7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому языку 'Һәр һөнәр ҙә файҙалы. ҺөЙләмдең баш киҫәктәре'

Конспект урока по башкирскому языку 'Һәр һөнәр ҙә файҙалы. ҺөЙләмдең баш киҫәктәре'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала


СТӘРЛЕТАМАҠ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ

МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

"17-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ"








Һәр һөнәр ҙә файҙалы. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

(АСЫҠ ДӘРЕСТЕҢ КИҢӘЙТЕЛГӘН ПЛАН-КОНСПЕКТЫ)














Ниғмәтуллина Рәилә Әхмәҙулла ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы


Тема: Һәр һөнәр ҙә файҙалы. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

Маҡсат: Яңы һүҙҙәр менән танышыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү; грамматик теманы үҙләштереү; һәр балала һөнәргә ҡарата һөйөү, хеҙмәт кешеләренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Мультимедиа проекторы, "Һөнәр" темаһына ҡағылышлы һүрәттәр, слайдтар, карточкалар.

  1. Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Ултырығыҙ.

  1. Психологик рефлекция.

-Уҡыусылар, алдығыҙҙа ятҡан һүрәттән (JKL) кәйефегеҙгә тура килгәнен һайлап "Дәрескә тиклем" кәрзиненә һалығыҙ.

  1. Артикуляцион күнегеү.

- Әйҙәгеҙ, дәрестә матур итеп башҡортса һөйләшер өсөн телдәребеҙгә күнекмә үткәрәйек: тиҙәйткесте уҡыйыҡ, дәрестең девизы менән танышайыҡ.

тә-тә-тә- ултырабыҙ дәрестә,

са-са-са- һөйләшәбеҙ башҡортса,

ҙә-ҙә-ҙә- яҙышабыҙ дәфтәрҙә,

кә-кә-кә- уҡыйбыҙ дүрткә, бишкә.
Дәрестең девизы:

Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.

Һөнәрле - үлмәҫ, һөнәрһеҙ - көн күрмәҫ. (Слайд № 1)

Өй эшен тикшереү.Уҡыусыларҙың "Ата-әсәйемдең һөнәре" темаһы буйынса хикәйәләрен тыңлау, фекер алышыу. (Слайд № 2)

  1. Яңы материал өҫтөндә эш.

  1. Дәрес темаһы менән танышыу.

-Бик яҡшы, уҡыусылар. Беҙҙең класта ата-әсәләр араһында бик күп һөнәр эйәләре бар. Һәр һөнәр ҙә ихтирамға лайыҡ. Бөгөн дәрестә һөнәр тураһында һөйләшеүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, дәфтәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны һәм дәрес темаһын яҙып ҡуйығыҙ. (Слайд № 3)

Ун етенсе февраль.

Шишәмбе.

Һәр һөнәр ҙә файҙалы.

  1. Грамматик тема өҫтөндә эш.

  • Бөгөнгө дәрестең девизы:

Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.

Һөнәрле - үлмәҫ, һөнәрһеҙ - көн күрмәҫ.

Мәҡәлдәрҙе тәржемә итеү, мәғәнәһен аңлатыу. Һөйләмдәрҙең эйәһен һәм хәбәрен табыу. Ҡағиҙәне иҫкә төшөрөү. (Слайд № 4-6)

  1. Ҡағиҙә менән танышыу. 73-сө бит. (Слайд № 7-8)

  2. Стилистик парҙарҙа карточкалар менән эш:

Кем?

Ни эшләй?

Уҡытыусы

һата

Ашнаҡсы

уҡыта

Һатыусы

төҙөй

Төҙөүсе

бешерә

(Таҡтала дөрөҫ яуап күрһәтелә, уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә). (Слайд № 9-10)

  1. Физминутка.

  2. Һүҙлек: файҙалы-

дан -

еңел-

ауыр -

(Слайд № 11)

  1. Грамматик теманы нығытыу (дәреслек буйынса эш). 150-се күнегеү.

  2. Уйын "Кем күберәк һүҙ төҙөй?" (һөнәр атамалары) (Слайд № 12-13)

Эш-... Тәрбиә-...

Йыр-... Китапхана-...

Бейеү-... Төҙөү-...

Бейеү-... Баҡса-...

  1. Карточкалар менән эш.

1-се вариант

1. Тәржемә ит:

Учитель-

Профессия-

Врач-

Строитель-

Рабочий-

2. Һөйләмдәрҙе тултырып яҙ:

Миңә ... һөнәре оҡшай.

(Кем?) магазинда һата.

Уҡытыусы балаларҙы (ни эшләй?).

2 -се вариант

1. Тәржемә ит:

Учитель-

Профессия-

Врач-

Строитель-

Рабочий-

2. Һөйләмдәрҙе тултырып яҙ:

Миңә ... һөнәре оҡшай.

(Кем?) балалар баҡсаһында эшләй.

Табип ауырыуҙарҙы (ни эшләй?).

  1. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү. (Слайд № 14)

  1. Йомғаҡлау.

-Бөгөн дәрестә нимәләр белдек?

- Афарин, уҡыусылар. Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй. Һәр һөнәр ҙә файҙалы. Кеше хеҙмәтенә ҡарата ихрирамлы булығыҙ. Уҡыусылар, алдығыҙҙа ятҡан һүрәттән (JKL) кәйефегеҙгә тура килгәнен һайлап "Дәрестән һуң" кәрзиненә һалығыҙ.

Баһалау. Өй эше: 152-се күнегеүҙе үтәргә. (Слайд № 15)




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал