7


  • Учителю
  • Исследовательская работа по ИКБ

Исследовательская работа по ИКБ

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡортостан Республикаһы

Ейәнсура районы муниципаль районының

Таҙлар урта дөйөм белем биреү мәктәбе









Яҡташ шағирҙар

Әсфәндиәр һәм Бәхтейәр Хәлитовтар

ижадында

тыуған яҡтың ер-һыу атамалары.

























Башҡарҙы:

8-се класс уҡыусыһы

Аҙнағолова Эльвина









Таҙлар - 2016.









Йөкмәткеһе:

I.Инеш.

"Эй, шиғриәт!

Ғибрәтең күп һинең,

Мәңге дауам итер тамашаң..."

II. Төп өлөш.

" Үҙ улына әллә Уралымдың

Һәр ташҡайы гәүһәр-аҡыҡмы?»

а) "Эй, Уралым! Йылға-һыуҙарың

Урап-урап аға ҡайҙарға?"

б) "Һүрәм генә буйы һары тал..."

в) "...Табылыр бер йәмле ауыл,

Исеме уның - Таҙлар".

г) «Эй, районым!

Таш яуһа ла ҡайтырмын..."

д) "Табанымдан тота ғәзиз тупраҡ,

"Илдә ҡалам,

Ямғырҙарҙа ҡалам, буранда..."





















…Малым да юҡ, даным да юҡ,

( Ҡайҙан килһен ти улар?)

Бары ҡайнар йөрәгем бар,

Бары һөйгән илем бар!

Б. Хәлитов.





Инеш.

Шиғриәт...Күңелдәрҙе моңға, наҙға сорнап, иләҫләндереүсе, уйландырыусы, моңландырыусы донъя һин! Ерҙә йәшәү матурлығын, гүзәллекте данлаусы, мөхәббәткә дан йырлаусы ла, тыуып-үҫкән ғәзиз ереңә һөйөү тойғоһон еткереүсе лә һин!

Минең ҡулымда ана шундай күңел кисерештәренән туҡылған кескәй генә ике шиғырҙар йыйынтығы...

Йоҡа ғына, кескәй китапсығы «Йәшел дуға» тигән исем аҫтында булһа, һәлмәгерәге, тосорағы "Аҡ ҡаяла» тип атала. Уларҙың авторҙары - минең ауылдаштарым -аталы-уллы Хәлитовтар.

Шағирҙарҙың олоһо Әсфәндиәр Хәлитовтың был берҙән-бер йыйынтығы булып иҫтәлеккә ҡалған булһа, улы Бәхтейәрҙең дә айырым китап булып сыҡҡаны берәү генә...

Әсфәндиәр олатай үҙе иҫән саҡта, йыш ҡына шиғырҙарын район гәзитендә баҫтырған, ә Бәхтейәр Хәлитовтың ижад емештәре «Башҡортостан» гәзите, " Ағиҙел" журналы кеүек мәртәбәле баҫмаларҙа донъя күргән, « Балҡыштар»

исемле төрлө быуын шағирҙарының шиғырҙар йыйынтығына индерелгән.

Шуныһы ҡыҙыҡлы: ата менән улдың икеһе лә әҙәбиәткә яҡын өлкәнән түгел. Атай кеше XX быуаттың башында донъяға килеп, тормоштоң аслыҡ-яланғаслығын , ике һуғыштың фажиғәһен үҙ иңендә татыған. Тыныс тормошта тәртип һағында, эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә.

Ә улына, Бәхтейәр Хәлитовҡа килгәндә , ул урта мәктәпте тамамлағас, колхозда быҙау ҡарай, механизаторлыҡҡа уҡып, баҫыуҙа кукуруз үҫтерергә лә өлгөрә. Хәрби хеҙмәтте тултырып ҡайтҡас, БДУ-ның математика факультетында уҡый, Мәскәүҙәге Фәндәр Академияһында аспирантура тамамлай, Бакуҙа Кибернетика институтында кандидатлыҡ яҡлай, Өфөлә Ғилми тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире була.

Артабан ул БДУ-ла студенттарға иҡтисад фәненән белем бирә, бөгөнгө көндә Бәхтиәр Хәлитов - иҡтисад фәндәре докторы.

Бына шулай, аталы-уллы Хәлитовтар икеһе ике төрлө заман вәкиле, икеһе ике төрлө һөнәр эйәһе булһа ла, уларҙы шиғриәт берләштерә, бер бөтөн итә. Ғәжәпләнергә лә кәрәкмәйҙер, сөнки, башҡорт кешеһе, күңеле менән һәр саҡ шағирҙыр ул...

Шуныһы йәл, Әсфәндиәр олатайҙың ижад емештәре ҡуйын дәфтәрендә генә түгел, күңел түрендә лә күп булғандыр, әммә ваҡытында матбуғатҡа бирелмәгәс, барыһы ла беҙгә килеп етмәй ҡалған. Бәхтейәр Хәлитов та йөрәк түрендә йөрөткән шиғырҙарын ташҡа баҫтырырға ашыҡмаған."Аҡ ҡаяла» исемле йыйынтығы берҙән-бер генә.

Төп өлөш

Аталы-уллы Хәлитовтарҙың шиғырҙарында тормош-йәшәйеш, ерҙә кеше булып йәшәү, яһалған хаталарға үкенеү хистәре, мөхәббәт тураһында уйланыуҙар, тыуған ер, тел кеүек мәңгелек төшөнсәләргә урын бирелә. Авторҙарҙың лирик геройы заман проюлемалары тураһында тәрән уйлана, әсенә...

Шулай ҙа Хәлитовтар шиғриәтендә төп образ - ул тыуған ер, тыуған төбәк, тыуып-үҫкән яҡтың гүзәл тәбиғәте...

« Эй, Уралым! Йылға-һыуҙарың

Урап-урап аға ҡайҙарға?

Сит ерҙәргә ағып китеү менән

Улар унда ниндәй йәм таба?» -

тигән үҙенең һорауына :

« Кәрәк түгел миңә сит ил күге,

Тындарымды ҡыҫа сит һауа.

Үҙ илемде әгәр ҡайтып күрһәм -

Йөрәгемә минең шул дауа.» -

тип яубын да әйтеп ҡуя атай кеше.

Ғорур тауҙар, мәңгелек ҡаялар ир - уҙамандар ижадында ниндәйҙер бер символик көскә эйә. Б.Хәлитовтың « Эйәрҙәргә!» шиғырында Урал тауы дошмандан һаҡлар ҡалҡан булһа, уның ҡаялары - « Бәләләрҙән ҡурсыр күк күкрәүе.» Ғөмүмән, шағир ғәзиз Уралының һәр ташына табына:

« Иңдәренә баҫһам, дәртем урғый

Йәнем тоя сикһеҙ шатлыҡты.

Үҙ улына әллә Уралымдың

Һәр ташҡайы гәүһәр-аҡыҡмы?»

Төрлө имеш-мимешкә , шомға эйә булған Ҡабрал тауы ла шағирҙың күҙ уңынан төшөп ҡалмаған:

" Шөрләп үтәм юлдан -

Мин дә бит бары әҙәм:

Бар яғым - ҡаялай текә

Ә бер яғым - йәһәннәм"

( Б. Хәлитов. " Ҡабрал" )

Тыуған ерҙең шишмә-йылғалары ла Хәлитовтар ижадында ҙур урын биләй. Әсфәндиәр олатай үҙенең «Һүрәм буйы» шиғырында ошо йылғаның матурлығына һоҡланып, тәбиғәттең гүзәллегенә дан йырлай. Һандуғастар ҡунып һайрар һары талын, һәр сәскәһен, япрағын үбергә әҙер:

« Һүрәм генә буйы - бүтәгә үлән,

Алдырып та сапһаң, бил тала.

Һандуғастың моңон мин тыңлайым

Апрель айы үтеп, май тыуғас...»

Икенсе бер шиғырында:

« Һүрәм буйҡайҙары - күк тирәк

Туғайында бешә ер еләк.

Дан кәрәкмәй миңә, мал кәрәкмәй

Халҡым менән тыуған ил кәрәк.»-

Тип ошо ерҙән , ошо иленән айырылыу мөмкин түгеллеген тағы бер иҫбатлай. Ошондай уҡ уйҙар Бәхтейәрҙең " Һыуһау» шиғырында ярылып ята:

"Әсәләй саф тауҙар күкрәгенән

Яҡты көнгә бәреп сығалар.

Эйек, Һүрәм, Ҡаҫмарт,Өҫкәлектәр -

Бәләкәй һәм оло йылғалар.»

« Мин йылғалар йырын моңон тыңлап үҫтем,

Эйектә аҡтым, баттым Һүрәмдә...

Яңылышмам, әгәр йырҙарымды

Йылғаларҙан алдым тиһәм дә..."

Бәхтейәр Хәлитов күптән инде Һүрәм буйҙарын, яратҡан Таҙларын ҡалдырып баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәй. Әммә, бала сағын, үҫмер йылдарын, йәшлеген һағынып, туғандарын барлау, ата-әсәһенең ҡәберенә барып, баш эйеү өсөн, ауылға ҡайтып тора. Ул ауыл һауаһын ғына һулап ҡалмай, тәбиғәт ҡосағына китеп юғала, Һарайбаш тауына артыла, Ҡарамаүҙәкте, Ҡабралтауҙы, Олосусаҡты барлап сыға, Һаҡлауҙа кинәнеп һыу инә, Йүкәле Моронда йүкә сәскәһе, мәтрүшкә , Тирмән туғайында еләк йыйып, күңеленә бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам, дәрт алып ҡайта. Әлбиттә, ошо ожмах мөйөшөнә тиң ерҙәрҙе үҙенең шиғырҙарында данлай. Һарайбаш тураһында яҙылған шиғыры быға дәлил:

« Ҡаялы тау!

Һөйләгәндә

Исеме килеш - һарай.

Ундай һарайҙа йәшәргә

Аллаға ла бик ярай! »

Үлеп үҙенең тыуған еренә, тәбиғәтенә ғашиҡ кешеләр - аталы-уллы Хәлитовтар! Әсфәндейәр олатай " Еләк" исемле шиғырында еләкле, гөл-сәскәле, күбәләкле-сиңерткәле , арыуҙы белмәгән бал ҡорттары безелдәшкән сыуаҡ йәйге тәбиғәтте күҙ алдына баҫтырып, ошо хозурлыҡтан кинәнес алһа, улы Бәхтейәр " Ләйсәндән һуң " шиғырында тирә-яҡты сафлыҡҡа күмеп киткән тәүге ямғырҙың, муйыл сәскәләренең хуш еҫен йоҡлаған сабыйҙың һулышына тиңләй:

« Баш әйләнә -

Әллә ҡыуаныстан-

Сәскәләрҙең әллә еҫенән...

Тыуған яғым!

Һинең ҡуйыныңда

Мин һәр ваҡыт шулай иҫерәм...»

Тыуған яҡ тәбиғәте ике шағирҙың да күңелендә тәрән тойғолар уята...

Ә ауылыбыҙ Таҙлар ошо гүзәл тәбиғәт ҡосағында, Оло Һүрәм менән Кесе Һүрәмдең ҡушылған ерендә урын алған. Ауылыбыҙҙың тарихы ҙур, уға нигеҙ һалыныуға тиҙҙән 260 йыл тула. Легенда буйынса " Таҙлар "исеме « таҙалар» тигәндән, йәғни һау-сәләмәт , матур , бөхтә йәшәгән кешеләр йәшәй, тигәндән килеп сыҡҡан, тиҙәр. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан ауыл исемен " Таҙ" һүҙе менән бәйләйҙәр, ошо исем аҫтындағы ҡәбиләнән килеп сыҡҡан тип тә фаразлайҙар. Бәхтейәр Хәлитовтың « Мин төш күрҙем» шиғыры ошо аҡыллы, хандың ханын зирәклектә ота алған « Таҙ» ҙар ауылы кешеләре тураһында, йәғни үҙенең баласаҡ, үҫмер йылдарын үткәргән Таҙлар ауылы тураһында:

«...Мин төш күрҙем:

Имеш, әгәр

Үтһәң байтаҡ аралар,

Табылыр бер йәмле ауыл -

Исеме уның Таҙлар.

Ете диңгеҙ аръяғында

Түгел,имеш, ул ауыл.

Юҡ, Уралдың көньяҡтағы

Итәгендә генә ул

Йәшәй унда ябай халыҡ -

Минән һис өҫтөн түгел.

Шулай ҙа, юҡ зарланыусы:

Бәхеттәре - киң күңел.

Имеш, мин дә шул ауылда

Йәшәнем, бәхет күрҙем.

Аҙбарҙарҙа мал ҡараным,

Ҡырҙарында ер һөрҙөм.

Имеш, унда булған минең

Әсәйем һәм атайым.

Китһәм дә ситкә,

Ҡунаҡҡа

Мин ҡайтҡанмын йәй һайын...»

Бәхтейәр Хәлитов ошо Таҙларын, Ейәнсураһын һағыныуын йыш телгә ала, быны "Ейәнсурам" шиғырында ла күреп була:

« Бурай -бурай, юлдарыма

Тәрән көрт һала буран.

Һиңә ҡайтып етә алмай

Интектем, Ейәнсурам!

Эй, районым!

Ҡарҙар ҡатыш

Таш яуһа ла ҡайтырмын:

Өфөнән бик алыҫһың да -

Йөрәгемә яҡынһың...»

III. Йомғаҡлау.

Эйе, гүзәллеге, таланттарға бай булыуы менән данлыҡлы беҙҙең төбәк. Т ағы ла эшһөйәр халҡы менән. Данлыҡлы Ейәнсура шәленә һалынған биҙәктәр кеүек төрлө шәхестәребеҙ Сөләймәндәр, Иншарҙар, Мәғфирәләр, Мәрйәмдәр, Хәсәндәр , Рәсүлдәр эргәһенә мин ауылымдың тыуған яҡ йырсыларын - аталы -уллы Әсфәндиәр һәм Бәхтейәр Хәлитовтарҙы ла телгә алам.

Әсфәндиәр олатай утлы яу юлдарын башынан аҙағынаса үтеп, төрлө наградаларға лайыҡ була, балалар үҫтерә, уларҙа намыҫлы хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй. Бәхтейәр Хәлитов та төрлө яҡлы шәхес - ғалим, иҡтисад фәндәре докторы, сит телдәрҙе белгән, немец телендә иркен һөйләшкән , « китап ене ҡағылған» кеше. Һәм ошоларға уның шағирлығы ла өҫтәлә. Бәхтейәр Хәлитов - Яҙыусылар союзы ағзаһы ла. Уның «Илдә ҡалам» шиғыры менән сығышымды тамамлайым:

"...Табанымдан тота ғәзиз тупраҡ,

Сырмай мине туғай күрәне -

Тыуған еркәйемдән айырырлыҡ

Түгел минең йөрәк, күрәһең...

...Илдә ҡалам,

Ямғырҙарҙа ҡалам, буранда.

Ҡош ҡанатҡайҙары кәрәк түгел,

Йән ҡанатым - ерем булғанда.»

Йән ҡанатына тиңләнгән тыуған ере шағирыбыҙға тағы ла илһам өҫтәп торһон, яңынан -яңы шиғырҙарын күрергә насип булһын, тип теләргә генә ҡала. Ул үҙе лә " Яҙам!.." шиғыры менән минең теләгемде ҡеүәтләгәндәй:

« Яҙмам, тинем.

Үҙем һаман яҙам...

Туҡранмы мин әллә байғошмо?

Ҡылған тәүбәләрҙән ҡайтара бит

Ерем зары, телем яҙмышы...»

Эйе, шағир тыуған еренең, туған халҡының күңел зарын да иң беренсе тойорға, йөрәге аша үткәрергә тейештер... Ысын шағир...





Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Бикбаев Р.Т. Яҙмыш шағир итеп яратҡан. Мәҡәлә. « Башҡортостан» гәзите, № 24, 5 февраль, 2004й.

2. М. С. Тулибаев. " Үҫәргәндәр ере - Ейәнсура".

3. Хәлитов . Б. Ә. " Аҡ ҡаяла". Өфө: Китап, 2008.

4. Х әлитов Ә. Р. " Йәшел дуға". Өфө, 1991.











 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал