7


  • Учителю
  • Конспект урока 'Фәүзиә Рәхимғолова ижады менән танышыу' (7 класс)

Конспект урока 'Фәүзиә Рәхимғолова ижады менән танышыу' (7 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала



"Эскерһеҙ ижад"

Фәүзиә Рәхимғолова ижады

менән танышыу

7-се класс



Дәрестең маҡсаты.

  1. Фәүзиә Рәхимғолованың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу;

  2. Уҡыусыларҙың тема буйынса һөйләү күнекмәләрен артабан үҫтереү;

  3. Ижад үҙенсәлектәренә әһәмиәт биреү; Фәүзиә Рәхимғолованың ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләү;

Йыһаҙландырыу. Ф. Рәхимғолованың әҫәрҙәре исемлеге; уның тормош юлы һәм ижад юлы тураһындағы хронологик таблица; яҙыусының портреты; китаптары күргәҙмәһе; уҡыусыларға яҙыусының шиғырҙары таратып бирелә.

Дәрес барышы.


Ойоштороу.

Уҡытыусының инеш һүҙе.

  • Уҡыусылар, бөгөнгө дәресебеҙ быйыл 90 йәшен билгеләгән күренекле яҙыусы Фәүзиә Рәхимғолова ижадына бағышлана. Яҙыусының тормош юлы менән танышып үтәйек.

  • Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандың Маҡар (хәҙерге Ишембай) районы Йәнырыҫ ауылында тыуа. Тәүҙә Йәнырыҫ башланғыс мәктәбендә, унан яңы асылған интернаттауҡый, алтынсы кластан һуң Сәтрлетамаҡ ҡалаһындағы пионервожатыйҙар курсына ебәрелә, һуңынан Өфө педагогия рабфағына уҡырға инә. Рабфакты тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыуын дауам итә. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, Өфөләге моторҙар эшләү заводына эшкә инә.

Һуғыштан һуң Маҡар районының мәғариф бүлегендә инспектор, һуңынан Ишәй ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире булып эшләй. Ситтән тороп пединститутты тамамлай. 1952 йылда уның балалар өсөн яҙылған тәүге "Яҡын дуҫ" тигән китабы донъя күрә.

Өфөлә байтаҡ йылдар "Пионер" журналында бүлек мөдире вазифаһын башҡара. 1965-1967 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1968-1971 йылдарҙа "Башҡортостан ҡыҙы" журналында эшләй.

Фәүзиә Рәхимғолова 26 китаптың авторы. 1961 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.


  • Уҡыусылар, һеҙҙең алда яҙыусының шиғырҙары. Хәҙер "Йөҙ юл" шиғырын уҡып уның эстәлеген асыҡлайыҡ.


Уҡыусыларға шиғырҙар яҙылған карточкалар таратып бирелә. "Йөҙ юл" шиғыры уҡыла, уҡыусылар эстәлеген асыҡлай


Йөҙ юл.

Китаптан ағайым,

Киттек, ти, диңгеҙгә!

Осоусы ағайым,

Килерһең, ти, беҙгә.

Агроном апайым

Саҡыра киң ҡырға.

Нефтсе һөнәрен
Һайла, ти, олатай.

Ә йырсы күршебеҙ
Ҡабатлай һәр саҡ:

- Һай, ҡустым, һинән бик

Шәп артист сығасаҡ!..

Ҡаршымда саҡырып

Йөҙ төрлө юл ята…

Ҡайһыһын һайларға?

Һай, малай, баш ҡата.

Уҡытыусы. Теманы асыу өсөн, һөйләшеүебеҙҙе яҙыусының тормош юлы буйынса дауам итәбеҙ.

Фәүзиә Рәхимғолова … Был исем беҙгә бала саҡтан уҡ яҡшы таныш. Беҙҙең быуын кешеләре уның шиғырҙарын, әкиәттәрен уҡып үҫкән.


1-се уҡыусы. Эйе, Ф. Рәхимғолова - тәү сиратта балалар яҙыусыһы. Бер аҡыл эйәһе, балалар яҙыусыһы булыр өсөн икеләтә талантлы булыу кәрәк, тигән. Хаҡ һүҙҙәр. Балаларға шиғыр, әкиәттәр яҙыу өсөн уларҙың психологияһын, рухи донъяһын, уй кисерештәрен яҡшы белергә кәрәк. Был ғына етмәй, яҙыусының үҙенең дә эскерһеҙ, бала күңелле булыуы шарт. Шунһыҙ бала йөрәгенә ятырҙай, тиҙ отоп алырҙай әҫәрҙәр ижад итеп булмай. Бындай талант һәр бер яҙыусыға бирелмәй.


2-се уҡыусы. Бала сағында күп ауырлыҡтар күреп, етем ҡалып, шуға күрә ошо ҡабатланмаҫ ғүмер миҙгеленең ҡәҙерен белгәнгә, балалар өсөн шундай матур әҫәрҙәр ижад иткәндер Фәүзиә Рәхимғолова. Бының тағы ла бер сере уның өс бала әсәһе булыуындалыр.

Ф. Рәхимғолованың төрлө йәштәге балалар өсөн яҙылған шиғырҙарында баланың ата-әсәгә мөхәббәте, кесе туғандарына ихтирамлы мөнәсәбәте күрһәтелә.


Дәреслек буйынса эш (80-се бит)


Ф. Рәхимғолова "Беҙҙең әсәй" шиғыры өстөндә эш.

1) һүҙлек эше;

2) тексты тасуири уҡыу;

3) һорауҙарға яуап биреу

- "Һәр саҡ күңелендә йәшәй" тигән һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ?

- Һинең әсәйең менән генә уртаҡлашыр серең бармы?


Беҙҙең әсәй.

Кем тегә матур күлдәктәр,

Кем яһай аҫыл биҙәктәр?

Ул беҙгә иң яҡын кеше,

Ул белһәгеҙ - беҙҙең әсәй.


Кем тәмле аштар бешерә,

Гел һине иҫкә төшөрә?

Ул беҙгә иң яҡшы кеше,

Ул белһәгеҙ - беҙҙең әсәй.


Ҡайҙа барһаң - күҙ алдында,

Һәр саҡ күңелеңдә йәшәй.

Ул беҙгә иң яҡын кеше,

Ул белһәгеҙ - беҙҙең әсәй!

Беҙҙең әсәй!


3-сө уҡыусы. Балаларҙың хеҙмәткә тартылыуын, тырышып уҡыуын ыңғай баһалаған, уңышлы аҙымдарын хуплаған шиғырҙар менән бер рәттән, ялҡаулыҡты, төрлө тиҫкәре ҡылыҡтарҙы көлкө аҫтына алған юмористик шиғырҙары ла байтаҡ. Уның "Дүрт туфли", "Ҡуңыҙ", "Йәшел һабын", "Ҡыҙыҡ һорау", "Уйлап ҡара" кеүек шиғыпҙары иһә баланың зирәклеген һынау, фекерләү һәләтен үҫтереүгә арналған.


"Яҡшы һүҙҙәр" шиғыры уҡыла. Шиғырҙың йөкмәткеһен, йәғни төп теманы билдәләү.

Яҡшы һүҙҙәр.

Яҡшы һүҙҙәр ҙә була,

Насар һүҙҙәр ҙә була.

Яҡшы һүҙҙәр менән гел

Минең дәфтәрем тула.


"Йәмһеҙ, ялҡау, тәртипһеҙ,

Алама, ҡурҡаҡ, илаҡ…"

Ундай насар һүҙҙәрҙе

Яратмай минең ҡолаҡ.


"Аҡыллы, тыйнаҡ, тырыш,

Егәрле, матур, түҙем…"

Аҡыллы матур бала

Булам бит ул мин үҙем!

4-се уҡыусы. Ф. Рәхимғолова проза өлкәһендә лә ярайһы уҡ уңышлы эшләгән. Уның "Ҡыҙыл яулыҡ", "Илгиҙәр", "Серле орлоҡтар" тигән китаптарына ингән хикәйә, повестарының да геройҙары - балалар. Ә бына "Тыуған ер", "Уйҙарымды бүлә күрмәгеҙ", "Бишек янында", "Һайрағыҙ,ҡоштар" тигән шиғри йыйынтыҡтары, "Юлдаштар" исемле проза китабы өлкәндәр өсөн яҙылған.

Уның прозаһына шул хас: һәр әҫәре тормош материалы менән һуғарылған. Әҫәрҙең сюжет-композицияһы төҙөк, ҡайһы бер деталь, хәл-ваҡиғалар уйлап та сығарылыуы ихтимал, ә әҫәрҙең төп материалын уйлап сығарып булмай. Ф. Рәхимғолова ижады ана шул реаль, тормошсан булыуы менән уөслө.

Ғөмүмән, Ф, Рәхимғолованың ололар өсөняҙылған әҫәрҙәренең дә төп сифаты - эскерһеҙлек. Уның бар әҫәрҙәрендә иң әүәл шул сифат ярылып ята.


Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе. Шулай итеп, Фәүзиә Рәхимғолова ижадында әле бер генә быуын тәрбиәләнмәҫ. Уның эскерһеҙ ижады күптәрҙең күңел түрен яулар, рухи ныҡлыҡ бирер. Фәүзиә Рәхимғолова ижады менән танышҡас, уның ижадына битараф ҡалып булмай. Шиғри хис-тойғолар менән беҙҙең уй-тойғоларыбыҙ бергә ҡушыла. Бишектәге һымаҡ талғын тирбәләү барлыҡҡа килә. Уның ижадын башҡаларҙың ижады менән бутап булмай. Ҡабатланмаҫ был ижад йуйылып ҡалырлыҡ, ким-хур булырлыҡ түгел.


Өйгә эш. Ф. Рәхимғолова "Беҙҙең әсәй" шиғырын ятларға.

Баһалау.




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал