ.) (Башкортостан календарынан )

Ниһайәт -в конце концов, наконец

3. Ололар ни әйтә.

Өс таған таймаҫ. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Яҡшы дуҫ яфаға һалмаҫ. Бүре менән дуҫ булһаң, этең янында булһын. Дошманыңа тура әйтһәң, дуҫыңа өлгө булыр. Дуҫ биргәндең тышына ҡарама. Кемдең белеме бар, шуның ҡәҙере бар. Күҙе һуҡырға юлдаш булһаң да, күңеле һуҡырға юлдаш булма. Юлдашың үҙеңдән яҡшы булһын. Ололарҙы ололау - яҡшылыҡтың билдәһе. Кәңәшле ил тарҡалмаҫ. Күл тамсынан йыйыла.

1 ) Текста ҡылымдарҙы табып, аҫтына һыҙығыҙ.

2) Ҡылымдарҙың заманын билдәләгеҙ.

3) Дуҫ, иптәш һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртегеҙ.



4. Һыу - байлыҡ.

Һыу - тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлығы. Унан башҡа тормош юҡ. Башҡортостан йылға, күлдәргә бик бай. Беҙҙә 2000 күл, 52 ҙур йылға бар. Йылғаларҙың дөйөм оҙонлоғо 42 мең километр тәшкил итә, һәр квадрат километрға 300 метр ағын һыу тура килә.

Һыу буйҙары башҡорттарҙың борон-борондан яратҡан төйәге булған. Улар йылға, күлдәрҙең һәр береһенә тиерлек йырҙар, ле­гендалар ижад иткән. (Башкортостан календарынан.)



5. Файҙалы үтһен ялың!

Йәй минең иң яратҡан миҙгелем. Бөтә ер иҫ киткес матур­лыҡҡа төрөнә. Урманға барһаң, серле тәбиғәт донъяһы асыла. Ун­да ниндәй генә сәскәләр, үләндәр үҫмәй, ниндәй генә ҡоштар һай­рамай.

Йәй матур, әлбиттә. Ләкин мин матурлыҡҡа һоҡланып ҡына йөрөмәйем. Каникулымды файҙалы үткәрергә тырышам. Әҙәби китаптар, газета-журналдар уҡыйым.

Йәй көнө мин әсәйемә ярҙам итергә тырышам: өй йыйышты­рам, баҡсала емеш - еләккә һыу ҡоям, утайым; ҡоймаҡ ҡоям, торт бешерәм. (65 һуҙ.)





15





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал