7


  • Учителю
  • План конспект по башкирскому языку на тему 'Сафуан Әлибайҙың 'Ҡыш'шиғырын өйрәнеү' (5 класс)

План конспект по башкирскому языку на тему 'Сафуан Әлибайҙың 'Ҡыш'шиғырын өйрәнеү' (5 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: «Ҡыш». С.Әлибаев.

Маҡсат: 1) шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу;

2) уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу , тасуири уҡыу күнекмәләрен яҡшыртыу, телмәрен, фекерләү кимәлен үҫтереү;

3) тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, матәрлыҡты күрә белергә өйрәтеү;

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, ҡош һүрәттәре Тылсымлы шар китабы, "Ҡышҡы тәбиғәт" видео

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты. Иҫәнләшеү.

Һаумыһығыҙ уҡыусылар. Хәлдәрегеҙ нисек? Һеҙҙең шат йөҙҙәрегеҙҙе күреүемә шатмын. Мин Дилә Рәжәп ҡыҙы булам. 101-се мәктәптә һеҙҙең кеүек уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләшергә, яҙырға өйрәтәм. Уларҙан һеҙгә күп сәләм.

Уҡытыусы. Тыуған еребеҙгә ниндәй миҙгел яҡынлаша?

-Ҡыш.

Телмәрҙе шымартып алыу маҡсатында фонетик күнегеү эшләп алайыҡ әле.

* Ҡышҡыһын буран нисек ыжғыра? (-ыж, -ыж, -ыж)

* Ҡулдар өшөһә нисек йылытабыҙ ?(-һо, -һо, -һо)

* Урманда тумыртҡа нисек туҡылдай? (-туҡ, -туҡ, -туҡ)

Темаға инеш.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, ә хәҙер иғтибарҙы экранга йүнәлтәйек. (Ҡышҡы урман. Видео күрһәтелә. Видео барышында шиғыр уҡыла).

Ҡыш.

Бөтә ер аҡ: ҡырҙар, тау баштары

Әйтерһең, ер аҡ шәл ябынған.

Ағастарға муйыл сәскәһендәй

Тәлгәш-тәлгәш суҡтар тағылған.

Ф.Рәхимғолова.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, һеҙ нимәләр күрҙегеҙ?

Һеҙгә оҡшанымы? Тимәк, бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һүҙ алып барырбыҙ. (Яуаптар).

Уҡытыусы. Әлбитә, ҡыш тураһында. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡыш миҙгеленә сәйәхәт ҡылырбыҙ..

Уҡтыусы. Ә һеҙҙең ҡышҡы урманда булғанығыҙ бармы.

Ҡыш тураһында бәлки шиғырҙар беләһегеҙҙер. Башҡорт әҙәбиәтендә күп шағирҙар ҡыш һәм ҡышҡы тәбиғәт арнап шиғырҙар ижад иткәндәр. Шуларҙың береһе менән бөгөн беҙ танышасаҡбыҙ. Ул С.Әлибаев ижад иткән Ҡыш шиғыры. (Китаптарҙың 101-се битен асабыҙ)

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышырбыҙ, тасуири итеп уҡырға өйрәнербеҙ, яңы һүҙҙәр белербеҙ, һөйләмдәр төҙөрбөҙ.

Әйтеп үткәнемсә, шиғырҙың С.Әлибаев. Ә һеҙ С.Әлибаев тураһында беләһегеҙме. Ул шиғырҙар ижад иткән. Шағир балалар әҙәбиәтендә лә актив эшләгән, тәржемә менән шөғөлләнгән. Бына уның Тылсымлы шар тигән китабы. Ул ошо китабы өсөн Андерсен премияһы на лайыҡ булған.

(Шиғырҙы тасуири итеп уҡып ишеттереү).

Уҡытыусы. Шиғырҙы аңлашылмаған һүҙҙәр бар, шуның өсөн ошо урында һүҙлек эше ойоштороп алайыҡ.

Һалҡын көндәр- холодные дни

Түҙеү - терпеть

Йәлләп - пожалев

Шәл бәйләп - связав шаль

Аяҡтары йылынды - согрелись ноги

(Хор менән ҡысҡырып уҡыйҙар, дәфтәргә число яҙып, һүҙҙәрҙе күсереп яҙалар).




Уҡытыусы. Уҡысылар, әйтеп ҡарағыҙ әле, беҙҙең гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа ниндәй ағастар үҫә. Афариндар ! Ағас исемдәрен күберәк белеү маҡсатында һеҙгә ошондай эш. Тополь, липа һүҙҙәрен тәржемә итергә.

Һеҙгә ошондай һорау. Йүкә ағасы тураһында нимә беләһегеҙ. Йүкә ағасы - ағастарҙан иң һуңғы булып сәскә ата. Иң мөһиме - йүкә ағасы татлы ризыҡ бирә. Эшсән бал ҡорттары ошо йүкә ағасынан беҙгә бал әҙерләйҙәр. Республикабыҙҙың визит карточкаһына әйләнгән йүкә балы тураһында ишетеп беләһегеҙҙер. Башҡортостандың 7 мөғжизәһе ул- башҡорт балы!

Ә хәҙер шиғырға күсәйек. (Шиғырҙы үҙ аллы уҡыйҙар, сылбырлап уҡыйҙар).

Йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

Һорауҙарға яуаптар.

  1. Ағастарҙың кейемдәрен ҡайһы миҙгел алып ҡалған. (Көҙ).

  2. Ҡыш миҙгеле ағастарға нисек ҡарай. (йәлләп).

  3. Ағастарҙы йылытыр өсөн ҡыш нимә эшләй(ағастарға аҡ мамыҡтан шәл бәйләп һалған икән).

  4. Нимә ул - ҡыш бәйләгән шәл (бәҫ).

Физминутка.

Балыҡ кеүек йөҙәйек

Ҡоштар кеүек осайыҡ.

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Урындарға боҫайыҡ.

Эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ижади һәләттәребеҙҙе эшкә ҡушайыҡ әле. Шиғыр юлдарын һөйләмдәргә әйләндереп әйтергә кәрәк буласаҡ.

Ағастарҙың кейемдәрен

Көҙ алып ҡалды сисеп.

(Көҙ алып ҡалды сисеп).

Ағастарға яба һалды,

Аҡ мамыҡтан шәл бәйләп.

(Ағастарға аҡ мамыҡтан аҡ шәл бәйләп һалды).

Уҡытыусы. Ағастар яланғас ҡалып, ер өҫтөн ҡар ҡаплаһа ла, урманда тормош дауам итә. Урман - ул кейектәр, ҡоштар төйәк иткән урын. Ә һеҙ Башҡортостанда йәшәүсе ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ. Яуаптар.

Һеҙгә мин ошондай эш тәҡдим итәм. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға. Ниндәй хәреф яҙыла: ҡ, ғ, г.

Тумырт.а, һайыҫ.ан, ҡар.а.

Ҡағиҙәне иҫкә төшөрәбеҙ.

А, о, у, ы - ҡ, ғ;

Ә, ө, ү, э(е), и - к,г.



Йомғаҡлау. Уҡыусылар, ҡышҡы урманға сәйәхәт оҡшанымы.

Кемдең шиғыры менән таныштыҡ.

Ниндәй ағастар барлығын белдек.

Өйгә эш. Ҡыш темаһына мини инша яҙырға.

Баһалау.













 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал