7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому языку - 9 класс

Рабочая программа по башкирскому языку - 9 класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Программаға аңлатма яҙыу



9-сы класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге норматив -хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

1. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр6ең I-IX кластары өсөн). Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М.Ғ.- Ижевск: «Книгоград», 2008

2. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Туймазы ҡалаһы 7-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә 2015-2016 уҡыу йылына төҙөлдө.



Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  2. Башҡорт телене өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  3. Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҙорт телендә сыға торған Йәншишмә, Аҡбуҙат, Шоңҡар, Йәшлек гәзит- журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү (чтение)

  4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу

  5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һ.б. менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

    • Рәсәй Федерацияһының "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль Законы 29.12.2012 №273-ФЗ

  • "Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында" Законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәтелгән)

  • Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында" Законы 01.07.2013 №696-3

  • "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында" Законы 15.02.1999 йыл №216-3

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730



Программаға индерелгән үҙгәрештәр

Алда күрһәтелгән программа дәрестәр һанын аҙнаға 2 сәғәт, йылына 68 сәғәт булыуҙы күҙ уңында тота. Шул сәғәттәр иҫәбенә 4 диктант, 5 изложение, 5 инша кеүек контроль характерҙағы яҙма эш төрҙәре ингән. IX класс уҡыусылары өсөн дәреслек буйынса уҡытыуҙы күҙ уңында тота (Ғәбитова З.М., Усманова М.;. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9 -сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2005).

Туймазы ҡалаһының 7-се МБДББ мәктәбенең 2015-2016 уҡыу йылының уҡытыу планында аҙнаһына - 2 сәғәт, йылына 66 сәғәт бүленгән. Уҡытыу планы буйынса бүленгән сәғәттәр иҫәбенә 4 диктант, 3 изложение, 3 инша һәм 3 тест рәүшендә үткәрелә торған контроль эш индерелде.

Уҡытыу планы буйынса сәғәттәр һаны түбәндәгесә билдәләнде:

I триместр

II триместр

III триместр

Йыл

I модуль

II модуль

III модуль

IV

модуль

V модуль

VI

модуль

Сәғәттәр һаны

10

10

12

12

12

10

66

Башҡорт теле буйынса уҡыу материалының күләме түбәндәгесә билдәләнде:Сәғәт һаны

Сәғәт һаны

Темалар

Һаумы, мәктәп

6

6

  1. Инеш дәрес. А.Игебаев. Бик тә кәрәк тыныслыҡ

  2. К.Мәргән. Мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе

  3. М.Кәрим. Оҙон- оҙаҡ бала саҡ. Һүҙбәйләнеш

  4. М.Аҡмулла.Көҙ. Антонимдар

  5. Аҡ ҡайын. Сифат

  6. Инша Р.Нурмөхәмәтов "Чехов Башҡортостанда"

Ергә мәрхәмәт- илгә бәрәкәт

7

7

  1. Н.Мусин. Һай урманым,урманым… Ҡылым. Хаталар өҫтөндә эш

  2. Т.Ғәниева ижады. Эйә һәм хәбәр

  3. Морфология буйынса контроль эш

  4. Хаталар өҫтөндә эш. Күренекле шәхестәр. Хәлдәр. Урын хәле

  5. А.Игебаев. Донъябыҙҙан ни ҡала. Рәүеш хәле

  6. Изложение. Данлы мәктәп

  7. Хаталар өҫтөндә эш. Рәүеш хәлен ҡабатлау

Атамалар ни һөйләй?

10

10

  1. Башҡортостан йылғалары. Күләм- дәрәжә хәле

  2. Ғ.Рамазанов. Тыуған еребеҙ Башҡортостан. Ваҡыт хәле

  3. Таштуғай. Шарт хәле

  4. Ә.Аралбаев. Каруанһарай

  5. Атамалар ни һөйләй? Темаһына контроль диктант

  6. Янғантауға мәҙхиә. Сәбәп хәле. Хаталар өҫтөндә эш

  7. Ғ.Хөсәйенов. Батырша. Маҡсат хәле

  8. Д.Мырҙаҡаева. Өфө һуҫары. Кире хәл

  9. Изложение Талҡаҫ күле

  10. Хаталар өҫтөндә эш. Туймазы ҡалаһы

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.

8

8

  1. Ф.Рәхимғолова. Ҡыш.

  2. Ҡыш. Хәлдәрҙе ҡабатлау

  3. Ш.Бабич «Кем өсөн?». Өндәш һүҙ

  4. Ш.Бабич. Ҡышҡы юлда Өндәш һүҙ янында тыныш билдәләре

  5. Р.Вәлиева. Ҡышҡы Нардуған.

  6. Хәл темаһына контроль эш.

  7. Ҡыш.Хаталар өҫтөндә эш

  8. Ҡыш дауам итә. Ҡылым

Башҡортостан театрҙары

5

5

  1. Башҡортостан театрҙары

  2. «Нур» театры. Өҫтәлмәлек

  3. Театрҙың күренекле артистары. Өҫтәлмәлектәр эргәһендә тыныш билдәһе ҡуйылышы

  4. Башҡортостан театрҙары темаһы буйынса контроль эш

  5. Хаталар өҫтөндә эш. Н.Ирсаева ижады

Башҡорт халыҡ ижады

8

8

  1. Башҡорт халыҡ ижады

  2. «Урал батыр» эпосы Ябай һөйләм төрҙәре

  3. Башҡорт халыҡ әкиәттәре Ябай һөйләм төрҙәре

  4. Алпамыша батыр. Һөйләм киҫәктәре

  5. Алпамыша батыр. Һөйләмдең баш киҫәктәре

  6. Башҡорт халыҡ ижады темаһы буйынса контроль эш

  7. Хаталар өҫтөндә эш. Тәгәрәй әкиәт йомғағы

  8. Мәҡәл, йомаҡ, әйтем, таҡмаҡ

Башҡорт аты

9

9

  1. Н.Иҙелбаев. «Ел, ерәнем»

  2. Б.Байымов. «Бәләкәс». Тиң киҫәкле һөйләмдәр

  3. Һабантуй. Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәһе

  4. Ә.Әминев «Турат»

  5. С.Агиш ижады. «Турыҡай»

  6. С.Агиш. «Турыҡай» хикәйәһе

  7. М.Кәрим. Минең атым

  8. Инша.Башҡорт аты

Башҡорт халыҡ милли аштары

7

7

  1. Хаталар өҫтөндә эш. Аттар

  2. Башҡорт халыҡ милли аштары. Ҡушма һөйләм

  3. З.Биишева. Дуҫ булайыҡ. Ҡушма Һөйләм

  4. Инша. Яратҡан милли ашым

  5. Ә.Байрамов. Сүпрә. Хаталар өҫтөндә эш

  6. В.Ғүмәров. Ҡорот. Ҡылымдың үткән заман формаһы

  7. Башҡорт ҡымыҙы

  8. Изложение Һыуҙы кәрәкһеҙгә тотмағыҙ!

Күңелле яҙ килә

8

8

  1. Хаталар өҫтөндә эш. Яҙ килә

  2. Л.Фархшатова. Тал бөрөһө

  3. Ғ.Дәүләди ижады һәм тормош юлы

  4. Күңелле яҙ килә темаһы буйынса контроль эш

  5. Ф.Ғөбәйҙуллина. Сөгөлдөр. Хаталар өҫтөндә эш.

  6. Йомғаҡлау



Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар

Йыл аҙағында IX класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнекмәләренә эйә булырға тейештәр:

  1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау

  1. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү;

-тәҡдим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

-12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

-эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

  1. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

-уҡылған әҫәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү;

4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

-диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

-һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

-диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;

-өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

-һүҙҙәрҙә яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу) ;

-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

Уҡытыу процесын ойоштороу формаһы, белемде тикшереү нормалары

Уҡыу процесының төп формаһы-дәрес.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

-башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар.

Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:Контроль характерҙағы яҙма эштәр текстарының күләме түбәндәгесә билдәләнде: Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» - хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә: 1/0, 1/2, 0/2.

«4» - 2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион: 2/2, 1/3, 2/3,3/3, 1/5, 0/7.

«3» - 4 орфографик, 4 пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4, 3/5, 3/6, өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.

«2» - 9 орфографик, 9 пунктуацион: 8/10, 9/9.

Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:

«5» - бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.

«4» -эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.

«3» - яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.

«2» - бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән.



Инша һәм изложениеларҙы баһалау.1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2. Фактик хаталар юҡ.

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4. Эштең һүҙлеге бай.

5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәтке яғынан - 5, телмәр яғынан 5 кәмселек булырға мөмкин.

3 орфографик,

3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

"4"

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем тайпылыштар бар).

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8, телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.

7 орфографик,

6 пунктуацион йә 2 орфографик,

13 пунктуацион,

5 грамматик хата

"3"

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.

3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәтке яғынан -15, телмәре яғынан15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик,

13 пунктуацион,

8 грамматик хата

"2"

1. Эш теманы асмай.

2. Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә - 20-нән күберәк хата ебәрелгән.

12-15орфографик, 10 пунктуацион, 12 грамматик хата





Уҡытыу-методик комплекты

  • «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн). Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М.Ғ;.- Ижевск: «Книгоград», 2008

  • Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек.-3-сө баҫма, яңыртылған.-Өфө: Китап, 2006

  • Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2005.

Эш программаһының йөкмәткеһе

Һаумы, мәктәп! (6 сәғәт)

Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү. Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

Ергә мәрхәмәт - илгә бәрәкәт (7 сәғәт)

Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни һөйләй? (10 сәғәт)

Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул - ономистика. Ономистика фәне үҙе лә бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика (милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен), зоонимика (ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын), космонимика өйрәнеүсе фән. Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, 7ала, улар6ы8 янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халыҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ (8 сәғәт)

Бәйнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

Башҡорт театры (6 сәғәт)

Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Башҡорт халыҡ ижады (8 сәғәт)

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Башҡорт аты (9 сәғәт)

Уҡыусылырҙы башәорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙыү кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үҙенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

Башҡорт халыҡ милли аштары. (7 сәғәт).

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәрен билдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.

Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтәндә ентекле эш дауам итә.

Күңелле яҙ килә (8 сәғәт)

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.

Ҡулланылған әҙәбиәт

  • Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  • Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009

  • Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-11-сы кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. -Өфө: Китап, 2009

  • Усманова М.Ғ., Иҫәнғолова Г.А., Рәхмәтуллина З.Ә. Башҡорт теле: эш программаһы. Тематик планлаштырыу. 5-11 кластар. - Өфө: «Эдвис» уҡытыу методика үҙәге, «Башҡортостандың бәләкәй даһийы», 2011

  • Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. -Өфө: Китап, 2009.

  • Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. - Өфө: Китап, 2010

  • Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 2-се киҫәк. - Өфө: Китап, 2011

  • Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр (методик ҡулланма). - Өфө: Информреклама, 2003

  • Усманова М.;. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. - Өфө: Китап, 2007

  • Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар. - Өфө: Китап, 1996

  • Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. - Өфө:

  • Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. - Өфө: 1997

  • Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. - Өфө: Китап, 2006

  • Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. - Өфө: Китап, 2006

  • Башҡортостан энциклопедияһы. Шәкүров Р.З. - Өфө: Китап, 1997

  • Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы синыф уҡыусылары өсөн интерактив электрон дәреслек. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2011 (Электрон дәреслек.)

  • Исҡужина Ф.С., Иҫәнғолова Г.А., Хөснөтдинова Р.Я Башҡорт теленән Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн тестар варианттары. - Өфө: Педкнига, 2009

  • Усманова М.Г. Грамматика башкирского языка для изучающих язык как государственный.- Уфа: Китап, 2012

  • Антология башкирской поэзии. Голоса веков.- Уфа: Китап,2007





9







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал