- Учителю
- План урока по башкирскому языку 'Указательные местоимения' (5 класс)
План урока по башкирскому языку 'Указательные местоимения' (5 класс)
Класс 5
Тема: Минең бүлмәм. Күрһәтеү алмаштары.
Маҡсат: Күрһәтеү алмаштарын өйрәнеү, яңы һүҙҙәр үҙләштереү; уҡыусыларҙың бәйләнешле яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү; уҡыусыларҙы уйланырға һәм үҙ аллы эш итергә өйрәтеү,, тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Проектор, һүрәттә, карточкалар
Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: был, ошо, теге, шул, былар, тегеләр, шулар, ялбыр, ялы;
Дәрес барышы.
-
Ойоштороу мәле.
-
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һеҙҙең янып торған күҙҙәрегеҙҙе, йылмайып торған йөҙҙәрегеҙҙе күреүгә мин сикһеҙ шатмын.
-
Ах, ниндёй тауыш ишетелде балалар? - Ат
-
Әллә бөгөн дәрескә ҡунаҡҡа ысынлап та, ат килә ята инде? - Эйе, ат килә ята.
-
Нисек килә? - Скачет
-
Был ат бик ашығып килә ята ла баһа! Ә ни эшләп ул беҙгә - Ат йылы килә...
килә ул? Кем әйтер?
-
Ә-ә-ә, шуға килә ята икән дә баһа. Ниндәй ат ул уҡыусылар,
Ул беҙгә килеп етмәҫ борон әйтә һалайыҡ. - Матур, ҙур, шәп, аҡ
(Таҡтала: Бик матур ат сабып килә. .... аттың ҡойроғо ялбыр.
Күҙҙәре ҙур. Ялы ҡуйы. Аяҡтары оҙон. .... ат минең дуҫым. )
-
Уҡыусылар, ат ярҙам һорай. Нөктәләр урынына тейешле
Һүҙҙәрҙе ҡуя һалайыҡ. (Һөйләмдәр төҙөйҙәр)
(Әгәр русса әйтһәләр, башҡортсаға тәржемә итә: этот, эта, это)
-
Ә былар ниндәй һүҙҙәр ул? Местоимение
-
Тимәк, уҡыусылар бөгөнгө дәрестә беҙ күрһәтеү алмаштары
Менән эшләйәсәкбеҙ икән.
-
(Слайдттан) Хәҙер ҡарағыҙ, тағы ниндәй алмаштар була икән? (Хор менән уҡыйҙар)
-
Бергә уҡыйыҡ әле. (Уҡыйбыҙ). Әйҙәгеҙ уҡыусылар бөгөнгө
числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.
-
Яңы теманы нығытыу.
-
Ат беҙгә ҡунаҡҡа килеп етмәҫ борон уҡыусылар беҙ өйҙә нимә
Эшләргә тейешбеҙ? Яңы йыл алдынан (перед Новым годом) - Өйҙө йыйыштырабыҙ.
-
Әйҙәгеҙ уҡыусылар, үҙегеҙҙең бүлмәгеҙҙе йыйыштырайыҡ,
Тәртипкә килтерәйек. - Компьютер, аквариум һәм башҡалар
(Карточкалар таратыла, тикшерәбеҙ)
-
Ә хәҙер китапты астыҡ иң һуңғы абзацты үҙ аллы уҡып сығығыҙ,
нимә тураһында һүҙ бара. (Уҡытыу берәмләп) Беҙ ат килеп етеүгә
өйҙө йыйыштырып та ҡуйҙыҡ. Ә хәҙер әйҙәгеҙ әҙ ял итеп алайыҡ.
Ял минуты. (музыка)(Башҡорт халыҡ йыры "Ҡара юрға")
-
Һеҙгә движениялар күрһәтәм, ә һеҙ ҡабатлағыҙ.
-
Дәреслек менән эш.
-
Ә хәҙер уҡыусалар, дәреслектәребеҙҙе асайыҡ, Муса Ғәлиҙең
"Өй" шиғырын уҡыйыҡ. (Үҙем уҡып күрһәтәм.)
-
Нимә тураһында һүҙ бара? Тәржемә итәләр
-
Дәресте нығытыу.
-
Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән хәҙер "Дүртенсеһе артыҡ" (Четвертое
-
лишнее) тигән уйын уйнап китәбеҙ. (Слайдтта, төркөмләп ултыртам)
-Уҡыусылар, беҙҙе ҡунаҡ килеп тә етте. (Ат туҡтаны)
- Бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ? Әйҙәгеҙ, ҡыҫҡа ғына итер
ҡунаҡҡа һөйләп китегеҙ. (Һөйләйҙәр)
-
Өй эше биреү. 1) Ат һүрәтен буярға, уға исем ҡушырға. Күрһәтеү алмаштарын ҡулланып ат тураһында һөйләм төҙөргә. 2) Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнергә.
-
Уҡыусылар, "Йәшлек" гәзите һеҙгә бүләк ебәрҙе.