7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5- се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге хоҡуҡи - норматив документтар нигеҙендә төҙөлдө:

  1. Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №165-Ф3,11.12.2002

  2. Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы ( статья 47, 5-се п.)

  3. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №289-з, 14.07.2010

  4. Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы,1.07.2013.

  5. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-се кластары өсөн программалары (төҙ.: З.М. Ғәбитова, М.Г. Усманова. // Ижевск: "Книгоград" , 2008. - 120 б.)

  6. Бишбүләк ауылы 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2016-2017 уҡыу йылына уҡыу планы.

  7. Туған тел һәм әҙәбиәт, башҡорт (дәүләт) телен уҡытыуҙы ойоштороу тураһында ( БР ММ хаты № 13-05 / 498, 11.09.2014)

  8. З. М. Ғәбитова. "Башҡорт теле" уҡыу ҡулланмаһына өлгө программа- лар. Өфө : Китап, 2015. - 52 бит.

Был эш программаһы дөйөм белем биреү буйынса дәүләт стандарттары

талаптарынан сығып төҙөлдө.

Уҡыу- уҡытыу методик комплексы :

Дәреслек: Башҡорт теле 5: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр -ҙең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. З.М. Ғәбитова, М.Г. Усманова. - Өфө: Китап, 2014.

-Электрон дәреслек.

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теленә уҡытыу маҡсаттары:

  • уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • бшҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  • әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  • 3-4-се кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  • белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

  • бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.



Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар

Шәхсән һөҙөмтәләр:

- тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;

- башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;

- дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеген күрһәткесе икәнен аңлау;

- үҙ телмәренә иғтибарлы булып, үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге үҫтереү;

- аралашыу-телмәр процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу, үҙ фекереңде еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү. Метапредмет һөҙөмтәләр:

  • телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

  • аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;

  • тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү;

  • грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.

  • һөйләү һәм яҙыу:

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;

  • телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы ( диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

  • аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;

  • ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

  • предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

  • хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

  • 5 - 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

  • тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

  • текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

  • хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

  • текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

  • 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  3. бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.

Уларҙың иң мөһимдәре:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).



Һаумы, мәктәп! (8 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь - Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса "Көҙ" темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.



Үҙем тураһында (8 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.



Йыл миҙгелдәре (7 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.



Башҡортостанды беләһеңме? (7 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең - Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.





Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (7 сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.



Яңы йыл менән. (8 сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.



Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (5 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.



8 март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (4 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.



Яҙ етте. ( 6 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.



Яҙғы эштәр.(5 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



Яҙғы байрамдар. (3 сәғәт)Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



Башҡорт теленең базислы уҡыу планындағы урыны

Башҡортостан Республикаһының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-се кластар өсөн уҡыу планы 5 - се класта башҡорт телен аҙнаһына 2 сәғәт күләмендә уҡытыу күҙ уңында тота: барлығы 68 сәғәт.1-се сирек

2-се сирек

3-сө сирек

4-се сирек

17 сәғәт

16 сәғәт

19 сәғәт

16сәғәт

Яҙма эштәр һәм контроль - баһалау эштәре

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була:

  • һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

  • һүҙлек диктанты;

  • ғәҙәти диктанттар;

  • һорауҙарға яуап яҙыу;

  • изложение;

  • инша;

  • тестарға яуап яҙыу.

Диктант, изложение, инша башҡарыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла. Был эштәр түбәндәге ҡулланмаға нигеҙләнеп башҡарыла: Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.



Яҙма эштәрҙең төрҙәре,күләме

Уҡыу һәләтлектәрен баһалау: Һүҙ: 60 - 70, билдә: 230 - 250, эстән уҡыу: 95 - 110

Календар - тематик план







Тема

Сәғә

ттәр һаны

Үткәреү ваҡыты



Иҫкәрмә





Планлаштырылған

Үткә рел

гән



I сирек ( 17 сәғәт ) Һаумы, мәктәп! ( 8 сәғәт )





1

Белем көнө. Рәйфә мәктәпкә бара. Ф. Ғөбәйҙуллина.

1

1. 09



















2

Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре. Алфавит. Исем.

1

5. 09







3

Беҙҙең ғаилә. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

8. 09







4

Уҡыусылар. Сифат.

1

15. 09







5

С. Әлибаев . Яҡшы. . Исем.

1

19.09







6

Башҡорт халыҡ әкиәте. Зөһрә ҡыҙ.

1

22.09







7

Һаумы, мәктәп! Сифат.

1

26.09







8

Беренсе дәрес. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

3.10







Үҙем тураһында (8 сәғәт )



9

Арыҫлан менән ҡуян. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

6. 10







10

Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Үҙем тураһында

1

10. 10







11

Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Минең дуҫтарым.

1

13. 10





12

Алмаш. Зат алмаштары. Минең ғаиләм.

1

17. 10







13

Ф. Рәхимоғлова. Беҙҙең әсәй . 1 20. 10





14

М. Ғафури .ҡыр ҡаҙы . 1 24. 10





15

Контроль диктант № 1 40' 1 27. 10





16

Хаталар өҫтөндә эш. Минең

туғандарым 1 31. 10







Йыл миҙгелдәре ( 7 сәғәт )

















17



Йыл миҙгелдәре. К - г, ҡ - ғ, п - б тартынҡыларының сиратлашыуы.

1

7.11







II сирек ( 16 сәғәт )



18



Бөгөн көн ниндәй? Һорау алмаштары.

1

10.11







19

Минең бүлмәм. Күрһәтеү алмаштары.

1

14.11







20

К. Тәңреҡолов. Дүрт миҙгел.

1

17.11







21

К. Ушинский. Дүрт теләк.

1

21.11







22

Г. Ситдиҡова. Ҡәләмдәр.

1

24.11







23

Көҙ - рәссам. Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары. Инша № 1

1

28.11







Башҡортостанды беләһеңме? ( 7 сәғәт )



24

Хаталар өҫтөндә эш. Урал. Башҡорт халыҡ йыры. Юҡлыҡ алмаштары.

1

1.12







25

Республикабыҙҙың тыуған көнө! Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

5.12







26

Башҡортостанды беләһегеҙме? Ҡара алтын .

1

8.12







27

Ф. Ғөбәйҙуллина. Башҡортостан флагы.

1

12.12







28

И. Шәйәхмәтов. Ватаным- Башҡортостан.

1

15.12







29

С. Юлаев. Уралым.

1

19.12







30

Н.Сәлимов. Башҡортостан флагы.

1

22.12







Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена ( 7 сәғәт )



31

Контроль диктант № 2 40'

1

26. 12





32

33

Хаталар өҫтөндә эш. Кеше. Тән ағзалары. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

2

29. 12

16.01







III сирек ( 19 сәғәт )



34

И. Ғүмәрова. Уңған ҡыҙ.

1

19.01







35

Ә. Вәхитова. Атайым-доктор.

1

23.01







36

Ә. Әсәҙуллин. Йәйге иртәлә.

1

26.01







37

Шәхси гигиена. Ҡылым. Изложение № 1

1

30.01







Яңы йыл менән ( 8 сәғәт )



38

Хаталар өҫтөндә эш.

1

2.02







39

Декабрҙә. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

1

6.02







40

Ҡышҡы уйындар

1

9.02







41

Яуа ҡарҙар... А. Исмәғилев.

1

13.02







42

Яңы йыл ҡайҙа нисек үтә? Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

1

16.02







43

Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

1

20.02







44

Ф. Рәхимоғлова. Тау шыуғанда.

1

27.02





45

А. Игебаев. Ҡар өй.

1

2.03







Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин ( 5 сәғәт )



46

Файҙалы эсемлек.

1

6.03







47

Аҙыҡ - түлек магазины. Синонимдар.

1

9.03







48

Беҙҙең уңыш. Сифат.

1

13.03







49

Ф. Туғыҙбаева. Яңы күлдәк.

1

16.03







50

Ф. Туғыҙбаева. Тыуған көн

1

20.03







8 март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө (4 сәғәт )



51

Әсәйем. Ф. Мөхәмәтйәнова. Антонимдар. Күсереп яҙыу № 1

1

23.03







52

Беҙҙең ғаилә. Хаталар өҫтөндә эш.

1

3.04







IV сирек ( 16 сәғәт )



53

Ә. Ихсан. Әсә рәхмәте.

1

6.04







54

А. Хабибуллина. Наша семья.

1

10.04







Яҙ етте ( 6 сәғәт )



55

Яҙ. Ә. Ихсан. Омонимдар.

1

13.04













17.04





56

Күңелле яҙ.

1









57

Еңеү көнө. Ф. Рәхимғолова.

1

20.04







58

Е. Кучеров. Ҡоштар ҡасан ҡайта?

1

24.04







59

С. Муллабаев. Яҙ.

1

27.04







60

В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.

1

4.05







Яҙғы эштәр ( 5 сәғәт )



61

Баҡсасы һәм уның ҡулдары. К. Ушинский. Һан. Эш ҡоралдары. Һан.

1

4.05







62

С. Агиш. Суфия.

1

8.05







63

Ә. Әсәҙуллина. Өмәлә.

1

11.05







64

Баҡсала.

1

15.05







65

Яҙғы сәскәләр.

1

18.05







Яҙғы байрамдар ( 3 сәғәт )



66

Контроль диктант № 3 40'

1

22.05







67

Хаталар өҫтөндә эш. Яҙғы байрамдар. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

25.05







68

Яҙғы байрамдар.Уйындар.



1



29.05





Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы уҡыу- уҡытыу методик комплекты һәм техник саралар

Уҡытыусының уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

  2. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2008. - 352 бит.

  3. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы /Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. - Өфө: Китап, 1996. - 320 бит.

  4. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008. - 96 бит.

  5. М. Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. 1 - 4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2002. - 167 бит.

  6. В. Ш. Псәнчин. С. В. Атнағолова. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы: 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2006.- 192 бит.

  7. Электрон дәреслектәр.Башҡорт теле.ру. Электрон һүҙлектәр.

  8. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте.Өфө-2008.

  9. "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы техник саралар:

  1. Уҡытыусының персональ компьютеры.

  2. Мультимедиапроектор.

  3. Телевизор.

  4. Видеомагнитофон.

































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал