7


  • Учителю
  • Башҡорт теленән 6 класта эш программаһы

Башҡорт теленән 6 класта эш программаһы

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала



Башҡортостан республикаһы Белорет районы

муниципаль районы Абҙаҡ ауылының урта

дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет

дөйөм белем биреү учреждениеһы









ҠАРАЛҒАН : КИЛЕШЕЛГӘН : РАҪЛАНҒАН : ММБ ултырышында КБМ етәксеһе директор

Шоҡобаева И. Р. ______ Әхмәтшина Л. Х. ______ Йомағужина Г. Р. __

Протокол № __ « ____ » ________20___й. « ____ » ________20___й. « ____ » ________20___й.



























2016-2017 уҡыу йылына

6б класы өсөн башҡорт теленән

эш программаһы

























Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Шоҡобаева Илүзә Рамил ҡыҙы













2016-2017 уҡыу йылы





Башҡорт теле

Аңлатма яҙыу.

1. "Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының. № 1897

бойороғо менән 17.12. 2010 йылда раҫланған" дәүләт белем биреү стандартының Федераль компонентына һәм "Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1312 бойороғо менән 9.03.2004 йылда раҫланған" Федераль базис белем биреү планына, "Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының №737 бойороғо менән 17.05.2010 й.раҫланған" региональ базис белем биреү планына ярашлы төҙөлдө

2. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәр өсөн төп белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса өлгө программа нигеҙендә төҙөлдө.Төҙөүсеһе: М.Б Юлмөхәмәтов. Өфө, «Китап» , нәшриәте ДУП-ы 2011

3. I-XI кластар өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа.

4. 2016-2017 уҡыу йылына Абҙаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла

5. Абҙаҡ ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының эш программаһы тураһындағы положениеһы.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы; «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы; Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа кимәле: базис

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

1.Туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ - этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау; туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;

2.Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ - ара аңлашыу һәм үҙ - ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәрен (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән, сығанаҡтарҙан, интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.) үҙләштереү;

3.Тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү; стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын үҙләштереү; актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; алынған белемде, күнекмәне аралашыу процесында, уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

Уҡыу предметының уҡыу планында урыны.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Абҙаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла һәм

6-сы класс өсөн эш программаһы 102 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт)

Һылтанма: эш программаһы МБ ултырышында ҡабул ителгән. (Протокол №1 28 август 2016 йыл.

5-9 класс укыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр

-йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

-синтаксис, стилистика; тыныш билдәләре, текст, һөйләм, һүҙбәйләнеш; ҡушма һөйләм төшөнсәләре;

-фонетика, телмәр өндәре, ижек, һүз баҫымы, һуҙынҡы һәм тар­тынҡы өндәр; өндәрҙең бер-береһенә окшашыуы (сингармонизм) төшөнсәләре;

-орфоэпия (дөрөҫ әйтелеш), төп орфоэпик нормалар төшөнсәләре;

-графика; алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыу төшөнсәләре;

-орфография (дөрөҫ язылыш), һуҙынҡыларҙың һәм тар­тынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы, һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың һүҙҙең тамырында ялғауҙарҙа, һүҙ араһында яҙылышы һәм әйтелеше, һүҙҙе юлдан юлға күсереү;

-лексика; һүҙҙең лесик мәғәнәһе; һүззең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синонимдар, антонимдар, омонимдар;

-грамматика, морфема (ялғау, һүҙҙең берөлөшө, киҫәге); тамыр, нигеҙ, яһаусы ялғау, үҙгәртеүсе ялғау; тамырҙаш һүҙҙәр; һүҙьяһалыш юлдары;

-текстың эсендә һөйләмдәрҙең бер-береһенә бәйләнеп килеү саралары (юлдары); йәнле һөйләү, фәнни, күркәм (художестволы) стилдәр;

-телмәр төрҙәре (типтары): хикәйәләү, тасуирлау (һүрәтләү), хөкөм сығарыу (мөнәсәбәт белдереү).

Күнекмәләр:

-фонетика, өн-хәреф, һүҙьяһалыу, һүз төҙөлөшө буйынса анализ яһай белеү;

-һүҙбәйләнеш, ябай ике составлы һөйләмдәр, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле ҡушма һөйләмдәр төҙөй белеү;

-һуҙынҡылар менән тартынҡыларҙың төп һыҙаттарын дөйөм билдәләре буйынса төркөмләй, һүҙҙәрҙең тамырында, ялғауҙарында һуҙынҡылар менән тартынҡыларҙы дөрөҫ яҙа, өйрәнелгән орфография ҡағиҙәләрен тәртипкә килтерә белеү;

-йәнле һәм яҙма телмәрҙә синонимдарҙы, антонимдарҙы, күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе ҡуллана белеү;

-яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың мәғәнәләрен айыра белеү;

өндәш һүҙе һәм тиң киҫәктәре булған ябай һөйлөмдәрҙә ты­ныш билдәләрен ҡуя белеү.

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.

Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең шәхсән һөҙөмтәләре:

1)Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли - мәҙәни ҡиммәттәре булараҡ аңлау,интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль - этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2)Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли - мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

3)Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1)Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли - мәҙәни ҡиммәттәре булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль - этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2)Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли - мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

3)Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:

1)телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм уҡыу:

*телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, теке темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

*төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү);төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

*төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү;аудирование менән эш итеү(һайлап алыу, танышыу);

*төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт -дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;

*һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

*стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

*алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең ( индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә - эҙлеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

*тыңлаған йәки уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә( план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

*төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдә һәм яҙма текст төҙөй алыу;

*телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, текст логик яҡтан эҙмә - эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

*төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог - һорашыу, диалог - аралашыуға өндәү, диалог - фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;

*ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистк нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

*телмәр этикет нормаларын һаҡлау, аралаша алыу,телмәр аралашыу процесында ым - ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

*уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып,үҙ телмәреңде баһалай белеү;грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

*үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет - ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

3)аралашыу процесында тирә - яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли - мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1)телдең төп фукциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2)гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифтә тулыһынса уның ролен аңлау;

3)туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4)тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог,диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары. Фәнни, публицистик, рәсми - эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ - мәғәнәүи телмәр төрҙәре ( хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре, телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5)башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын. Башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6)телдең төп берәмектәрен, граматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7)һүҙгә төрлө анализ яһау төрҙәрен ( фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8)тел - һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

9)туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

Уҡытыу предметының курс йөкмәткеһе

6-сы класс

Әсә теле тураһында әңгәмә (1 сәғәт) V класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау (2 сәғәт) Лексика (8 сәғәт)

I.Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составы: төп башҡорт һүҙҙәре, рус, ғәрәп, фарсы телдәренән, рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр.Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре. Халыҡ-ара һүҙҙәр. Кәсеп-һөнәр (профессиональ) һүҙҙәр. Иҫкергән һүҙҙәр, яңы һүҙҙәр, диалект һүҙҙәре. Башҡорт теле һүҙлек составының үҙгәреп, байығып тороуы һәм уның юлдары.

Нығынған һүҙбәйләнештәр (фразеологик берәмектәр): тел тейҙереү, энәһенән ебенә тиклем, күҙ асып йомғансы һ.б.

II.Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе, нығынған һүҙбәйләнештәрҙе,диалект һүҙҙәрен таный белергә һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, һөйләмдәргә, текстарға лексик анализ яһау.

Бүлек буйынса бөтә үтелгәндәрҙе тәртипкә килтереү һәм йомғаҡлау. Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (10 сәғәт)

I.Исем тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Исемдең ялғауһыҙ ҙа күплек мәғәнәһен белдереүе (ул колхозда һыйыр һауа; ул йәсләлә бала ҡарай).

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше. Туғанлыҡты белдереүсе исемдәрҙең өсөнсө зат формаһы (атаһы, әсә-һе, ағаһы, еҙнәһе, апаһы, инәһе, ҡартта-ы һ.б.). Эйәлек мәғәнәһенең-тыкы, -теке, -дыкы, -деке, -ҙыкы, -ҙеке, -ныкы, -неке ялғауҙары менән бирелеүе: китап атайымдыҡы, дәфтәр баланыҡы; был баҫыуҙар күрше фермерҙыҡы һ.б.

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Килештәрҙең мәғәнәләре, һорауҙары, ялғауҙары. Килеш ялғауҙарының үҙҙәре ҡушылып килгән исемдәрҙе икенсе бер һүҙҙәргә бәйләү вазифаһын үтәүе (үҙгәртеүсе ялғауҙар булыуы). Эйәлек ялғаулы исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы һәм әйтелеше. Исемдәрҙең хәбәрлек формаһы: эшсемен, эшсеһең, ул эшсе; беҙ эшсе-беҙ, эшсеһегеҙ, улар эшселәр.

II.Исемдәрҙең эйәлек заты менән хәбәрлек формаһы араһындағы айырманы билдәләргә өйрәтеү. Хәбәрлек ялғаулы һүҙҙәрҙе дөрөҫ баҫым менән уҡырға күнектереү.Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән исемдәрҙе дөрөҫ баҫым менән уҡырға күнектереү (зарядка, землянка, эмаль, клиника, бригада, тарифһ.б.).

Уҡыусыларҙа фекерҙе дөрөҫ һәм асыҡ аңлатыу өсөн телмәрҙә синоним формаларҙы ҡулланыу күнекмәләре булдырыу. Уҡыусыларҙың һүҙьяһалыш, исемдәрҙең яһалыу юлдары буйынса алған белемдәрен үҫтереү, күнекмәләрен нығытыу өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү. Исемдәргә телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү.Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм тәртипкә килтереү.

Сифат һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (6 сәғәт) Сифаттың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, синтаксик вазифаһы. Сифаттарҙың яһалыу юлдары - ҡушыу, һүҙҙәрҙе парлау, һүҙҙәрҙе бәйләү.

Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре: төп дәрәжә (ан, ҙур); сағыштырыу дәрәжәһе (ағырак, ҙурыраҡ); артыҡлыҡ дорәжәһе (ап-аҡ, йәп-йәшел, уғата ҙур, үтә сәйер, бик матур); аҙһытыу дәрәжәһе (аҡһыл, зәңгәрһыу, һарғылт, күгелйем, һалҡынса, йылымыс).Сифаттарҙың исемләшеү осраҡтары, ул саҡта уларҙың һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәреүе, хәбәрлек формаһын ҡабул итә алыуы (матурын һайланым, әлкәңдәрҙе хөрмәтләргә кәрәк). Исемгә күскән сифаттар (һыйыр ағынан өҙөлмәйбеҙ, ҡарттарҙың хәле һәйбәт кенә; йәштәр эштә ялҡын кеүектәр).Сифаттарҙың исемдәргә бәйләнеп килеү үҙенсәлектәре.

II. Телмәрҙә синоним, күсмә мәғәнәле сифаттарҙы ҡулланырға өйрәтеү. Сифаттарға телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү.Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә килтереү.

Һан һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (6 сәғәт) һандың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, һөйләмдәге вазифалары. Ябай һәм ҡушма һандар: уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙың һәм уларҙың ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы. Һан төркөмсәләре: 1) төп һандар (өс, ун, бер); 2) тәртип һандары (икенсе, өсөнсө, ун алтынсы); 3) бүлем һандары (икешәр, өсәр, дүртәр, унар, егермешәр Һ.б.); 4) сама һандары (иллеләп, утыҙлап, ундарса, өс-дүртләп Һ.б.); 5) йыйыу һандары (алтау, унау); 6) кәсер һандары (биш бөтөн, алтынан бер һ.б). Һөйләмдәрҙә һандарҙың башҡа һүҙҙәргә бәйләнеп килеү үҙенсәләге (өҫтәлдә китаптар ята; өҫтәлдә ике китап ята). Һандарҙың исемләшеп килеү осраҡтары, ул саҡта уларҙың һан, килеш, эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул итеүе (берәүҙәр ҡайтып килә, икенселәре китеп бара, бишкә биште ҡушһаң...).

II. Һыҙыҡ аша яҙыла торған ҡушма һандарҙы дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен нығытыу, һүҙ һәм цифрҙар менән бирелгән һандарҙы (даталарҙы белдереүсе һ.б.) дөрөҫ яҙырға өйрәтеү, һандарҙың фразеологик берәмектәрҙәге роле менән практик таныштырыу, һандарға телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү. Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә килтереү. Алмаш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (5 сәғәт)

Алмаштың телмәрҙә үтәгән вазифаһы, мәғәнә үҙенсәлектәре, грамматик билдәләре. Алмаш төркөмсәләре: 1) зат алмаштары (ҡабатлау); 2) күрһәтеү алмаштары; 3) һорау алмаштары; 4) билдәләү алмаштары; 5) билдәһеҙлек алмаштары; 6) юҡлыҡ алмаштары. :

Алмаштарҙың һан һәм килеш менән үҙгәреүе. Билдәһеҙлек һәм юҡлыҡ алмаштарының яһалышы.

II. Бер һүҙҙе күп ҡабатлауҙан ҡотолоу өсөн телмәрҙә алмаштарҙы ҡулланырға өйрәтеү. Алмаштарҙы телдән һәм яҙып тикшерә белеү. Бүлек буйынса үткәндәрҙе тәртипкә һалыу. "Кылым һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (24 сәғәт) Ҡылым төркөмсәләре.

Исем ҡылым: мәғәнәһе һәм яһалышы (барыу, килеү, төшөү, ҡарап тороу, килеп сығыу). Исем ҡылымдың исемгә күсеүе (көтеү ҡайтты, кисеү бирмәҫ йылға юҡ һ.б.). Исем ҡылымдың исемгә оҡшаш яҡтары: уның һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәреүе (уҡыуҙар башланды, яҙыуҙы башланылар; уҡыуым ҡала). Исем ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формаһы (көлөү-көлмәү). Исем ҡылымдарҙың һөйләмдәге роле.

Уртаҡ ҡылым: мәғәнәһе һәм яһалышы (барырға, килергә, тоторға, көлөргә, яҙып барырға). Уртаҡ ҡылымдың юҡлыҡ формаһы (бармаҫҡа, килмәҫкә); синтаксик вазифалары.

Сифат ҡылым: уның мәғәнәһе. Сифат ҡылымдың заман формалары: 1) үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, һөйләмдәге вазифалары (осҡан кош, килгән кеше, һөйләнеп бөткән телмәр, килеп туҡтаған машина һ.б.); 2) киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, һөйләмдәге вазифалары (ятыр урын, килер ҡунаҡ, торор урын, һөйләр һүҙем, әйтер һүҙем, уйлар уйым; киләсәк йәштәр, үләһе әбей үлмәгән, китәһе ҡыҙ китмәгән, башҡараһы эш, һөйләнеләсәк телмәр...); 3) хәҙерге заман сифат кылым, уның яһалышы, һөйләмдәге вазифалары (уҡыусы кеше, уҡытыусы ағай һ.б.).Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, уларҙың исем грамматик категорияларын алыуы (ашаған белмәй, тураған белә; алғанға алты на аҙ, биргәнгә биш тә күп һ.б.). Хәл ҡылым: уның мәғәнәһе. Хәл ҡылымдың төрҙәре:

1) -ып, -еп, -оп, -еп, -п(ҡарап, барып, күреп, өрөп, торопһ.б);

2) -ғас, -гәс, -ҡас, -кәс (барғас, килгәс, ҡайтҡас, киткәс һ.б.);

3) -а-а, -й-й, -ә-а(тора-тора, көлә-көлә, йөрөй-йөрөй шымара һ.б);

4) -ҡансы, -кәнсе, -ғансы, -гә//сө (ҡайткансы, килгәнсе, йөрөгәнсе Һ.6.);

5) -ҡанса, -кәнсә, -ғанса, -гәнсә (ҡушҡанса, һөйләгәнсә, күрһәткәнсә, яҙғансаһ.б.).

Хәл ҡылымдың барлығы һәм юклығы (барып-бармайынса, барғас-бармағас, килгәс-килмәгәс, һөйләп-һөйләмәйенсә Һ.6.). Ҡылым йүнәлештәре: практик танышыу 1) төп йүнәлеш (йыуа, кейә); 2) ҡайтым йүнәлеше (йыуына, кейенә); 3) төшөм йүнәлеше (йыуыла, кейелә); 4) уртаҡлыҡ йүнәлеше (йыуыша, кейешә); 5) йөкмәтеү йүнәлеше (йыуҙырт, кейҙер һ.б.). II. Бер һөйкәлеш ҡылымдарын икенсе һөйкәлеш ҡылымдары урынында, хәҙерге заман ҡылымдары урынына үткән заман ҡылымдарын ҡулланырға өйрәтеү, һөйкәлеш һәм төркөмсә ҡылымдарының ябай һәм ҡушма формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Хәл ҡылымдарының морфологик билдәләрен һәм синтаксик вазифаларын билдәләй белеү; хәл әйтемдәрен йәнле һәм яҙма телмәрҙә файҙаланыу. Сифат ҡылымдарҙың морфологик билдәләрен һәм синтаксик вазифаларын таный белеү, сифат ҡылымдарға морфологик анализ яһай белеү.

Исем ҡылымдар, уртаҡ ҡылымдар менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөй белеү; фекерҙе тулы һәм асыҡ сағылдырыу маҡсатында синоним ҡылымдарҙы ҡулланыу. Ҡылымға дөйөм морфологик анализ яһай белеү.

Предмет эсендә бәйләнеш булдырыу (V класс). Башҡорт теле. Ҡылым: мәғәнәһе, һорауҙары; ҡылымдың зат, һан менән үҙгәреше, ҡылым һөйкәлештәре.

Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (V класс). Ҡылымдың дөйөм грамматик мәғәнәһе; морфологик билдәләре; заман формалары. Ҡылымдың һөйләм төҙөүҙәге урыны, һөйләмдәге функциялары. Хәбәр һөйкәлеше (изъявительное наклонение), уның мәғәнәһе, яһалышы, шарт һөйкәлеше (условное наклонение), бойороҡ һөйкәлеше (повелительное наклонение); ул һөйкәлеш формаларының яһалышы, мәғәнәләре. Рәүеш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (6 сәғәт)

I.Рәүеш тураһында төшөнсә: белдергән мәғәнәһе, морфологик билдәләре. Синтаксик вазифалары.

Рәүеш төркөмсәләре: 1) төп рәүештәр (тиҙ, шәп, һыбай); 2) ваҡыт рәуештәре (иртәгә, бөгөн, кисә, былтыр); 3) урын рәүештәре (юғары, түбән, алыҫ, яҡын); 4) оҡшатыу рәүештәре (айыуҙай (атлай), бүрепәй (ашай); 5) күләм-дәрәжә рәүештәое (күп, өҙлөкһөҙ, аҙ); 6) сәбәп-маҡсат рәүештәре (юрамал, бушҡа).

Рәүештең сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Рәүеш дәрәжәләре: төп дәрәжә (шәп, алыҫ, һуң һ.б.); сағыштырыу дәрәжәһе (алыҫыраҡ, шәберәк һ.б.); артыҡлыҡ дәрәжәһе (бикшәп, бик һуң, ғәжәп оҫта, иң элек, ифрат һуң, уғата йомарт, үтә тиҙһ. б.).

Рәүештәрҙең яһалышы. Тамыр һәм яһалма рәүештәр. "Кушма рәүеш. Рәүештәрҙең яһалыу юлдары:

һүҙгә ялғау ҡушыу юлы менән (русса, баласа, һинеңсә, йәшләй, икеләтә, күрәләтә, көҙөн, балыҡтайһ. б.):

һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән (бөгөн, быйыл, артабан, үҙмаҡсатһ.б);

һүҙҙәрҙе парлау юлы менән (арлы-бирле, үрле-ҡырлы, алпан-толпан, көнө-төнө һ.б.);

һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән (аяҡөҫтө, йөҙ түбәнһ.б.);

һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән (шәп-шәп, тиҙ-тиҙһ.б.).

II.Рәүештәрҙең мәғәнәһен, морфологик билдәләрен аңлата белеү.һөйлөмдәрҙә рәүештәрҙе дөрөҫ яҙыу һәм ҡуллана белеү күнекмәһе. Рәүештәргә морфологик анализ яһай белеү. Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле (IV класс). Дөрөҫ әйтелеш. Дөрөҫ әйтелеш нормалары. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре, һүҙьяһалыш ысулдары.

Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (IV класс). Рәүеш тураһында төшөнсә. Рәүешле һүҙбәйләнештәрҙе телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмәһе.

Теркәүестәр (3 сәғәт)

I.Теркәүестәр һәм уларҙың телмәрҙәге функцияһы. Теркәүестәрҙең бүленеше: теҙеү теркәүестәре: йә, йәки, ләкин, һәм, тик, юҡҡа, әллә (менән бәйләүесенең теркәүес булып та йөрөүе), шулай ук, йәиһә, әммә, ә, юғиһә, тағы, тағы ла, әле... әле, бер... бер, бөрсә, йәнә, да-дә, та-тә, ҙа-ҙә, ла-лә, бәлкиһ.б. Эйәртеү теркәүестәре: сөнки, тимәк, шуға күрә, хатта, шунлыҡтан, шуға ла, шуның өсөн, шул арҡала, әгәр, әгәрҙә, гүйә, гәрсә һ.б.

II.Теркәүестәрҙең морфологик, синтаксик ролен аңлата белеү күнекмәһе. Теркәүестәрҙе ябай һәм ҡушма һөйлөмдәрҙә урынлаштырыу һәм телмәрҙә ундай һөйләмдәрҙе ҡулланыу күнекмәләре булдырыу. Теркәүестәре булған һөйләмдәрҙе анализлау күнекмәһен үҫтереү.

Бәйләүестәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (4 сәғәт)

I.Бәйләүестәрҙең телмәрҙәге вазифаһы. Уларҙың бүленеше: 1) төп һәм эйәлек килеште талап итеүсе бәйләүестәр (менән, өсөн, кеүек, шикелле, төҫлө, һымаҡ, арҡылы, аша, тураһында)', 2) төп һәм төбәү килеште талап итеүсе бәйләүестәр (тиклем, саҡлы, хәтле, ҡәҙәр, ҡаршы, табан, ҡарай, ҡарамаҫтан, ҡарағанда, ҡарата, тартым); 3) сығанаҡ килеште һорап тороусы бәйләүестәр (башҡа, бүтән, бирле, элек, әүәл, башлап, һуң, тыш һ.б.).

II.Бәйләүестәрҙең синтаксик ролен билдәләй белеү. Бәйләүестәрҙе исемдәр янында ҡуллана белеү. Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле (V класс). Орфография, орфографияның принциптары.

Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (VI класс). Предлогтарҙың рус телендә бәйләүес вазифаларында ҡулланылыуын иҫкә төшөрөү. Киҫәксәләр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (4 сәғәт)

I.Киҫәксәләрҙең морфологик билдәләре, телмәрҙәге вазифалары. Мәғәнәләренә ҡарап, киҫәксәләрҙең бүленеше. 1) көсәйтеү-раҫлау киҫәксәләре: та, баһа, да баһа, ҙа баһа, ла баһа; иң, ап-, һап-, ҡап-, бит, -сы, -се, со, -сө һ.б.; 2) сикләү киҫәксәләре: ғына-генә, ҡына-кенә, ук-үк; 3) тиҙлек киҫәксәләре: да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә; 4) икеләнеү-билдәһеҙлек киҫәксәләре: -дыр, -дер, -тыр, -тер, -ҙыр, -ҙер, -лыр, -лер; 5) һорау киҫәксәләре: -мы, -ме, -мо, -мө, -мы ни, -ме ни, -мо ни, -мө ни һ.б.

II.Киҫәксәләрҙең морфологик һыҙаттарын, синтаксик вазифаларын билдәләй белеү. Киҫәксәләрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү. Да-дә, та-тә, ҙа-ҙә, ла-лә ярҙамсы һүҙҙәрҙең теркәүес тә, киҫәксә лә була алыуын, ниндәй ҡулланылышта улар теркәүес, ҡайһы ҡулланылышта киҫәксә булыуҙарын билдәләргә, шуға таянып, улар эргәһендә тыныш билдәләрен ҡуйырға өйрәтеү. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен бер-береһе менән сағыштырыу, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын билдәләү. Мөнәсәбәт һүҙҙәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (3 сәғәт)

I.Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында төшөнсә. Мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең синтаксик роле. Иәрәк, тейеш, мөмкин, бар, юҡ, түгел, буғай, ярай мөнәсәбәт һүҙҙәренең мәғәнәһе һәм телмәрҙә ҡулланылышы, уларҙың исем урынында килә алыуы.

II.Телмәрҙә мөнәсәбәт һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү. Ымлыҡтар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (2 сәғәт)

1.Ымлыҡтар тураһында төшөнсә, уларҙың морфологик һыҙаттары, телмәрҙәге вазифалары. Ымлыҡтарҙың төрҙәре: 1) көйөнөүҙе, үкенесте белдереүсе ымлыҡтар: ай-ай (Ай-ай-ай, эләктең ҡапҡанға! - тип мин үҙемде шелтәләп тә алам (111. Насыров); 2) ғәжәпләнеүҙе, шикләнеүҙе белдереүсе ымлыҡтар: ай-бай, ай-һай, атаҡ (Ай-һай, яраланған йәнлектең ҡурҡыуы мөмкинме? (Ә. Чаныш); һоҡланыуҙы, тынысһыҙланыуҙы, оялыуҙы белдереүсе ымлыҡтар: аһ, аһ-аһ, aha һ.б.); 3) оҡшатыу һүҙҙәре: а) өноҡшаш һүҙҙәр бип-бип, сылтыр-сылтыр, селтер-селтер, йым-йым һ.б.; в) саҡырыу һүҙҙәре: һәү-һәү, бәр-бәр, кәз-кәз, бес-бес, деге-дөге-дөге (мал саҡырыу) һ.б. Ымлыҡтарҙан һүҙҙәр яһалыу (уфтаныу, аһаһайлау һ.б.).

1.Ымлыҡтарҙы телмәрҙә ҡулланырға һәм дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү, уларҙың хис-тойғо биҙәген билдәләү. Оҡшатыу һүҙҙәре аңлатҡан һындарҙы һүрәтләй белеү һәм телмәрҙә ҡулланыу күнекмәһен үҫтереү. V-VI синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау (2 сәғәт).

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

1. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән программа 5 - 11 кластар өсөн.Псәнчин В.Ш. һәм Псәнчин Ю.В. Башҡорт теленән программалар (V - XI кластар өсөн) - Ижевск:КнигоГрад, 2008. - 160с.

2. Диктанттар йыйынтығы.(5-9 кластар өсөн).Х. А. Толомбаев, С. В. Атнағолова.- Өфө

«Китап», 2001.

3.Изложениелар өсөн текстар йыйнтығы: 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. М.Ғ., Ғималова, С.М. Рәхимова.-Өфө, «Китап», 2009.

Электрон белем биреү ресурстары

1.bel21school.ucoz.ru/index/obrazovatelnye_resursy/0-90 - МОБУ СОШ №21 г.Белорецк

2.oobelor.ru/ - Отдел образования г. Белорецк

3.banuastanova.jimdo.com/ - Сайт учителя башкирского языка и литературы ИКБ Астановой Б.З.

4.mfbl.ru - Машинный фонд башкирского языка

5.ikuzeev.ru/museum.html - Музей археологии и этнографии УНЦ РАН

6.ba.wikipedia.org - Башкирская Википедия

7.www.virtualrb.ru - Виртуальные туры по Башкортостану

8.www.360gu.ru - Сферические панорамы

9.www.bashskazki.ru - Башкирские народные сказки

10.www.3dcaves.net - Виртуальный тур по пещере Шульганташ

11. incubator.wikimedia.org - Башкирские пословицы и поговорки

12. www.ashkadarfm.ru - Ашҡаҙар радиоһы

13.uldashfm.ru - Юлдаш радиоһы

14.libmap.bashnl.ru - Литературная карта Башкортостана

15.www.bash-rmbs.ru - Республиканский музей боевой славы

16.soyuzkuraistovrb.ru. - Союз кураистов РБ

Уҡыусылар өсөн уҡыу методик комплекты :

6-сы класс

1. Дәреслек Башҡорт теле» 6-сы класс. Х.А.Толомбаев, Х.В.Солтанбаева, Өфө-2012

3. "Әсә теле. Дидактик материалдар. 6-сы класс" Өфө- 2010

4. Контроль - баһалау материалдары, Өфө-2014

Материаль-техник база

1.Мультимедия компьютеры (техник талаптар; график опера­ция системаһы, компакт-дискыларҙы уҡыу һәм яҙыу осон ҡоролма, видео, интернетҡа сығыу мөмкинлеге, акустик колон­калар,программалар пакеты (текст менән, график һәм презентация);

2.Мультимедиапроектор (уҡыу йортоноң материаль-техник тәьмин итеү исемлегенә инеү мөмкинлеге).

3.Финанс һәм техник шарттарға ҡарап, телекоммуникация саралары (электрон почта, мәктәптең локаль селтәре, интернетҡа сығыу) бөтә уҡыу йортон материаль-техник тәьмин итеү сиктә­рендә булдырылырға тейеш.

4.Сканер.

5.Лазерлы принтер.

6.Күсермә (ксерокс) аппарат (ғәҙәттә уҡыу йортоноң мате­риаль-техник базаһында була).

7.Штатив йәки стенаға әленә торған экран (минималь размеры 1,25x1,25).

8.Телевизор (диагональ буйынса 72 см-ҙан кәм түгел).

Телдән биргән яуаптарҙы баһалау критерийҙары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу, уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу, шуның менән бергә алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда, түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

-Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

-Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;

-Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логикә эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

-тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

-үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

-материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин

-материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәлҙрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

- әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

-яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

-теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,

-яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.





Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1. Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5. Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

1.Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

2.Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осра3а,

3.Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

-Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

-Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

1.Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

2.Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

-айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

-яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталар булһа,

-эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

1.Яҙма эш темаға тура килмәһә,

-фактик хаталар күп булһа,

-эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

1.Һүҙлегелеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

-эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла





Календарь - тематик планлаштырыу 6 б класс51

Ҡылым. .

1

19.01





52

Ҡылым төркөмсәләре. Исем ҡылым

1

20.01





53

Уртаҡ ҡылым.Т/Ү Изложение " Сәскә - сәғәттәр"

1

21.01





54

Хаталар өҫтөндә эш. Сифат ҡылым

1

26.01





55

Сифат ҡылым дың заман категориялары

1

27.01





56

Сифат ҡылым һәм хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары

1

28.01





57

Хәл ҡылым төрҙәре

1

2.02





58

Хәл ҡылым төрҙәре

1

3.02





59

Т/ү 216-сы күнегеү б-са инша " Халыҡтың батыр улы-Салауат"

1

8.02





60

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылым йүнәлештәре

1

9.02





61

Ҡылым күләмдәре

1

10.02





62

Тикшереү диктанты "Тәбиғәт" Ҡылым рәүешлеге

1

11.02





63

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылым рәүешлеге

1

16.02





64

Ҡылымдарға грамматик анализ.

1

17.02





65

Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

18.02





66

Изложение " Бөйөк Ватан һуғышының икенсе йылы"

1

24.02





67

Ҡылымдарға грамматик анализ.

1

25.02





68

Рәүеш тураһында төшөнсә

1

2.03





69

Рәүеш төркөмсәләре

1

3.03





70

Рәүештең сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары

1

4.03





71

Яттан яҙыу.Рәүеш дәрәжәләре

1

9.03





72

Рәүеш дәрәжәләре

1

10.03





73

Рәүештәрҙең яһалышы

1

11.03





74

Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы

1

16.03





75

Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы

1

17.03





76

Рәүештәргә грамматик анализ

1

18.03





77

Рәүештәргә грамматик анализ

1

23.03





78

Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

24.03



79

Теркәүестәр тураһында төшөнсә

1

6.04





80

Теркәүестәрҙең бүленеше

1

7.04





81

Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы

1

8.04





82

Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

13.04





83

Тест һорауҙарына яуап " Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре"

1

14.04





84

Бәйләүес тәр тураһында төшөнсә

1

15.04





85

Бәйләүестәр бүленеше

1

20.04



86

Бәйләүестәр бүленеше

1

21.04





87

Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

22.04





88

Т/ү Тасуирлау иншаһы " Еңеү яҙы"

1

27.04





89

Киҫәксәләр

1

28.04





90

Киҫәксәләр бүленеше

1

29.04





91

Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы

1

4.05





92

Т/ү Изложение " Кәкүк"

1

5.05





93

Хаталар өҫтөндә эш .Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

5.05





94

Мөнәсәбәт һүҙҙәр

1

11.05





95

Мөнәсәбәт һүҙҙәр, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу

1

12.05





96

Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

13.05





97

Контроль диктант "Һаулығыңды һаҡла"

1

18.05





98

Ымлыҡтар Оҡшатыу һүҙҙәре

1

19.05





99

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау системалаштырыу. Һан

1



20.05





100

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау системалаштырыу. Алмаш,

1

25.05





101

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау системалаштырыу. Ҡылым



1

26.05





102

Йомғаҡлау дәресе.

1

27.05





































Диктанттар ,изложениелар

Милли көрәш

Милли көрәш - ул ике кешенең баҫҡан көйө бер-береһенең билдәренә билбау (ҡушаҡ) һалып, уны ныҡ итеп тотоп, кем йығарҙан көс һынашыуы. Көрәшселәрҙең береһе икенсеһен келәмдән айырып, йәғни өҫкә күтәреп, арҡаһына һалырға (ташларға) тейеш. Был ысын һәм тулы еңеү. Еңеүсе йыйған балл буйынса ла билдәләнә. Көрәштә көс кенә түгел, таһыллыҡ та кәрәк. Таһыллыҡ иһә - көрәштең ыңғайын, яйын, әмәлен белеү сифаты, сослоҡ, йылдамлыҡ.

Боронғо дәүерҙәрҙә ырыу, ил-йорт йыйындары көрәшһеҙ үтмәгән. Балалар ҙа, ир-егеттәр ҙә, ҡарттар ҙа, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа көс һынашҡан. Йәш батырҙар исемле батырҙар менән көрәшергә баҙнат ҡылған. (С. Бәҙретдинов.)

Изложение

ИНТЕРНЕТТЫҢ ФАЙҘАһЫ НИҘӘ?

Америка ғалимдары он-лайн уйындарҙың, интернет аша аралашыуҙың үҫмерҙәрҙең зиһен үҫеше өсөн үтә мөһим икәнлеген асыҡлаған.



Ғалимдар хатта иң «кәрәкмәгән» шөғөлдәрҙең дә балаларға ҙур файҙа килтереүен иҫбатлаған. Мәҫәлән, япон анимэ фильмдарын яратыусылар шул йәнһүрәттәрҙе ҡарау һөҙөмтәһендә япон телен йәки видеомонтажды өйрәнә башлаған.

Һүҙ юҡ, интернеттың файҙаһы бик ҙур. Ләкин һәр нәмәлә сама ла белергә кәрәк. Өҙлөкһөҙ компьютер артында ултырыуҙың зыяны хаҡында табиптар йыш иҫкәртеп тора. Кәүҙәгеҙҙең төҙ, күҙегеҙҙең үткер булыуын теләһәгеҙ, һау-сәләмәт үҫергә уйлаһағыҙ, интернет селтәренә самалабыраҡ инегеҙ.

Ижади диктант

Ҡышҡы сәскәләр.

Беҙ урманға килеп индек. Ҡалай күркәм! Йәйен япраҡтарын леперләткән, ботаҡтарында аҫыл ҡоштар һайратҡан мәғрүр имәндәр тынып ҡалғандар. Бөтә ерҙә йондоҙҙай аҡ ҡар бөртөктәре емелдәй.

Аҡ йәймәләй ҙур аҡланға килеп сыҡтыҡ. Бында беҙ мышы эҙҙәрен күрҙек. Оҙаҡламай үҙҙәре лә килеп сыҡтылар. Уларҙы өркөтмәнек, мөһабәт һындарына, ғорур күтәрелгән баштарына һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Улар ҡуйы имәнлек араһына яй ғына атлап инеп киттеләр. Беҙ ҙә улар артынан олпат имәнлеккә инәбеҙ. Ҡапыл минең өҫтөмә ынйы туҙанындай ҡар бөртөктәре ҡойола. Ҡояшлы көндә минең кейемем меңләгән йондоҙ булып ялтырай.

Иөрәк сапҡан аттай ярһый, күҙҙәргә йәш тула, күңелдәрҙә һүнмәҫ дәрт, серле илһам һәм тәрән ғорурлыҡ уяна. («Башҡортостан».)

Изложение

СӘСКӘ-СӘҒӘТТӘР

Һеҙ сәскә яратаһығыҙмы?Яратаһығыҙ, әлбиттә. Әллә ниндәй -ҡөҙрәткә эйә бит ул сәскәләр.Һөйгәндәренә, туғандарына,дуҫтарына сәскә бүләк иткәндә, кешеләрҙең йөҙҙәре нурлана, күңелдәрендә изгелек тамырлана. Өшөгәндәрҙе йылытып, төйөлгән 'ҡаштарҙы яҙылдырып ебәрә улар. Йәй көнө ялан-болондар,хатта шау асфальттан ғына кейенгән кеүек ҡала урамдары сәскәгә төрөнгәндә, һулыштар иркенәйеп, йәндәр иреп китә.

Сәскәләр ханында әкиәттәр,легендалар,йырҙар сығарыла Һылыу ҡыҙҙарға сәскә исеме бирелә:Миләүшз, Сөмбөл,Рауза, Ынйы,Гөлсәсәк, Гөлнур, Гөлназ, Нәркәс... Әйткәндәй, легендала әйтелеүенсә, Нәркәс исеме тәүҙә ирҙәрҙеке була. Бер хан, тип әйтелә унда, улына бик яратып Нәркәс исеме ҡуша. Шул тиклем һылыуегет булып үҫә Нэркэс, уға һоҡланмаған кеше, ғашиҡ булмаған һылыу булмай. Атлап йөрөуҙэре, куҙ ҡараштары байтаҡтарҙы уйа һала һәм әси ритә. Гел,матурһың да матурһың, тигәнде ишеткән егет йыш ҡына үҙе лэ көҙгөгә күҙ һалыусан булып китә. Бер ҡарай, ике ҡарай... Һәм уҙ-үҙенэ ғашиҡ була был. Үҙен яратыуҙан шул тиклем һағышлана, шул тиклем һыҙлана, уҙ-үҙен күрмәй торһа, тэрән ҡайғыға һабыша. Хандың ғаиләһе йәй көнө йәйләугә сыға. Билдәле инде, йәйләуҙә ниндәй көҙгө булһын? Үҙен курмәуҙән алйыр сиккә еткән егет көндәрҙең береһендә, һулып, болон сәскәһенә эуерелэ. Улын эҙләргә сыҡҡан әсәһе, уны күҙҙәренән танып, гөл һауытына күсерә. Хәҙер ул өй гөлө булып тәҙрәләрҙе биҙәй.

Диктант. Төҫлө япраҡтар

Көҙгө һуҡмаҡ буйлап Терпе килә. Аяҡ аҫтында япраҡтар ҡыштырлай. Ағас ботаҡтарында ла өҙөлөп төшөргә торғандары байтаҡ. Урман тыныс.

Уҫаҡ эргәһенән утешләй Терпе туҡтап ҡалды. Уның күҙе ерҙә туҙышып ятҡан япраҡтарға төштө. Ҡып-ҡыҙыл, һап-һары булып балҡып яталар түңәрәк кенә япраҡтар. «Ҡыҙыма алып ҡайтайым әле мин уларҙы, туйғансы уйнар», - тип уйланы. Терпе һәм энәләренә бер нисә япраҡты тиҙ генә сәнсеп тә алды. Аҡ ҡайын янынан үткән саҡта ла баҡыр төҫлө еп-еңел япраҡтарҙы күрҙе. Уларын да энәләренә ҡаҙаны.

Күрһәгеҙ ине һеҙ терпене! Ерҙә, зәп-зәңгәр күге булған ерҙә, төрлө М п раҡтарға күмелеп, Терпе килә. Ҡыҙылы, ла, һарыһы ла, йәшеле лә,көрәне лә бар. Әйтерһең, Терпе үҙенең бәләкәс ҡыҙына йәйғор к үтәреп алып -ҡайтып килә. (А. Йәғәфәрова.)

Административ контроль диктант.

Диктант.

Яңы дуҫтар.

Нәфисә ҡышҡы каникулды ауылда үткәрҙе. Маһира менән Сабира уны өҫтө быяла кеүек булып туңған йылғаға алып төштөләр. Тирмәнгә алып барҙылар, унда бойҙайҙан нисек итеп он яһауҙы күрһәттеләр. Нәфисә ондо үҙ ҡулы менән тотоп ҡараны. Он бик йылы инее. Фермала уға яңы һауып алынған һәм боҫо сығып торған йылы һөт эсерҙеләр.

Иртәгә ҡалаға ҡайтып китәбеҙ тигән кистә Нәфисә атаһы һәм өләсәһе менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы. Ул яңы иптәштәрен ҡалаға саҡырыуы, уларға ҡалала парктарҙы, музейҙарҙы күрһәтергә теләүе тураһында әйтте.

-Атай, яңы иптәштәремә трамвай күрһәтерменме - тине.

-Уларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ әйберҙәр табырбыҙ, ҡыҙым, саҡыр,- тине атаһы.

Яңы дуҫтары Нәфисәне оҙатырға килделәр.

(С.Ағиш)





Тикшереү диктанты

Тәбиғәт

Уйын-көлкө менән аралашып, эш ырамлы барҙы. Оҙон ныш 0\/йы ауыл тирәһенән ары китмәгәс, бындай тәбиғәт ҡосағына килеп эләгеү - үҙе сәхрә! Бар тәбиғәттең уянған мәле. Тегендәрәк тә, эргәлә лә кәкүк саҡыра. Төрлө -ҡоштар сут-сут килә, яҙ хозурлығына улар ҙа ҡыуанғандай. Һирәк-мирәк тумыртҡалар туҡ та туҡ аҙыҡ эҙләй, ағастарҙы ҡоротҡос ҡорттарҙан таҙарта урман санитарҙары. Ҡайҙа баҡма - төрлө төҫ: тиҙҙән тслан, иң затлы келәм кеүек, күҙҙе ҡамаштырасаҡ. Йүкә тастарының да бөрөләре тулышҡан, йылы ел иҫтеме - тағалып китер төҫлө. Ә бына һомғол ҡайындарҙың суҡтары нескә генә Япраҡ ебәреп өлгөргән. Тик имәндәр генә, бер ни тоймағандай, һоҡомһорап ултыра. Уларҙың тәбиғәте шулай: иң һуңынан ҡапыл ғына йәшелләнә лә ҡуя. Имән япраҡ ярҙымы - йәй етте тигән һүҙ. Муйылды инде әйтеп тораһы ла юҡ, күперелгән аҡ (\>скәләре ҡиммәтле хушбыйҙан да тәмлерәк еҫ бөркөп, күңелдәрҙе уҙенә тарта... Күрсе, бал ҡорттары ла килеп еткән бында, Оезелдәшеп, сәскәгә һарыла. Эй-й, нәзәкәтле йән эйәләре, күпме ара осҡанһығыҙ, оҙаҡламай ошо йомро аҡлан үҙегеҙҙең төйәгегеҙгә лһләнәһен беләһегеҙме әле

Изложение

</ 1-се текст

Бөйөк Ватан һуғышының икенсе йылы бара ине. Һуғышҡа китергә беҙҙең атайға ла сират етте. Беҙ уны дуртәу: әсәй һәм өс балаһы оҙатырға булдыҡ. Миңә, иң өлкәненә, ун икенсе йәш бара ине. Бер ай үтте, ике ай. Атайыбыҙҙы ныҡ һағындыҡ. Уның юҡлығын бигерәк тә иң кесе ҡустыбыҙ ауыр кисерә ине. Йыш- йыш ҡына иҫенә төшөрөп, йоҡларға ятҡанда илай-илай уҙ янына саҡыра ине. Ул беҙгә, ҡыҙҙарға, ҡарағанда, атайыбыҙға нығыраҡ эйәләшкәйне.

Бер ваҡыт, бөгөнгөләй хәтерҙә, ҡыштың бер көнөндә мин мәктәптән ҡайттым. Тупһаны атлап инеуем булды, ҡустым минең янға йүгереп килде. Йөҙөндә шатлыҡ. Ҡулында атайыбыҙ­ҙың иҫке бүреге. «Нимә булды һуң?» - тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ул миңә бүрек һуҙып: «Мә, еҫкәп ҡара әле!» - ти. Мин аптырашта ҡалып, бүректе еҫкәнем. Ҡапыл йөрәгем тулҡынланып һуға баш­ланы. Атайыбыҙ минең янда торған кеүек тойолдо. Бүректә атай­ҙың еҫе һаҡланған!

«Мин уны шкафтан таптым!» - тип һөйөнә бәхетле малай. Ә минең күҙҙәремде ҡайнар йәштәр томаланы. «Шкафты асһам, - тип дауам итә ҡустым, - өҫкө кәштәлә ошо бүрек». Башыма кейҙем. «Һин атайға оҡшайһың, еҫең дә атайҙыҡы кеүек!» - тип, ҡустым мине ҡосаҡлап алды.

Был ваҡиға беҙҙең ғаилә өсөн шатлыҡлы һәм әһәмиәтле булды. Куңелһеҙ минуттарҙа, айҙар буйы атайыбыҙҙан хат килмәгәндә, ошо иҫке буректе ҡулға ала инек. Һәм нисектер күңелгә еңел булып китте.

6-сы класҡа 2-се сирек өсөн административ контроль диктант

Көҙгә йәйғор.

Мин көҙгө урманда йөрөргә яратам. Уның иң гүзәл сағы сентябрь бөткәндә, октябрь баштарында булалыр. Үрмәксе ауҙары иренеп кенә йөҙгән зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәк хазинаһына һоҡланып туя алмайһың. Тәрән тынлыҡ. Аяҡтарыңды ергә түшәлгән алтын япраҡтар иркәләй. Ә ағастар? Ниндәйҙер оло ҡара­ғай йәки имән ышығында үҙенең ҡыҙыллы-һарылы сы­бар кейемендә йәш саған ҡупшыланып ултыра. Тағы сы­бар биҙәкле япраҡтарға һарыҡҡан асыҡ ҡыҙыл емештәре менән ҡыштырлап миләш тора. Уҫаҡтың уҫағына тиклем: «Ҡарағыҙ, мин бына ниндәй!» - тигән һымаҡ, йәйғор бу­яуҙары менән күҙҙәрҙе ҡамаштыра.

Көҙгө урмандың гүзәллегенә күңелеңде рәхәтләндереп йөрөй бирәһең дә кескәй аҡланға килеп сығаһың, уның тә­рән тынлығын тыңларға ултыраһың. Шунда татлы хыял­дарға күмелеп киткәнеңде үҙең дә һиҙмәй ҡалаһың. (Д. Исламов.)

Контроль диктант.

Һаулығыңды һаҡла.

ң йыл буйына дискотекаға йыш йөрөгән дүрт кешенең береһе һаңғырауға әйләнә.Төрлө тауыштарҙың организмға тәҫьирен өйрәнеүсе ғалим-акустиктар шундай фекергә килгән.Ҡолағынан аудиоплеерҙы алмаған уҡыусылар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.Улар ҙа музыканы саманан тыш ҡысҡыртып тыңлаһа,тиҙ арала ишетмәй башлаясаҡ!

Кеше өсөн иң һәйбәт тауыш мөхите-тыныс ҡына һөйләшеү.Тыныс тауыш менән һөйләшкәндән көслөрәк тауыш организм өсөн зарарлы.Транспорт геүләүе,көслө музыка,кер йыуыу машинаһы,саң һурҙырғыс тауышы ваҡытлыса ғына ишетелһә,зарарлы түгел.Бер туҡтауһыҙ ишетелгән көслө тауыш әкренләп организмды эшлектән сығара. Иң яҡшы сара-тәбиғәт ҡосағына сығыу,тыныс тормош менән йәшәү.Музыканы сама менән тыңлау.Мәжлестәр ҙ-ҙән өһ сәғәткә тиклем генә барырға тейеш.Тыныслыҡ һаулыҡ икәнлеген олоһона ла,кесеһенә лә берҙәй оноторға ярамай.









 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал