7


  • Учителю
  • Мәҡәлдәр на башкирском языке

Мәҡәлдәр на башкирском языке

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

МӘҠӘЛДӘР

Хеҙмәт тураһында:

· Башланған эш - бөткән эш.

· Белгәнгә яҡты, белмәгәнгә ҡараңғы.

· Белеме барҙың ҡәҙере бар.

· Буй үҫтермә, аҡыл үҫтер.

· Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

· Ҡалған эшкә ҡар яуа.

· Тырышлыҡ - ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ - хурлыҡ.

· Хеҙмәте юҡтың хөрмәте юҡ.

· Һөнәрле кеше - ҡораллы кеше.

· Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә, күп тешләй.

· Ялҡауҙың көн дә башы ауырый.

· Ергә эйелһәң, байлыҡ килә.

· Ергә тамған тир - гәүһәр.

· Ил ҡеүәте - икмәктә.

Тыуған ил, батырлыҡ тураһындағы мәҡәлдәр:

· Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.

· Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.

· Ил ҡәҙерен белмәгән - башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән - ашын юғалтҡан.

· Ир аҡылы - бер алтын, ил аҡылы - мең алтын.

· Антты бирә лә бел, үтәй ҙә бел.

· Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында.

· Батырмын, тип кем әйтмәй, яу килгәндә өнө юҡ.

· Батырлыҡ яуҙа беленер, мәргәнлек ауҙа беленер.

· Ҡурҡаҡтың күҙе дүрт булыр.

· Ауға барһан, зирәк бул, юлдашыңа терәк бул.

· Ике кәңәш бер булһа, илле егет йөҙ була.

· Ебәк билғау- бил күрке.

Батыр егет-ил күрке.

· Ир-егеттең ике юлдашы бар:

Береһе-батырлыҡ,

Икенсеһе-тәүәккеллек.

· Батыр ғүмере -ике.

· «Халҡым» тигән ир - алтын.

· Ирҙең даны иленән,

Халҡы менән еренән.

· Ир- егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.

· Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә.

· Ил эшенең иртәгәһе маҡтаулы.

· Мал торған ерен онотмаҫ, егет тыуған илен онотмаҫ.

· Илең ни күрһә, һин дә шуны күрерһең.

· Беләгенә ҡарама, йөрәгенә ҡара.

· Яуҙан ҡасып ҡайтҡансы яралы ҡайт.

Тормош-көнкүреш тураһында.

· Аҡрын барһаң, алыҫ китерһең.

· Аҡыл йәштә түгел, башта.

· Аманатҡа хыянат итмә.

· Аҫыл таш ерҙә ятмаҫ.

· Ата-әсәңә ни ҡылһаң, үҙең шуны күрерһең.

· Бурлыҡтың һуңы-хурлыҡ.

· Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.

· Туралыҡтың төбө аҫыл таш.

· Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә.

· Уты һүнһә лә, ҡуҙы ҡала.

· Һүҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡатыраҡ.

· Егет кешегэ етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

Һандар менән мәҡәлдәр

· Ете ҡат үлсә,бер ҡат киҫ.

· Атлы йәшәр юлдаш ҡайтһа,атлмыш йәшәр күрә барһын.

· Егет кешегэ етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

· Ҡурҡаҡтың куҙе дүртәү.

· Ике кәңәш бер булһа, илле егет йөҙ була.

· Биште эшләгәнсе берҙе еренә еткереп эшлә.

· Егәрленең ҡулы етәү.

· Йөҙ һумың булғансы, йөҙ дуҫың булһын.

· Ир аҡылы бер алтын , ил аҡылы мең алтын.

· Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ мең үлә.

· Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тотмайҙар.

· Берҙә түгел, илдә көҫ.

· Һигеҙ һыйыр аҫрагансы, һимеҙ һыйыр аҫыра.

· Бер утын мейестә лә янмаҫ, күмәк утын яланда ла яныр.

· Унды һайлағансы, берҙе һайлауың яҡшыраҡ.

· Көслө берҙе еңер, белемле меңде еңер.

· Ике ҡуян артынан йүгерһәң, берәүһен дә тота алмаҫһың.

· Бер ағас ҡырҡһаң, ҡырҡты ултырт.

· Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай.

· Берәүҙән икәү, икәүҙән өсәү яҡшы.

· Ун тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр.

· Бер ҡуянды ике тунамайҙар.

Ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында

· Алдың да ышаныс булһын, артың да таяныс булһын.

· Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетһен.

· Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.

· Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.

· Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.

· Кеше аҡылын ишет, үҙ аҡылың менән эш ит.

· Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң.

· Көйҙөргән дә-тел,һөйҙөргән дә-тел, көлдөргән дә-тел ,бөлдөргән дә -тел.

· Ни сәсһәң-шуны урырһың,ни ҡылһаң-шуны күрерһең.

· Үҙеңде ҙурлама, кешене хурлама.

· Һуҙҙең башынан элек төбөн уйла.

· Ялған һөйләһәң - тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң - ҡотолорһоң.

Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында

· Иҙгелек ерҙә ҡалмаҫ.

· Ҡөн яманы китер, әҙәм яманы китмәҫ.

· Ҡояш янында -йылылыҡ, әсә янында-изгелек.

· Яҡшы ҡағылһа - йән һөйөнә, яман ҡағылһа - йән көйөнә.

· Яҡшынан ҡасма, яманға аяҡ баҫма.

· Яҡшы һүҙ балдан татлы.

· Яман кешенең теле әсе.

· Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.

· Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.

· Яҡшылыҡ ҡылған - аш йыйған, яманлыҡ ҡылған - таш йыйған.

· Яман арба юл боҙор, яман арба ил боҙор.

· Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ - һәр кешенең эшелер; яманлыҡҡа яҡшылыҡ - ир кешенең эшелер.

Икмәк тураһында мәҡәлдәр.

· Асыҡ ауыҙҙан икмәк тә ҡаса.

· Ер ҡәҙере игендә, кеше ҡәҙере белемдә.

Дуҫлыҡ тураһында.

· Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә.

· Ике яҡшы дуҫ булһа, ике аранан ел үтмәҫ.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал