7


  • Учителю
  • Рабочая программа для 3 класса родной башкирский язык

Рабочая программа для 3 класса родной башкирский язык

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Аңлатма яҙыу

3-сө класта башҡорт теле һәм туған теле дәрестәре

Эш программаһы түбәндәге документтарҙы иҫәпкә алып төҙөлә:

  1. "Мәғариф тураһында" Рәсәй Федерацияһының Законы ("Закон об образовании")

  2. "Мәғариф тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законы.

  3. Башҡорт теле программаһы "Мәғариф тураһында" закон нигеҙендә донъя күргән "Рәсәй мәғарифын 2010 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы", "Башҡортостан халыҡтары телдәре" законы, "Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы" һәм башҡа норматив-әхлаҡи документтарға таянып эшләнде. Был документтарҙа милли мәктәптәрҙә туған телде тейешле кимәлдә уҡытыу, уның мөһим проблемалары, заманса уҡытыуҙың бурыстары, йүнәлештәре, юлдары билдәләнде.

  4. "Әлифба" һәм "Әсә теле" (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн / Төҙ.: Ф.Ш.Сынбулатова. - Өфө: Китап, 2007. - 44 бит.

  5. Дәреслек: "Әсә теле" 3-сө класс. Сынбулатова Ф. Ш., Вәлиева Г.- Өфө: Китап, 2008.

"Туған тел" Ф.Ш. Сынбулатова, Мәүлийәрова Ә.Т., Дәүләтшина М.С. - 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2007.

Д.Б. Эльконин - В.В. Давыдов - В.В. Репкиндарҙың "Үҫтереүсе" уҡытыу концепцияһына нигеҙләнеп эшләнгән.

3-сө класта башҡорт теле һәм туған теле дәрестәре барлығы 134 дәрес (башҡорт теле 70с., туған тел 64 сәғәт). Эш программаһы байрам көндәрен иҫәпкә алып эшләнде.


Эш төрҙәре:

Диктант - 4 сәғәт

Инша - 5 сәғәт

Изложение - 2 сәғәт

Сюжетлы һүрәт буйынса эш - 1сәғәт

Бала мәктәптә ике йыл һөҙөмтәһендә программала ҡаралған белем күләмен, йөкмәткеһен үҙләштерҙе. Ул хәрефтәрҙе дөрөҫ тоташтырырға, үҙенең йәшенә ярашлы дөрөҫ һәм грамоталы яҙырға өйрәнде.

Уҡыусы, нигеҙҙә, программала ҡаралған башҡорт теле үҙенсәлектәрен , дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштерҙе, телдең теге йәки был грамматик күренештәрен үҙ телендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнде. Һөйләү-һөйләшеү күнекмәләренә эйә булды.


Өсөнсө класта уларҙы артабан нығытыу, йәғни дөрөҫ, тиҙ яҙыу күнекмәләрен тағы ла сифатлыраҡ кимәлгә күтәреү бурысы тора. Күсереп яҙыу эштәре лә йөкмәткелерәк була бара. Уларҙы ижади элементтар менән байытыу, тулыландырыу зарур. Программала күсереп яҙыу оҫталығын формалаштырыу өҫтөндә маҡсатлы рәүештә эшләү ҡаралған.

Аралашыу оҫталығын шымартыу, ижади йүнәлештә эшмәкәрлек итеү - программала ҡуйылған төп йүнәлештәрҙең береһе.

Күпселек программа материалы баланы ижади йүнәлештә эшләргә өйрәтеүгә ҡоролған. Бирелгән тексты үҙгәртеп ҡороу, сюжетлы һүрәт буйынса хәл-ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлекле атҡарылыуын бәйән итеү, тексты төҙөгәндә "Туған тел" дәрестәрендә өйрәнгән сағыштырыу, йәнләндереү сараларын, ҡулланып, тасуирлап яҙырға өйрәнеү һәм теге йәки был күренешкә, кешеләр мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғелдәренә ҡарашыңды, фекереңде белдереү кеүек эштәрҙе башҡарыуҙы тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү бурысы тора.

Өсөнсө кластың "әсә теле" программа материалы баланы шәхес итеп күреп, уның ирекле фекерләүенә, эш итеүенә шарттар булдырып, уҡыусыны белем алыуҙа үҙен әүҙем ҡатнаштырып, эшмәкәрлек итергә этәргес мотивтар, мөмкинлектәр тыуҙырып, уҡыу процысын ойоштороуҙы талап итеп ҡуя.



1-се бүлек.

  • Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең яҙылышы.

  • Кеше исем-шәрифтәренең, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының, китап, гәзит-журнал атамаларының баш хәреф менән яҙылыуы. Улар тураһында мәғлүмәт алыу. Күренекле шәхестәр тураһында белешмә алыу, улар тураһында ҡыҫҡа ғына текстар төҙөү. 4-5 балалар яҙыусыһының исем-шәрифтәрен белеү.

  • Шәхси үҫеш кимәле: үҙ-аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға; мәктәп йыһаздарын, уҡыу әсбаптарын һаҡларға; Тыуған илде яратырға, телде, илде һаҡларға.

  • Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар - намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

  • Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: анализлай һәм синтезлай белеү; сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;фекерләй белеү;

  • Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү; үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;


№ п/п


Планлаш-тырылған көн

Үткән көнө

Дәрес темалары

Башҡортостан республикаһың этнокультураһы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып



Өй эштәре

Иҫкәрмә

1.

Һаумы, мәктәп! Байрам менән! Ниҙәр иҫемдә? Нимәләрҙе онотҡанмын?

4-се күнегеү


2

Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре

4-се күнегеүҙе эшләргә


3

Гәзит-журналдар, телерадио тапшырыуҙары исемдәре

Ер-һыу атамалары

5-се күнегеү, 17-се бит.



2-се бүлек.

Башҡорт теленең төп законы. Башҡорт телендә сингармонизм законы.


Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. Һуҙынҡылар таблицаһы. Тартынҡылар нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар уратылышында. Тартынҡылар таблицаһы. Яңғырау-һаңғырау тартынҡылар. Талғын (сонор) өндәр. Һүҙҙә сиратлашып килеүсе тартынҡылар (теләк - теләге, мәктәп - мәктәбе, ҡармаҡ - ҡармағы һ.б.). Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр.

  • Шәхси үҫеш кимәле: Эшләгән эштәр, ҡылыҡ-фиғел өсөн яуаплылыҡ тойорға. Һау-сәләмәт йәшәйеш булдырырға.

  • Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

  • матурлыҡ тойғоһо, тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

  • Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

  • һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

  • Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

  • башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

  • дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;




4

Башҡорт теленең төп закондары

Орфограмманы иҫтә ҡалдырырға.


5

Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар.

Таблицаны иҫтә ҡалдыр.


6

Тартынҡынҡы өндәр. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар.

Ҡағиҙәне иҫтә ҡалдырырға.


7


Танау тартынҡы өндәре. К-г, ҡ-ғ, п-б өндәренең сиратлашыуы.

Йомаҡтарҙың яуабын тап.


8

Башҡорт теленең төп закондары буйынса конторль диктант.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға.



3-сө бүлек.

Һөйләм

  • Шәхси үҫеш кимәле: үҙ-аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға; мәктәп йыһаздарын, уҡыу әсбаптарын һаҡларға; Тыуған илде яратырға, телде, илде һаҡларға.

  • Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар - намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

  • Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: анализлай һәм синтезлай белеү; сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;фекерләй белеү;

  • Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү; үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

Һөйләм. Һүҙбәйләнеш. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә һәм хәбәр

  • Һөйләмдең тамамланған фекерҙе белдереүе. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең билдәле тәртиптә килеүе. Эйә һәм хәбәр. Эйәнең һөйләм башында. Хәбәрҙең - аҙағында килеүе. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең ялғауҙар һәм ярҙамсы һүҙҙәр ярҙамында бәйләнеүе. Эйәрсән киҫәктәр. тексты аңлап, тасуири уҡыу.

  • Сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр.


9


Сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә нәҙек һәм ҡалын ижектәрҙең ҡатнаш килеүе.

3-сө күнегеү.


10



Ч, щ, ц, е хәрефтәре фәҡәт рус теленән ингән һүҙҙәрҙә генә яҙыла!

Изложениеға әҙерлән, 65-се бит.


11

Ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәр - е, ю, я.


5-се күнегеүҙе эшләргә, 54-се бит.


12

Һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр.


7-се күн. эшләргә.



4- се бүлек.

Һүҙ. Һүҙҙең тамыры һәм ялғауы. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙән ялғау ярҙамында икенсе һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәр яһау. Туғандаш йәки тамырҙаш һүҙҙәр. Һүҙьяһалыш. Һүҙ. Һүҙҙең тамыры һәм ялғауы. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙән ялғау ярҙамында икенсе һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәр яһау. Ғәрәп, фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙә (китап, ғалим, рәссам, фатир, маһир, сират, даһи, хазина, сифат, ризыҡ һ.б.). Уларҙың яҙылышы.

- Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Уларға ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре (кәхня - кухняға, циркуль - циркульде, руль - рулдәр, слесарь - слесарҙар, календарь - календарҙар һ.б.) Е, ю, я. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәр.


  • Шәхси үҫеш кимәле: Эшләгән эштәр, ҡылыҡ-фиғел өсөн яуаплылыҡ тойорға. Һау-сәләмәт йәшәйеш булдырырға.

  • Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

  • матурлыҡ тойғоһо, тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

  • Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

  • һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

  • Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

  • башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

  • дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;


13


Һүҙьяһалыш.Ялғау төрҙәре.

Орфограмманы иҫтә ҡалдырырға.


14



Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр.

4-се күн. эшләргә.


15

Тамырында ла, ялғауында ла ө!

Биремдәрҙе үтәргә.


16

Һүҙьяһалыш темаһы буйынса контроль диктант.

3-сө күнегеүҙе эшләргә.


5-се бүлек

Ҡушма һүҙҙәр. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙән ялғау ярҙамында икенсе һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәр яһау.

  • Тасуири уҡыуға етди иғтибар биреү.

  • Тәҡдим ителгән әҫәрҙәр аша уҡыусыларға әҙәп, әхлаҡ ҡағиҙәләрен еткереү, әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына баһа биреү, мәғәнәләрен аңлатыу, телмәрҙә урынлы ҡулланырға өйрәтеү.

  • Һөйләү телмәре. Диалог. Кеше менән һөйләшеү ҡороу. Телмәр мәҙәниәте. Аралашыу серҙәре. Монолог. Монолог телмәр тоторға өйрәнеү. Эске телмәр. Ым-ишара. Уйлай, хыял итеү. Әңгәмәләшеүсең менән һөйләшеү. Аралашыу оҫталығын яңы сифатлы кимәлгә ҡуйыу. Һөйләшеүҙең мәғәнәүи йөкмәткеһенә хис-тойғоларға ярашлы интонацияны көйләү. Ғәҙәти йәки уйланылған эш-хәл тураһында икәү-ар һөйләшеү ҡора белеү.


  • Шәхси үҫеш кимәле: үҙ-аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға; мәктәп йыһаздарын, уҡыу әсбаптарын һаҡларға; Тыуған илде яратырға, телде, илде һаҡларға.

  • Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар - намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

  • Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: анализлай һәм синтезлай белеү; сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;фекерләй белеү;

  • Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү; үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;


17

Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр.

6-сы күнегеүҙе эшләргә, 14 -се бит.


18

Ҡушма һүҙҙәрҙә ъ һәм ь билдәләре ҡасан яҙыла? Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға.


19

Һүҙбәйләнештәр. Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнештәр. Һөйләмдә баш һәм эйәрсән киҫәктәр.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға.


20


Һөйләү телмәре. Диалог. Автор һүҙҙәре.

Диалог төҙ. Яҙ.


21


Яҙма телмәрҙең төрҙәре.


4-се күнегеү, 66-сы бит.


22

Монолог - яңғыҙ һөйләү.

Яңы һүҙ. иҫтә ҡалдыр.


23

Яҙма телмәр. Әкиәт. Хикәйә.

3-сө күнегеү, 102-се бит.



6- сы бүлек Хикәйә. Әкиәт. Шиғыр

Шиғыр төҙөлөшө. Шиғыр ижад итеү үҙенсәлектәре. Уны дәфтәргә дөрөҫ күсереп яҙыу. Әкиәт төҙөлөшөнә хас үҙенсәлектәр. Әкиәт ижад итеү. Хикәйә ижад итеү. Тексҡа ҡарата ҡарашыңды, үҙ фекереңде белдереп, 3-4 һөйләмдән торған баһалама яҙыу. Хикәйәгә ҡарата һорауҙар төҙөү. Уларға тиҫтерҙәреңдән яаптар алыу, фекер алышыу, ойоштороу оҫталығына эйә булыу.


24

Бергә ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр.

Уҡыған әҫәрҙәрҙән ҡушма һүҙҙәр яҙырға, 10.


25

Ҡушма һүҙҙәр темаһы буйынса контроль диктант.

Яңы һүҙҙәрҙе ятларға.


26


Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр.

Уҡылған әҫәрҙән миҫалдар яҙырға.


27

Шиғыр нисек яҙыла? Ритм нимә ул?

Шиғыр яҙып ҡарарға.


28

Әкиәт, хикәйә ижад итеү?

Бәләкәй әҙәби жанр төрҙәре.

Уҡылған әҙәрҙәрҙән миҫалдар яҙырға.


29



Тапҡыр, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр.

52-56-сы б. уҡырға.


30


Йомаҡтар.

7- се бүлек.

Үтелгәндәрҙе йомғаҡлау.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, үҙләштереү, системаға һалыу. Белемдәрен тикшереү.

Аҡыллы текстар.

31

Үтелгән темалар буйынса контроль диктант.

Р. Тойғон "Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй" ятл.


32

Тапҡыр һүҙҙәр.

Үтелгәндәрҙе ҡабатл.


33



Һоҡланам мин йәйге матурлыҡҡа!

Йәйге тәбиғәт тураһ. Һөйләргә.


34

Ғилемеңде тикшер! Тикшереү эше.

Шиғ. уҡырға. 145-се бит.




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал